Башҡортостан Ҡыҙы

Биҙәктәрҙән үрелә яҙмыш

Биҙәктәрҙән үрелә яҙмышӘйтергә түгел, балалар приюты матур, иркен, мөһабәт бинала урынлашҡан. Тимер рәшәткә менән уратып алынған биләмәһендә ҡарағай, миләш, алма, муйыл ағастары һәм ҡарағат үҫә. Уйнау өсөн тәғәйенләнгән урындары ла иркен, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бөхтәлеккә һоҡлана-һоҡлана эскә үттек. Бүлмәләрҙә лә тәртип, таҙалыҡ, стенала балалар төшөргән һүрәттәр һәм ҡул эштәре урын алған.
Аяҡ тауышын әллә һөйләшкәнде ишетепме, ҡаршыбыҙға йә бер, йә икенсе бала пәйҙә була торҙо. Уларҙың һағышлы ҡарашын тойоп, таныш йөҙҙө эҙләгәндәрен дә һиҙенәм. Дөйөм йортта нисек кенә рәхәт булмаһын, һәр сабый өҙөлөп тигәндәй әсәһен көтә. Көтөү мәле ғазапҡа әйләнмәһен өсөн хәстәрлекле тәрбиәселәр, ваҡытын да, күңел йылыһын да йәлләмәй, мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөлдәр менән бала күңеленә өмөт орлоғо сәсә.
Күгәрсен районы Йомағужа социаль приютында балаларҙың ҡул эше менән та-н­ышып, үҙем дә йәйғорло бала саҡ иленә ҡайтҡандай булдым. Ҡурсаҡ­тар­ға кескәйҙәр үҙ ҡулы менән зин­нәтле күлдәк теккән. Башҡорт, татар, төрки халыҡтарының милли кейемдә­ре үҙенсәлекле тегелеше, сағыу­лығы менән күҙҙе иркәләй, нағышлап сигел­гән ат, юлбарыҫ, турғай, аҡҡош, тейен, төлкө менән сысҡан, ҡоралай, аҡ айыу, диңгеҙ аҫты донъяһы һәм төрлө сәскә­ләр һүрәттәре, бәләкәй генә этнография мөйөшө рәүешендә эшләнгән “Баш­ҡорт йәйләүе” экспозицияһы, төҫлө ептәрҙән бәйләнгән сәскәләр гөлләмәһе, сәйлән менән биҙәлгән рәсемдәр, уйынсыҡтар, ыр­ғаҡ менән бәйләнгән зауыҡлы селтәр­ҙәр, мендәр тыштары, шәлдәр… Әйтер­һең дә, һәр береһенә бала күңеленең сафлығы, ихласлығы күскән. Заман һулышы, бә­ләкәстәрҙең өмөтлө күҙ йәше, яҙмыштар ауазы ла төҫмөрләнә кеүек. Әсәлә­ренән һөйөнөслө хәбәр көтә-көтә, бәләкәс кенә йөрәктәрен устарына ҡы­ҫып, күңелдәрендәге иң сағыу тәь­ҫо­раттарҙы туҡыма киҫәгенә күсерер­гә тырышҡандыр балаҡайҙар. Йөрәк йылыһы, күңел наҙы менән һуғарылған ҡул эштәрендә һағыш та, киләсәккә бағышланған яҡты хыял да сағыла. Күп төрлө милләт балаларын бер үк ҡай­ғы, бер үк әсе яҙмыш бергә туп­лаған. Сабый ғына көйөнсә тетрә­неүгә, юғалтыуға, аяуһыҙ һынауға дусар булған кескәйҙәрҙең киләсәге хәл ителгән мәл бигерәк ҡатмарлы һәм ауыр шул. Һәр сәғәте тәүлеккә торош­ло тиерһең. Эс­кән ата-әсә, үҙен ҡулға алып, эшкә урынлашыу, донъя­һын яңы­нан ҡороу өсөн көс тапһа, бала өйө­нә ҡайтыр ине лә ул ҡайтыуын. Әм­мә йыш осраҡта улары ғәзиз йәнен ки­леп тә күрмәй. Эскелек һаҙ­лығына та­мам батып, йәшәү мәғәнәһен юғалт­ҡан бәндәгә бала ни­мәгә инде? Соци­аль приюттың маҡсаты – ауыр хәлгә тары­ған кескәйҙәрҙе, үҫ­мерҙәрҙе, ва­ҡыт­лыса булһа ла, ҡурсалауға алып, кү­ңелдәренә өмөт осҡоно һалыу. Ошо арауыҡ эсендә атай менән әсәйгә, тормош ҡиммәтен яңынан ҡа­рап сығып, һығымталар яһау һәм ғаи­ләне ҡотҡа­рып ҡалыу өсөн һуңғы мөм­кинлек бирелә. Юғиһә, балалар йорто­на оҙатыл­ған бәғеркәйе менән мәңгелеккә хушлашыу көтә уларҙы. Бындай хәлде булдырмаҫ өсөн социаль учреждениеның юлдан яҙған өлкәндәрҙе нар­кодиспан­серҙа дауалаған, эшкә урынлашыуға, йортон төҙөкләндереүгә яр­ҙам иткән осраҡтары ла аҙ түгел.
Фиҙакәр йәнле хеҙмәткәрҙәр һәр баланы матур һүҙ менән ҡаршы ала, дауалай, күңелдәренә ышаныс, йөҙҙә­ренә нур, моңһоуланып ҡалған ҡараштарына балҡыш өҫтәр өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Педиатр Розалия Ғәбитова, социаль педагог Дилара Шиһапова, тәрбиәселәр Гөлдәр Рәхимова, Лилиә Низаметдинова, Эльвира Мырҙабулатова приют­та эшләү дәүерендә ниндәй генә йөрәк өҙгөс ваҡиғаның шаһиты булма­ған! Әммә иң аяныслы хәлдә лә, ата-әсәһе хаҡында яман һүҙ әйтеп, сабый күңе­лен ҡыймайҙар. Һәр кемгә үҙ әсә­һе ҡәҙерле. Яҙмыштары ниндәй генә йү­нәлеш алмаһын, ғәзиз кешелә­ре балала иң яҡты хәтирәләр уятырға тейеш.Биҙәктәрҙән үрелә яҙмыш
Приютҡа эләккәндәр йыш ҡына ниндәй ҡылыҡтарҙың насар эҙемтә­ләргә килтереүен аңлап етмәй. Тәр­биәселәр, тормоштан алынған ваҡи­ғалар миҫалында, әҙәби әҫәрҙәр аша изгелеккә, маҡсатҡа ынтылып йәшәр­гә, йәмғиәттә үҙеңде дөрөҫ тотоу, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтә. Әлбиттә, улар дөйөм тәрбиә биреү ҡағиҙәләре менән генә сикләнмәй, һәр баланың күңел торошона, ҡыҙыҡһыныуҙарына айырым иғтибар бүлә. “Араларында ҡырыҫыраҡ холоҡлоһо ла, илгәҙәге лә, артыҡ әүҙеме лә осрай. Бары тик яратыу, аңлау, хәстәрлекле мөғәләмә ярҙамында ғына нығынып етмәгән сабый күңеленә йылылыҡ өрөргә мөм­кин”, – ти приют мөдире Нурия Кәли ҡыҙы Хоҙайғолова.
Приютта өй мөхитен хәтерләткән махсус аш бүлмәһе бар. Ял көндәрендә бала унда үҙе теләгән ризыҡты әҙерләп ашай ала. Келәттән кәрәкле аҙыҡ-түлекте алыу өсөн үҙ аҡсаларын да уйлап тапҡандар. Буласаҡ хужабикә йәки ғаилә башлығы теге йәки был ашты әҙерләүгә яҡынса күпме аҙыҡ-түлек, уларҙы һатып алыуға күпме аҡса сарыф ителәсәген алдан ниәтләргә лє өйрәнә.
“Ҡул эше баланың күңелен тынысландыра, бармаҡтар тилберлеген үҫтерә, мейе эшмәкәрлеген яйға һала. Башҡа һөнәр таба алмаған осраҡта ла, тегеү, бәйләм, ағасты семәрләү эшен белгән бала юғалып ҡалмаясаҡ”, – ти оҫталар түңәрәген алып барыусы Нәркәс Әнүәр ҡыҙы. Ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр теккәндә, Нәркәс Аҙнабаева кескәйҙәрҙә оҫталыҡ ҡына түгел, дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, татыулыҡ тойғоһон да тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
“Бында килгән балалар бер-береһе менән танышып, дуҫлашып өлгөрә. Һуңынан юҡһыналар. Үҙҙәре ихлас, әлбиттә. Әммә һәр береһендә күңелен өйкәп торған төйөн бар. Шуны сисә белгәндә генә балаға ысынлап ярҙам итә алаһың. Мәҫәлән, 9-сы синыф уҡыусыһы Юстина Гембель аҡыллы ла, эшкә лә әрһеҙ, тегә, бәйләй. Ләкин ҡайһы берҙә насар ҡылыҡтарына хужа була алмай китә. Ошоно үҙе аңлап: “Әсәйемдең йөҙөн бер тапҡыр ғына күрһәм, йөрәгемә еңелерәк булып, тынысланып ҡалыр инем”, – ти меҫ­кен­кәй. Әллә аҡса йыйып, әсәһенә алып барып күрһәтәйекме, тип тә уйлайбыҙ. Ә ул иң ҡаты яза алып төрмәлә ултыра. Үҙе михнәттәрҙән арыған ке­ше, йөҙөнә шатлыҡ билгеләре сыға­рып, ҡыҙының күңелен үҫтерерҙәй матур һүҙ әйтә алырмы? Ошолар ха­ҡында ҡайғырып, ҡайһы берҙә төндәр буйына йоҡламайым.
Ә бына 14 йәшлек Андрей Ивановтың яҙмышы. Ул, ғаиләһенә ярҙам итеү­ҙе үтенеп, приютҡа үҙе килгән. Тыйнаҡлы, сабыр, уҡыуға һәләтле, ағастан оҫта итеп төрлө әйберҙәр һырлай, тырыш егет. Эсеүгә әүәҫлән­гән ата-әсәһе зыярат эргәһендә ташландыҡ йортта көн итә. Ҡатлы шыптыр менән ҡаплан­ған тәҙрәләренән ҡояш нуры ла үтерлек түгел. Иҙән урынына һирәк-һаяҡ һы­ныҡ таҡталар йәйелгән. Ҡараңғы, һы­уыҡ өй малай өсөн Мәккә кеүек ҡәҙерле. Йәндәй күргән ғәзиз кешеләрен өҙөлөп ярата, йәлләй ул. Бары ярҙам ғына итә алмай. Үҙҙәре, улдарының үтенесен тыңлап, дауаланыу үтергә лә риза. Тик бына йәшәү шарттарын яҡ­шыртырлыҡ хәлдә түгелдәр. Әле улар­ҙың тәҙрәләре өсөн рам менән быяла хәстәрләп йөрөйөм. Үҙ көсөбөҙ менән яңы иҙән түшәнек. Өйҙәрен тәртипкә килтерһәләр, исмаһам, бер баланың киләсәге ыңғай хәл ителер ине.
Ҡайһы берәүҙәр беҙгә бер нисә мәртәбә эләгә. Юлиә Иҫәнбаеваны тәүге тапҡыр килтергәндәрендә, уға дүрт йәш кенә ине. Атаһы ла, әсәһе лә иҫән. Әммә байрам итергә яраталар. Бына балаҡайҙы яңыраҡ өсөнсөгә килтереп тапшырҙылар. Өҫтөн йыуып, ашатып, кейендереп алдыҡ.
Ошоларҙы күреп, йөрәк әрней. Матур, сәләмәт, аҡыллы булып үҫеп кил­гән сабыйҙарын ниңә шундай ға­заптарға дусар итәләр икән? Бала – бауыр ите, ул донъяла үҙенең барлығы менән генә лә ата-әсәнең бәхетен арттыра, тормошон яҡтырта, көс-ҡеүәт бирә түгелме һуң? Ярай, әлеге ҡатмар­лы һынылыштар заманында донъя кө­төү еңел түгел дә икән, ти. Әммә хатта һуғыш осоронда – юҡлыҡ һәм ҡайғы өҫтөндә лә – яңғыҙ ҡатындар итәк ту­лы балаһын тәрбиәләп кеше итерҙәй көс тапҡан. Ситтән ярҙам көтөргә әүәҫ­ләнгәнбеҙ шул. Бәхет, уңыш, етеш тормош беҙҙән башҡаларға ғына тәтей кеүек тойолоп китә. Ә бит Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе заяға уҙғарыу – оло ха­та, гонаһ. Уңыш менән бәхет тырыштарҙы, изге ниәткә табынғандарҙы ғы­на үҙ итеүсән. Бөтәбеҙгә лә ауырлыҡ­тар алдында көслөрәк булыу кәрәктер. Әлбиттә, ауылдарҙа эш булмауы бер аҙ бәкәлгә һуға. Ир-аттарҙың күбеһе Себерҙә бил бөгә, ә бала тәрбиәләү, донъя көтөү ҡатындар иңенә төшә. Күптәрҙең төшөнкөлөккә бирелеүен­дә, ғаиләләрҙең тарҡалыуында, нескә заттарҙың эсеүгә һабышыуында, бәл­ки, ошоноң да ғәйебе барҙыр. Әммә был мәсьәләнең дә яйлап хәл ителере­нә ышанам”, – ти Нурия Хоҙайғолова, киләсәккә өмөтөн һүрелтмәй.Биҙәктәрҙән үрелә яҙмыш
Мохтажлыҡ кисергән ғаиләләрҙең һынылышлы мәлде үтеп, хатта ауыр холоҡло балаларҙың тыуған йортона ҡайтарылған, киләсәктәре уңышлы хәл ителгән осраҡтар ҙа байтаҡ приют тарихында. Мәҫәлән, бала сағында токсикомания менән сирләгән Максим исемле егеттең приюттан һуң шәбә­йеп, әлеге көндә хәрби академияла уңышлы уҡып йөрөүен әсенеп тә, ғо­рурланып та хәтергә төшөрә хеҙмәт­кәрҙәр.
Беҙ аралашып ултырған арала балалар яныбыҙға килеп һарыла, иркә­ләнә. Арҡаларынан һөйөп-һөйөп алабыҙ. “Киләсәктә кем булырға теләр инегеҙ?” – тип һорайым ҡыҙҙарҙан. “Үҙемдең матурлыҡ салонын булдырыр инем”, – ти етди ҡиәфәт менән Вероника Дмитриева. “Уйынсыҡтар магазинында эшләргә хыялланам”, – тип яуаплай Ләйсән Ҡотлобаева. Яратыуға, иркәләүгә, һоҡланыуға, маҡтау­ға сарсауҙары, кинәнеп уйнап туя алмауҙары маҡсаттарында ла сағылыш тап­ҡан, әйтерһең. Ата-әсәләре иҫән булып та, бәләкәйҙән иңдәренә ауыр һынау төш­кән, йөҙҙәренә етемлек шәүләһе яғыл­ған сабыйҙарҙың тиҙерәк үҫеп, үҙ донъя­һын – тыныс ҡәлғәһен булдырырға те­ләүе лә аңлашыла.
Бала саҡ – мөғжи­зәләр иле, тиҙәр. Яҡты, саф уй-ниәттәр уятҡан иң мәшәҡәт­һеҙ осор. Ошо изге мәлдә бала күңелен тетрә­неү­ҙән мөм­кин тиклем һаҡлау кәрәк тә бит. Ситкә тибелгән, яратыуҙан, ҡур­салауҙан, хәс­тәрҙән мәхрүм булған сабый киләсәктә үҙе кемделер ярата, ҡурсалай һәм хәс­тәрләй белерме? Ошо хаҡта уйлайым да өләсәйемдең әйткәне иҫкә төшә. “Хоҙай һине бер бәхеттән мәхрүм итһә, һис шикһеҙ икенсеһен бүләк итә, тик сабыр булыу ғына кә­рәк”, – ти торғайны. Ҡәҙерле кешемдең ябай ғына тормош фәлсә­фәһе яҙмыш ҡаршылыҡтары алдында баш эймәҫкә, һәр ваҡиғанан фәһем алып, изгелеккә ышанып йәшәр­гә өй­рәтте.
Матурлыҡҡа ынтылған, йә­шәү йәмен тойған һәм һүрәттәрендә ошо гүзәллекте сағылдыра алған, үҙ ҡул­дары ме­нән һоҡландырғыс әйбер­ҙәр яһау оҫталығына һәләтле балалар, тормош һы­науын лайыҡлы үтеп, бәхет­кә һис шик­һеҙ юл табыр. Нәфис донъя­ның серен асҡан, ҡанаттарын нығы­тырға ярҙам иткән тәрбиәселәрен дә онотмаҫтар. Ә дөрөҫ юлдан тайпылған ата-әсәләр, сабыйҙарынан үр­нәк алып, хатта ҡатмарлы хәлдә лә тормоштан йәм табып йәшәргә өйрә­нер. Донъяны бит һәр кем үҙ ҡулдары, үҙ күңел йылыһы менән биҙәй.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Күгәрсен районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook