Башҡортостан Ҡыҙы

Аҡыллы балаларҙы ғына яратыу, йәки Хәрефтәрҙе ҡасан өйрәнергә?

Аҡыллы балаларҙы ғына яратыу, йәки Хәрефтәрҙе ҡасан өйрәнергә?Баланы уҡырға өйрәтеү, дәрес әҙерләтеү – еңел булмаған мәсьәлә. Йылдан-йыл мәктәп программаһы ҡатмарлаша барған һайын, ололар кескәйҙәр менән ниндәйҙер экспериментта ҡатнашҡан кеүек тойола. Әйтерһең дә, бала белем алырға бармай, ә ата-әсә кемдең улы йәки ҡыҙы иң аҡыллыһы булыуҙа үҙ-ара ярыша.
Күҙҙәренә йәше төйөлөп, борсолоуҙары менән уртаҡлашҡан танышымды тыңлап, нимә уйларға белмәнем. Светлана улын мәктәпкә тиклем уҡырға өйрәтергә була. Ҡайһы бер балаларҙың 4-5 йәштән китаптарҙы шытырлатып уҡығанына бик ныҡ ҡыҙыға ул. Ире лә ҡатынының теләгенә ҡушыла. Ата-әсә баҙарҙан да, китап магазинынан да, яҙҙыртып та төрлө әсбаптар ала. Балаға хәреф өйрәтеү башлана. Тик биш йәшлек малай бер генә хәрефте лә иҫендә ҡалдыра алмай. Балалар баҡсаһынан ҡайтып, киске ашты ашағас, ғаилә өсөн иң насар мәл етә. Светлана сәғәттәр буйы балаһына хәреф өйрәтергә маташа. Тик кисә генә өйрәнгән “А”ны малай бөгөн танымай ҙа ҡуя. “Әсәй, мин оноттом”, – тип илай. Түҙемлеге етмәгән Светлана балаға сәпәп ебәрә. Унан иренең “дәресте” дауам итеүен талап итә. Телевизор ҡарап ятҡан атай малайҙың бүлмәһенә инеп китә, тиҙҙән баланың аҡырып илағаны ишетелә башлай. Светлана иренең улын туҡмауын яҡшы аңлай, тик түҙеп ултыра. Баланың тауышы үҙәгенә үтә башлағас, бүлмәгә барып инә. Кесерәйеп, бөршәйеп ҡалған малайҙы ҡосағына алған өсөн ир ҡатынына ла бер-икене эләктерә...
Был язалау бер мәртәбә генә булһа! Светлана әйтеүенсә, уларҙы көн дә ошондай ыҙалар көтә. Ир кеше Светлананы малайҙы боҙоуҙа ғәйепләй. “Мине лә туҡмап уҡырға өйрәттеләр. Шунһыҙ башыма бер нимә лә инмәй ине. Атайымдың ҡайыш менән туҡмаясағын уйлау менән бар дәрестәремде әҙерләй торғайным”, – ти ул.
Улдарына биш йәше тулғансы татыу йәшәгән ир һәм ҡатын араһынан ҡара бесәй үткәндәй була. Улар айырым йоҡлай, ял көндәрен бергә үткәреүҙән ҡаса. Бала ла төнөн насар йоҡлай башлай, мыжыҡҡа әйләнә. Малайҙың тәрбиәсеһе лә уға йыш зарлана. Хәҙер Светлана иренән айырылыу тураһында уйлай.
Баланы уҡытыуҙы үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыларға ҡалдырырға кәңәш иткәс, ҡатын аптырап ҡалды. Тик Светлана: “Ә башҡалар уҡый белһә, беҙҙеке артта ҡаласаҡ бит”, – тип тылҡыуын дауам итте. “Ә һин балаңды аҡыллы, тәртипле, матур булһа ғына яратаһыңмы ни? Ни өсөн ул һине дуҫтарының йә­шерәк, матурыраҡ, күберәк аҡса эш­ләгән, мөмкинлеге күберәк булған, сит илдәргә сәйәхәттәргә алып йөрөгән әсәйҙәре менән сағыштырмай?” – тигән һорауым Светлананы уйға һалды.
Ысынлап та, мәктәп программа­һына алдан тығылып, кескәйҙә уҡыуға ытырғаныу уятҡансы, уның бала са­ғын оҙайтыуҙы хәстәрләү кәрәктер. Ни өсөн малай ата-әсә башҡалар алдында маҡтана, башын юғары тота алһын өсөн шундай йән әрнеүе кисерергә, хатта туҡмалырға тейеш? Кескәйгә хәрефте уйын рәүешендә, ялҡытмайынса өйрәтеү күпкә отош­лораҡтыр бит. Ғөмүмән, мәктәпкә әҙерләгәндә, баланың иғтибарын үҫ­тереү, тыңларға өйрәтеү, тыныс ҡына ултырып, һүрәт төшөрөү кеүек шө­ғөлдәргә мөрәжәғәт итеү мөһим. Йәшенә ҡарап, уҡыуҙың һәр саҡ ҡыҙыҡлы ғына булмауын, ә ауыр хеҙ­мәт икәнлеген дә аңлатыу зарур. Бының мөһимлеген улым мәктәпкә тәү атлап ингәндә аңланым. Матур гөл­ләмә, шарҙар тотоп парта артына ултырған улыбыҙ ҡайтҡас: “Һеҙ миңә мәктәптә ун бер йылы буйы уҡырға кәрәк икәнлеген әйтмәнегеҙ”, – тигән үпкәһен белдерҙе. Бер минут та тик ултырмаған, һәр саҡ йүгереп йөрө­гән, тай боксы буйынса ҡала чемпионы титулын алып өлгөргән Илсенгә парта артында ултырыу иң ҙур һынауға әүерелде. Иртәнсәк ҙур күҙ­ҙәренә оло хәсрәт ятҡан баланың теләр-теләмәҫ кенә дәрестәргә йыйыныуын күреп, йөрәгем өҙөлә ине. Бында беҙҙең – әсәһе һәм атаһының ҙур хатаһы бар, уны мәктәп тормошона бөтөнләй әҙерләмәгәнбеҙ. Һул ҡул менән яҙған, күҙҙәре шаян осҡондар сәсеп, “тағы нимә генә эшләргә, нимәгә тейеп ҡарарға” тигән уйҙы ташламаған улыбыҙҙы тынысландырыу, уҡырға ҡыҙығыу уятыу өсөн уҡытыусыһы Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы Иҫәнбаеваға күп көс түгергә тура килде. Етмәһә, был класта ете баланың һулаҡай икәнлеге асыҡланды. Әммә үҙ эшенең оҫтаһы булған мө­ғәллимә уларҙың барыһын да уҡырға ла, матур яҙырға ла өйрәтә алды. Иң мөһиме – улыбыҙ хәҙер мәктәпкә бирәсәк ун бер йыл ғүмере тураһында үкенмәй башланы.
Баланың ҡайғыһы – иң ауыры икәнлеген аңлап эш итергә кәрәктер беҙгә – түҙемһеҙ ата-әсәләргә. Магазиндарҙа сағыу итеп биҙәлгән әлифбаларҙы һәр кем күргәне бар­ҙыр. Шулай бер сиратта баҫып торғанда, бер ҡатын кескәй ҡыҙынан баяғы ҡатырғаға төртөп: “Был нин­дәй хәреф?” – тип һораны. Бала күҙ­ҙәрен селт-селт йомдо ла яурындарын ғына һелкеп ҡуйҙы. Әсә, асыула­нып китеп, балаһын: “Ниндәй хәреф, ниндәй хәреф тием мин һиңә?!” – тип тартҡылай башланы. Түҙмәй үҙенән: “Ә һеҙ ҡыҙығыҙ йәшендә хәрефтең нимә икәнлеген белә инегеҙме?” – тип һораным.
“Дәрес әҙерләүҙәр башланды инде...” – тип уфтанырға яратабыҙ. Ә балалар ниҙәр кисереүе тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Кескәйҙәр өсөн ул үҙе бер язаға әүерелә бит. Ата-әсә кискеһен эштән ҡайта ла “тәрбиә” эшенә тотона. Бер танышымдың, балаһы дәрестәрен яттан белмәйенсә, уға йоҡларға рөхсәт итмәүен ишетеп аптыраным. Ул ғына түгел, дәфтәрҙә ниндәйҙер хата кит­һә, ҡыҙсыҡ тулыһынса уны яңынан күсереп яҙа. Эйе, әсәнең тәрбиәһе һөҙөмтәһеҙ үтмәүен дә баһаларға кәрәк – ҡыҙыҡай бик яҡшы уҡый. Тик артыҡ тыныс, ҡыйыуһыҙ, шым баланың уҡырға яратыуҙан түгел, ә әсәһенән бик ныҡ ҡурҡыуҙан тырышыуы аяныслы. Әллә иң мөһиме – теләгән һөҙөмтәгә ирешеүме икән?
Өйөнә насар билдә түгел, “дүрт­ле” лә алып ҡайтыуҙан ҡалтыранып торған балалар етерлек. Уларҙың уҡытыусынан инәлеп-ялбарып яҡшы билдә һорауҙары, көндәлеген йәшереүе баланы йортта асыулы ата-әсә көтөүен күрһәтә бит. Әлбиттә, һәр кемебеҙ улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ “иң-иңе” булыуын теләй. Тик шул мәлдә үҙеңә ундай юғары талаптар ҡуйма­уыңды, бар маҡсаттарыңа өлгәшә алмауыңды, йәшеңә ҡарамаҫтан, ялҡау­ланып та алыуыңды хәтереңә төшө­рөргә кәрәктер.
Балаға булған сикһеҙ һөйөү, уның хистәрен тоя, һанлай белеү генә уға шәхес булараҡ үҫергә ярҙам итәсәк. Эйе, ниндәйҙер бала уҡыуға һә­ләтле, кемдер спорт буйынса алдынғы, бәғзеләр йыр-бейеүгә маһир. Әр-битәр, туҡ­мау менән кескәйҙәрҙең күңеленә асҡыс табып булмай ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер ауылдарҙа ла төрлө түңәрәктәр эшләй. Унда шөғөлләнеү баланы һәр яҡлап үҫтерә. Тик ата-әсәнең артыҡ баҫым яһап, улын йәки ҡыҙын булған бар секцияларға йөрөтөүе нығынып етмәгән организмды ҡаҡшатыуы бар.
Ейәнсәрен тәрбиәләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алған бер ханым уны йөҙөүгә, бейеүгә, вокалға, һүрәт тө­шөрөү түңәрәгенә йөрөтөп аптыратҡайны. Шул уҡ ваҡытта беренсе класҡа яңы барған ҡыҙға уҡыу буйын­са ла иң ҙур талаптар ҡуйылды. Кешеләрҙең баланы йәлләүенә: “Бер минуты ла буш ҡалмаған кеше генә бар нәмәгә лә өлгөрә ул, ҡыҫылма­ғыҙ”, – тип асыуланыр ине.
Өләсәһен бер һүҙһеҙ тыңлап өйрәнгән ҡыҙ бала тырышып уҡый, бейей, йырлай, әммә һаулығы ла на­сарая ғына бара. Хәҙер ул төрлө тү­ңәрәктәргә йөрөү түгел, дәрестәрен дә оҙаҡ ҡарай алмай, кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, баш ауырыуҙа­рынан яфалана. Баланың таланттарын асыу шундай ҡиммәт хаҡҡа төшә ҡалһа – уның кемгә кәрәге бар?
Кискеһен башын эйеп, моңһоу ғына тәҙрәнән ҡарап ултырған балам­дан ниңә кәйефе булмауы тураһында һорайым. “Беләһеңме, әсәй, мин бө­гөн ҡул күтәреп таҡтаға сыҡтым. Бик ауыр мәсьәләне сисә алдым. Ә һин минең “бишле” алдым тип ҡыуаныуымды ишетмәнең дә!”
Эйе шул! Төшкө аш мәлендә улым миңә ниҙер әйтергә маташты, ә мин эшкә ҡабаланып, уның күңел кисерештәрен һиҙмәгәнмен дә. Был “бишле”не алыу өсөн уға нисек тырышырға тура килеүен аңлаһам да, ҡосағыма алмағанмын, исмаһам, бер­гәләшеп “ур-ра!” тип тә ҡысҡырма­ғанбыҙ. Һәм балам әсәһенең ни өсөн шулай туң булып ҡалыуын аңламай, уйнарға ла сыҡмай, кискә тиклем тәҙрә төбөндә ултырған.
Ғәфү ит, балам, кисерегеҙ беҙҙе, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Күрәһең, бала саҡ иленә ишек ябылыу менән, беҙ унда иң саф, эскерһеҙ, тоғро йөрәкле, таҙа күңелле кешекәйҙәр йәшәүе хаҡында онотабыҙҙыр...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook