Башҡортостан Ҡыҙы

“Балам, балам, балаҡайым …”

“Балам, балам, балаҡайым …”Мөхәббәтле өйгә бер көн килеп ҡайғы ишек ҡа­ғыр, тип берәү ҙә уйламай. Ғаилә баш­лы­ғы, нефть университетын тамамлап, төньяҡта эшләп йөрөгән Ирек, юғары белемле иҡтисадсы, һалым инспекторы Гөлшат, уларҙың үҫмер улы ме­нән ҡыҙы – был ғаиләнең тормошо кинолағылай матур, етеш, өлгөлө була. “Өйөбөҙ йәмен арттырып, бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, өсөнсө сабыйыбыҙ Айгөл тыуҙы. Уға һоҡланмаған кеше юҡ ине. “Ҡыҙығыҙҙың, әкиәттә­гесә, бер бите ай, икенсеһе ҡояш, үҙе йыл үҫәһен ай үҫә”, – тип тупылда­тып яратты бөтәһе лә. Бер йәше тулғ­ас, 2006 йылда, гөл кеүек ошо бала башта көйһөҙләнә, унан ҡапыл ғына һулый башланы. Тә­пәй китергә талпынып торған еренән аяҡҡа баҫ­маҫ булды. Хафаланып, табиптарға йөрө­төргә тотондоҡ. Бөтәһе лә, һөй­ләшеп ҡуйғандай, бер һүҙҙе ҡабатлай: “Ҡыҙығыҙ сәләмәт”.
Ирем вахтаһын тултырып ҡайтҡан һайын: “Бәләкәсебеҙ, май шәмдәй, һүнгәндән-һүнә бит”, – ти. Йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. Мыжып ҡына торған бәпесем, ҡулдан төшөрһәң, илай, көнө-төнө тиерлек күтәреп йөрөтәм: “Эй, балам, ниҙәр генә булды үҙеңә?” Сабыйғынам оло кешенеке кеүек аҡыллы күҙҙәре менән, хәлен аңлатырға теләгәндәй, ҡарап тора ла тағы илап ебәрә.
Көндәрҙән-бер көндө аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре мәсеткә илтте. “Яр­ҙамыңдан ташлама, Хоҙайым!” – тип, ҡулыма Ҡөрьән алдым. Табиптарҙан бүтән һүҙ ишетмәгәс, сара­һыҙҙың кө­нөнән, һаламға йәбешкән­дәй, имсе­ләргә йөрөй башланыҡ. Шуларҙың һуң­ғыһы былай ти­не: “Ҡы­ҙығыҙға ҡа­ты күҙ тейгән – ҡарашы менән үҫеп ултырған ағасты тамырынан ҡоротор­лоҡ әҙәм һоҡланған. Ул бик ҡеүәтле булғанлыҡтан, ошоға­са бөтә юлдары­ғыҙ ябылып торған. Ләкин изге доға­ларыбыҙҙың көсө ҙурыраҡ, улар ярҙа­мында хәҙер юлдарығыҙҙы асам”, – тип, доғаларын уҡып ебәрҙе. Ышаныр­лыҡ та хәл тү­гел: бер йыл буйы “ҡыҙы­ғыҙ һау” тип йөрөгән табиптар был сәфәрҙән һуң Айгөлдөң сирен асыҡ­ланы. Уларға ла үпкәләй алмайым, бәлки, имсе әйткәнсә, күҙҙәре бәйлән­гән булғандыр. Тик айы түгел, көнө, сә­ғәте ҡә­ҙерле ваҡытты әрәм итмә­йенсә, шунда уҡ дауалай башла­ғанда, сир ҙә аҙмаҫ ине”. – Биш йыл элек булған кисерештәрен Гөлшат бөгөн дә тыныс ҡына һөйләй алмай. Керпек осона эленеп торған йәшен һөртөп алыуға күҙҙәре йәнә дымлана.
Ә ул саҡта,ҡыҙы менән бергә үҙе лә һүнә барғанда, күңелдәге өмөткә ҡанат ҡуйырға инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе Рауил Миңлебаевтың өс һүҙе етә: “Баланы аяҡҡа баҫтырабыҙ”. Бына дүрт йыл инде Гөлшат Ибраһимова ҡыҙы Айгөл менән Өфөләге ошо үҙәккә йө­рөй. “Табиптар, шәфҡәт туташтары менән ҡулға-ҡул тотоношоп, алға барабыҙ”, – ти ул.
Былтыр Рауил Кәүсәр улы менән ултырып кәңәшләшәләр ҙә үҙәктә әсәләр йәмғиәте төҙөргә булалар: ҡаты сырхау бала тәрбиәләүселәрҙең проблемаларын уларҙан да кем яҡ­шыраҡ белә ала? Балаһын ошонда йөрөтөүсе һәр әсә менән яҡындан аралашып, ғаилә яҙмыштарын да яҡ­шы белгән Гөлшат Әхәт ҡыҙы йәм­ғиәттең рәйесе булырға ризалаша: “Мин был эште етәкләүгә күңелем менән өлгөргәйнем”. Ярҙам көтөп тә, тейешле тиклемен ала алмаған, алдында күп ишектәр шапылдап ябылыуынан арыған әсә шуны төшөнә: бер-береһенә рухи терәк булыу өсөн генә түгел, балаларының ауырыуын сигендереү, былай ҙа күп нәмәнән мәхрүм сабыйҙарҙың бөгөнгөһөн, ки­ләсәген ҡайғыртыу өсөн улар бер көс булып тупланырға тейеш.
Бөгөн республикала ун дүрт меңгә яҡын инвалид бала йәшәй. Шуларҙың егерме проценттан ашыуы интернаттарҙа көн итә. Ә бит бындай балалар­ҙы махсус йорттарҙа йәшәтеү уларҙы ғаиләлә тәрбиәләүгә ҡарағанда биш-ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.
Атайҙарҙың яртыһынан күберәге баланың инвалид булып тыуыуын йә­ки ауыр дауалана торған сиргә тары­уын белгәс, ғаиләнән китә, рәхәт юл һайлап, именерәк оя ҡора. Һәм шуларҙың утыҙ проценты үҙҙәрен көтөп зарығыусы сырхау улы йә ҡыҙы менән бүтән бер ҙә осрашмай, әй­терһең, тормошонан һыҙып ташлай. Былар – “Атай – ата ҡаҙ” тигән әйтемдең хаҡлығын раҫларға ынтылып, ирҙәр­ҙең атайлыҡ хисенә таш ташлау түгел, аяуһыҙ статистика мәғ­лү­мәт­тәре.
Ауырыу сабыйы менән әсә япа-яңғыҙ ҡала. Тәүлек әйләнәһенә йөрәк парәһе менән бер һулышта йәшәп, уның хәлен мөмкин тиклем еңеләй­теүгә ғүмерҙәрен арнаған был ҡатындарҙың үҙҙәренең дә һаулығы тамам ҡаҡшаған. Иңдәренә төшкән оло ҡай­ғыны күбеһенсә яңғыҙ күтәреүсе әсә­ләрҙең үҙ сәләмәтлеген уйлау түгел, “аһ” тиергә лә форсаты юҡ. Аралашыу даирәһе бик тар ҡалған ул ҡатындар, бөтәһенән бигерәк, йән терәгенә мохтаж. Артабан да һынмаҫ-бөгөлмәҫ өсөн, өлөшөнә төшкән тәҡдирҙе лайыҡлы үтеү өсөн.
– Был йәһәттән Хоҙайым мине ҡурсаланы. Айгөлөбөҙҙөң сирләүе беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, – тип һөйләй Гөлшат ханым. – Ҡы­ҙы­быҙ саф һауала күберәк булһын өсөн Өфөләге өс бүлмәле фатирҙы Дим биҫтәһендә шәхси йортҡа алмаштырҙыҡ. Ирем уны үҙ ҡулдары менән өр-яңынан ике ҡатлы итеп ҡорҙо. Мунса һалдыҡ: ҡыҙыбыҙға йылы быу, миндек бик килешә. Йөҙөү файҙалы, тип, ишек алдында бассейн яһап ҡуй­ҙыҡ. Ирем эштән ҡайта ла көн дә ҡыҙыма махсус күнекмәләр яһата, икәү велосипедта йөрөйҙәр. Ун ете йәшлек Иршат улыбыҙ менән ун биш йәшлек Гөлдәр ҙә туғандары өсөн өҙөлөп то­ра. Уны үҙҙәре яратҡан музыка мәктә­бенә йыр дәрестәренә йөрөтәләр. Айгөл үҙенең бик ҡәҙерле бала икә­нен белеп үҫә. Көндән-көн уның алға барыуын күреп, табип­тар: ”Һеҙ уны һөйөү менән дауалай­һығыҙ”, – тиҙәр.
Гөлшат Бишбүләк районы Ҡасҡын ауылында йәшәүсе әсәһе менән ата­һы Таусиә Ғәлләметдин ҡыҙы һәм Әхәт Ҡонаҡол улы Вәлиевтарға, Дәү­ләкән районы Буранғол ауылында ғү­мер итеүсе ҡәйнәһе Рая Йәмғетдин ҡыҙы Ибраһимоваға ла бик рәх­мәтле. Сабыр ҡанаттары тал­ғанда, арыуҙары етеп, ҡыл да ҡы­бырҙата алмаҫлыҡ хәлгә килгәндә, улар тип йән атып торған яҡындарының йөрәк йылыһын алып, тауҙай эш­тәр аҡтарырлыҡ көс алып киләләр.
Ә Гөлшатты, ысынлап та, тауҙай эштәр көтә. Ул етәкләгән “Әсә йөрә­ге” көндән-көн йоғонтолораҡ, һүҙе үтемлерәк йәмғиәт була бара. Инвалид балаларҙың яҙмышына бөгөн дәүләт кимәлендә оло иғтибар бире­лә икән, тимәк, йоҡоһоҙ төндәр ҙә, янып-көйөп йөрөүҙәр ҙә юҡҡа булмаған. Психологик көсөргәнеште алып ташлау маҡсатында йәмғиәткә йөрөүсе әсәләр менән ҡуйған спектаклдәрҙә йомшаҡ тауышы өсөн гел ҡуян ролен башҡарыусы был ипле ханым асылында арыҫлан йөрәкле заттарҙан. Һәр мөмкинлекте – Хө­кү­мәттә, ҡала хакимиәтендә үткән түңә­рәк өҫтәлдәрҙе лә, төрлө ки­мәлдәге осрашыуҙарҙы, радио, телевидениелағы тура эфирҙы ла, хатта аш-һыуға арналған “Тәмле” тапшырыуын да ҡа­ты сиргә дусар сабый­ҙарҙы ҡурсалау һүҙен йәмғиәткә еткереү өсөн файҙа­ланыусы был ханым тәбиғи баҫалҡы­лығын еңергә лә өй­рәнә.
Ибраһимова һөйөнөстәре менән уртаҡлашырға ашыға:
– Уй-теләктәребеҙгә ауаздаш ни­әтле “Мәрхәмәт” фондының беҙгә ышаныслы иңен ҡуйыуы иртә­гәһе көн­гә өмөттө нығытты. Исеменә есеме тап килгән фондты Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты Рөстәм Зәки улының тормош юлдашы Гөлшат Ғә­фүр ҡыҙы Хәмитова ойоштороп, үҙе үк уның попечителдәр советын етәк­ләй. Әллә күпме изге ғә­мәлдәр башында тороусы оло йөрәк­ле, ми­һыр­банлы был ханымға инвалид балалар тәрбиәләүсе барлыҡ әсәләр исеме­нән күңел түренән сыҡ­ҡан рәх­мәте­беҙҙе еткерәм.
Сентябрҙә шәфҡәтлелек күрһә­теү генә түгел, мәғарифты үҫтереү менән дә шөғөлләнеүсе “Мәрхәмәт” фонды баш ҡалабыҙҙа балалар үҫеше үҙәге асты. Сит телдәр, математика, һүрәт төшөрөү, йыр, бейеү – балаларыбыҙ хәҙер йәне теләгән шөғөлдө һайлап, унда һәләттәрен аса ала.
Башҡортостан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың, республикабыҙҙың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Лина­ра Иванованың, Өфө ҡалаһы хакимиә­те башлығы Павел Качкаевтың беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе дәүләт кеше­ләре булараҡ ҡына түгел, үҙ йөрәге аша үткәреп ҡабул итеүе лә күңелгә дәрт ҡуйҙы. Беҙ, проблеманы үҙ башынан кисергән кешеләр булараҡ, эстән белеп күтәрһәк, улар уны киңе­рәк ҡарап, юғары кимәлгә сы­ғарыуға өлгәште. Эшенән китергә мәжбүр булып, көнө-төнө инвалид балаһын ҡа­раусы әсә­ләрҙең хеҙмәте өсөн түләү, был йылдарҙы эш стажына индереү, уларға ҡулай эш табышыу, инклюзив мәктәп­тәр асыу – ошо һәм тағы әллә күпме мөһим мәсьәләләр хәл ителеү алдында тора. Инвалид бала тәрбиә­ләүсе ата-әсә­ләрҙең күп һанлы мөрә­жә­ғәттәрен иҫәпкә алып, Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты Рөс­тәм Зәки улы Хәмитовтың шәхси ҡатнашлығында “Башҡортостан Республика­һында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр инде­релде. Уларға ярашлы, бындай ғаилә­ләргә, шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыу хоҡуғы бирелә.
Ауыр сирле сабый ҡараусы әсәй менән атай, яҡындары ғына түгел, улар менән аралашыусы һәммәбеҙ ҙә кешелеклеккә һынау тота. Был һынауҙы көн дә үтеүсе реабилитация үҙәге етәксеһе – яҙмышын мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүгә арнаған Рауил Миңлебаев, уның ҡул аҫтында хеҙмәт итеүсе табиптар, шәфҡәт туташтарының Хоҙай алдында ла, кешеләр алдында ла йөҙҙәре аҡ һәм пак. Ғөмүмән, был сабыйҙар яҙмышына аҙ ғына ҡағылып үтеүсе лә күңеле сафланыбыраҡ китеүен һиҙәлер.
– Икенсе йыл рәттән, бөтә респуб­ликанан һәләтле малайҙарыбыҙҙы һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы йыйып, “Таланттар йон­доҙлоғо” бәйгеһе үткәрәбеҙ. Баһалама биреүсе билдәле шәхестәр бала­ларҙың сығыштарын башта тет­рәнеп ҡарап, илай, унан уларҙың сәх­нәләге кисерештәре менән йәшәй баш­лай, – ти Гөлшат Ибраһимова.
Тиҫтерҙәре кеүек йүгереп, һикереп уйнау ғына түгел, ҡайһы берҙәре үҙ аяҡтары менән ерҙе тойоу, ҡояш нурын күреү, әсәһенең яғымлы тауы­шын ишетеү шатлығынан да мәх­рүм был сабыйҙар тормошто сәләмәт балаларға ҡарағанда нескәрәк тоя, бә­ләкәй генә ҡыуанысты ла оло бәхет тип ҡабул итә. Фәрештәләй гөнаһһыҙ был йәндәр донъяға беҙҙе миһырбанлы булырға өйрәтеү өсөн киләлер, бәлки.
… Көндөҙөн мең мәшәҡәт менән мәшғүл әсә төндәрен ҡулына ҡәләм ала. Аҡ дәфтәргә аҡ нур булып йөрәк түренән сыҡҡан юлдар төшә:
Балам, балам, балаҡайым,
Бәғеркәйем минең, күҙ нурҡайым,
Биш яҙмышҡа торош һынауҙарҙы
Күтәрәһең сабыр, ныҡлыҡайым.
Ҡояш сыға һин йылмайған һайын...


Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook