Башҡортостан Ҡыҙы

Көлөү дарыуҙан да файҙалы

“Көлөү ҡояшҡа тиң”, – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы, тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.
Көлөү, ысынлап та, ауыртыуҙы баҫырға һәләтле. Беҙ донъябыҙҙы онотоп шарҡылдаған ваҡытта вирус­тарҙы һәм башҡа ауырыу тыуҙырыу­сыларҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә икән. Шуға ла тормошҡа еңелерәк ҡараған оптимистарҙың йоѓошло ауырыуҙарға бирешеп бармауы билдәле. Хахылдап көлөү эске ағзаларға, шул иҫәптән, эсәк­тәргә лә яҡшы тәьҫир итә икән. Көл­гән мәлдә беҙҙең 80 төр мускулдарыбыҙ ҡыҫҡара, тән температураһы артып китә, ҡан баҫымы үҙгәрә, ә мейегә эндорфиндар – “бәхет гормондары” ағыла. Шатланыу ҡан тамырҙарына ла ыңғай тәьҫир итә. Быларҙың барыһын өйрәнеп, көлдөрөп дауалау тигән йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Был үҙенсәлекле ысул көндән-көн киңерәк таралыу ала. Донъяның төрлө мөйөштәрендә “клоундарҙың тиҙ ярҙамы”, “көлөү бүлмәләре” ауыр сирлеләрҙе дауалауҙың тәь­ҫирен арттырыу өсөн ҡулланыла. Бөгөн көлдөрөп имләүҙең бик һө­ҙөмтәле булыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта, байтаҡ дауалау ысулдарынан айырмалы рә­үештә, уның бер генә лә кире йоғонтоһо юҡ, ти белгестәр.
Инглиз табибы, философ Уильям Ослер, көн һайын ун ете минут көл­гән кеше ғүмерен бер йылға оҙонайта, тип иҫәпләй. Немец ғалимы Гюнтер Сикл, бер минут буйы көлөү егерме биш минут буйы физик кү­некмәләр башҡарыуға тиң, тигән фекерҙә. Көлә белгән кеше тормош мәсьәләләрен дә еңелерәк хәл итә, йомартыраҡ та була, ярҙамсыллығы менән дә айырылып тора, тип ҡушыла башҡалар. Малайзияла студенттарға көлөүҙе хәтерләткән тын алыу күнекмәләре өйрәтәләр. Был курсты үткәндәр башҡаларына ҡарағанда имтихандарын яҡшыраҡ тапшыра, юҡҡа-барға борсолоуҙан туҡтай, ашау, йоҡолары ла яҡшыра төшә.
Көлөп-йылмая белеүҙең күтәрә алмаҫлыҡ һүҙҙең емергес тәьҫирен еңергә, хәл итә алмаҫтай күренгән мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итеүен һәр кем үҙ миҫалында татығандыр. “Ауыртыуҙы баҫыу – юморҙың төп тәғәйенләнеше, – ти психология оҫталығы мәктәбе белгесе Евгения Кузнецова. – Ул бик ауыр нәмәләргә дөрөҫөрәк ҡарарға, таныуы, ҡабул итеүе ҡыйын булған нәмәләрҙе кү­рергә ярҙам итә. Нимәнәндер көлә алаһың икән, уны ҡабул итеүе ул тиклем үк ауыр түгел”. Тап шуның өсөн дә табиптарға хас “ҡара юмор” ҙа йәшәй. Психологик яҡлау булмағанда, көн һайын үлем, яфаланыу менән осрашып йәшәү мөмкин тү­гелдер ҙә. “Көлкөгә әйләнгән нәмә хәүефле булыуҙан туҡтай”, – тигән бит Вольтер ҙа.
Юморотерапевт Евгения Кузнецова, шаярыуҙың байтаҡ осраҡтарҙа беҙҙе ҡотҡара, уңайһыҙ хәлдән сы­ғырға ярҙам итә алыуына өйрәтеп миҫалдар ҙа килтерә. Әйтәйек, кемдер һеҙгә бәйләнә, насарлыҡ ҡылыр­ға теләй икән, уның ниәтен һә тигән­се юҡҡа сығара алаһығыҙ. Бының өсөн бөтөнләй ул көтмәгәнсә яуап бирергә кәрәк. Мәҫәлән, һеҙҙең ке­ҫәгеҙҙән аҡсағыҙҙы алалар, ә һеҙ, “Ҡотҡарығыҙ!” – тип ярҙамға саҡы­раһы урынға, “Ура!” – тип ҡысҡыра­һығыҙ. Енәйәтсе ҡаушап ҡала, һеҙ был мәлде кәрәгенсә файҙаланып өлгөрәһегеҙ.
Икенсе ысул “Хәлде ҡатмарлаштырыу” тип атала. Күрше ҡатын йә­негеҙгә тейергә маташа: “Ниндәй йәмһеҙ күлдәк кейгәнһең ул?!” Әл­биттә, йөҙөгөҙ ҡыҙарып китеүен һәм аҡлана башлауығыҙҙы көтә. “Эй, күршекәйем, һин уның эсенән нимә кейгәнде күрмәгәнһең әле!” – бындай яуабығыҙ уны телдән яҙҙырыр. Ҡотҡоға бирелмәйенсә, һеҙҙән кө­төлмәгән аҙым эшләүегеҙ менән те­ләһә ниндәй хәлдән дә еңел генә ҡотолорһоғоҙ.
Табиптарҙың шундай һүҙе лә бар: “Нимә хаҡында шаяртҡаныңды һөй­лә, мин һинең кем икәнлегеңде әй­тәм”. Кемдер байлыҡ, ғаилә тормошо йә эскелек тураһында кө­ләмәс һөйләй икән, уны әле тап ошо мәсьәлә­ләр борсоуына шик юҡ. Тик был хаҡта туранан-тура һәм асыҡ әйтеп бире­үе генә ауыр. Ил­дә “яңы урыҫ”тар барлыҡҡа килгәс, ҡыҙыл пинжәктәр хаҡында көләмәс­тәр ҙә тыуа. Кеҫәлә­ге миллиондар хаҡында хыялдарҙың бушҡа сы­ғыуына күнеү шулай еңелерәк булғандыр. Экрандарҙы ялтыр-йолтор баҫҡас, “һары сәсле ҡыҙҙар” тураһында шаярыуҙар арта. Ә сәйәси темаларға ҡағылышлы көләмәстәр буйынса Рәсәй башҡа илдәрҙе бик-бик артта ҡалдырған.
Иң бәхетле мәл ул – бала саҡ, тип ҡабатларға яратабыҙ. Бер хәс­тәрһеҙ, саф йылмайыуҙар мәле бул­ғанға ла, бәлки, ул хәтергә шулай уйылып ҡалалыр. Бәләкәстәрҙең юҡҡа ғына шырҡ-шырҡ көлөшөүенә ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Тәү ҡарамаҡҡа һис сәбәпһеҙ ерҙән ҡыҙыҡ табып ҡыуаныуҙарында ололар көнләшерлек ниндәйҙер тәбиғи ихласлыҡ бар. Белгестәр иҫәпләүен­сә, “иң бәхетле” осор алты йәшкә тап килә. Төрлө мәғлүмәттәр буйын­са, был йәштә бала көнөнә 250 – 300 тапҡыр көлә һәм йылмая икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олоғая килә был матур ғәҙәтебеҙҙе юғалта бара­быҙ. Ә бит бер нисә көнлөк сабый­ҙың йоҡлағанда ирендәрен килешле итеп йылмайыуы ла әсә кешене сик­һеҙ бәхетле итергә һәләтле! Бер ни­сә аҙнанан һуң инде бала ысынлап көлә башлай һәм, әйтерһең дә, ата-әсәһенә шатлыҡ килтереүенә үҙе лә ҡәнәғәт! Әммә кешегә шатлана белеү һәләте тыумыштан бирелмәй, балалар был донъяға килеүенең тәүге айҙарында ололарға ҡарап көлөргә өйрәнә, тип раҫларға тырышҡан ғалимдар ҙа бар.
Балаларға юморҙы аңларға өйрә­теү бик кәрәк, тип иҫәпләй педагогтар. Ә һеҙҙең Йылмайыу ордены хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Эйе, эйе, шундай орден да бар. Польшала барлыҡҡа килгән был бүләкте кемгә тапшырыу­ҙы балалар хәл итә. Килеп сығыу тарихы ошолайыраҡ. Дауаханала ятҡан поляк малайы үҙенең хәлен белергә килгән әҙибәнән: “Ни өсөн кеше­ләрҙе батырлығы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләй­ҙәр, ә әйләнә ти­рәһендәгеләрҙең күңелен күтәреү­селәрҙе, бәхетле итеүселәрҙе бүләклә­мәйҙәр?” – тип һорау бирә. Яҙыусы был ваҡиға менән “Польша курьеры” гәзите редакцияһында бүлешә. Журналистар етешһеҙлекте бөтөрөргә хәл итә һәм бындай кешеләр өсөн орден­дың эскизына бәйге иғлан итә. Йыл һайын балалар был орденға лайыҡлы кеше хаҡында хаттар яҙа һәм иң күп тауыш йыйыусы яҙыусы, артист, уҡытыусы, рәссамдарҙы бүләкләй­ҙәр. Тантана мәлендә бүләкләнеүсе лайыҡлылығын иҫбат итер өсөн бер стакан лимон һутын йөҙөн дә сирма­йынса эсеп бөтөргә тейеш. Был орденды алыусы тәүге сит ил кешеһе СССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡурсаҡ театрын юғары сәнғәт кимәленә кү­тәргән Сергей Образцов була. Замандаштары уның бөтә юғары исем һәм наградалары араһында тап Йылмайыу ордены менән айырыуса ғо­рурланыуын иҫләй.
Кешенең йәненә һәм тәненә кө­лөүҙең йоғонтоһон һәм уны дауалау ысулы булараҡ ҡулланыуҙы өйрәнеү­се махсус фән гелотология тип атала. Был фән менән шөғөлләнеүселәр көлкө тыуҙырыусы сәбәптәрҙе махсус эҙләй.
Гелотологияға америка ѓалимы Норманн Казинс нигеҙ һала. Әйт­кәндәй, асышҡа килтергән ваҡиға­ның башы һис күңеллеләрҙән түгел. 70-се йылдарҙа була был хәл. Казинс бик етди ауырыуға дусар була. Бө­төнләй хәрә­кәт итә алмай башлағас, түшәктә ят­ҡан килеш кинокомедиялар ҡарауҙан да мауыҡтырғысыраҡ шөғөл ҡалмай. Ул донъяһын онотоп көлә һәм бер мәл үҙәккә үтерлек һыҙ­ланыуҙарының кәмей барыуына иғ­тибар итә. Яйлап бармаҡтары, аяҡ-ҡулдары хәрәкәткә килә. Бер ни тиклем ваҡыттан ул бөтөнләй һауыға. Улай ғына түгел, Лос-Анджелес уни­верситеты­ның көлөүҙе өйрәнеү кафедраһын етәкләй. Шулай итеп, әжәлдең үҙен көлкө ярҙамында еңә алыуы менән тарихҡа инә.
Заратустра көнөнә ун тапҡыр көлөргә кәрәклеген әйтеп ҡалдыра. Кеше тип аталған йән эйәһенең кө­сөргәнештән сыға белеү кеүек үҙен­сәлеге бик борон замандарҙа барлыҡҡа килгән һәм бөгөнгәсә һаҡлан­ған. Һәр уй, ғәмәлдең беҙҙең халәтебеҙгә тәьҫир итеүен ата-бабаларыбыҙ ҙа яҡшы белгән һәм күңел тө­шөнкөлөгөнән һаҡланырға ҡушҡан. Көлкөлө-кинәйәле әкиәттәр, көлә­мәстәр, шаян йыр һәм таҡмаҡтар ижад иткән. Күңелдә йыйылған яр­һыуҙы иһә бәйгеләрҙә көрәшеп, таҫыллыҡҡа көс һынашып сығарғандар. Тәбиғәттән йәшәүгә көс алған, йырлап-бейеп күңел асҡандар…
Әйткәндәй, төрлө халыҡтың уйын-көлкөһө бер-береһенән ярайһы уҡ айырыла. Американдар кешенең кәм­селегенән, йәпһеҙ ҡылыҡтарҙан кө­лөргә ярата, инглиздәр һәм ирландтар һүҙ уйнатыуҙан ҡыҙыҡ таба. Австралияла ҡурҡыуға һәм эске кө­сөргәнешкә килтергәнерәк юморҙы оҡшаталар. Шуға ла донъялағы иң ҡыҙыҡлы көләмәс әлегәсә билдәлән­мәгән.
Эмиль Золя: “Көлөү – хатта бө­йөктәрҙе лә буйһондора ала торған көс ул”, – тигән. Иртә һайын көҙгө­нән үҙебеҙгә йылмайһаҡ, көнөн-кисен эргәбеҙҙәге таныш һәм таныш булмағандарға йылмайыу бүләк итһәк, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә һау булыр.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook