Башҡортостан Ҡыҙы

Өләсәйем фатихаһы

Өләсәйем фатихаһыКисен эштән ҡайтҡас, һәр кемебеҙ телевизорын тоҡандырып, тәүҙә донъялағы, илдәге һәм республикалағы мөһим хәбәрҙәр менән таныша. БЮТ каналында яңылыҡтар хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримованың яғымлы тауышын һәм мөләйем йөҙөн күптәр яҡшы хәтерләй. Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙының күңел кисерештәре һәм тормошо хаҡында белергә теләп, уның үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Өләсәй тәрбиәһендә үҫкән бала бәхетле була, тиҙәр. Яғымлылыҡ, ярҙамсыллыҡ, тәүәккәллек, тормошто ярата белеү ҡайҙан килә икән?
– Ысынлап та, бөгөнгө бәхетемдә өләсәйемдең тәрбиәһе, фатихаһы оло әһәмиәткә эйәлер, тип уйлайым. Өләсәйем Фәхрийыһан Сәғәҙи ҡыҙы Сабитова һуғыш йылдарында төрлө сирҙәрҙән биш балаһын юғалта. Әсә­йем Мәндүҙә – уның һуғыштан һуң табып, иркәләп-наҙлап үҫтергән бер­ҙән-бер ҡыҙы. Тик яҙмыш әсәйемде аямай: 7-се синыфта уҡыған сағында, мәктәпкә утын әҙерләгәндә, бер малайҙың балта төйҙәһе ысҡынып китеп, әсәйемдең башын яра. Өләсәйем ҡыҙын дауалап, аяҡҡа баҫтырып, ке­йәүгә бирә.
Ағайым менән мин Баймаҡ районы Басай ауылында тыуғанбыҙ. Атайым мәрхүм булғандан һуң, әсәйемдең сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, беҙ Әбйәлилгә өләсәйем янына ҡайттыҡ. Уға был мәлдә 63 йәш ине. Өләсәйем үҙ миҫалында беҙҙе тормош көтөү маһирлығына өйрәтте. Яңғыҙ булһа ла, ике һыйырҙан өҙөлмәне, 20-ләп кәзә, 3-4 оя ҡаҙ тотто. Бер ҡасан ке­ше яллап эшләтмәне. Беҙ, салғы тота белмәгәндә, ураҡ урып, тумырып утын ҡырҡып, мал көтөп үҫтек. Өлә­сәйем бөтә ауылға тиерлек йөн иләне, һарыҡ ҡырҡты. Кис йоҡлап киткәнебеҙҙә, орсоғон өйрөлтөп ултырыр, иртән уянғанда, усаҡ янында ашарға бешереп торор ине. Бер ваҡытта ла мәктәпкә йылы аш ашамайынса барманыҡ. Дәрестәребеҙ бөтөүгә өләсә­йем сана менән мәктәп ҡаршыһына килеп баҫа торғайны.
Уның: “Эшләгәнең кешегә булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, – тигәне хаҡ булды. Мәктәп өсөн сөгөлдөр утағанда йәки еләк-емеш йыйғанда, бер кемде лә алдыма сығармай, емереп эшләй инем. Өлкән синыфтарҙа йәй буйы бейә һауҙым, студент саҡта төҙөлөш төркөмдәрендә ҡатнаштым, 4-се курста телевидениеға эшкә килдем. Кәрәк икән, бесән дә сабам, утын да ярам, шәл дә бәйләйем, кәзә-һарыҡ та ҡырҡам, йөн дә иләйем. Ҡатын-ҡыҙ йәки ир-егет эше, тип тормайым.
Өләсәйем үҙе диндар булды. Бер намаҙын, ураҙаһын ҡалдырманы, тән­гә тейҙереү гөнаһ тип, укол һалдырманы, эскән кешегә ҡул бирмәне. Иҫеректәр беҙҙең өйҙө урап үтә ине. Әммә уҡыған, белемле кешеләрҙе Алла урынына күрҙе. Китап уҡып ултырһаң, аяҡ осона баҫып йөрөр ине. Мин 9-сы синыфҡа етеүемә мәктәп һәм ауыл китапханаһындағы бөтә әҙәбиәтте уҡып бөткәйнем. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны уңышлы тамамлауым, Башҡорт дәү­ләт университетын ҡыҙыл дипломға бөтөүем, иҡтисад буйынса икенсе юғары белем алыуым да өләсәйемдең ышанысын аҡларға теләүҙән килде. Өфөгє уљырѓа килгєс, атайымдыњ апаћы Єнисє Рифљєт љыґы Ѓєйнетдинова бар яљлап та терєк булды.
Боронғоларға хас ипле аҡылды, тәртипте, эске самимилыҡты бер ниндәй бизмәнгә һалып та үлсәп булмайҙыр. Өләсәйемдең теләктәре, фатихаһы мине ғүмерем буйы оҙата килде. Килен булып төшкәс, уның тәрбиәһенең дөрөҫлөгөнә тағы ла нығыраҡ инандым. Каникулда һыйыр ҡыуһам, кешеләр: “Өләсәһе бынау баланы йоҡлатмай”, – тип һөйләнеп үтер ине. Минең таң ысығынан бәхет йыйып йөрөгәнемде аңламағандарҙыр инде. Бәләкәс кенә көйө Ура­ҙа айында һауап алыр өсөн сә­хәргә тороп ултыра, йәйге селләлә ашамай түҙә инем. Өләсәйем күңе­лемә иман нуры, үҙ көсөмә ышаныс, тәүфиҡ һа­ла алды. Кешеләргә яман йөҙ күрһәт­кәнем юҡ. Баш ҡалаға дауаханаға, уҡырға килеүселәр гел миндә туҡталыр ине. Быйыл Сибайҙа бер инәй: “Ҡыҙым, һине рәхмәттәр йөрөтә, фатиха алғанһың – бәхетең шунан”, – тип әйтеп китте. Өләсә­йемдең тәр­биәһе өсөн баһа тип ҡабул иттем ул һүҙҙәрҙе.
97 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсһә лә, өләсәйемдең һәләкәте тетрәндер­ҙе. Мин уның йәне йәннәткә кү­сеүен тойоп яттым, таңғы төшөмдә аҙау тешем һыҙлап-ҡанһырап һурылып сыҡты. Уяндым да, өләсәйем мәңгелеккә күсте, тип уйланым. Ҡә­ҙерле кешемде кәфенләү алдынан үҙем йыуышырға индем, бурысым тип һананым. Хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Өләсәйем бәләкәстән мине ҡурсалаусы, бәхет, ҡот өҫтәп тороусы изге фәрештәм ине. Уны юғалтыу бик ауыр булды.
Өләсәйем беҙҙе яңғыҙы ыҙаланып үҫтергәнгә, бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе. Студент йылдарында эшләй башлағас та, бар аҡсамды туплап, өйгә бура, таҡталар юллап алдырттым. Йөк машинаһына ултырып, үҙемә лә урман юлын тапарға тура килде. Өләсәйем, ағайым менєн яңы, иркен йорт кү­тәрттек. Ҡәҙерле кешем ун йылдан ашыу зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткән, йылы, йәмле өйҙә, айырым бүлмәлә, төҙөкләндерелгән ихатала кинәнеп йәшәп өлгөрҙө. Ағайым менән икебеҙгә лә, олонан ҡубып, туй үткәрҙе. Минең башҡорт милли кейемендә кейәүгә сығыуыма ҡыуанды. Һандыҡ, мал биреп оҙатып, Өфөгә килеп, беҙҙең фатирыбыҙҙа аяттар уҡытып, был донъяла бар бурысын үтәп китте. Ағайымдарҙың дүрт, беҙҙең ике ҡы­ҙыбыҙҙы һөйөп өлгөрҙө. Мөнир аға­йым менән Земфира еңгәм һуңғы көнөнә тиклем уны ҡәҙерләп ҡараны. Хәҙер әсәйем ошо хәстәрҙе тойоп йәшәй. Аллаға шөкөр, ул сиренән арынды, дөрөҫ дарыу ғына кәрәк бул­ған. Ауырыуы сәбәпле беҙгә биреп өлгөрмәгән күңел йылыһын, хәстәрен хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә бүлә. Иң кесе ейәнсәре Нургизәне ҡулынан да төшөрмәй тәрбиәләй. Йылына бер нисә тапҡыр Өфөгә килтереп, ҡунаҡ итеп, театр-концерттарға, кафеға йөрөтөп алам.
Өләсәйем фатихаһы
– Һеҙ сит илдә лә йөрөп ҡайтты­ғыҙ. Ят мөхиттәге кешеләр менән аралашып, уларҙың тормош рәүешен өйрәнеп, үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
– Бәләкәй саҡта беҙ ауылдан ситкә сығып йөрөй алманыҡ. 6-сы синыфта бер тапҡыр ғына Магнитогорскиға өләсәйем менән дебет һатырға барып, ҡаланы күреп ҡайттым. Ә бына универ­ситетта яҡшы уҡығаным, төҙөлөш төр­көмөндә эшләгәнем өсөн Германияға бер айлыҡ сәфәргә эләктем. 5-се курс­ты бөткәс, немец әхирәтемдең саҡы­рыуы буйынса тағы ла Германия, Франция, Голландия, Польшаға барып ҡайттым. Гәзиттә эш тә тәҡдим иткәй­неләр, әммә тыуған яҡ нығыраҡ тартты. Мин ул мәлдә теле­видениела эшләй инем инде. Сит ил­дәге тормош кимә­лен күреү тағы ла тырышып, яҡшыраҡ йәшәргә ынтылыш бирҙе.
– Телевидение – үҙе албырғатҡыс мөхит, серле донъя. Тамашасыларҙы Башҡортостан, Рәсәй яңылыҡ­тары менән таныштырып барыу ентеклелек, алдынғы ҡарашлы булыуҙы талап итә. Гел ваҡиғалар үҙәгендә бу­лыу кү­ңел көсөн дә алалыр, моғайын.
– Яңылыҡтар хеҙмәтендә, һөйө­нөслө ваҡиғалар менән бер рәттән, көн дә тиерлек күңелдә ауыр тойғо уятҡан күренештәргә лә шаһит булырға тура килә шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер ғәйепһеҙҙән кеше ғүмер­ҙәренең ҡыйылыуы, янғын, юл фажиғәһе, сабыйҙарҙың һәләкәте әсендерә. Енәйәтте һәм үҙ мәнфә­ғәте ха­ҡына кеше бәхетенә, ғүмеренә ҡул һонған рәхимһеҙ йәндәрҙе кү­ңелем менән дә, аңым менән дә ғәфү итә лә, ҡабул итә лә алмайым. Тормошта ундай ваҡиғаларҙан ауыр айныйым.
– Һеҙ тормош иптәшегеҙ Илдар Байбулатов менән бер бүлектә эш­ләйһегеҙ. Етмәһә, яңылыҡтар хеҙмә­тенең эше тынғыһыҙ: туҡтауһыҙ командировкалар, ҡайһы ваҡыт хә­бәрселәргә яңылыҡтарҙың һуңғы эфирына тиклем телевидениела булырға тура килә. Ауыр түгелме?
– Илдар менән йәнәш кенә ултырабыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин уны эштә күрмәйем, тиһәң дә була. Икебеҙ ике төрлө репортажға сығабыҙ. Мин аралашыусан, теремегерәк холоҡло. Илдар тыныс, ипле, сабыр, баш баҫып эшләй. Ҡәҙерле кешемдең янымда булыуы миңә көс кенә өҫтәй.
Ғаилә ҡороуыбыҙға – 13 йыл, уны күберәк белгән һайын, һоҡланыуым арта ғына. Бер ваҡытта ла кеше яманламаҫ, ауыр һүҙ әйтмәҫ, арыным, ауырыйым, тип зарланмаҫ, көслө рухлы, эшһөйәр, изге күңелле, итәғәтле ир азаматы ул. Ҡыҙ­ҙарыма аталары кеүек тормош иптәше тура килһен ине, тип теләйем. Әгәр үҙе хоккейға, футболға йәки волейболға бар­һа, Алтынай менән Айгү­зәлде лә эйәртә. Ял көндәре йә конькиҙа, йә саң­ғыла шыуалар. Ғаиләбеҙ менән спектакль, концерт, цирк тамашаларын да ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Эшемде бар күңе­лемде һалып башҡарып, ныҡ яратһам да, ғаиләм – беренсе урында. Балаларҙы түңәрәк­тәргә йөрө­төп, зиһенен үҫтерергә, өйҙә ҡәҙерле кешелә­ремде тәмле ризыҡтар менән һыйларға тырышам.
– “Килен ҡәйнә буҫа­ғаһынан ярала” , – тиҙәр. Быуындан-быуынға күскән һәм нәҫел бәйләнешенең үҙенсәлеген сағылдырған килен менән ҡәйнә мөнәсәбәте һәр ваҡыт һорауға урын ҡалдыра. Һеҙ ниндәй килен?
– Өләсәйем, юлыңда яҡшы кеше­ләр генә осраһын, тип теләй торғайны. Үҙе лә юллыҡлы кеше булды. Алыҫ юлға сығыусылар, яңы эш ниәтләүселәр тәүҙә уның фатихаһын алырға инер ине. Миңә лә теләгәне юш килде. Синыфташтарымдан, курсташтарымдан, хеҙмәттәштәремдән, дуҫтарымдан, иң мөһиме: килен булып төшкән еремдән һәм һөйгән йә­ремдән уңдым. Илдар – күрше Хәлил ауылынан, уның әсәһе лә, өләсәһе лә тәүге көндән мине ҡыҙ­ҙарылай ҡабул итте. Ҡәйнәм Рәбиға Зыя ҡыҙы ғүмер буйы һатыусы булып эшләгән, ҡайным Зөлфәр Зөлҡәфир улы әле лә мәктәптә уҡыта, йәш көрәшселәр тәрбиәләй. Иҫ китмәле уңған, оло йөрәкле кешеләр. Сынъя­һау донъя, ҡура тулы мал-тыуар, баҡсаларында йәшелсә-емеш ишелеп уңа. Кибет тоталар, инкубаторҙа себеш сығаралар. Кешелекле, ғаилә йәнле, күркәм холоҡло ул тәрбиәлә­гәндәре өсөн мин уларға һәйкәл ҡуйыр инем. Рәх­мәтем, хөрмәтем сикһеҙ. Ҡәйнәм – иң яҡын әхирәтем, серҙәшем, кәңәш­сем. Йоҡларға ят­ҡас, өләсәйем һымаҡ башымдан һыйпап, арҡамдан һөйөп китә. Ҡайтҡан көндө һөйләшеп һүҙе­беҙ бөтмәй, таңға тиклем ултырабыҙ. Иртән, ауыл халҡы уяныуға, уның туп­һаһы йыуыл­ған, байтаҡ эше бөткән була. Икебеҙ ҙә сәскә, гөл үҫтерергә, зауыҡ менән өйҙө биҙәргә әүәҫбеҙ. Фекерҙәребеҙ, тормошҡа ҡараштарыбыҙ, хыялдарыбыҙ тап килә.
Мәктәптә тик бишкә уҡыған һәм йыр-моңға әүәҫ Алтынай ҡыҙымдың уҡытыусыһы, аҡыллы, тәртипле, һә­ләтле бала тәрбиәләгәнһегеҙ, тип маҡтай. Тәрбиәнән генә түгел, затлы Байбулатовтар нәҫеленән булғанға ла талантлы һәм тырыштыр, тип уйлап ҡуям. Өләсәйем теләгән бәхет – ошолор. Һәм бер ниндәй матди байлыҡ та, вазифа ла, дәрәжә лә уны алмаштыра алмайҙыр. “Башҡортостан ҡыҙы” уҡыусыларына ла ысын ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, һөйөп-һөйөлөп ғүмер итегеҙ!
– Рәмзиә, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә лә ошо бәхетегеҙҙе ишәйтеп, татыулыҡта, бәрәкәттә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook