Башҡортостан Ҡыҙы

Илде имен иткән ҡиммәттәр

Илде имен иткән ҡиммәттәрМәркәзебеҙ Өфө – бар йәһәттән Башҡортостаныбыҙ йөҙө. Республикалағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлауҙың нисек бойомға ашырылыуын баш ҡала миҫалында күрергә ынтылып, беҙ Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфирә Миңнулла ҡыҙы Баҡыева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Өфө ҡалаһы башҡарма власының төп эшмәкәрлеге ғаиләне ҡурсалауға йүнәлтелгән, тиһәк, һис хата булмаҫ. 2011 – 2015 йылдарға балаларҙың һаулығын яҡшыртыу буйынса ведомство-ара саралар планы раҫланыуы, 2008 йылда “Сәләмәт әсәлек һәм балалыҡ – 2008 –2010 йылдарға Өфө ҡалаһының демография ҡеүәте” программаһы ҡабул ителеп, һуңынан 2019 йылға тиклем оҙайтылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Был программаның төп маҡсаты – сабыйҙар һәм әсәләр үлемен, ауырыуын һәм ғәриплек осраҡтарын кәметеү, баланың үҫешенең һәр осоронда уның сәлә­мәтлеген нығытыу. Ошо осорҙа Өфө­лә демография хәле тотороҡланды, сабыйҙар үлеме күрһәт­кесе 1,5 тап­ҡырға кәмене, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.
Халыҡ һанының үҫеше балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына ла бәйле. Программаны тормошҡа атҡарыу дәүерендә Ашығыс ярҙам дауаханаһының, 4-се бала табыу йортоноң, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының, 2-се балалар поликлиникаһының, 3-сө һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаларының матди-техник хәле нығытылды.
Әлеге мәлдә программаға өҫтә­мәләр индереү ҡарала. 2012 йылдан илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе донъяға килгән сабыйҙар һаулығын яңы­са баһалауға күсә. Етлекмәй тыу­ған бәпестәрҙе, үтә бәләкәй ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бала табыу йорттарын үпкәне яһалма эшләтеү йыһаздары менән өҫтәмә тәьмин итергә уйлайбыҙ. Бала тапҡанда ҡан китеү арҡаһында өҙлө­гөүҙәрҙе булдырмаҫ өсөн сейл-сервер аппараттары ҡуйырға торабыҙ. Ошо үҙенсәлекле ҡорамал ярҙамында кешенең үҙ ҡаны таҙартылып, уға кире ебәрелә.
– Ике йыл элек ғаилә проблемалары менән шөғөлләнеүсе хеҙ­мәт­тәрҙе туплап, ведомство-ара совет ойошторолғайны. Ауыр хәл­дә ҡалған ғаиләләрҙең көнитмешен еңеләйтеү менән мәшғүл был совет эше хаҡында ла һөйләп үт­һәгеҙсе.
– Тормоштары ауыр ғаиләләр һәр ваҡыт иғтибарҙа булып килде. Ләкин һәр йүнәлеш үҙенсә эш­ләгәнлектән, был иғтибар тарҡауыраҡ ине.
Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Көстәрҙе туплау эшебеҙ һө­ҙөм­тәһен бермә-бер арттырҙы. Дө­йөм тырышлыҡ менән күберәк ғаи­ләләрҙе хәстәрлек менән солғай алдыҡ. Яр­ҙамға мохтаждар ике тап­ҡырҙан ашыу­ға күберәк булып сыҡты: 2009 йылдың авгусында 281 ғаилә иҫәптә торһа, быйыл улар һаны 654-кә етте.
Был ғаиләләрҙең башлыса бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспек­торҙар һәм педиатрҙар тарафынан асыҡланыуын билдәләп үткем килә. Сөнки, мәҫәлән, табиптар балалар тәр­биәләнгән ғаиләләрҙә бөтә­һенә ҡарағанда ла йышыраҡ була. Улар йорттағы мөхитте, сабыйҙың ниндәй шарттарҙа тәрбиә­ләнеүен, ата-әсә­нең кемлеген баһа­лай ала. Шуға ла тәүге мәғлүмәтте йышыраҡ медицина хеҙмәткәрҙә­ренән алабыҙ.
Бынан тыш, ҡыйналған балалар килтерелгән осраҡта, дауаханаларҙан хәбәр итәләр. Ата-әсәнең балаға шәфҡәтһеҙлек күрһәтеүе асыҡлана икән, ғаиләне шунда уҡ иғтибар үҙә­генә алабыҙ. Мотлаҡ хәлде асыҡлап, унан сығыу юлын эҙләйбеҙ.
Йышыраҡ осраҡта бындай балаларҙы тәүҙә социаль приюттарға, унан балалар йорттарына йәки сабыйҙар йортона урынлаштырабыҙ. Уларҙың байтағы, йүнле тәрбиә күр­мәгәс, сырхау, шунлыҡтан башта дауаханаға илтелә. Ҡағиҙә булараҡ, балалар дауаланған арала, уларҙы артабан ҡайҙа ебәреү яҡшыраҡ булыуын хәл итәбеҙ.
Ведомство-ара советҡа иҫәпкә алыныусыларҙың бөтәһе лә тиерлек аҙ килемле. Тулы булмаған йәки иш­ле ғаиләләр, инвалид бала тәр­биә­ләүсе, йә өлкән инвалидты ба­ғыу­сылар, сабыйҙарын һәйбәтләп ҡарамаусы, йәғ­ни, үҙ бурыстарын үтә­мәүсе ата-әсә­ләр – уларҙың һәр ҡайһыһына айырым ҡараш, айырым асҡыс кәрәк.
– Был ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам нимәнән ғибәрәт?
– Ярҙам төрө ярайһы уҡ киң. Мәҫә­лән, уларға бушлай кейем, аҙыҡ-тү­лек бирелә. Субсидиялар, пособиелар, башҡа түләүҙәр алыу өсөн кәрәк-ле документтар йыйышабыҙ.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысты ҡаплашыу ҙа түләүҙәрен ат­ҡарып сыға алмай яфаланыусылар­ҙың бер аҙ күҙен асып ебәрә. Мәҫә­лән, быйыл өс кварталда ведомство-ара советта иҫәптә тороусы 288 ғаи­ләгә был маҡсатта 2 миллион 132, 9 мең һум аҡса бүленгән.
Үтә мохтаж тағы 150 ғаиләгә йәм­ғеһе 806,4 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтелгән. Социаль хеҙмәткәрҙә­ребеҙҙең балаларҙы – баҡсаларға, ауырыуҙарҙы – дауаханаларға, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре менән берлектә ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырышыуын да әйтеп үтеү кәрәктер. Улар ярҙамында быйыл 89 ата-әсә эшле булған, 146 сабый балалар баҡсаһына йөрөй башлаған, 252 кеше һаулығын нығытҡан.
Комплекслы социаль ярҙам үҙәк­тәре консультация биреү менән дә мәшғүл. 779 кеше хоҡуҡи кәңәш ал­ған, 428 ғаилә психологик реабилитация үткән.
Бәлки, кемгәлер был һандар әллә ни йоғонто яһамаҫ. Ләкин улар тормошобоҙ ысынбарлығын сағылдыра, яҙмышының һынылышлы мәлен кисереүселәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләй.
– Баш ҡалала яңы тыуған са­быйҙа­рынан баш тартыусы әсәләр менән ҙур эш алып барылыуы, был эште тап һеҙҙең етәкләүегеҙ билдәле.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль етемдәрҙең байтағы – әсәләре баш тартҡан балалар. Бала табыу йортонда ҡалдырылған бәпестәрҙең күп­селеге сабыйҙар йортона ебә­релә. Улар яҡты донъяға килгәс, тәүге ай­ҙарын дауаханала хәрәкәт­һеҙ, саф һауаһыҙ, уйынсыҡһыҙ, иң аянысы – әсә наҙын татымайынса үткәрә. Ғаи­ләләге тиҫтерҙәренән үҫеш буйынса артта ҡалыусы был кескенә йән эйә­ләре, оло кешеләй, тәрән күңел тө­шөнкөлөгө лә кисе­рә.Тап-таҙа, хатта стериль дауахана шарттарында ла улар йоғошло ауырыуҙарға шунда уҡ бирешеп бара.
Әсәлек хисенең тәбиғилектән тайпылыуы сәбәптәре һаман да ныҡлап өйрәнелмәгән. Ләкин беҙ был ҡатмарлы социаль проблеманы хәл итеү­ҙең, уның киҫкенлеген кәметеүҙең ниндәйҙер юлдарын табырға тейешбеҙ, тип, эште әүҙемләштерҙек. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: бәпес­тәренән баш тартыусы әсәләр кәмене. Былтыр туғыҙ айҙа сабыйын ҡалдырып китеүселәр ҡырҡ алтыға етһә, быйыл был аяныслы һан ун бишкә аҙыраҡ.
Маҡсатыбыҙ – әсә менән сабый араһындағы нескә бәйләнеште һаҡ­лап ҡалыу, гүзәл затҡа әсәлектең ни тиклем мөһимлеген төшөндөрөү. Бә­ләкәсенән баш тартырға ниәтләгән ҡатын менән дауалаусы табип, акушерлыҡ бүлеге мөдире, балалар бү­леге мөдире, бала табыу йорто юрисконсульты, психолог, социаль хеҙмәт­кәр оҙайлы һөйләшә. Уның бәпесте ниңә ҡалдырырға теләүе асыҡлана. Йыш осрай торған сәбәптәр: йәшәргә шарттар, торлаҡ булмауы, баланың сирле булып тыуыуы, атайһыҙ донъя­ға килеүе, ғаиләләге ҡатмарлы мөнә­сәбәттәр.
Балаларын ташларға йыйынған әсәләрҙең береһе булһа ла аҡылына килеп, бер сабый булһа ла етемлек ғазабына дусар ителмәй ҡала икән, тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел.
– Һеҙҙең тәҡдим буйынса өс йыл элек баш ҡалала йөклөлөк осоронда һәм бала тапҡандан һуң ауыр хәлдә ҡалған ҡатындарҙы ҡурсалаусы хеҙ­мәт асылды. Һуңғы өмөтө һүнергә торған әсәләр һы­йыныр урынды булдырыу ниәте нисек тыуҙы?
– Баш төртөр ере, барыр кешеһе булмаған йөклө ҡатындар, сабыйҙа­рын саҡ тапҡан әсәләр өсөн кризис үҙәге асыу хаҡында тәү тапҡыр 2007 йылда уйлана башланыҡ.
Өфөләге бала табыу йорттарында әсәләрҙең сабыйҙарынан баш тартыу күренешен ентекле тикшереү шуны күрһәтте: уларҙың 42 проценты был теләген торлаҡ юҡлығы менән аңлата, 31 проценты матди ҡыйынлыҡтарға һылтана, 11 проценты сабыйын туғандарының баш тартыуы арҡаһында ҡалдыра, алты процентын бәпесенең тыумыштан зәғиф булыуы ҡурҡыта, ун проценты башҡа сәбәптәр килтерә. Ләкин бөтәһе лә тиерлек был аҙымға яҡындарының һәм туғандарының аң­ламауы, ярҙам итмәүе лә этәреүен билдәләй. Бындай ҡатындар яҙмыштарының әсе осоронда һыйыныу табып ҡына ҡалмайынса, үҙҙәренең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам да алырлыҡ бер урын булырға тейеш, тип уйланыҡ. Һәм 2008 йылдың ғинуарында баш ҡаланың Киров районы “Изгелек” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә улар өсөн стационар бүлек­сә асып ебәрҙек.
Башта ул биш әсә һәм биш бә­пескә иҫәпләнгәйне. Мөрәжәғәт итеү­селәр артҡас, бүлексәне киңәй­тергә булдыҡ. Яңыраҡ унда үҙгәртеп ҡороу эштәре тамамланды, хәҙер урындар унау түгел, егерме. Артабан үҙәктең эске мөмкинлектәре иҫәбенә ауыр тормош хәлендәге ҡатындар өсөн ун урынлыҡ социаль ҡунаҡхана асыу күҙ­ҙә тотола.
Үрҙә әйтеп үткән бүлексәлә әсә һәм бала тулыһынса дәүләт ҡарама­ғында алты айға тиклем йәшәй ала. Улар көндәлек көнкүреш һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә нәмә – санитария-гигиена әй­берҙәре, памперс, кейем-һалым ме­нән тәьмин ителә. Һәр әсәнең ошо көнгә төшөүе сәбәптәре аныҡланып, әңгәмәләр, махсус тестар менән диаг­ностикалау нигеҙендә уны социаль реабилитациялау программаһы төҙөлә.
Үҙәк тупһаһы аша үткәс үк әсәнең социаль статусын тергеҙеү хаҡында ҡайғырта башлайҙар. Белгестәр һау­лыҡ һаҡлау, мәғариф, эске эштәр, ЗАГС органдары, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығы, хакимиәттәр менән тығыҙ бәй­ләнештә эшләй. Документтар яңыртыу, балаға пособие юллау, паспорт, Рәсәй гражданлығы алыу хәс­тәрләнә. Әсәләрҙең туғандары менән эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Күп осраҡтар бәхетле тамамлана: әсә менән бала ғаиләләренә ҡайта.
Үҙәктә уларҙың һаулығы ныҡлап тикшерелеп кенә ҡалмай, әсә менән бала тәүлек әйләнәһенә аҡ халатлылар иғтибары менән уратып алынған, тиергә мөмкин. Бәпес көткән осорҙа ла, уны тапҡас та ҡатындар тейешле күләмдәге медицина ярҙамын тулы­һынса ала.
Улар өшөгән күңелдәрен йылыт­һын, көстәренә ышанып, үҙҙәренең, балаһының хоҡуҡтарын белеп, тормошҡа ҡарашын үҙгәртһен өсөн үҙәк­тә бөтәһен дә эшләргә тырышалар. Бер нисә үтә мохтажына дөйөм ятаҡ­тан бүлмә юллап алып бирелде, егермеләбе эш менән тәьмин ителде, ун дүрт сабый сираттан тыш балалар баҡсаһына урынлаштырылды.
Кризис бүлексәһе асылғандан бирле унда бөтәһе һикһән ете ҡатын йән таянысы тапҡан, артабан йәшәр­лек ҡеүәт алған. Һәр ҡайһыһының яҙ­мышы – ҡатмарлы бер тарих. Үҙәк­тән киткәс тә, уларҙы онотмайҙар: тормоштарын яйға һалып ебәрә ал­һын­дар тип, йәшәү урындары буйынса социаль патронаж ойошторола.
– Үҙәккә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре киләме, әллә уларҙы ебәрәләрме?
– Әсә сабыйынан баш тартырға йыйына икән, бала табыу йортонан ­был турала халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итәләр. Социаль хеҙмәткәр, юрист, психологтан торған төркөм әсә менән осрашып, ярҙам тәҡдим итә. Ул риза булһа, дауахананан сыҡҡан көндә үҙәк белгестәре килеп ала. Әсәләрҙең бер өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар консультация­һы, поликлиникалар юллауы буйынса ебәрелә. Һуңғы ваҡытта үҙҙәре килеү­селәр ҙә күбәйҙе: кемдер ауырлы сағында килә, кемдер: “Бала тапҡандан һуң, зинһар, һеҙҙә йәшәр­гә рөх­сәт итегеҙ”, – тип һорай. Башлыса улар – яңғыҙ әсәләр. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, араларында әле үҙҙәре үҫ­мерлектән сығып бөтмәгән бәлиғ булмағандар ҙа бар.
– Һеҙ үтә нескә һәм ҡатмарлы өл­кәне етәкләп, һәр ғаиләгә яҡын мәсьәләләрҙең хәл ителеше өсөн тырышаһығыҙ. Журналыбыҙҙы уҡыусы ғаиләләргә әйтер теләк­тәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын?
– “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусыларҙың иң элек ғаиләләрендәге йылыны, ихласлыҡты ҙур хазиналай күреп һаҡлауҙарын, ҡомартҡы итеп балаларына тапшырыуҙарын телә­йем. Ғаиләлә һалынған мөнәсә­бәт­тәр, ҡиммәттәр кешене ғүмер буйы оҙатып килеп, уның яҙмышын ғына түгел, илебеҙ именлеген дә билдәләй.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook