Башҡортостан Ҡыҙы

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан…

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан…Бәпес көтөп йөрөгән серле лә, күңелле лә мәлем. “Улыбыҙ булһа, исемен Йәдкәр тип ҡушырбыҙ”, – ти һөйгәнем. Был исемде бығаса һис ҡасан ишеткәнем булмағас, аптырап ҡалдым. Тора-бара ул минең өсөн иң ҡәҙерле исемгә әйләнде. Шулай итеп, балам донъяға килмәҫ борон уҡ исемле булды.
Кешенең исеме менән уның булмышы, холоҡ-фиғеле, яҙмышы ара­һында ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ еп­тәр барлығын борондан белгәндәр. Бала исемһеҙ бер көн, хатта бер сәғәт тә ҡалырға тейеш түгел, юғиһә уны ен-пәрейҙәр алмаштыра ла, үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрә, һөҙөмтәлә бала зәғиф йә ауырыу була йәки үлә, тип уйлағандар. Халҡыбыҙҙа “йүргәк исеме” ҡушыу булған. Кендек инәһе бала­ны ҡабул итеп алғас та, ҡолағына шыбырлап, исемең шулай булһын, тип йүргәккә төргән. “Йүргәк исеме” йәки “тәүге исем” баланы яман көстәрҙән һаҡлай, тигән ышаныу йәшәгән.
Ысын исемде иһә сабыйға мулла ҡуша. Аҙан ҡысҡырып, баланың ҡола­ғына өндәшә. Исемде һайлауҙа ырыу аҡһаҡалдары, ололар ҡатнаш­ҡан. Исем туйы үткәрелгән.
“Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап килмәһә, ораныңа тап булһын”, тигән мәҡәл халыҡтың исемгә ҡарашын асыҡ сағылдыра. Мәғәнәһеҙ исем ҡушыуҙан тыйылғандар. Хәҙер беҙгә бик сәйер тойолған Ямаҡай, Яманбикә, Ямансура кеүек исемдәрҙең дә килеп сығышы юҡтан түгел. Яман, насар исем ҡушыу баланы яман көстәрҙән, үлемдән һаҡлауына ышанғандар. Бындай йола-ғәҙәттәр башҡа төрки халыҡтарына ла хас. Урыҫтарҙа ла Неждан, Неудача исем­дәренең барлыҡҡа килеүе шулай аңлатыла. Әкиәттәрҙәге Иванушка дурачок та шуға ишара түгелме икән? Ен-шайтан алыштырмаһын өсөн балаға Йондоҙ, Фәрүәз, Сәрүәр, Алмаз кеүек уртаҡ исем ҡушалар. “Ен йә шайтан килә лә:
– Был бала малай микән, ҡыҙ ми­кән? – тип аптырай ҙа ҡала, ти. Әҙәм балаһын ни үҙенең малайына, ни ҡыҙына алмаштырырға белмәй аптырап торған арала йә таң ата (таң атһа, ундай мәлғүндәр йөрөмәй), йә теге сабыйҙың бағыусыһы килеп етә”, – тип яҙыла “Башҡорт халыҡ ижады” китабында.
Төрлө сығанаҡтарҙа башҡорт исемдәре тураһында байтаљ мәғлүмәт табып була. Алып батыр, Ҡамыр батыр хаҡындағы әкиәттәрҙә төп геройҙың исеме аңлатылып кителә. Башҡорт исемдәре йырҙарҙа, риүә­йәттәрҙә лә һаҡланған. Әлбиттә, иң бай мәғлүмәт – башҡорт шәжәрәлә­рендә.
Халыҡ ижадында исемдәргә бәйле йолалар бихисап. Йөҙлөк менән тыу­ған балаға Йөҙлөкбай, Йөҙлөкбикә тип ҡушҡандар. Баланың донъяға килеүе үҙе оло ҡыуаныс, ә ул тағы ла бер шатлыҡлы мәл менән тап килһә, уға Байрам, Байрамғол тип исем бирелгєн.
Атаһы үлгәс тыуған балаға Мирас, Бүләкбикә, Һәҙиә кеүек исемдәр бирер булғандар. Хатта үле тыуған бала ла исемһеҙ ерләнмәгән. Малай булһа, Абдулла, ҡыҙ булһа, Фатима булып гүргә ингән.
Башҡорт телендә йәнлек, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған исемдәр киң таралған. Арыҫлан, Йәнбарыҫ, Айыухан – ир-атҡа көс, аҡыл, сослоҡ теләп ҡушылған исемдәр. Көслө януар атамаларынан торған исемдәрҙең табыныу йолаларына ла бәйле булыуы мөмкин. Буранбикә, Айсыуаҡ, Яуымбай көн торошон билдәләгән һүҙҙәр менән яһалған. Төркмән ғалимы З.М.Мухамедова әйтеүенсә, тәбиғәт күренешенә бәйле кеше исемдәре иң боронғо исемдәр һанала. Бала юлда тыуһа йәки бала тыуғанда атаһы юлда булып ҡалһа, “юл” һүҙе менән исем ҡушылған: Юлдаш, Юламан, Юлдыбикә… Сәфәр, Рәжәп, Рамазан, Зөлхизә, Аҙнабай, Йомағол исемдәре баланың донъяға килеү мәлен күр-һәтеүсән.
Бала сәбәпһеҙгә илаһа, исемен оҡшатмай илайҙыр, тип исемен алыштыралар. Бәләкәстең тәнендә миң барлыҡҡа килһә, ул аҙып-таралып китмәһен өсөн, баланың исеменә “миң” һүҙен өҫтәйҙәр. Шулай итеп, Зифа – Миңзифаға, Сара Миңлесараға әйләнеп китә…
Ғаиләлә бала тормаһа, шундай йола башҡарылған: сабый тыуғас та кендек инєће уны тәҙрә аша күп балалы йәки балалары ныҡ булған ғаиләгә биреп тора. Бер ни тиклем ваҡыттан ата-әсәһе үҙ балаһын мал биреп һатып ала. Балаға Һатыбал, Һатыбалды, Һатлыҡ, Һатлыҡбикә тигән исемдәр ҡушылған. Икенсе бер әмәл: бала тыуғас та уны этаяҡҡа (эткә аш бирә торған һауыт­ҡа) һалғандар. Һуңынан: “Эт тә алманы”, – тип Эталмаҫ исемен бир­гәндәр. Эт, көсөк һүҙе ҡушып яһалған исемдәр – баланы ен-шайтандан ҡурсыу ысулы ул. Бүре тотемы ла башҡорттарҙа киң таралған. Беҙгә генә түгел, бүре культы донъяла бөтә халыҡтар өсөн дә хас булған. Болгар­ҙарҙа – Вылко, Югославияла – Вук, Германияла Рудольф исемдәре бүре тип тәржемә ителә. Үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡыр­ғыҙҙарҙа Ҡасҡар, Борибай, төркмән­дәрҙә Гурт, Бори исемдәре бар.
Башҡорт исемдәре хаҡында һөй­ләгәндә, Таңһылыу Күсимованың исемен телгә алмау гөнаһ булыр. Исем­дәребеґґе туплап, өйрәнеп, халыҡҡа еткергән ғалимәнең тәүге китабы 1976 йылда донъя күрә. Артабан да тулыландырылып, төҙәтелеп, бер нисә тапҡыр баҫтырылған китап мил­ләтебеҙҙең исемдәре буйынса төп әсбап булып һанала. “Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғи­әт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер – быны әйтеүе ҡы­йын. Ләкин билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр дәүерендә кеше исемдәре булған. Кеше исемдәре бик борон замандарҙа, тәүтормош дәүерендә, аныҡ телмәр менән бер ваҡытта, барлыҡҡа килгән, тигән фекер йәшәй”, – тип яҙа Күсимова. Эйе, исемдәр, моғайын, кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү хәжәтенән барлыҡҡа килгәндер. Тәүҙә ул ҡушамат рәүе­шендәрәк булғандыр, тигән ҡараш та бар. Һуңынан исем бер кешене икенсеһе­нән айырыу өсөн хеҙмәт иткән.
Исемдәрҙе өйрәнеү менән ономастика, антропонимика шөғөлләнә. Кеше исеме – ул иң тәүҙә һүҙ. Һәр һүҙ кеүек үк, ул да тел ҡанундарына, ҡағиҙәләренә буйһона. Шуның менән ул телселәр өсөн әһәмиәтле. Исемдәр­ҙе өйрәнеү халыҡтың тарихы, йәшәү рәүеше, ышаныу-инаныуҙары хаҡында ла күп мәғлүмәт бирә.
Барлыҡ халыҡтарҙың да тиерлек исемдәренә бер нәмә хас: ҡатын-ҡыҙ исемдәре наҙлылыҡ, инсафлыҡ, нәзә­кәтлелек, гүзәллекте сағылдыра, улар­ҙы матур сәскәгә оҡшаталар, ә ир-егеттәрҙең исеме лә ысын ир-егет холҡондай, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ, көс, таҫыллыҡҡа өндәп торғандай. Мәғә­нә­һенә иғтибар итһәң, исемдәрҙә тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан балаға бәхет, оҙон ғүмер, ҡот, ырыҫ килһен, тигән изге теләктәр асыҡ күренә.
Исем – кешегә ғүмерендә иң күп ишетергә тура килгән һүҙ ул. Һәр һүҙ, билдәле булыуынса, айырым өндәрҙән тора. Ә һәр өн – үҙ йышлығы булған тулҡын. Төрлө тулҡындар кешегә төр­лөсә тәьҫир итә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ошо бер һүҙ, үҙенә генә хас әйтелеше, аһәңе менән дә кешенең яҙ­мышын билдәләй. Хатта бер генә кешенең түгел, уның тирәһендәге башҡа­ларға ла йоғонто яһай. Хәҙерге тел менән әйткәндә, исем – ул яҙмыштың формулаһы, коды, тормош прог­рамма­һы. Ул кешегә ғүмере буйына эйәреп йөрөй һәм уны бетеү урынына һаҡлап йөрөтә. Кеше үҙен донъяла ошо исем менән таныта. Борон исемен белгән кешегә төрлөсә тәьҫир итеп була, тип инанғандар. Баланы ике төрлө исем менән йөрө­төү йола­һы күп халыҡтарҙа таралған. Ғәм халыҡ араһында бер төрлө атап йөрөт­һәләр, икенсе исемен бары яҡындары ғына белгән.
Бөгөнгө заман ғалимдарынан психология фәндәре докторы Борис Хигир, кешенең исеме, атаһының исеме һәм тыуған айын белеп, киләсәктәге уңыштарын һәм көткән күңелһеҙлек­тәрҙе күҙаллап, холҡоноң көслө һәм көсһөҙ яҡтарын билдәләп була, тип һанай. Тимәк, сабыйға дөрөҫ исем биреп, уны тәүге аҙымдарынан дөрөҫ йүнәлеш менән тәрбиәләргә мөмкин, ти ул.
Исемдең тылсымы көслө булғанын борондан белгәндәр. Туҡтағол, Артыҡбикә, Кинйә кеүек исемдәр балалар артыҡ күп тыуыуын туҡтатыу сараһы итеп ҡулланғандар.
Күп халыҡтарҙа шундай йола бар. Бер-бер артлы бәхетһеҙлек, уңыш­һыҙ­лыҡ теҙмәһе килгәндә, бер ир затын дини-хөрәфәти изге исем менән нарыҡлағандар. Нәҫелгә килгән кү­ңел­һеҙлектәр ҡоршауынан шулай арынып, ҡотолоп була, тип ышанғандар.
Исемен үҙгәрткәс, яҙмышы икенсе юлдан киткән кешеләр билдәле. Артистар, яҙыусылар иһә яңғырауыҡлы псевдоним ала. Римдә, кешенең яҙмышын ыңғай яҡҡа бороу маҡсатында, исемен баштүбән әйләндерелгән хә­рефтәр менән яҙғандар. Ҡатын-ҡыҙ­ҙың кейәүгә сыҡҡанда фамилия­һын алмаштырыуы ла: “Мин яңыса тормош башлайым”, – тигәнде аңлатмаймы? “Тормошҡа сығыу” тигән һүҙ ҙә шуға ауаздаш бит.
Бөгөнгө көндә исем ҡушыуҙа бер тыйыу ҙа юҡ. Һәр кем балаһын күңе­ленә ятҡанса атай ала. Октябрина, Тракторҙар заманы инде артта ҡалды. Миңә ҡалһа, бөгөнгө йәштәр балаларына йышыраҡ тәрән мәғәнәле, бай тарихлы, рухлы, матур яңғырашлы исемдәр ҡушырға тырыша. Шулай ҙа Алина, Ленар кеүек мәғәнәһеҙ, сит телдәрҙән алынған, әйтелеше ҡолаҡҡа ятып етмәгән исемдәр ҙә күп кенә шул. Иҫләйһегеҙҙер, капитан Врунгель: “Карапты нисек атаһаң, шулай йөҙөп китер”, – тип йырлай. Исеменә күрә есеме, тигәнде лә халыҡ юҡҡа ғына әйтмәйҙер. Балаға исем ҡушыу – ни тиклем ҙур яуаплылыҡ бит ул! Британия табиптары шуны асыҡлаған: сәйер һәм артыҡ ғәҙәти булмаған исемдәр йөрөткән ауырыуҙар комплекстарға һәм психик тайпылыштарға йышыраҡ дусар.
Исем ҡушыу тураһында Рәсүл Ғамзатовтан да уҙҙырып әйтеп булмаҫ: “Ҡыҙҙарҙың исеме йондоҙҙар балҡы­шына һәм сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китаптар аҡылы сағы­лырға тейеш”.

Гөлшат ҠУНАФИНА.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЗАГС идаралығы мәғлүмәттәре­нә ярашлы, үткән йылда республикабыҙҙа иң йыш љушылѓан исемдәр булып малайҙар араһында – Рамазан, Никита, Сыңғыҙ, Даниил, Тимур, Кирилл, Әмир, Арыҫлан, Асҡар, Тимерлан, ҡыҙҙар араһында Алина, Дарья, Камилла, Мария, Аделина, Анастасия, Әминә исем­дәре тора. 59542 баланың нисәүһе ошо исемдәрҙе йөрөткәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле түгел.
***
2358 кеше исемен алмаштырған. Был һанға шулай уҡ фамилияһын һәм атаһы­ның исемен алмаштырыусылар ҙа инә.
***

Әхмәр Үтәбай, языусы:
– Компьютерҙа электрон адрес асып, исем биреү менән, беҙгә төрлө мәғлүмәт килә башлай. Кеше исеме менән дә шулай – Ғәмәл дәфтәренә кешенең исеме теркәлеү менән, шулай уҡ төрлө йәһәт­тән уға ҡот, байлыҡ юл ала. Исеме асы­лына тура килмәһә, уға тәғәйенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап килмәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғү­мере мәғәнә­һеҙ, асылынан ситкә китә.
Миңә исемде үҙебеҙҙең ауылдың муллаһы Мөхлис олатай ҡушҡан. Бик илаҡ булғанмын, күҙ тейгәндер, тип Әхмәр тип исем ҡушҡандар. Мәғәнәһе – “ҡыҙыл” тигәнде аңлата. Һиндостанда маңлайҙарына ҡыҙыл буяйҙар, күҙ теймәһен өсөн малға ла ҡыҙыл нәмә тағалар бит әле, мине лә был исем шулай күҙ тейеүҙән һаҡлап килә.
Балаларыма Әмир, Әбйәлил, Тамсы тип ҡуштым. Әмир исемле ҡустым бар ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлеп ҡалды. Улыма шул ҡустым иҫтәлегенә исем бирҙем.
Әбйәлил улым үҙенә хас логика, барымы менән гел яҡшы өлгәште, мәк­тәпте алтын миҙалға тамамланы, әле Санкт-Петербургта уҡып йөрөй. Исеменә башҡа кешеләрҙең нескә мөнәсә­бәте арҡаһында уның тирәһендә яҡты аура барлыҡҡа килде, тип уйлайым.
Ҡыҙымдың исеме Тамсы – саф баш­ҡорт исеме, ун һигеҙенсе быуатта киң таралған булған. Аллаһы Тәғәлә был донъяны бер тамсы һыуҙан бар ҡылған, тиҙәр. Француздарҙа ошо уҡ мәғәнәле Мишель исеме бар икән. Ҡыҙым да үҙе­нең үҙенсәлекле бала икәнен белеп үҫә.
Аллаһы Тәғәлә кешегә биш төрлө исем бирә икән. Ошо биш исемдең бере­һе тап килһә, кеше оҙон ғүмерле, уңышлы була. Тап килмәһә, тәҡдирең ҡушҡанса йәшәй алмайһың. Уңыштар­ға бөтөнләй ирешеү мөмкин түгел, тип әйтмәйем, әммә бының өсөн күп тир түгергә, сама­һыҙ тырышлыҡ, көс һалырға кәрәк була. Шуға ла исем һайлау­ға бик яуаплы ҡарарға кәрәк.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook