Башҡортостан Ҡыҙы

Наил Юнысов: «Баҙлар сағы ғүмер асылымдың»

Наил Юнысов: «Баҙлар сағы ғүмер асылымдың»Таң менән һәр өйҙө Ҡояш нурылай балҡытып, матур кәйеф бүләк иткән һәм дәртләндереп эшкә оҙатҡан “Сәләм” тапшырыуының алып барыусылары күп ғаиләләрҙең көтөп алған ышаныслы дуҫына әйләнгәндер, моғайын. Тап журналистар башҡаларҙы бейеклеккә күтәрә, танылдыра, яҡшы кәйеф өләшә, ә үҙҙәренең тормошо, кисерештәре йыш осраҡта ете ҡат бик аҫтында ҡала. “Башҡортостан ҡыҙы”ның дуҫы, халыҡ яратып өлгөргән алып барыусы, БЮТ каналының интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе Наил Тәлғәт улы Юнысов менән әңгәмәбеҙ уның тормошо һәм бәхет сере хаҡында.
– Беҙ, ауыл балалары, ҡала мөхитендә, шау-шыулы Өфөлә йәшәүебеҙ менән тәбиғи ихласлы­ғыбыҙҙы юғалта, рухи тамырҙарыбыҙҙан, ысын асылыбыҙҙан алыҫ­лаша барабыҙ түгелме? Һеҙ­ҙеңсә, заман кешеһенә тулыһынса бәхетле булыр өсөн нимә етмәй икән?
– Эйе, кескәй генә булһа ла, әлдә тыуған ауылым бар әле, тип ҡыуанып ҡуям. Тыуған ер, атай-әсәй – рух, йә­шәү ҡөҙрәте биргән һәм ғүмер ағы­шында күңелде йәшәү һуты менән һуғарған аҫыл ҡиммәттәр. Беҙ тамырҙарыбыҙға нисек кенә бәйле бул­һаҡ та, яҡтылыҡҡа, Ҡояшҡа табан үрелмәйенсә лә йәшәй алмайбыҙҙыр. Тамырҙарыбыҙҙың ергә берегеүе ныҡлыҡ бирһә, ынтылыш, маҡсат тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, яңы йәшәү баҫҡысына күтәрә. Нәҫелеңдең үткә­нен ҡәҙерләү менән бер рәттән, тотороҡло, бәрәкәтле киләсәген күҙаллау һәм аҡыл менән ҡороу ҙа мөһим. Кешенең асылында, тәбиғәтендә бул­ған ихласлыҡ юғалмай ул, ә, киреһен­сә, тормошто, башҡаларҙы нескәрәк, тәрәнерәк тойорға өйрәнә бараһың. Бигерәк тә тура эфир алып барған журналист яһалма була алмай. Сөнки эске торошоң тулыһынса тауышыңда, йөҙөңдә, ҡиәфәтеңдә сағылыш таба.
Наил Юнысов: «Баҙлар сағы ғүмер асылымдың»
Ә бәхет кимәлен һәр кем үҙе бил­дәләй. Беҙ 26-27 йәшкә тиклем үҫеш осоро кисерәбеҙ һәм бәхет төшөн­сәһе хаҡында әллә ни баш ватмайбыҙ. Үҙ ишеңде табып, ғаилә ҡорғас, ниһа­йәт, бәхетле буласаҡмын, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Улай түгел шул. Ғаи­лә, бигерәк тә тәүге мәлдә, ир-аттан да, ҡатын-ҡыҙҙан да бихисап көс, аҡыл, бер-береңде аңлауҙы талап итә. Эш табыу, торлаҡты хәл итеү ҡатмарлыҡтары йәштәрҙең бәхет нигеҙен ҡаҡшатыуы ихтимал. Мин, мә­ҫәлән, эшкә урынлашҡандың тәүге йылдарында ла үҙемде бәхетлемен, тип тулы ышаныс менән әйтә алмай инем әле. Бер аҙ эшләгәндән һуң, ҡыҙыбыҙ тыуып, уға дүрт йәштәр самаһы булғандыр, әҙерәк өҫ-башты бөтәйтеп, бер аҙ иркен тын ала башлағас ҡына үҙемде бәхетле тойҙом. Аллаға шөкөр, бер үк йылда фатирлы ла, машиналы ла булдым. Йәшәйеш өсөн мөһим ошо ихтыяждарҙы ҡәнә­ғәтләндергәндән һуң ғына әҙәм бала­һы үҙен ысынында кеше итеп хис итә башлайҙыр. Бәхет ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәй, ә бәләкәй-бәләкәй ҡыуаныс, бәхет утрауҙарынан хасил була икән ул.
Ҡатыным малай бүләк иткәс, әй­теп бирә алмаҫлыҡ ҡыуаныс кисер­ҙем. Шул уҡ ваҡытта, бына бер фатирым бар, хәҙер тағы ла иркенерәге кәрәк йәки ҡыйбатлыраҡ, күркәмерәк машина алайым, тип тә үртәнмәйем. Һәр нәмәнең самаһы була. Әлегә минең өсөн иң мөһиме: тормошобоҙ елкәнен ошо тулҡында, ошо кимәлдә тотоу. Йөрәктә баҙлап янған яҡты өмөт утын һүрелтмәйенсә, “бөгөн” һәм “ошо урындың” йәмен татып йә­шәп ҡалыу. Балаларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтереү, уларға белем, рух ныҡлығы биреү, тормош зирәклегенә өйрәтеү маҡсаты тормошобоҙҙа тәүге урынды биләй.
– Ә ҡатынығыҙ менән нисек танышҡайнығыҙ? Ул ниндәй һыҙаттары менән йөрәгегеҙҙе яуланы?
– Студент йылдарында йәйге кис­тәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле май­ҙансығында гитарала уйнап ултыра торғайныҡ. Бына дүртенсе курста һуң­ғы имтихандар бара. Ҡәҙимгесә Салауат Юлаев майҙансығында гитарала уйнайбыҙ. Беҙ – өс егет, өс тағандай, гел бергә йөрөй инек. Өсөбөҙ бер та­уыштан ҡушылып та уйнап алабыҙ. Яныбыҙға таныш-тоноштар, йәштәр йыйылып китә. Гитарала уйнап ултыр­ғанда, бер һылыу ҡыҙҙың ҡарашы йөрәгемә уттай ҡаҙалды! Уның наҙлы ҡарашынан бөркөлгән йылы ипкендән төнөм яҡтырғандай, күңелем нурға солғанғандай булды. Тәү күреүҙән ға­шиҡ итте Лилиә мине. Уны әхирәттәре менән ятаҡтарының ишеге төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ. Шунда бер-беребеҙгә берәй һүҙ ат­һаҡсы, исма­һам. Бер аҙҙан йәйге каникулға тара­лыштыҡ. Лилиәне башҡа күрмәнем.
Көҙөн, яңы уҡыу йылы башланғас ҡына, йөрәгемә ҡуҙ һалған ҡыҙ менән яңынан осрашыу бәхете насип булды. Аралашып киттек һәм уны инде һис юғалтҡым килмәне. Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылы ҡыҙы менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләп, татыу ғына йәшәп алып киттек. Ул мине ­һөйкөмлөлөгө, тыныс холҡо, тыйнаҡ­лығы, тәмле аштары менән арбаны.
– Әйткәндәй, тамашасылар һеҙҙе “Сәләм” тапшырыуы аша йылмайып ҡына торған, татлы телле, ҡупшы, яғымлы алып барыусы итеп белә. Ә ғаиләлә һеҙ ниндәй тормош иптәше һәм атай? Бөгөн ысын ир-егетте билдәләгән сифаттар ниндәй икән?
– Эштә етди ҙә, талапсан да, уҫал да булырға тура килә. Көн дә тура эфирға сыҡҡан “Сәләм”де етәкләү, уны кешеләрҙең кәйефен күтәрерҙәй, тормошон көйләрҙәй сюжеттар менән байытыу, мәғлүмәттәрҙең дә мауыҡ­тырғыс булыуын хәстәрләү ентеклелек ­тә, отҡорлоҡ та, ижади ҡомар ҙа талап итә. Гел үҙең менән ҡәнәғәт булыу мөмкин түгел, туҡтауһыҙ эҙләнәһең.
Наил Юнысов: «Баҙлар сағы ғүмер асылымдың»
Ә өйҙә мин бөтөнләй икенсе кеше: шаян, сабый йәнле. Балалар менән иҙәндә тәгәрәшеп йөрөп шаярабыҙ, уйнайбыҙ. Ҡатыным да ҡушылып китә. Ғаиләлә эш тураһында һөйләш­мәйбеҙ, ул тынғыһыҙ мөхиттең ығы-зығыларын өй тупһаһы төбөндә ҡалдырам. Былай ҙа ялдарҙа, байрамдарҙа мәҙәни саралар йәки тура эфирҙан тапшырыуҙар алып барыр­ға тура килә. Буш ваҡыт килеп сыҡһа, балалар менән күңелле һәм файҙалы итеп ял ойоштороуҙы хәс­тәрләйем.
Быйыл беренсе синыфта уҡыған Лиана ҡыҙыбыҙ “Урал батыр” эпосы­ның 147 юлын ятлап, 1–5-се синыфтар араһында ойошторолған ҡала бәйге­һендә 2-се урын алды. Ҡыҙы­быҙҙың уҡыуындағы, ижади бәйгеләрҙәге уңыштарын һәм бәләкәс Инсаф улыбыҙҙың кескәй генә тырышлыҡтарын да махсус билдәләп үтеүҙе ғәҙәткә әйләндергәнбеҙ. Ресторанға йәки кафеға алып барып, көтөлмәгән бүләк менән күңелдәрен дәртләндереп ебәрәбеҙ. Һуңынан инде уларға үҙ теләктәребеҙҙе әйтәбеҙ, алға яңы маҡсаттар билдәләйбеҙ.
Заман ир-егете тормошҡа етдиерәк һәм айыҡ аҡыл менән ҡарайҙыр, тип уйлайым. Матди һәм рухи ҡим­мәттәргә ынтыла. Шул уҡ ваҡытта ваҡ­сыл түгел. Ғаилә йәнле, яҡындарын ҡурсалай, ҡәҙерләй һәм яҡлай белә. Ғаиләлә мин баш, тип өҫтәл һуҡмай, ә аҡыл менән идара итә. Үҙем тынғы­һыҙыраҡ холоҡло булһам да, төптән уйлап, бар яҡтан да үлсәп эш итергә тырышам. Әгәр тормошҡа, үҙең менән булған хәл-ваҡиғаларға иғтибарлыраҡ ҡараһаң, бар нәмә лә бер-береһенә бәйле икәнен аңлай­һың һәм улар һиңә тәжрибә туплауға, яңы сифаттарҙы үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Йәғни, заман ир-аты тормошто психологик, фәлсәфәүи күҙлектән ҡабул итә һәм тормошта шул аҡылды ҡуллана ла белә.
– Ғаилә нигеҙенең ныҡлығы, балаларҙың тормошта юғалып ҡалмауы атай абруйына бәйле. Беҙҙең халыҡта борондан атайҙан ҡурҡыу бар. Ә әлеге атайҙар, ти­мәк, абруйҙы иплелек, аҡыл ме­нән яулай.
– Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуып үҫтем. Атайым Тәлғәт Хәйбулла улы үтә тыныс, ипле холоҡло, бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, кеше һүҙен бүлдермәй, кәрәк икән, һуңынан ғына үҙ фекерен әйтеп ҡуя. Ә әсәйем Ғәри­фә Октябрят ҡыҙы, киреһенсә, янды­райыраҡ. Ғәҙәттә, һәр башланғысты тәүҙә ул күтәреп алыусан. Ҡасан, ҡайһы эште башҡарырға кәрәк, көн тәртибе һәр ваҡыт теүәл бил­дәләнгән һәм бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һәм тыңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта өндәш­мәй ҡала белгән, ғәҙел, йомарт күңелле атайыбыҙға хөрмәтебеҙ арта ғына. Икеһе лә бер-береһен тулыландырып, тормошто йәмләп, беҙ­ҙең дә күңел­дәрҙә дәрт уты ҡабыҙып йәшәй улар. Атайым өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, әсәйем Әмин ауылының иң уңған килене һанала. Бөтә ауыл хөр­мәт иткән, тырыш, татыу ғаиләлә үҫе­үем менән атай-әсә­йемә рәхмәтлемен. “Өлгөлө ғаилә” һәм “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу әле лә ҡапҡабыҙҙа эленеп тора.
Миңә әсәйемдең тынғыһыҙ, ең­меш холҡо менән атайымдың өндәш­мәй ҡалыусанлығы һәм иплелеге күскән. Тыштан тыныс күренһәм дә, үҙ һүҙемде һүҙ итәм барыбер. Минең­сә, атай, ниндәй холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләлә матди һәм рухи яҡтан да ышаныслы ҡалҡан булып торорға тейеш.
Ҡатыным: “Балалар, атайығыҙ алдында ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ”, “Атайығыҙ алдында үҙегеҙҙе улай тотмағыҙ”, – тип иҫкәртеп кенә тора. Ә мин: “Әсәйегеҙ ял итһен, шаулама­ғыҙ”, “Әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ”, – тип әсәләрен аңларға, хөрмәт итергә өйрәтәм. Ғаиләлә атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә хөрмәт абруйҙы ла арттыра бит.
– Һеҙ алып барыусы ғына түгел, ә интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе лә. Киләсәктә тамашасы хөкөмөнә ниндәй яңы тапшырыуҙар, рубрикалар тәҡдим итмәксеһегеҙ?
– Сентябрҙә яңы телевизион миҙ­гел асыла. Йыл да студиялағы би­ҙәлеште яңыртабыҙ. Әле был эшкә рәссамдар, дизайнерҙар йәлеп ител­гән. Ҡайһы бер тапшырыуҙарҙың йөк­мәткеһе, рубрикалары, биҙәлеше лә үҙгәрәсәк. Республика ҡала һәм райондарынан күсмә студия менән тура эфирға сығыуҙы яйға һалмаҡсыбыҙ. Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеү­селәрҙе, аҙыҡ-түлек, тауар етештереүселәрҙе, төрлө һәләт оҫталарын даими күрһәтеп барырға иҫәп тотабыҙ. Кешеләрҙе матур тормошҡа дәртләндереү, йәштәрҙә сәләмәт сәм уятыу инде маҡсатыбыҙ.
– Хәҙер йәштәрҙең айыҡ, сәлә­мәт тормош алып барыуға ынтылышы ҡыуандыра. Һеҙҙең спортҡа мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Кеше ғүмеренең тәүге яртыһында һаулығына хилафлыҡ итһә, икенсе яртыһында уны тергеҙеүгә һәм ны­ғытыуға бөтә көсөн һала, тип әйткән бит бер аҡыл эйәһе. Шул әйтемгә ярашлы йәш саҡта сәләмәтлектең мөһимлеген әллә ни иҫәпкә алмай­һың. Тәмәкене бер тапҡыр ҙа көйрәт­кәнем булмаһа ла, табындарҙа спиртлы эсемлектәр менән һыйланырға тура килде. Алкоголь һаулыҡҡа, эске ағзаларға, мейе эшмәкәрлегенә зыян итеп кенә ҡалмай, ә төҫ-ҡиәфәткә лә алама тәьҫир итә: күҙ ҡабаҡтары шешмәкләнә, йөҙ сәләмәт балҡышын юғалта. Көн дә тиерлек таңдарын тура эфир алып барған журналист өсөн был йәмһеҙ күренеш, әлбиттә. Шуға хәҙер спиртлы эсемлектән бөтөнләй баш тарттым.
Үҙем әлегә спорт менән ныҡлап шөғµлләнеүгә тотона алмаһам да, балаларҙы уға ылыҡтырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырғанмын. Лиана ҡыҙыбыҙ ҡаяға үрмәләү менән шөғөл­ләнә. Ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулағаны ла булды. Халыҡ бейеүҙәрен, инглиз телен өйрәнә, пластилиндан әйберҙәр әүәләү түңәрә­генә йөрөй. Инсафҡа әле ике йәш тә тулмаған, әммә мин уны хоккейсы итермен, тигән маҡсат ҡуйғанмын. Улыма, тыу­ған көнөнә тап килтереп, 27 һаны һуғылған Салауат Юлаев хоккей ко­мандаһының махсус футболкаһын тектертеп алдыҡ. Хәҙер бәләкәсебеҙ менән һәр уйынды ҡарап барабыҙ, ул да, миңә эйәреп, “гол” тип ҡыс­ҡыра. Өйҙә лә сәкәне менән йөрөй. Үҙенең дә уйынға ҡыҙыҡһыныуы көс­лө. Алла бойорһа, һәйбәт хоккейсы ла булып китер әле.
– Һеҙ тура эфирҙы оҫта алып бараһығыҙ. Шулай ҙа эфирға бәй­ле ҡыҙыҡлы ваҡиға ла бул­ғаны барҙыр бит.
Наил Юнысов: «Баҙлар сағы ғүмер асылымдың»
– Ниндәйҙер байрам көнө. Бөтә кеше ял итә, ә беҙ телестудияла тура эфирҙа тапшырыу алып барабыҙ. Ниһайәт, эфир тамамланды. Мин тамашасылар менән һаубуллашып, урынымдан торҙом. Операторҙар камераларҙы һүндерҙе. Өйгә ҡайтыу ҡыуанысынан, маймыл кеүек шашып, эй һикерәм. Шул саҡ режиссерҙың көр тауышы яңғырай: “Наил, кит каме­ра төбөнән, һин эфирға эләгәһең!” Баҡтиһәң, өҫтәге камера эшләп тор­ған да минең маймылланыуымды бөтә республика күргән. Эй шул мәл­дәге уңайһыҙланыуым. Кәңәшмә­лә әрләрҙәр инде, тип ҡайғырғайным. Бер юлға кисерҙеләр. Ә ғөмүмән ал­ғанда, радиолағы ла, телевидениела­ғы ла эшемде яратам һәм ундай мажараларға тарымаҫҡа тырышам.
– Наил Тәлғәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ғаилә бәхете һәм артабан да республика хал­ҡын күркәм һәм мәғәнәле тапшырыуҙар менән ҡыуандырып тороуығыҙҙы теләйбеҙ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook