Башҡортостан Ҡыҙы

Баланы киләсәккә әҙерләргә

Баланы киләсәккә әҙерләргәЙылдан-йыл йылдамыраҡ йәшәйбеҙ. Ваҡыт тиҙлеге шәбәйгәнен һәр кем тоялыр, моғайын. Тик был хәрәкәттең беҙҙе бөтөнләй икенсе донъяға илткәнен генә төшөнөп етмәйбеҙ. Йәмғиәт тә, кешеләр ҙә, рухи ҡиммәттәр ҙә бөгөн бөтөнләй башҡа. Талаптар һәм ихтыяждар үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе генә түгел, хәҙер улар бөтөнләй икенсе. Тик ғәҙәт буйынса беҙ бөтәһен дә үткән заман үлсәмдәренә һалырға, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе әүәлгесә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Уларҙы киләсәккә әҙерләргә кәрәген күҙҙән ысҡындырабыҙ. Ләкин, теләйбеҙме-юҡмы, Рәсәйҙе ялмаған ҡатмарлы глобализация процесы менән иҫәпләшмәй булмай.
Ҙур тиҙлек менән алға барыусы техник үҫеш, мәғлүмәт технологиялары, инновациялар йәш быуынға бик ҙур талаптар ҡуя. Балаларыбыҙ артта ҡалмаһын, хатта алғы сафтарҙа барһын өсөн ниндәй белем алырға тейеш?
Бөгөн байтаҡ ауылда бәләкәй мәктәптәр ябыла, уҡыусылар башҡа ауылдарҙағы, ҡасабаларҙағы ҙур мәк­тәптәргә күсерелә. Балаһының тыу­ған йортонан, күнегелгән мөхитенән йолҡоп алыныуы әсәнең йөрәген әр­нетә. Ләкин киләсәкте уйлаһаң, балаларҙың һәйбәт йыһазландырылған, яңы талаптарға яуап биргән уҡыу йорттарына эләгеүе, бәлки, яҡшыраҡтыр.
Милләттәштәребеҙҙең әллә нисә быуыны Өфөләге данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатты тамамланы. Төплө белем менән сыҡҡан үҫмерҙәрҙең күбеһе уҡыуын илдең абруйлы вуздарында дауам итте, артабан яҡшы белгес, ғалим, етәксе булып китте. Ул балаларҙың да байтағы 4-се кластан уҡ тыуған йортон ҡалдырып киткәйне. Һуңынан, ҙурайып, кеше булғас, үкенеп йөрөгәндәре бер ҙә тойолманы, сөнки һәйбәт уҡыу йорто балаларҙың һәләтен һәр яҡлап асты, уларға шәхес булараҡ аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирҙе.
Яҡын киләсәктә донъяла сифатлы кеше ресурстары өсөн көрәш барасаҡ, тип фараз ителә. Берҙән, алға киткән илдәрҙә тыуым кәмей, халыҡ ҡартая. Икенсенән, белемле кешеләр һаны ла бик сикле. ЮНИСЕФ мәғлү­мәттәре буйынса, донъяла мәктәп йәшенә еткән 100 миллиондан ашыу бала белем алыу мөмкинлегенән мәх­рүм. Ер шарындағы балаларҙың ярты­һы ғына уҡырға йөрөй. Тимәк, белемле, интеллектуаль үҫешле кешеләр­гә һорау артасаҡ, улар юғалмаясаҡ.
Белем алыу менән генә эш бөтмәй, холоҡ та кәрәк. Төрлө милләт кеше­ләренән торған коллективтарҙа үҙең­де тиң тойоу, еңел аралашыусан булыу зарур. Тәкәбберлек, оялсанлыҡ, самаһыҙ баҫалҡылыҡ, һүҙҙә тора бел­мәү, тупаҫлыҡ, тәрбиәһеҙлек кеүек һыҙаттар ныҡ ҡамасаулаясаҡ. Килә­сәк кешеһе – ирекле һәм иркен фекер йөрөтөүсе, алмашынып-камиллашып торған технологияларҙы еңел үҙләштереүсе, һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итә белеүсе, үҙ аллы, ижади шәхес ул.
Балалар яңылыҡты тиҙ үҙләштерә. Замана техникаһына ла улар еңел генә төшөнөп китә. Мәғлүмәт технологияларын да балалар уҡытыусыларға ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Шуға мәктәптең дә, уҡытыусыларҙың да бала кимәленән юғарыраҡ тороуы мөһим. Дәүләттең база мәктәптәрен шул юҫыҡта камиллаштырырына өмөтләнергә ҡала.
Белем биреүҙе замана талаптары­на яраҡлы итеп ҡороу мәсьәләһе көн үҙәгенә сыға. Был тармаҡ әле уҡы­тылған ғәҙәти сиктәргә һыймай бара. Яңылыҡҡа асыҡ булыу мөһим. Шуны аңлап, Татарстан мәктәптәрендә электрон дәреслектәргә күсәләр. Бындай әсбаптың мөмкинлектәре ҡағыҙ китаптарҙыҡынан күпкә киң. Ә мәктәптәр етешмәгән Занзибарҙа ҡайһы бер утрауҙарҙа йәшәгән бала­ларҙы махсус программа буйынса радио аша уҡыталар икән. Һандар күр­һәтеүенсә, нәҡ ошо юл менән белем алған балаларҙың өлгә­ше ҡәҙимге мәктәптәрҙә уҡыусыларға ҡарағанда 10 процентҡа юғарыраҡ. Африкала, Һиндостанда иһә, мәктәпкә йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм булһа ла, бә­ләкәстән компьютеры булып, үҙ алды­на уҡыған балалар күп. Улар араһынан АҠШ-тың, баш­ҡа алдынғы көнбайыш илдәренең танылған университеттарына инеп уҡыусылар бар хәҙер.
Киләсәккә әлегә беҙҙең аңға ла һый­маған, беҙ күҙ алдына ла килтермә­гән яңылыҡтар хас буласаҡ. Беҙ ул донъяла үҙләшә алырбыҙмы – икеле, әммә бөгөнгө бәләкәстәр унда юғалып ҡалмаҫ, моғайын. Киләсәк – уларҙыҡы.
Ә. ХӘЙРЕТДИНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook