Башҡортостан Ҡыҙы

1 сентябрь етә!

Йәй барыһының да көн тәртибе үҙгәрә. Балаларҙың йоҡо­һон йәлләп, иртән уятмаҫҡа тырышабыҙ, кис тә һуңыраҡ яты­ла. Инде “мәктәп режимы”на ҡайтырға ваҡыт етте. Мәктәпкә барырға 2-3 аҙна ҡала баланы йоҡоға 15 – 20 минут алдараҡ һалып, иртән дә шулай уятып барһағыҙ, ҡатмарлылыҡ булмаҫ.
Йәйгә бирелгән китаптарҙы уҡып, башҡа эштәрен те∆єллєп өлгөрмәһә, балаға ярҙам итергә кәрәк. Ауыр бирелгән темалар­ҙы ҡабатлауға көн һайын ярты сәғәтегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Уңышта­ры өсөн маҡтау балағыҙҙың күңелен күтәрер, үҙенә ышанысы көсәйер, уҡырға дәрте лә артыр. Бер ни эшләмәгән генә яңы­лышмай, хаталары өсөн әрләп күңелен төшөргәнсе, бергәләп ул хәлдән сығыу юлдарын эҙләгеҙ.
“Мәктәпкә әҙерләнеү” тигәндә, күп кенә атай-әсәй кеҫәһен ҡапшай башлай. Ысынлап та, быға байтаҡ сығым китә. Хәстәр­лекле ата-әсәләр аҡсаһын туплап, алдан бүлеп ҡуйған инде. Аллаға шөкөр, ҡәҙерлеләребеҙ йәй эсендә үҫеп киткән, былтырғы кейемдәре инде ярамай. Кейем-һалым, дәфтәр-ҡәләм алыуҙы һуҙмау хәйерлерәк. Кеше тулы кибеттәрҙә иркенләп йөрөп, әйбер һайлау мөмкинлеге ҡалмаҫ. Баланы үҙегеҙ менән алыу отошло: беренсенән, мәктәп формаһын үҙенә кейҙереп ҡарап алыу яҡшыраҡ, икенсенән, һеҙгә бар яҡлап оҡшаған нәмәнең уның күңеленә ћис ятмауы бар.
Балалыҡ йылдарына ҡайтайыҡ әле – 1 сентябрь һеҙҙең хә­терҙә нисек һаҡланған? Синыфташтар менән һағынышып осрашыу, яңылыҡтар менән бүлешеү... Кем ҡайҙа ял иткән? Ни­мә күргән? Ә һеҙҙең балағыҙҙың каникул хаҡында ғорурланып, “маҡтанып” һөйләрлек хәтирәләре бармы? Исемлекте тулты­рырға әле һуң түгел...
Йәй олатаһы-өләсәһе, туғандары янында, лагерҙа йөрөгән бала ғаиләләге ҡайһы бер ғәҙәттәрҙе онотоп китеүе лә ихтимал. Барыһын да тыныс ҡына үҙ яйына һалығыҙ. Ғөмүмән, балалар менән үҙ-үҙен тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү файҙаға ғына. “Тегеләй ярамай”, “былай итмә” тип әйтеүгә ҡарағанда, ниндәйҙер хәлдән сығыу юлын әкиәттең, ғибрәтле хәлдең сиселеше итеп ҡарау һөҙөмтәлерәк булыр. Уйын рәүешендә аңлатырға йәки йомаҡ ҡойорға ла була. “Ә һин был урында нимә эшләр инең?” – тигән һорауға яуап эҙләгәндә, уҡыусыла был ҡағиҙәләрҙе үҙе уйлап сығарған тойғо ла ҡала. Ул инде ҙур – күп нәмәне үҙе белә! Ҡағиҙәләрҙе үҙе ҡағыҙға теркәп, һүрәттәр менән биҙәп, дәрестәр теҙмәһе янына беркетеп тә ҡуйһа, тағы ла һәйбәтерәк.
Кис балаҡайығыҙ менән һөйләшеп ултырырға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бөгөнгө көн нисек үтте? Ниндәй яңы фәндәр, уҡытыусылар өҫтәлгән? Дуҫтары менән ҡыҙыҡһынығыҙ, мәк­тәптәге ваҡиғалар, синыфтағы яңылыҡтар тураһында һорашы­ғыҙ. Бала бөгөнгө уңыштары ғына түгел, күңелһеҙ ваҡиғалар менән дә бүлешһен. Балаһына ысын мәғәнәһендә дуҫ булған әсәй һәм атай артабан, үҫмерлек осоронда, уның менән аңлашылмаусанлыҡтарҙан азат булыр. Үҫмерҙәр айырыуса дуҫтары­ның фекеренә ҡолаҡ һалыусан.
Түңәрәк-секцияларға, уҡыу йылы башланып, ике аҙна самаһы ваҡыт уҙғас йөрөй башлау яҡшыраҡ булыр.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook