Башҡортостан Ҡыҙы

Төрки рухын һаҡлай Каспий тулҡындары

Төрки рухын һаҡлай Каспий тулҡындарыДонъяла халыҡ үҙен-үҙе бер төрлө атаған, әммә башҡалар уларҙы икенсе төрлө исем­ләп йөрөткән осраҡтар күп. Беҙ ҙә ҡаҙаҡтар өсөн истәк булғанбыҙ ҙаһа, ана, яҡут икәнлектәрен белмәй йә­шәгән сахалар әле лә бар. Әүәл-әүәлдән Каспий диңгеҙе ярҙарын төйәк иткән төркиҙәр ҙә И.Сталиндың ҡарары менән 1939 йылда әзербайжан булып киткәндәрен белмәй ҙә ҡалған. Иранда меңәр йыл элек йәшәп, хәҙер инде донъя йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан фарсы ҡанлы әзериҙәрҙең исемен уларға тағыу Иосиф бабайҙың башына ҡайҙан килгәндер, уныһы билдәһеҙ. Һәр хәлдә, төркиҙәрҙе өҙөлөп яратҡандан түгел инде... Егерменсе быуат башында халҡыбыҙҙың күп өлөшөн юҡҡа сы­ғарған, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ ерҙә­рендә яһалма барлыҡҡа килтерелгән аслыҡ фажиғәләре, шул уҡ быуат урталарында ҡырым татарҙарын тотошлайы менән Үзбәкстанға һөрөү, Себер төркиҙәрен махсус эскелеккә өйрәтеп, һан яғынан кәметеү һымаҡ бөйөк ҡыпсаҡ-уғыҙ вариҫтарына ҡаршы ойошторолған ҡанлы сәйәсәттең бер сарпығы ул да. Бер ай эсендә барса төркиҙәрҙең паспорттарын йыйып алып, милләт графаһындағы “төрки” тигән яҙыу урынына “әзербайжан” тип яҙып биргәндәр. Кем дә кем риза булмай, шунда уҡ милләтселектә ғә­йепләнеп, атыуға хөкөм ителгән йә репрессияланған. Был хаҡта оҙаҡ йылдар яҙыу түгел, өндәшеү ҙә тыйылған. Бары тик етмешенсе йылдарҙа ғына шағир Сабир Рөстәмханлы совет хөкүмәтенең әзербайжан төркиҙәренең тарихын үҙҙәренсә үҙгәртеп, яһалма рәүештә яңынан яҙыуы хаҡында белдерергә баҙнат итә. СССР ваҡытында был ерҙәрҙә меңәр йыл башҡа халыҡтар йәшәгән, ә төркиҙәр төбәккә 15-16 быуатта ғына килеп сыҡҡан, тип иғлан итәләр һәм уларҙы, йәнәһе лә килмешәктәрҙе, урындағы халыҡ кире ҡыуып ебәргән, ләкин ерле халыҡ бер ни тиклем төркиләшеп өлгөргән, шул арҡылы хәҙер телдәре төркисә булып ҡалған, тип уйлап сығаралар. Был теорияның ялғанлығы хаҡында ауыҙ асырға ҡыйыусыларҙы егерменсе быуат башында аяуһыҙ ҡыралар. Ул ҡырылыштарҙа һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберлектәре Баҡыла әле иң изге урындарҙан һанала. Аралашҡанда ла улар үҙҙәрен бер тапҡыр ҙа әзербайжан тип атаманы, ә әзербайжан төркиҙәре, тип һөйләне.
Төрки рухын һаҡлай Каспий тулҡындары
Июль башында Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла «Бөтә донъя төрки халыҡтарының йәш яҙыусылар берлеге” үҙенең ун биш йыллығына арнап, биш көнлөк форум үткәрҙе. Ойошма етәк­сеһе, ижадташ дуҫым Әҡбәр Ҡошалының саҡырыуы буйынса миңә лә ошо ҡоролтайҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бай тарихлы был ҡалаға мин, әлбиттә, бик тулҡынланып барҙым. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, хатта алыҫыраҡ ятҡан төрөктәр һәм башҡа төркиҙәр араһында ла яҡын аралашҡан кешеләрем бар, уларҙы мин һәр яҡлап аңлап торам һымаҡ, ә әзербайжандарға ҡарата ниндәйҙер бер һағайыу бар ине. Уларҙың йүнселлеге, беҙҙең яҡтарҙа ла үзбәк-тажиктар һымаҡ ябай ҡара эштә түгел, ә күберәк туҡланыу өлкәһендә йә төҙөлөштә үҙ эштәрен алып барыуҙарын да күрә-белә йөрөлә бит. Бик тә булмаһа, кибет тоталар йә баҙарҙа һатыу итәләр. Яңыраҡ, тыуған яҡтарымдан ҡайтып килгәндә, юлда тамаҡ ялғап алыр өсөн арыу ғына, ресторанға тартым бер кафеға туҡталдыҡ. Хужаһы менән танышып һөйләшергә тура килде. Ул беҙҙең яҡтарға Әзербайжандан бер тинһеҙ килеп төшөүен, урындағы диаспораның аяҡҡа баҫып китеү өсөн аҡса биреүен (әллә биреп тороуын микән), шул аҡсаға туйҙар һәм башҡа байрамдар үткәрерлек, етмәһә, юл саты кеүек төшөмлө ерҙә урынлашҡан ошо матур кафены төҙө­төп, үҙ эшен асып ебәрә алыуын ихлас бәйән итте. Бына бит ул берҙәмлек көсө! Беҙ әле үҙ еребеҙҙә мандый алмайбыҙ, ә улар әллә ҡайҙан килеп... Йәшермәйем, уға бер ни тиклем асыуым да килеп ҡуйҙы. Беҙҙә кемдер бе­рәүгә баш ҡалҡытып китерлек мал биреп торған икән, тигәне ишетелгәне лә юҡ таһа, хәйер, ундай ярҙамсыл тү­гел, һаран байҙарҙы ла осратыуы ауыр.
Баҡыла әзербайжандарҙың ҡу­ныҡсыллығына хайран ҡалдым. Беҙ, башҡорт ҡунаҡсыл да ҡунаҡсыл, тип берсә маҡтана, берсә меҫкенләнә торғас, шул һәйбәт сифатыбыҙҙан күптән ҡолаҡ ҡаҡҡанбыҙ, ахырыһы. Уның урынын тупаҫлыҡ һәм битарафлыҡ биләп алырға тырыша. Былай тип яҙыуым үкенесле, әммә дөрөҫ һүҙгә яуап та юҡ шул. Уларҙағы ябайлыҡ та әсир итте мине.
Мәскәүҙән Баҡыға осҡан самолетҡа ултырғас, бер табип ханым менән таныштым һәм, үҙем төбәп барған сараның программаһын күрһәтеп, тәр­жемәләп биреүен үтендем. Уның, ооо, һеҙҙе Гәнирә Пашаева үҙе киске ашҡа саҡырған даһа, тип күҙҙәре дүрт булыуынан ул көндө бик хөрмәтле кешегә барасағыбыҙҙы самаланым. Гәнирә милләт өсөн янып йәшәгән, халҡы хаҡына күп эштәр башҡарған сәйәсмән, уның билдәлелеге президенттыҡынан ҡалышмай, тигәс, урта йәштәрҙәге, уҫал ҡиәфәтле ханымды күрергә әҙер­ләндем. Өс ҡатлы йорто алдындағы бассейн тирәләй теҙелгән өҫтәлдәрҙәге ризыҡты теүәлләп йөрөгән хужабикәне күргәс, хаталанғанымды аңланым. Был сибәр ханымға саҡ утыҙ һигеҙ йәш булып килә икән, тормошта тағы ла күпкә йәшерәк күренә. Дәүләт думаһы депутаты, уларса әйткәндә, милләт вәкиле генә түгел ул, билдәле шағирә лә. Һомғол, һылыу ҡатынға ҡарап, сә­йәсәттә ҡалай ғына “тере” йөрөй икән, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә табын артында уның төрки халыҡтары хаҡында бер кем ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйтмәҫлек дәлилдәр менән тотҡан ышаныслы телмәре хайран итте. Алда телгә алынған халыҡ шағиры, шулай уҡ Дәүләт думаһы депутаты Сабир Рөс­тәмханлы иһә беҙҙе эш урынында ҡабул итте һәм тантаналы төшкө аш ойошторҙо. Уның һәр төрки халыҡтың да эске мәсьәләләре менән хәбәрҙар булыуы һоҡландырҙы. Әйткәндәй, ярҙамсыһы уйғыр ҡыҙы булып сыҡты. Ҡоролтайҙа һәр төрки үҙ телендә сығыш яһаны, был юлы ҡунаҡтар араһында уйғырҙар юҡ ине, шуға күрә Сабир бей, улар исеменән һүҙ әйтһен, тип, ярҙамсыһын баҫтырҙы. Уйғыр­ҙарҙы мин төҫкә-башҡа башҡортҡа оҡшатам. Уларҙың холҡонда ла беҙгә хас ябай ихласлыҡ һәм эске бер яныу бар. Дан шағирҙарыбыҙ Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, Ҡол-Дәүләттәрҙә булған милләт өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙерлек, тиер инем хатта. Улар ҙа үҙ илдәрен булдырырға хыялланған, шуның өсөн ғүмер буйы көрәшкән халыҡ бит, бәлки, шуғалыр. Беҙҙең әле күңел өсөн генә булһа ла республикабыҙ бар, ә уйғырҙарҙың бер ниндәй ҙә дәүләтселеге юҡ. Бешкәктә уйғыр шағирының сығышын тыңлағанда, ирекһеҙҙән күҙемә йәш эркелгәйне. Был юлы ла уйғыр ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе бүтәндәрҙән айырып алдыҡ. Бергә рәсемгә төшөп ташланыҡ, һөйләшеп һүҙ бөтмәне.
Белеүебеҙсә, әзербайжан халҡының яртыһынан күберәге хәҙерге Иран ерендә йәшәй. Иранда халыҡтың һанын алыу ваҡытында милләт билдәләнмәй һәм рәсми булмаған сығанаҡтарға ярашлы унда 30-40 миллион әзербайжан төркиҙәре йәшәүе мәғлүм. Иран үҙе рәсми мәғлүмәттәрҙә уларҙы әзербайжан түгел, ә төрки телле иранлылар тип белдерә. Ләкин тап шул милли аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында унда күп йылдар эске һуғыштар бара. Тағы ла минең өсөн Кәркүк төркмандары (төркмән менән бутамаҫҡа) менән танышыу үҙе бер асыш булды. Баҡтиһәң, Төньяҡ Ираҡта (Көньяҡ Ҡурдистан) 500 меңгә яҡын төркман йәшәй, улар –аҡҡуйлы һәм ҡараҡуйлы тигән төрки ырыуҙарының вариҫтары. Әҙәбиәт донъяһында иң билдәле кәркүктәрҙең береһе тип шағир Физулиҙы атап китергә мөмкин. Иң күп йыйылып йә­шәгән ҡалалары Кәркүк, унда 200 мең төркман көн күрә, шулай уҡ улар яҡын-тирәлә ауыл-ауыл булып ултырған. Ираҡтан килгән Шәмсетдин Кәсәджи урындағы төрки матбуғат сығарған баҫмаларҙы ла алып килгәйне. Уларҙың телевидениеһы ла бар икән. Ләкин хәлдәре артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Ираҡта бына нисә быуат ғәрәптәр менән ҡурдтар араһында һуғыштар бара, Ҡурдистан айырылып сығырға теләй, Ираҡ ебәрмәй, сөнки нефтле ерҙәрҙе ысҡындырғыһы килмәй. Ә инде ҡурд ерҙәрендә йәшәгән төркмандарға икеләтә ауыр, улар үҙ милли хоҡуҡтарын яҡлар өсөн үҙҙәре лә иҙелеп йәшәп, шул арҡала мәңге асыулы ҡурдтар менән дә, ғәрәптәр менән дә көрәшергә мәжбүр. Бына уларҙың кәйефен тойор өсөн Шәмсетдиндең шиғырынан бер өҙөк:
Кәркүк өсөн сарпылды тупраҡтарға йөрәгем,
Елдәр уны зыңғырлатып туҙҙырҙы.
Елдән йондоҙҙай ҡойолдо тау булып,
Шул тауға бар күҙ йәшемде тамыҙҙым...
Ҡунаҡханала ғағауз ҡыҙы менән бергә йәшәнем һәм уның ҡайһы бер ҡылыҡтарын бигерәк ҡыҙыҡ күрҙем. Улар – христиандар. Әммә донъяла ғағауздан башҡа Аллаға шөкөр, Алла бирһә, Хоҙай ҡушмаһын, тип һөйләш­кән христиан юҡтыр ул. Ул да, Молдавияла йәшәһә лә, беҙҙең һымаҡ урыҫлашыуҙары өсөн борсола. Әйткәндәй, улар күпләп йөҙөм үҫтерә һәм һәр ғаилә көҙөн 600-700 литр йөҙөм шарабы әҙерләй, ти. Уны һәр тәғәм алдынан әҙләп кенә тәмләү – ғәҙәти күренеш. Ғағауздар электән шарапҡа күнек­кән, шулай булһа ла, эскеселәр улар араһында һирәк икән.
Баҡыла шулай уҡ әхирәтем, ҡаҙаҡ шағирәһе Танагөз менән дә йәнә бер осрашырға яҙҙы. Уның ире лә билдәле ҡаҙаҡ шағиры, өс бала үҫтерәләр. Ул юғары белемде Францияла алған, ете йыл француз консуллығында эшләгән. “Хөкүмәт бер бүлмәле фатир бүләк иткәйне. Балалар күбәйгәс, һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алдыҡ. Тик ике йылдан түләүе ауырлашты, етмәһә, төҙөлөш тә туҡтаны, – ти ул. – Шул арала бер ҙур ойошма, юбилейы айҡанлы, йыр һүҙҙәренә заказ бирҙе. Улай яҙмайым тип, баш тарттым тәүҙә, тик һеҙ генә яҙа алаһығыҙ, тип ныҡышҡас, эшләп бирҙем. Улар беҙҙе юбилейға саҡырып джип ебәргән, йыр өсөн ат хаҡылай итеп түләнеләр. Барҙыҡ ирем менән. Етәкселәре менән танышып, дуҫлашып киттек. Иремә әйтәм, әйҙә, ипотеканы түләй алманыҡ, тип һөй­ләйек, тием. Ир кешенең меҫкен­ләнгеһе килмәне. Үҙем өндәштем. Һөҙөмтәлә ул эшҡыуар беҙҙең төҙө­лөштө ҡуҙғатып ебәрҙе, бурысыбыҙҙы түләп кенә ҡалманы, яңы фатирыбыҙға ремонт яһап, йорт йыһаздарын да тултырып ҡуйҙы. Уңайһыҙ, тип ҡаршылашҡайныҡ, ижад кешеләрен яҡларға, һаҡларға тейешбеҙ, тине. Бына шулай, көтмәгәндә Хызыр Ильясыбыҙҙы осраттыҡ”,– тип үҙ тарихын бәйән итте ул. Ошо ҡатмарлы осорҙа ла донъяла һүҙ ҡәҙерен, һәләт бәҫен белгәндәр барлығына мин дә ҡыуандым.
Кире ҡоролтайға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Төрки телле йәш яҙыусылар берлеге 1998 йылда Ҡаҙағстанда ойошторолған. Әле уның үҙәге Баҡыла. Ошо арала улар илленән ашыу китап нәшер иткән, бик күп шиғыр байрамдары үткәргән. Төрки ижади йәштәрен бер тупҡа туплаған. Былтыр журналистарҙы йыйғандар, алдараҡ прозаиктарҙы, быйыл – шағирҙарҙың сираты. Һайлауҙар булды, мине лә идара исемлегенә индерҙеләр, ләкин киләһе йылдан унда бары тик утыҙ йәшкә тиклемгеләрҙе генә ҡалдырасаҡтар. Йыйылыш ваҡытында бик фекерле, ҡыйыу йәш яҙыусылар булыуына һоҡланып ултырҙым, улар төрөксә лә, инглизсә лә яҡшы белә. Ләкин күп осраҡта үҙ телдәрендә сығыш яһанылар, саҡ ҡына иғтибарлап тыңлаһаң, барыһын да аңларға була. Ҡоролтайға Әзербайжандың Ҡаҙаҡ тигән төбәгенән килгән егеттәрҙең телмәрен Танагөз менән мин бик тиҙ төшөндөк. Улар йөҙгә лә ҡаҙаҡҡа тартым. Башҡа әзербайжан төрөктәрен аңлаһам да, ойошма етәксеһенең һөйләгәне ятыраҡ тойола. Бер көнө, аптырағас, дуҫынан һорай ҡуйҙым. Әҡбәр бей үҙ телендә һөйләһә, уны аңламайым да ҡуям, әллә берәй диалектта һөйләшәме, тип. Шуны аңғарҙығыҙмы, тип ул көлөп ебәрҙе. Ысынлап та, рәйесебеҙ үҙ төбәгенең ерле һөйләшендә аралашҡан икән, дуҫтары уға күнеккән, ә бына мин төшөнә алмай бер булдым.
Ҡайҙа ғына, кемдәр генә ҡабул итмәне беҙҙе. Аҡ йорттарына ла бар­ҙыҡ, премьер-министр урынбаҫары, шағир Эльчин Эфендиев менән осрашыу бик фәһемле булды. Телевидениела, тура эфирҙа башҡортса шиғыр­ҙар уҡыным.
Әзербайжандарҙың йән яраһы – Ҡарабах. Аҙаҡҡы көн Танагөз менән икәү генә ҡалдыҡ, башҡалар ҡайтып бөттө. Икебеҙҙе шағирә Шәфәҡ Сә­хипле өйөнә алып ҡайтты. Күрмәгән ерҙәрегеҙ ҡалмаһын, тип, яйлап ҡаланы күрһәтеп сыҡты, диңгеҙгә алып барҙы. Ул да Ҡарабахтан икән. “Ауылыбыҙҙы төндә әрмәндәр килеп баҫып, халҡын һуйып сыҡтылар. Мин ул мәлдә ҡалала инем, – тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул. – Ҡан ҡойош оҙаҡҡа һуҙылмаһын өсөн шул иң шәп ерҙәрҙе дошмандарыбыҙға тотторорға ҡарар итте ҡарттар. Бәлки, берәй ҡасан, тыныс юл менән тыуған ерҙе кире ҡайтарырбыҙ. Хәҙер ауылымды ҡайтып күреп йөрөй алмайым, былтыр алыҫ­тан, тау башынан ғына ҡарап киттек”, – ти ул. Беҙ телевизорҙан ғына ишетеп белгән фажиғәнең тере шаһиттары, шул һуғышта ҡатнашҡан егеттәр менән осрашыу ныҡ тәрән тәьҫир ҡалдырҙы. “Әрмәндәр кешеләрҙе генә тү­гел, беҙҙең шағирҙарыбыҙҙың һәйкәл­дәрен дә утҡа тотто”, – ти Әҡбәр бей. Пулялар менән тишкеләнгән ул һындарҙы әле бер урынға йыйып ултыртҡандар. Уларҙы әрмәндәр Грузияға һатҡан булған, улары кире ун тапҡырға арттырып беҙгә һатты, ти­ҙәр. Йөҙҙәре тишкеләнгән, пулялар һеңгән аҡыл эйә­ләренең ҡорос һындарына ҡарап, һәр төрки халыҡтың үҙ фажиғәһе булыуы хаҡында уйлайым. Тағы ла уларҙың әлеге көндә тере булыуҙарына, баш ҡалҡытып килеүҙәре­нә лә ҡыуанам үҙем. Беҙҙең ошолай бер булып йыйындар үткәреп йөрөүҙә­ребеҙ, бер-беребеҙҙең ижадын туған телдәребеҙгә ауҙарырға йыйыныуҙа­рыбыҙ, уртаҡ эштәр һәм хыялдарыбыҙ булыуы төрки донъя­һының рухи бер­гәлеге хаҡында ла һөйләй бит. Йылы ҡосағығыҙ, ҡу-наҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, әзербайжан төркиҙәре, тип әйткем килә!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әзербайжан.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook