Башҡортостан Ҡыҙы

Әйтелмәгән мөхәббәт

Әйтелмәгән мөхәббәтДонъя шулай ҡоролған: кешеләр яңғыҙ йәшәй алмай, һәр кемгә лә иңен ҡуйырлыҡ терәк, һыйынырлыҡ йөрәк кәрәк. Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, ниндәй юлдаш һайлауың яҙмышты ла билдәләй. Берәүҙәр үлә яҙып яратышып өйләнешә, икенселәрҙе һалҡын аҡыл йә яҙмыш саталары үҙе ҡауыштыра. Нисек кенә булмаһын, уртаҡ ҡыйыҡ аҫтында йәреңә йәки йәриәңә яраҡлашмайынса, үҙеңде парың хаҡына ниндәйҙер кимәлдә ҡорбан итмәйенсә йәшәү мөмкин түгелдер.
Ярты быуат ҡулға ҡул тотоношоп ғүмер һуҡмаҡтарынан ҡушарлап атлаған Лүзә Сәхип ҡыҙы һәм уның хәләле – атаҡлы шағир Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужиндар ҙа бер-береһен, ул – күңелемде тормош дауылдарынан аяусым, упҡындарҙан тартып алыусым, тип раҫлай. Иң мөһиме – улар икеһе лә хаҡлы. Шағир, инәйең үҙен минең хаҡҡа ҡорбан итте, тиһә, хәләл ефете иһә, юҡ, мин улай тип уйламайым, киреһенсә, унһыҙ мин әле яҡты донъяларҙа булмаҫ та инем, тип ҡаршы сыға.
Һөйгәнеңә үҙеңде арнау, уның эше, ижады һәм ялы өсөн барса уңайлыҡтар ҙа тыуҙырып, күндәм ҡатын булып йәшәй алыу – үҙе ҡаһарманлыҡҡа тиң бит. Ә һәммә Әхмәт­ҡужиндарҙың электән ҡағиҙәгә әй­ләнгән, ғаилә ҡорғанһың икән, ниндәй хәлдә лә кеше көлдөрмә, бә­ҫеңде тотоп, хәләлеңде хөрмәт итеп йәшә, тигән нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылып килгән аманаты бар. Ҡа­тындарын тормош елдәренән ҡаҡ­тырмай йәшәтеү – уларҙың тормош рәүеше. Әсхәл Әбүталип улы ла үҙ нәсәбенең ҡағыҙға яҙылмаған ошо ҡанунынан тайпылмаҫҡа тырыша. Тоғролоҡтоң ҡәҙерен аңлай, хәстәр­лек өсөн рәхмәтле була торған аҫыл заттарҙан ул.
«Ҡатыным һис ҡасан, теге юҡ, был кәрәк, тип теңкәмә теймәне. Үҙе лә аҡса тапты, барына шөкөр итә лә белде. Ижад кешеһе булыуыма күнеп, һөнәремде ауырлыҡ итеп түгел, ә илаһи бер яҙмыш бүләге тип ҡабул ҡылды. Үҙенең дә шул ижадымдың ҡурсалаусыһы икәнлегенән йәм һәм тәм табып йәшәне. Ике йыл элек, шиғырҙарым йыйылып китте, китап итеп донъя күрһәткәндә арыу булыр ине, тигәс, әйҙә, үҙебеҙ аҡса табып баҫтырайыҡ, тип, әллә күпме айҙар йыйған пенсия аҡсаһын тотонорға рөхсәт итте. Өфөлә «Скиф» нәшриә­тендә байтаҡ хаҡ түләп сығарған «Аҡ теләктәр әйтәм» тигән яңы йыйынтығыма, шулай итеп, тик ҡыҫҡа шиғырҙарым, робағиҙарым һәм парсаларым инде.
Ғүмер үткән һайын ваҡыттың да ҡәҙере арта, ижадта ла, күләмдән бигерәк, тослоҡҡа ынтылаһың икән ул. Мөнәсәбәттәрҙә лә тотороҡлолоҡ һәм тоғролоҡтоң сикһеҙ ҡәҙерен тояһың. Ҡатын-ҡыҙ ул, ир-аттарҙан айырмалы рәүештә, үҙ мәнфәғәтен, теләктәрен, хатта ғүмерен яҡындары хаҡына ҡорбан итергә һәләтле.
Беҙгә әле ҡырҡ йәштәр самаһында, 8 Март байрамы көнө, Ҡариҙел йылғаһы ашаһындағы баҡсабыҙға барып ҡайтырға булдыҡ. Барғанда уҡ иғтибар иттем: кеше йылға аша йәйәү сығып йөрөгән һуҡмаҡтан ике яҡлап та тулҡынланып йылыу ята ине. Боҙ ҙа йоҡарған һымаҡ, шуға өйөбөҙгә кире ҡайтырға ҡуҙғалғанда улыма ла (уның туғыҙынсы синыфта уҡыған сағы), ҡатыныма ла өс-дүрт метрлыҡ самаһы һайғауҙар тотторҙом, үҙем дә алдым. Беҙҙән алда ғына кемдәрҙер олоғара һыуытҡыс күтәреп сығып китте. Боҙ ныҡ һымаҡ ине. Мин алдан атланым һәм, ҡапыл аяҡ аҫтым уйылып, һыуға төштөм дә киттем. Ярай әле ҡулда баяғы һайғауым бар, юғиһә көслө ағым шунда уҡ боҙ аҫтына алып китер ине. Ҡариҙелдең ул тирәләге тәрәнлеге лә ғәләмәт: кәм тигәндә ун алты-ун ете метр. Ошо рәүешле уйылып, ғаиләләре менән һыу аҫтына китеүселәрҙең фажиғәһен ишеткәнем бар ине. Ул арала Лүзә ҡулын һоноп миңә килә: тартып алмаҡсы ине лә – үҙе лә мәкегә килеп төштө. Килмә, мин китһәм дә, һеҙ ҡалығыҙ, тип, саҡ-саҡ этеп сығарҙым. Беҙ йәнтәслимгә йөҙөп маташҡан арала боҙ һынып, уйым ҙурайып китте. Юҡ, һинһеҙ сыҡмайым, тип, кире килә лә төшә бит, ә! Кейемдәр, һыуланғас, ауыр, аҫҡа һөйрәй. Ҡа­раһам, улымдың йөҙө ҡағыҙ һымаҡ ап-аҡ. Уға, боҙға ят, тип ҡысҡырҙым, тыңланы, шыуышып килеп беҙгә һайғауын һондо. Әсәһен саҡ сы­ғарҙыҡ, төрлөсә тырыша торғас, әмә­лен табып, үҙем дә боҙ өҫтөнә ята алдым.
Әле һөйләүе генә еңел. Ә ул минуттарҙа кисергәндәрҙе һүҙ менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ярҙа кеше йыйылып киткән, аптырашып торалар. Михаил Скворцов тигән бабай ғына арҡан эҙләп йүгереп йөрөй. Шул урыҫ бабайы аҙаҡ өйөнә алып ҡайтып йылындырып, кейемдәрҙе киптереп, сәй эсереп, кеше итеп алды беҙҙе. Боҙло ағым менән кө­рәшкәндә ғүмерҙең ниндәй ҡиммәт, яҡындарыңдың нисек ғәзиз һәм һинең өсөн үҙҙәрен дә ҡорбан итергә әҙер икәнлеген аңлау тетрәндерҙе. Лүзәмдең яҙмышым ҡото һәм бүләге булыуына төшөндөм.
Әйтелмәгән мөхәббәт
Лүзә «с», «з» менән һөйләшкәс, башҡорт түгелһең, тип ғүмер баҡый битен йыртырға яраттылар. Аптырағас, ҡоро һүҙ менән уның башҡортлоғон иҫбатлап ялҡҡас, шәжәрәләрен алып өйрәндем. Әсәһе яҡлап Кушнаренко районынан аҫаба башҡорттар – Мостафиндар нәҫеле, заттары менән зыялылар, уҡытыусылар династияһынан. Заманында улар Әбей батшанан дворянлыҡ титулы алған. Тик шул исемдәре 1937 йылда баштарына еткән, күбеһе репрессия ваҡытында зым-зыя юғалған. Ә ҡайным Дүртөйлө районынан, боронғо башҡорт батыры Аҡанай исемен йөрөткән ауылдан ине. Ул яҡ баш­ҡорттары бит беҙҙең Урал буйыныҡыларға ҡарағанда аяныслыраҡ яҙмышлы, барса күтәрелештәрҙе улар башлаған, иң күп ҡырылыш һәм язаланыуҙар ҙа улар башына төшкән. Батша карателдәре иң тәүҙә уларҙы утаған. Ана шунан, ҡанлы хәтер ауазының тере булыуынан килә баш­ҡортлоҡтан ситтәрәк торорға тырышыуҙары. Барыбер ҙә уларҙың халҡыбыҙҙың аҫыл бер өлө­шө икән­леген аңларға һәм ҡабул итергә тейешбеҙ.
Лүзә Үзбәкстанда уҡый башлаған, ҡәйнәм менән ҡайным, аслыҡтан ҡасып, шул яҡтарға барып сыҡҡан, һуңынан Өфөгә ҡайтҡандар ҙа, бер-ике йыл кешелә фатирҙа тороп интеккәс, беҙҙең яҡтарға сиҙәм күтәрешергә килгәндәр. Ҡатыным, шулайтып, Әбйәлилдә үҫеп буй еткергән һылыу ул», – ти шағир.
«Ул бер ваҡытта ла миңә хистәрен һүҙ менән белдермәне, сәскәләр ҙә ташып тилертмәне. Наҙланып ултырырға ла тура килмәне шул, сөнки тормош ауыр ине. Әсхәлгә «Ағиҙел» журналы редакцияһы биргән, сар­ҙаҡта урынлашҡан һигеҙ квадрат метрлыҡ бәләкәй генә бүлмәне лә оло бәхет күреп ҡабул иттек. Аға­йыңды янып-ялҡынланып эшләп йөрөгән еренән, Рәми Ғарипов менән бергәләп башҡорт партияһы ойоштороп ятаһығыҙ, тип ғәйепләп, егерме дүрт сәғәт эсендә ҡаланан сығып китергә ҡушыуҙары... Хат яҙышыу һәм эшкә урынлашыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, һигеҙ йыл Стәрле ҡалаһында «һөргөндә» яфаланыуы­быҙ ҙа, иптәшемдең ул осорҙағы эш­һеҙ, аҡсаһыҙ мәлдәре лә минең асылымдағы уға ҡарата һоҡланыуға хатта күләгә лә төшөрә алманы. Мине ошо хәлдә йәшәтәһең, тип ғәйеп ташлау күңелгә бер тапҡыр ҙа инеп сыҡманы, мин уға терәк булырға тейешмен, тип кенә уйланым.
Тормош ағын йылға һымаҡ бит ул, гел үҙгәреп тора. Яйлап донъяларыбыҙ рәтләнде. Өфөгә кире са­ҡырып алдылар. Әсхәл тәүҙә Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булды, шунан «Ағиҙел» журналына мө­хәррир урынбаҫары итеп тәғәйенлә­неләр.
1985 йылда иремде Мәскәүгә Әҙә­биәт институтының ике йыллыҡ Юғары курсына йүнәлттеләр. Ул саҡта улыбыҙ Рязань ҡалаһында әрме хеҙмәтендә ине. Мин Өфөлә 119-сы мәктәптә башланғыс синыфтар буйынса директор урынбаҫары булып уңышлы ғына эшләп йөрөйөм. Яландай ҙур фатирға күскән инек, унда мин яңғыҙым нисек торорға тейеш, ҡалмайым, мин дә һинең менән Мәс­кәүгә барам, тинем. Йөрөмәйһең, Лүзә, унда һис кем дә бисәһен эйәр­теп бармаясаҡ, ти. Ул шулай ҡырҡа һөйләй торған кеше инде, мәгәр уйлап йөрөп-йөрөп, фекер төйнәй тор­ған холҡо ла бар. Аҙна үткәндер, ярай, алып барам, тине.
Мәскәүҙә һәр ижадсыға ҙур бер айырым бүлмә бүленеүгә ҡарамаҫтан, мине ятаҡҡа индермәй ыҙалаттылар. Иптәшем ул саҡта, Башҡортостан Юғары Советы президиумы секретары яҡташыбыҙ Фәйзрахман ағай Хисмәтуллин аша Мәскәү ҡала Советындағы түрәләргә хат яҙҙырып, махсус рөхсәт алыуға иреште.
Әгәр барыуын-барһам, Мәскәү тирәләй «Алтын ҡулса» буйлап сә­йәхәт ҡылайыҡ, тинем. Әсхәл, ярай, бер мәртәбә йәшәйбеҙ, хәлдән кил­гәнсә театрҙарға, музейҙарға, концерттарға, күргәҙмәләргә барырбыҙ тип, мәҙәни программа төҙөнө һәм әйткән һүҙендә торҙо. Ике йыл эсен­дә ниндәй генә сараларҙа булманыҡ беҙ! Хатта ул саҡта билет табыуы мөмкин булмаған Ҙур театрға ла ике тапҡыр алып барырға форсат тапты ул. Икенсе тапҡырға саҡырыу ҡағыҙы берәү генә булғас, мине яңғыҙымды ғына индереп ебәрҙе, ә үҙе тамаша бөтөүен тышта көтөп йөрөнө.
Әйтелмәгән мөхәббәт
Әҙәбиәтселәр йортондағы осрашыуҙарҙа бөйөк замандаштарыбыҙ Сыңғыҙ Айытматов, Рәсүл Ғамзатов, Виктор Астафьев, Дауыт Кугультинов, Валентин Распутин, Евгений Евтушенколар менән күҙмә-күҙ күрешеп, улар менән рухи аралашыуҙар – минең өсөн күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлаған иҫтәлек ул. Ә Сергей Бондарчук, Юрий Никулин, Аркадий Райкин, Сергей Михалков, Ия Саввина, Михаил һәм Раиса Горбачевтар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашыуҙар! «Алтын ҡулса» буйлап сәйәхәт яһа­уыбыҙ, ун көн дауамында Ленинградтың иҫтәлекле урындары менән таныша алыуыбыҙ өсөн тормош ип­тәшемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Илдең төрлө төбәгенән һәм сит илдәр­ҙән йыйылған ҡырҡ дүрт яҙыусы араһы­нан бер беҙ генә парлашып барып йәшәнек, ҡалғандар, ысынлап та, яң­ғыҙ килгәйне уҡыу­ға», – тип ғорурлыҡ менән хәтерләй Лүзә Сәхип ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәгән йылдарын.
Эшмәкәр холоҡло, егәрле ҡатын баш ҡалала ла тик кенә ултырмай, Ҡыҙыл Преснялағы данлыҡлы 96-сы мәктәпкә урынлаша, бер үк ваҡытта балалар баҡсаһында ла эшләп йөрөй. Буш ваҡыттарында иренең балалар өсөн шиғырҙарын урыҫ теленә мә­ғәнәүи ауҙара. Һуңынан уларҙы Рауил Бохараев, Юнна Мориц кеүек атаҡлы ижадсылар тәржемә итә. Һөҙөмтәлә Әсхәл Әхмәт-Хужаның «Малыш» нәшриәтендә баҫылған «Мой сыночек, мой птенец» китабы хатта СССР замандары өсөн дә иҫ киткес ҙур һаналған 300 000 дана тираж менән сыға һәм ун көн эсендә таралып та бөтә.
Кире Өфөгә ҡайтҡас, Лүзә Сәхип ҡыҙы тағы яратҡан коллективына эшкә килә, ә шағир ике йыл самаһы ижад менән булып өйҙә ултыра. Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты асыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың саҡырыуы буйынса ойоштороу эшенә дәррәү ҡушылып китә Әсхәл Әбүталип улы. Факультетта өлкән уҡытыусы, бер аҙҙан доцент вазифаларында дәртләнеп уҡы­та. Дәрестәрен студенттары шул тиклем ярата, уның лекцияларын тың­ларға тип, хатта БДУ студенттары ла килеп етә торған була.
«Улыбыҙ Мәскәү дәүләт университетын тамамланы ла, аспирантура бөтөргәс, ғаиләһе менән Мәскәүҙә тороп ҡалды. Беҙ иһә, икәүләшеп, һәйбәт кенә итеп, эш менән күңел баҫып, әүрәп йәшәп ятҡанда, 1993 йылда, Өфөләге фенол-диоксин афәтенә тарып, ныҡ ағыуланып, ҡапыл Лүзәм ауырып китте. Бығаса гел тимербикә булған ҡатыным ҡамырбикәгә әйләнде лә ҡуйҙы, был ғилләгә тәүҙә ышана ла алманым. Бер ағзаһына ауыр операция үткәрҙе, ҡыуанып та өлгөрмәнек, күп тә тормай йәнә хәле бөттө. Тиҫтә йылдар ниндәй генә ҡыйынлыҡтарҙан мине ҡотҡармаған, ниндәй генә осраҡ­тарҙа миңә терәк булмаған ғәзизем үҙе минең ярҙамыма мохтаж ине хәҙер. Һиҙәм, күрәм: һаулығы көндән- көн мөшкөлләнә. Аптырағас, яҡындағы һөнәри ауырыуҙар клиника­һының баш табибына барҙым, әхүә­лебеҙҙе һөйләп бирҙем. Анализдар һөҙөмтәһен ҡулыма алғас, башыма күҫәк менән тондорҙолармы ни... Күктә ҡояш һүнгән һымаҡ булды. Ҡайтып ҡатыныма нисек итеп аңлатырға ла белмәйем. Әйткәс тә, дауаханаға бармайым, тип илай. Асығын белер өсөн кәрәк, тип саҡ өгөтләп алып барып һалдым.
Февраль айы ине, ул көндәрҙә ҡаты һыуыҡтар башланып, трамвай, троллейбустар туҡтаны. Дауаханаға фәҡәт такси менән генә барып етеп була, иртә һайын шунда ашығам. Тәғәйенләнгәндән һуң операция әллә нисә мәртәбә кисектерелде, тимер өҫтәлдәр туңа, йә бүлмәне йылытырға тип «юпитерҙар» тоҡандырғас, ян­ғын сыға. Лүзәнең, илай торғас, күҙҙәре күрмәй башланы. Аллаға шөкөр, ҡулдары ҡотло табиптарға тура килде, ғүмерен һаҡлап алып ҡала алдылар. Операциянан һуң егерме бер тәүлектән ашыу реанимацияла эргәһендә ултырҙым. Төндә каталканы индереп йоҡлайым да, иртәнсәк санитарҙар килгәнсе үк коридорға сығара һалып ҡуйып, ултырғыста ултырам. Бер үҙен ҡалдырырға ҡурҡам: ҡатынымдың холҡон беләм, яңғыҙы ҡалһа, ауыр уйҙарға бирелеп, үҙен-үҙе иҙә башлай. Шунан, саҡ ҡына арыуланғас, һаман да тән температураһы юғары булыуға ҡарамаҫтан, ҡатынымды алып ҡайтам, үҙем ҡарайым, өйҙә уға тынысыраҡ, ул йәһәтерәк һауығасаҡ, тип табиптарҙы өгөтләй башланым. Ны­ҡыша торғас, яраларҙың нисек итеп марляһын алыштырып бәйләргә өй­рәтеп, бер муҡсай дарыу биреп сығарҙылар. Һиндә бер ниндәй ҙә зәхмәт юҡ, ауырығаныңды онот, Аллаһы Тәғәлә беҙгә ярҙам итәсәк, тип әйтеп алып ҡайттым. Собестан инвалидлыҡ бирәбеҙ тигәстәре, юҡ инде, улайтып үҙеңде башҡаларҙан кәм итеп той­ҙорғом килмәй тип, баш тартырға күндерҙем. Етмеш һигеҙ килонан утыҙ туғыҙға ҡалған хәлә­лемде уҡыу йылы бөткәнсе өйҙә ҡа­раным. Тәғәм ризыҡ ҡапһа ла батмай, ғәзизем эсен ҡосаҡлап иҙәндә тәгә­рәп йөрөй, уны йәлләүҙән минең үҙәктәрем өҙөлә. Бер йотом һыу ҙа үтмәй. Ул әрнеүҙәрен, ауыртыныуҙа­рын һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡмы икән?! Өмөт көндән-көн боҙ­ҙай иреп юғала барһа ла, ҡатыныма, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тием, үҙемдең һөйләгәндәремә үҙем дә ышанып китәм.
Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә, Әбйәлилдән шылтыраталар: Мостай Кәримде саҡырырға уйлайбыҙ, әйҙә, ағай, һеҙ ҙә килегеҙ әле, тиҙәр. Ярай, тип ризалаштым, тик Мостай ағай сығыш яһай-яһай арығандыр, әйҙә, был юлы ял итергә еңгәләрегеҙ менән киләйек, тинем. Тыңланылар, Мостай ағай Рауза апайҙы, ейәне Тимербулатты ла алды. Ауылдан-ауылға халыҡ менән осрашып, ихлас итеп аралашабыҙ, өйҙән-өйгә индереп ҡунаҡ итәләр.
Күҙәтә йөрөйөм: бына ғәжәп, Өфөлә йотом һыу ҙа эсә алмаған Лүзәм ярты стаканлап сәй һемереп ҡуя. Үҙе һаман ауылдар янынан үткән һайын зыяраттан ҡарашын алмай, күҙҙәре йәшкәҙәп тик йөрөй. Аҙна аҙағына инде сәйҙе бер сынаяҡ итеп эсә ала башланы.
Мостай ағайҙар ҡәнәғәт булып ҡайтып киттеләр.
Мин Лүзәгә: һиңә һыу килеште, һауа килеште, беҙ Әбйәлилдә ҡалабыҙ, тинем. Юҡ, ҡалаһы түгелмен, үлһәм дә өйөмдә үләм, эшеңде ни тип уйлайһың, тип ҡырталаша башланы. Мин – хан: әйттем, бөттө, тинем. Һығылып илай, ҡайҙа торорбоҙ, ти. Уҡыған саҡтарында Стәрлелә гелән үҙебеҙҙә йәшәгән Мөхтәримә исемле туғаным, хәҙер минән дә изгелек күрегеҙ, тип, өйөнә алып ҡайтты. Мин район хакимиәтенә эшкә индем, ваҡыты-ваҡыты менән Өфөгә барып дәрестәрҙе тығыҙ расписание менән йәһәт кенә үткәреп ҡайта йөрөнөм. Шөкөр, хәлебеҙгә инеп, ыңғайыма торҙолар. Ҡатынымдан, кеше араһында ауыр уйҙарыңдан ҡотолорһоң, тип, мәктәпкә сығыуын үтендем. Ҡурҡам, тип икеләнһә лә, яңы асылған Асҡар гимназияһының башланғыс синыфтарында директор урынбаҫары булып өйрәнгән эшенә сумды ла китте. Лүзәгә тағы биш тапҡыр операция яһатып, ҡайғырышып-ҡаңғырышып алдыҡ та, артабан тормошобоҙ яйлап ыңғайлап китте. Әйберҙәре артынан тип кенә Өфөгә барғанда сәсрәп ауырып китеп, «Ашығыс ярҙам» саҡыртҡандан һуң, тәүге ете йылда башҡаса Асҡарҙан сыҡманы ҡатыным. Хәҙер инде бына район үҙәгендә йәшәүебеҙгә егерме йыл да тула. Сәй эскән һайын, мунса төшкән һайын Әбйәлил һыуына, Әбйәлил һауаһына рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Тыуған яҡтарыбыҙҙың шифаһынан ҡатыным терелеп китте, Аллаһы Тәғәләнең сихәте арҡаһында әле иңгә-иң терәп көн итеп ятабыҙ. Ошо үҙе бер мөғжизә түгелме ни?» – тип мөҡәддәс йөрәк серҙәре менән ихлас бүлеште Әсхәл Әбүталип улы.
«Ағайың кеше эшен оҡшатып бөтмәй, өйөбөҙҙө төҙөгәндә һәр сөй­ҙө үҙе ҡатып, һәр бүрәнәне күтәрешеп йөрөнө. Хан һарайындай йорт һалып индек. Асҡарға шул тиклем эҫендек, ҡайҙалыр икенсе ерҙә йә­шәйбеҙ тип күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әсхәл минең хаҡҡа бынамын тип эшләп йөрөгән институтты ташланы, ижадташ дуҫтарынан һәм күнеккән, яратҡан мөхитенән айырылды, мине йылдар буйы балалай ҡәҙерләп ҡарап аяҡҡа баҫтырҙы. Үҙемә һыңар тапҡыр ҙа «яратам» тип әйтмәһә лә, мин үҙемде һөйөклө кеше тип уйлайымсы, ныҡ яраталыр, тием. Үҙем уны ғүмерем буйына яратып йәшәнем, иремдең бер ҡырын яғын да күрмәй торғайным. Хәйер, бер «насар» яғы бар шулай ҙа: кешегә ул һис ярамһаҡлана белмәне. Тура әйтеүе арҡылы үҙе әллә күпме ыҙа ла сикте», – тип хистәрен йәшермәй асып һалды шағирҙың илһам фәреш­тәһе булып йәшәгән юлдашы.
Тормош һынауҙары һәм дауылдары аша етәкләшеп үтеп, үҙ-ара һүҙһеҙ аңлашырға ғына өйрәнмә­гәндәр, инде хатта төҫкә-башҡа ла оҡшашып киткәндәр улар. Ярты быуат уртаҡ йәндәш булыуҙарына дәлил: әле булһа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. «Аралашырға кеше етмәһә, мин ағайыңа үҙемсә мөхит булып торам. Ә ул миңә бар донъяны алмаштыра. Юғары уҡыу йорто бирмәгән белемдәрҙе лә мин унан алдым, тормош аҡылын да, тәжрибәне лә», – тип Лүзә Сәхип ҡыҙы иренә наҙлап ҡарай. «Төрлөһө булды инде, ағы ла, ҡараһы ла, гел генә әпәүләшеп тә ултырманыҡ. Ләкин Лүзәгә мин сикһеҙ рәх­мәтлемен, ул бер нигә ҡарамайынса яҙмышын минең менән бәйләне һәм өйләнешкәндә үк биргән йөрәк вәғәҙәһенә тоғро ҡалды. Икенсенән, ул бынамын тигән хужабикә; улыбыҙ Азаматҡа, киленебеҙ Люциәгә, Арыҫ­лан ейәнебеҙгә хәстәрлекле әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Донъя көтөүгә мин Лүзәнән башҡа ырыҫлы йәрҙе тапмаҫ та инем, тием. Хоҙай уны юлыма үҙе сығарғандыр ул», – тип һүҙен йомғаҡлай шағир.
Эйе, ололарға ла, кескәйҙәргә лә тәғәйенләп, эреле-ваҡлы утыҙ биш китап яҙған, дан-шөһрәт эстәгән күренекле ижадсы үҙ хәләле алдында бөгөн ана шулай баш эйә. Улар шулай ғүмер баҡый бер-береһенә булған мөхәббәттәрен, ихтирамдарын эш­тәре, бер-береһенә һаҡсыл мөнә­сәбәттәре, ҡылыҡтары аша белдерергә күнеккән. Әйтелмәгән мөхәб­бәттең ипкене уларҙың йортон һәр саҡ яҡтыртып, ҡот биреп торғандай. Һүҙгә күсһә, уның әлеге илаһилығы юғалып ҡуйыр һымаҡ.


Гөлнара БУРАНБАЕВА.
Флүзә АБДРАХМАНОВА

һәм ғаилә архивы фотолары.
Әбйәлил районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook