Башҡортостан Ҡыҙы

Һыйлы көнөң һыйырҙа, йәки Сәлиәнең бер көнө

Һыйлы көнөң һыйырҙа, йәки Сәлиәнең бер көнөКәк-күк, кәк-күк... Сәлиә Дим буйында һаҡаулана башлаған кә­күктең өҙө­лөп-өҙөлөп саҡырыуына, бер-береһен уҙышып йырлаған һандуғас моңона уяна, шуға күрә сәғәтен шылтыратырға ла ҡуймай... Йәйге төндөң ҡыҫҡалығы! Саҡ башын мендәргә терәгән кеүек ине, таң да һыҙылып килә. Тап ошо мәлдә, әле бер йән дә уянмағанда, ҡояшты ҡаршылау – донъя көтә башлағанда ингән ғәҙәт. Шунда уҡ эшкә тотонорға ашыҡмай Сәлиә. Һалҡынса йылға һулышын, туғай сәскәләренең хуш еҫен килтер­гән, битенә ҡағылып үткән еләҫ елде сәләмләй. Таңғы һиллектең ҡабатланмаҫ матурлығын тыңлап, ҡояштың тәүге нурҙарын йәненә һеңдереп, Дим өҫтөнән аҡ томан таралыуына хозурланып тора бирә. Таждарында мул ысыҡ емел­дәгән сәскәләрен һыйпап үтә.
Ул яратҡан тағы бер иртәнге моң – һыйыр һауғанда һөттөң биҙрәгә зыңғырҙап ҡаҡлығыуынан тыуған серле йыр. Һөт ағымы башта биҙрә төбөнә көмөш сың булып төшһә, аҡ күбек артҡан һайын, был сың тоноҡ­лана бара, шунан күңелле гөжләүгә күсә... Тик ике тиҫтәгә яҡын һыйырҙы ҡул менән һауып өлгөртөү мөмкин түгел, һауыу аппараты фай­ҙаланырға тура килә. Был эш менән ире Марат мәшғүл булһа, Сәлиә иңендә – һөт эшкәртеү.
– Минеңсә, ауылда йәшәүсе хал­ҡыбыҙ өсөн һыйыр тотоп, һөт ризыҡ­тары етештереүҙән дә ҡулайыраҡ эш юҡ. Әсәйем ғүмер буйы электричкаға ултырып, Өфөгә ҡатыҡ, май һатырға йөрөнө. Ҡулына ингән аҡсаһы иш янына ҡуш була торғайны, – тип һөй­ләй Сәлиә. – Беҙ ҙә донъябыҙҙы һөт-ҡаймаҡтан килгән аҡсаға көтәбеҙ. Башта дүрт һыйыр тотһаҡ, шунан ал­тауға, артабан унауға еткерҙек. Әле кәр­тәлә – ун һигеҙ һауын һыйыры, та­ғы бер нисә баш башмаҡ, йәш быҙау­ҙар. Һөттөң иң мул сағы – тәүлегенә 250-320 литр һауып алабыҙ. Йәйге сел­ләлә ул тиҙ боҙолоп бара, һыйырҙың еленендә үк әсергә етешеп ҡайта, шу­ға күрә йәһәт-йәһәт эш итергә кәрәк.
Һыйлы көнөң һыйырҙа, йәки Сәлиәнең бер көнө
Ишек алдындағы махсус һөт эшкәртеү өйө, күп тә түгел, аҙ ҙа тү­гел, бәләкәй бер цехты хәтерләтә. Заманында ауылдағы сыр цехында эшләгән Сәлиә менән Марат был өйҙө иң ҡәтғи санитария-эпидемиология талаптарына ярашлы ҡорған: кафель йәбештерелгән стеналарҙың аҡлығынан күҙ ҡамаша. Бер-бер артлы тып баҫып, бейек һыуытҡыстар теҙелеп киткән. Ҡеүәтле сепаратор­ҙар, газ плитәләре арыраҡ урынлашҡан. Тын алғыһыҙ томрала ла бында һалҡынса – кондиционер ҡуйылған.
Сәлиә әҙерләгән ризыҡтар, әл­биттә, ул әйткәнсә, һөт-ҡаймаҡ ҡына түгел. Ярмаланып торған аҡтан-аҡ эремсек, кескенә ҡояш булып ятҡан һары май, ҡуйы һөттән ойотолған ҡатыҡ, сөсө ҡатыҡты саҡ ҡына ҡа­бартып яһалған һөҙмә, кибет­тәрҙәге менән сағыштырғыһыҙ сыр... Ҡороттоң ғына ла бында дүрт төрө яһала: күңелде аса торған йәш ҡорот, күҙҙән йәштәр сығарырлыҡ ғәйрәтлеһе, бәләкәй йомғаҡтар менән киптерелгәне, боронғоса ыҫланғаны.
Иң беренсе сиратта кистән айыртып ойоторға ҡуйылған һөттө аҙ ғына утта тотоп, эремсек яһау өсөн һарҡытырға ҡуя. Саҡ ҡына һуңлаһаң, әсе тәме инәсәк, шуға күрә ваҡытын тотоп ҡалырға кәрәк! Эремсектең генә түгел, башҡа ризыҡтарҙың да ваҡытын “тотоу” мөһим. Артабан талғын утҡа сыр бешерергә ултырта – төбө көймәҫ өсөн, эргәһенә килеп, ҡат-ҡат бутап китә. Унан ҡороттарының әҙерлеген тикшерә – эркете һарҡып бөткәнме, юҡмы. Әҙер булһа, киндер ҡапсыҡтарҙан бушатып, һы­уытҡысҡа урынлаштыра.
Һыйлы көнөң һыйырҙа, йәки Сәлиәнең бер көнө
Ул ошо эштәр менән мәж кил­гәндә, иртәнге һауын да тамамлана. Күбеге лә шиңеп, һыуынып өлгөр­мәгән һөттө һөҙөп, сепаратор табағына ҡойоп ебәрә – аҡ ризыҡтың шифаһы һөтөнөң шунда уҡ эшкәртелеүендә. Шул арала ҙур эмаль кәст­рүлдәрҙә ойоп ултырған ҡуйы ҡатыҡ­ҡа күҙ һала – ойоуы ла етһен, артыҡ әсеп тә китмәһен. Иртәнге сәй мә­ленә Сәлиә, һөт айыртыуҙан тыш, тағы әллә күпме эштәр атҡарып өлгөргән була. Бер аҙ тын алғандан һуң, ҡатыҡ өсөн ҡайнатылған ир­тәнге һөттө һалҡынға ҡуя – ул һыуынғансы өс-дүрт сәғәт үтә. Ойо­ған ҡатыҡты ярты литрлы пластик шешәләргә ҡоя, ҡаймаҡты банкаларға тултыра. Әйткәндәй, Сәлиә ҡаймаҡты ла ике төрлө итеп әҙерләй: һөттө ҡайнатып һәм ҡайнатмайынса. Беш­кән һөттөң ҡаймағы оҙағыраҡ һаҡланыусан, тәме лә айырыла.
Әлбиттә, бөтмәҫтәй тойолған был эштәр Сәлиәне хужабикә мәшәҡәт­тәренән азат итмәй. Әле ауылда уттай ҡыҙыу осор – бесән мәле. Көтөү ҡыуғас, иртәнге ысыҡ кипкәнсе тип, ире менән улы бесәнгә ашыға, уларға ризыҡ төйнәргә кәрәк. Ярҙам итергә ынтылып торған ун туғыҙ йәшлек улдары, әлбиттә, эштәрен ныҡ еңе­ләйтә. Урал дәүләт физик культура университеты филиалында–Баш­ҡор­­тостан физик культура институтында белем алыусы Рәмис – ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионы, рәхәтлә­неп көсөн ауыл эшендә ҡуллана. Егеттәрҙе оҙатҡас, ҡатын ишек алдында аҡ яу булып һибелгән тауыҡтарын ашата, мөзөлдәп саҡырған бы­ҙауҙарын эсерә...
Ваҡытты саҡ ҡына туҡтатып булһа икән – төш тә еткән. Тап ошо мәлдә Сәлиә ҡыҙыл эремсек ҡайнатырға ҡуя. Ул ауыҙҙа иреп торорлоҡ булһын өсөн, бик һүрән утта кәм тигәндә һигеҙ сәғәт бешергә тейеш. Хал­ҡыбыҙҙың һөт ризыҡтары араһында айырым урын биләгән был затлы тәғәмдең ни тиклем файҙалы һәм туҡлыҡлы булыуы хаҡында ул сә­ғәттәр буйы һөйләргә әҙер:
– Әсәйемдәр быуыны ни эш­ләптер уны яһамай торғайны. Ҡыҙыл эремсекте өләсәйемдең ҙур ҡаҙанда бешереүе, табаҡта өйөлөп торған ҡыҙғылт-һары тәмлекәстең ашап туйғыһыҙ булыуы бәләкәй саҡтан хәтерҙә ҡалған. Борон ҡыҙыл эремсекте бәпес тапҡан әсәләргә, ашҡа­ҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғандарға, сырхауҙарға, хәлһеҙ­ҙәргә махсус ашатҡандар.
Һөт эшкәртә башлағас, оло быуындан һорашып, ҡыҙыл эремсекте нисек эшләүҙәрен өйрәндем. Хәҙер баҙарҙа ул иң үтемле ризыҡ һанала.
Сәлиәнең ҡыҙыл эремсегенең үҙәк баҙарҙа иң тәмлеһе булыуын һатып алыусылары ғына түгел, уның кеүек һөт ризыҡтары һатыусылар ҙа таный. “Серен уртаҡлаш әле”, – тиһәләр, ул, һис йәлләмәйенсә, был һыйҙы нисек әҙерләүен һөйләп бирә. Ләкин һәр хужабикәнең ҡулының үҙ тәме. Батшалар табынына торош был ризығыбыҙҙы башҡа ҡалаларға ғына түгел, сит илдәргә күстәнәскә лә алып баралар икән. Европа илдәренә, Америкаға эш сәфәре менән, йә булмаһа туғандарына ҡунаҡҡа юлланыусылар, “иң ҡәҙерле милли ниғмәттәребеҙҙән” тип, тап Сәлиәнең ҡыҙыл эремсеген килеп ала икән.
Сәлиәнең һатып алыусылары – халҡыбыҙҙың боронғо тәғәмдәренең тәме телебеҙгә ата-бабаларҙан күс­кәнгә, уны бар нәмәнән өҫтөн күргән милләттәштәребеҙ генә түгел, ауылда етештерелгән һөт ризыҡтарының, ғөмүмән, тәбиғи туҡланыуҙың һау­лыҡ өсөн төп шарттарҙан булыуын аңлаусы кешеләр. Хәҙер сит илдән ҡайтартылған киптерелгән һөт – үҫеш гормондары, антибиотиктар ҡаҙап үҫтерелгән һыйыр һөтө нигеҙендәге ашамлыҡтарҙан баш тартыусылар торған һайын күберәк. Иркен туғайҙарҙа йәшел үлән утлап, саф йылғалар һыуын һыулап йөрөгән һыйырҙарыбыҙ һөтөнән эшләнгән ризыҡтар, ҡайһыһын алһаң да, сихәт­ләндереү ҡөҙрәтенә эйә, һәр ҡабымы шифа. Был йәһәттән ҡорот хаҡында айырым әйтеү кәрәктер, беҙ уның киң дауалау үҙенсәлектәрен күҙ алдына ла килтереп бөтмәйбеҙ.
– Бер ҡатын биш йыл инде аҙна һайын минән бишәр килограмлап ҡорот ала. Ул тиклем ҡоротто ни эшләтәһегеҙ, тип һорайым. Баҡһаң, ғүмер буйы шәкәр сиренән, ҡан баҫымынан интеккән. Ҡорот ҡан баҫымын да, шәкәр кимәлен дә тигеҙләй икән, уны ашай башлағас, ханым дарыуҙың ни икәнен онотҡан, – ти Сәлиә. Ә бер олпат йәштәге ағай аҙнаһына өс тапҡыр эркет һыуы артынан килә. Өс йыл элек уҙаман ҡаты ауырыуға – яман шешкә дусар булған. Сир башланған саҡта ҡапыл ғына уның ныҡ итеп эркет һыуы эскеһе килә. Үҙенең тәбиғәт балаһы икәнен иҫкә төшөрөп, эске талабына буйһонған ир: “Шуны эсһәм, һауы­ғып китермен кеүек тойолдо”, – ти һәм хаҡлы булып та сыға: эркет һыуы ярҙамында сырхауын сигендерә. Ти-мәк, эркеттең шешкә ҡаршы торор, уны иретер ҡеүәте бар. Хәйер, эркет һыуы һалынған һауыттың ялтырап ҡалыуы, артыҡ оҙаҡ торһа, ашалыуы, ә инде иҫкерәк һауыттың хатта тишелеп сығыуы һәр хужаби­кәгә билдәле. Ауылда ҡәҙере булма­ған, малға эсерелгән эркет, ысынында иһә, мәғлүмәтһеҙлек арҡаһында ба­һаланып бөтмәгән бер хазина.
– Әҙерләгән ризыҡтарымдың кешеләр һаулығы өсөн файҙалы булыуына ҡыуанып бөтә алмайым, – тип бүлешә Сәлиә. Үҙәк баҙарҙа ете йыл сауҙа итеү осоронда тик уның ризыҡтарын баһалаған, үҙен көтөп тор­ған һатып алыусылары барлыҡҡа килгән. Шаршамбы, йома, йәкшәмбе, ул алдағы көн әҙерләнгән ризыҡтарын еңел машинаға тейәй ҙә, руль артына үҙе ултырып, таңдан Өфөгә юллана...
... Йәйге көн оҙон булһа ла, күҙ асып йомғансы үтеп бара. Ана, ауыл осонан көтөү төшөп килә. Һәүкәш­кәйҙәре, улаҡҡа һибелгән онға алданып, һуңламай, эркелешеп ҡайтып етәләр. Кәртә-ҡура бәләкәй генә ферманы хәтерләтә был ваҡытта.
Монарланып, күҙҙе наҙлап, ҡояш байый. Тынды ҡурған томра ба­ҫыл­ған, бар тереклек киске һауала иркен тын ала. Сәлиә ҡайнарлығы һүрелгән ергә ялан аяҡ баҫҡас ҡына көнө буйы тыпыр-тыпыр йүгереүҙән табандары яныуын тоя. Тик офоҡҡа инеүсе ҡояш, әйтерһең, уның бар арыуҙарын үҙе менән алып китә...
Әлшәй районы Ибрай ауылы һылыуы Сәлиә Шафиҡовала журналыбыҙҙы уҡыусы уңғанбикәләр үҙ­ҙәрен таныр, уның бер көнөндә үҙҙәренең ҡырылмаһа ҡырҡ мәшә­ҡәттә үткән йәйге көндәрен күрер, моғайын.
Альмира КИРЄЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әлшәй районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook