Башҡортостан Ҡыҙы

Һағыштарға сорнама, көҙ!..

Йыл буйына көткән ҡояшлы йәй күҙ асып йомғансы үтеп китте. Тәбиғәт, алтынһыу-ҡыҙыл төҫтәр менән балҡып, ҡабатланмаҫ матурлығын күңелдәргә һеңдерергә тырыша. Эйе, көҙҙө бар сағылышында – күҙҙе наҙлаусы сағыу төҫтәрен генә түгел, һалҡын иртәләрен, хатта туҡтамай шаптырҙап яуған ямғырын яратыусылар байтаҡ. Ләкин күптәр күңеленә көҙөн һағыш инә – баҡтиһәң, ул һәр бишенсе кешегә таныш тойғо икән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө заман кешеһе үҙенең тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнлеген онотоп ебәрә. Йәйге дәртле кәйефтең көҙгө моң менән алмашыныуы миҙгелдәрҙең алмашыныуын – эске халәтебеҙҙе сағылдыра. Оҙайлы ҡыш­ҡа инер алдынан тәбиғәт ялға мохтаж булған кеүек, йәйен күп ҡеүәт сарыф иткән әҙәм балаһына ла һалҡындар алдынан тын ғына көс туплау кәрәк. Миҙгелдәрҙең нисек алмашыныуына ҡолаҡ һалып, был осорҙа яҡшы ял итеү зарур. Беҙгә шатлыҡ хисе тәбиғи булған һымаҡ, моңһоуланыу ҙа тә­биғи. Әммә һәр нәмәлә сама мөһим – һағыштың бөтә йәнде сорнап, булған сирҙәрҙе көсәйтеүсе, булмағандарын уятыусы тәрән күңел төшөнкөлөгөнә килтереүенә юл ҡуйырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәргә тап көҙгө осорҙа ҡыйынлыҡтар тауҙай күренә, иртәләрен уяныу ауырлаша, күберәк йоҡлау талап ителә, болот ҡаплаған ҡояш менән тормош нуры ҡасҡандай кеүек тойола. Етмәһә, йәйге ялдан һуң эш тулҡынына күсеү торғаны бер яфа һымаҡ ҡабул ителә. Күңелле ялда үткәргән йәйҙе һағыныу ул тойғоно икеләтә көсәйтә.

Түбәндәге бер нисә кәңәш һеҙгә ошо ауыр халәттән арынырға, көҙҙөң һәр көнөн ҡәнәғәтлек менән үткә­рергә ярҙам итер.

Көҙөн ҡояш һүлпәнәйеүе беҙҙең кәйефкә ныҡ йоғонто яһай. Сөнки шатлыҡ гормондары – эндорфиндар тап ҡояш нуры ярҙамында барлыҡҡа килә. Шуның өсөн көн яҡтыһында мөмкин тиклем оҙағыраҡ булырға тырышығыҙ. Ир­тәрәк тороп, ҡо­яш сығыуын ҡаршылағыҙ, тәҙрә ҡорғандарын асы­ғыҙ – бүл­мәгеҙгә нур тулһын. Көҙгө саф һауаны иркен һулап, тышта йө­рөгөҙ.

Йоҡоғоҙҙо туйҙы­рығыҙ. Йоҡоноң сәләмәт булыуы һәр миҙгелдә мөһим, көн ҡыҫҡарғанда бигерәк тә. Иртәрәк ятығыҙ, бөтмәгән эшегеҙ ҡалһын, төн уртаһына тиклемге йоҡо – иң файҙалыһы. Эш аҙнаһында һуң ятырға тура килһә, ял көндәрендә туйғансы йоҡлағыҙ.

Дөрөҫ туҡланыуҙы яйлағыҙ. Көҙ – еләк-емеш, йәшелсә осоро. Оҙаҡ әҙерләнеп, файҙалы матдәләре кәме­гән аштарҙан, консерванттарҙан баш тартығыҙ. Күберәк еңел ризыҡ – йәшелсә салаттары, быуҙа бешкән ризыҡ ашағыҙ. Ҡамыр аштарын һәм шәрбәт тәмлекәстәрҙе сикләгеҙ.

Отпускығыҙҙы файҙаланып өл­гөрһәгеҙ, ике-өс көнгә булһа ла дуҫ­тарығыҙ, туғандарығыҙ менән берәй ҡайҙа барып ҡайтығыҙ. Күнегелгән мөхитте алмаштырыу, үҙегеҙҙе ярат­ҡан кешеләр менән аралашыу ауыр уйҙарҙы ҡыуыр. Шулай уҡ күңелегеҙҙә яҡын шөғөл дә күңел төшөнкө­лөгөнән аралар.

Тәҙрәләрегеҙгә яҡты төҫтәге яңы пәрҙәләр элегеҙ, диванығыҙға сағыу мендәрҙәр алығыҙ, һары, ҡыҙыл төҫ­тәрҙең бөтә сағылышы бүлмәгеҙҙе яҡтыраҡ итер, кәйефегеҙҙе күтәрер. Үҙегеҙҙе баҙыҡ төҫтәге килешле кейем менән ҡыуандырығыҙ.

Мотлаҡ яратҡан спорт төрөнә ваҡыт бүлегеҙ. Әүҙем хәрәкәтләнеү стресс гормоны адреналиндың тар­ҡалыуын шәбәйтеп, көсөргәнеште юҡҡа сығара, арығанлыҡты бөтөрә, матдәләр алмашыныуын һәйбәтләй, мейеләге ҡан әйләнеше яҡшырыу сәбәпле, фекерләү, хәтерләү ҡеүәһен, ижади һәләтте арттыра. Эске энергияны, кәйефте көйләү өсөн йога менән шөғөлләнеү бик файҙалы. Витаминдар эсеү, массаж яһау ҙа иммунитетты күтәрергә ярҙам итер.
Көҙҙө юрған аҫтында йәйҙе һағынып үткәреү теләген ҡыуығыҙ. Күктәге ҡояшты болот ҡаплауына ҡарап, күңелдәрҙәге ҡояш нуры һүрелергә тейеш түгел дә!

Резеда НАГАЕВА,
психотерапевт.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook