Башҡортостан Ҡыҙы

Хыял иле менән фани донъяны тоташтырыусы

Хыял иле менән фани донъяны тоташтырыусыТиҫтә йылдар элек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гөрләп барған “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” спектакленең сағыу күренештәре әлегеләй күҙ алдымда. Бигерәк тә күрәҙәсенең, һуғышҡа ирең менән барһаң, ул иҫән ҡайтасаҡ, тигәнен уйлап, ул ҡаршы булһа ла, бәләкәс сабыйын ҡәйнәһенә ҡалдырып, хәләле менән бергә яуҙа йөрөгән Нәзирә образы күңелгә уйылып ҡалған. Балаһы атайлы үҫһен, ире имен булһын өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ҡурҡмаған башҡорт ҡатынының ҡаһарман мөхәббәте Ләйлә, Джульетталарҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Башҡорт ҡыҙы шәхси хистәрен алға ҡуймай, үҙен ил именлеге, балаһының киләсәге хаҡына ҡорбан итә.

Драманың авторы Айһылыу Йә­ғәфәрова, күрешкәндә, бер сер асты миңә. Баҡтиһәң, башҡорт ҡатындарының ҡаһарман асылын данлаған был әҫәр яҡты донъяға тыуыуы менән тап беҙҙең баҫмаға бурыслы икән.

“Бер мәл “Башҡортостан ҡыҙы” журналы иң матур мөхәббәт тарихы хаҡындағы хикәйәләргә бәйге иғлан итте. Ул саҡтағы яуаплы секретарь Булат Өмөтбаев: “Айһылыу, һине лә бәйгеселәр сафында күрергә теләй­беҙ”, – тип үҙемә инселәп хат ебәр­гәйне. Мин – совет кешеһе, ҡушҡанды тыңлап өйрәнгәнмен, ҡатнашырға булдым. Нисегерәк итеп яҙырға һуң, тип самалап йөрөйөм, мин үҙем кисер­мәгәнде яҙа алмайым. Ә ул саҡта инде ир ҡатынымын, ике бала әсәһе, йәш ҡыҙ хистәрен тәфсирләп ултыра алмаҫымды аңлайым. Һуң, алайһа, ҡатын кешенең мөхәббәте хаҡында яҙырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Әллә нишләп башымда халҡыбыҙҙың “Бала ҡарға” риүәйәте өйөрөлә. Хәтерегеҙҙәлер, унда ир менән ҡатын һу­ғышҡа китеп бара ла, ҡатын юлда бәпәй табып, уны ҡарға ояһына һалып китә. Улар кире әйләнеп килгәнсе, улдарын ҡарғалар ашатып торған була. Был риүәйәт ҡатындың ире менән һу­ғышҡа китеүе хаҡында һөйләй. Ә ниңә ошо тарихты мөхәббәткә бәйләмәҫкә, тип дәртләнеп киттем. Өҫтө-өҫтөнә фекер төйнәлеп, “Башҡортостан ҡы­ҙы”на хикәйә тип яҙа башлаған нәмәм йәйелеп, повесть булып бара. Юҡ, былай барһа, роман итергә лә күп ҡалмаясаҡ, ә ҙур әҫәр яҙыр өсөн архивтарҙа ғына күпме ултырырға... Туҡта, мин быны сәхнә әҫәре итәйем, тигән уй килде.

Булат Өмөтбаевҡа: “Ғәфү итегеҙ инде, мин бәйгелә ҡатнаша алмайым, хикәйәм пьесаға әйләнде лә китте”, – тип хат яҙып һалдым. Әҫәремде тиҙ арала “Йәшлек” гәзите баҫып сығарҙы. Сәхнәлә ҙур уңыш менән барҙы ул: көнөнә ике тапҡыр ҡуйылһа ла, халыҡ эркелеп йөрөнө. Әлбиттә, барыһына ла ярап булмай, башҡорт ҡатындарының һуғыштарға йөрөүе иҫбатланмаған хәбәр, тип ғәйеп яғыусылар ҙа булды”, – тип хәтерләй яҙыусы.

Киләһе йыл 1812 йылғы Ватан һуғышының тамамланыуына 200 йыл туласаҡ. Бүтән бер халыҡтың ҡатындары ла ул осорҙа беҙҙекеләр ише ир­ҙәр менән бер ҡатарҙан һуғышҡа ин­мәгән. Василий Зефировтың “Йәнтүрә хикәйәләре”ндә нәљ ошондай бер ҡаһарман ҡатын тураһында һөйләне­лә. Йәнтүрә ҡарт хәтирә­ләрендә ҡатынының яуҙа ҡатнашыу ғына түгел, миҙал да алып ҡайтыуы хаҡында бәйән итә. В.Зефиров менән Йәнтүрәнең әңгәмәһен тыңлап ултырған старшина, ҡунаҡтың бик ышанып етмәүен күреп: “Һин нимә, әфәнде, белмәйенсә шаяртып ултырма. Минең ҡыҙҙарҙың ҡалай һыбай йөрөгәнен күрҙең бит, ҡулдарына ҡылыс тотторһаң, әллә ниндәй батырыңды ла атынан осора һуғырҙар”, – тип ҡуя.

Ә яңыраҡ 1-се башҡорт полкы француздар менән бәрелешкән яланда, Смоленск янында, эҙәрмәндәр баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары сәстәренә тағып йөрөгән сулпылар тапҡан, уларҙың фоторәсемдәре интернет селтәренә лә һалынған. Айһылыу апай дөрөҫ әй­тә ул, беҙ тарихта тиңе булмаған ҡаһарман ҡатын-ҡыҙ шәхестәребеҙҙең дә данын күтәрә белергә тейеш. Уның “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” әҫәре – ошо юҫыҡта башҡарылған тәүге эштәрҙең береһе. Хәйер, Айһылыу апай үҙе лә холҡо менән ҡыйыу һәм тәүәккәл инә-өләсә­ләренән һис тә ҡалышмай. Ғүмер буйы эш тип сапҡан, үҙ-үҙен онотоп яҙыш­ҡан, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә ул.
Әле алдымда ятҡан романын, повестарын, хикәйәләрен, әкиәттәрен, тәржемә китаптарын, ул төҙөшкән дә­реслектәрҙе һәм хрестоматияларҙы, уҡытыусылар алдында һөй­ләгән лекцияларын, көндәлектәрен күреп, улар­ҙың ғүмер буйы ауыл ерендә йәшәп, ике бала тәрбиәләгән, ир ҡараған, балалар баҡсаһы мөдире булған, ћаман да өс һыйыр һауған, мал аҫраған нескә заттың хеҙмәттәре икәненә ҡапыл ғы­на ышаныуы ла ауыр. Әйткәндәй, һис бер ҡаршылыҡ алдында ла аптырап ҡала торған кеше түгеллеге уның һәр ғәмәлендә күҙгә салына. Мин барғанда, хәҙер машинка менән баҫҡанды редакциялар ҡабул итмәй, алтмышты үткәс, компьютерҙы үҙләштерҙем, тип, яңы әҫәрен үҙе баҫып ултыра ине.

“Бала саҡта, яҙыусылар килє, тип, Әхмәттән Асҡарға йәйәүләп осрашыуѓа барҙыљ. Абдулхаҡ Игебаев, Мө­хөтдин Тажи, Марат Кәримов ағайҙар килгәйне. Ћәр әйткән һүҙҙәре әлегеләй иҫемдә. Абдулхаҡ ағай таушалып бөт­кән “Аҡбуҙат” тигән китабын килтереп сығар­ҙы. Мин китабымдың былай иҫкереп бөткәненә ҡайғырмайым, киреһенсә, уны күп бала уҡығанға ҡыуа­нам ғына, тине. Осрашыу аҙағында, арағыҙҙа яҙышҡан уҡыусылар бармы, тип һоранылар. Тиҫтерҙәрем барыһы ла миңә боролоп ҡараны: “Тор, Айһылыу, шиғырыңды уҡы”, – тиҙәр. Мин баҫтым да, оялышымдан башымды эйеп тик торам. Шул саҡта Тажи ағай: “Һе, хәҙер уҡый алмай торһа ла, үҫкәс Һәҙиә апай һы­маҡ роман яҙыр әле ул был ҡыҙыҡай”, – тине. Мин, сәмләнеп, эстән генә үҙе­мә, яҙасаҡмын, барыбер яҙасаҡмын, тип һүҙ бирҙем”, – ти ул.
Зәйнәб Биишеваның повестарын уҡып дәртләнеп, ауылында тимурсылар командаһы ла ойоштороп ебәрә. Үҙе уйлап сығарған пьесаларҙы дуҫтары менән сәхнәләштереп, ауылдаштарына тамашалар ҙа ҡуя. Шул арала йәйге каникулда әхи­рәттәре ме­нән фермала утыҙар һыйыр ҙа һауып өлгөрә. Туғыҙынсы синыфтан һуң Ишембай ҡалаһына тәрбиәселәр курсына уҡырға бара. Унан һуң Әбйәлилгә ҡайта.

“Ул саҡта районда дүрт кенә балалар баҡсаһы бар ине, мин Красная Башкирия ҡасабаһын һайланым, сөнки унда еңгәйем йәшәне. Ире һуғышта ятып ҡалғас, ошонда килеп урынлашып, яңынан тормошҡа сыҡҡан ине. Иптәше ферманан һуң ғына ҡайта, беҙ еңгә менән кистәрен серләшеп ултырырға яраттыҡ. Ул йәшлеген һөй­ләй – нисек Ҡағы яғында урман ҡырҡыуҙарын, атаһының ҡулға алыныуын, мөхәббәт тарихын. Эй-эй, күрелде инде, яҙһаң ине ошо михнәт­тәрҙе, ти. Еңгә, әйҙә, үҙем яҙам, тинем һәм ун туғыҙ йәштә шулайтып айбарланып роман яҙырға булдым. План төҙөп алдым. Ҡасабаға килгәс, мине былай ҙа шул тиклем итеп эшкә ҡушып ҡуйғандар ине. Комсомолдарҙың киске мәктәбендә староста, комсомол секретары ярҙамсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм бәлиғ булмаған балалар комиссияһы ағзаһы, район гәзитенә әүҙем яҙышам, “Осҡон”доң штаттан тыш хәбәрсеһе, үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөйөм. Кинонан һуң ҡалып, репетициялар үткәрәбеҙ ҙә, сәғәт ун икелә клуб ябыла ине. Шунан ҡайтам, совхоз тып-тын, күңелгә рәхәт, төнгө икегә тиклем яҙам, көн дә ултырырға тырыша инем. Яҙа башлаһам, бит­тәрем ҡыҙара, йөрәгем тулай, өлгөрә алмай яҙам, әйтерһең дә, өҫтән кемдер һөйләм­дәрҙе әйтеп тора. Геройҙарымдың ара­һында йөрөйөм, кейемдәрен, хатта төймәләренә тиклем күрә инем. Төнгө икеләрҙә күрше Тамара апай ҡайта, ул мунса яғыусы булып эшләй ине, мин уның малайын йоҡлата торғайным. Һаман яҙа­һыңмы, туғаным, ти, мин, эйе, өлгөрә алмайым, тием. Улай булғас, һиңә бер нәмә эшләтәм, тине лә бер нисә көндән трибуна күтәреп килеп инде. Өҫтәлгә ҡуйҙыҡ, йәтеш кенә ручка һала торған ере лә бар. Хәҙер тороп яҙа башланым, үҙемде ышандырғанмынмы икән, ысынлап та, йәһәтерәк яҙылған һымаҡ. Биш йыл яҙҙым да ҡуйҙым, меңгә яҡын бит булып китте. Ҡараламанан күсереп яҙыуға тағы ла дүрт йыл сарыф ителде. Ул арала эшләп йөрөйөм, балалар өсөн китаптарым сыҡты, депутат иттеләр, балалар баҡсаһында мөдирмен, фатирым да бар ине. Европалағы һымаҡ, бөтә нәмәне лә булдырып, егерме туғыҙ йәштә Уразбай ағайығыҙ­ға кейәүгә барҙым.

Хәҙер баяғы ҡулъяҙманы ҡайҙа баҫ­тырырға, тигән мәсьәлә килеп тыуҙы. Таныштар аша Өфөләге радиола эш­ләгән машинистка ҡыҙға тапшырҙым. Уның бәләкәс балаһы бар ине, ана ба­ҫам, бына баҫам, тип ике йыл ятҡырҙы ла кире ҡайтарҙы. Шунан матбуғат йортондағы ҡыҙ­ҙарға алып барҙым. Яҙа башлағандан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә баҫтыра алдым. Ә инде китап сығарыу тарихы тағы ла оҙонораҡ булды. Рәшит ағай Солтан­гәрәев, Айһылыу, һин былай оҙон килеш ташҡа баҫтыра алмаясаҡһың, тине. Беләм инде ул ҡыҫ­ҡартыуҙарҙы, тереләй тирене йырғыслаған һымаҡ буласаҡ, тип тә өҫтәне. Ҡыҫҡартыуҙы бит кеше эшләй алмай, үҙемә машинка кәрәк. Һыйыр алырбыҙ, тип аҡса йыя инек. “Башҡортостан” гәзитендә машинка һатыла, тигән иғлан күреп ҡалдыҡ, ул “ә” хәрефе урынына “э” баҫа икән, шуға һаталар. Иптәшем мең бә­лә менән шуны алып ҡайтып бирҙе. Ҡыҫҡартылған килеш тә нәшриәттә оҙаҡ ятты, йәнә алып ҡайтам, йәнә ҡыҫҡартам, таѓы сыҡмай ята, шулай мәшәҡәтләнә торғас, өмөтөм дә ҡалмағайны, мең биттән ике йөҙ илле самаһына ҡалған “Килендәр” романымды 45 йәшемә, ниһа­йәт, ҡулға алдым. Роман сыҡҡас, ҡайҙарға ғына осрашыуҙарға саҡырманылар, китапханаларҙа иң таушалған китап минең романым булып китте. Хатта үҙебеҙҙең район китапхана селтәре шул таушалған китаптарҙы йыйып, күргәҙмә лә ойошторҙо. Шунан да оло бәхет булмағандыр минең өсөн”, – тип хәти­рәләре менән бүлешә әҙибә.

Ә шулай ҙа Айһылыу Йәғәфәрова минең өсөн тәү сиратта – әкиәтсе. Уның әкиәттәр донъяһындағы мөғ­жизәләргә сорналып тотош быуын­дар үҫте. “Сәнскеле күлдәк”, “Алтын тараҡ”, “Һайыҫҡан-почтальон”, “Ҡо­йон батшалығында” – ошо һәм башҡа әкиәттәре, уларҙың сағыу һүрәттәре лә, китап исемдәрен атағас, күптәр­ҙең хәтерендә яңырғандыр. Ул – бик күп донъя халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт теленә ауҙарған атаҡлы тәр­жемәсе лә.

“Балалар баҡсаһында балаларҙы һәр ваҡыт әҙәбиәт аша тәрбиәләнем. Мәғариф министрлығына мәктәпкәсә йәштәге төрлө төркөм балалары өсөн әллә нисә хрестоматия төҙөүҙә ҡатнаштым, ҡайһы берәүҙәрен яңғыҙым да эшләнем. Шундай йыйынтыҡтар­ҙың береһен әҙерләгән ваҡытта, әйҙә, А.С. Пушкиндың берәй әкиәтен дә уҡыу әсбабына индерәйек, тип тәҡдим иттем. Тапһаң, индер, тинеләр. Аһ, булмаһа ни, үҙем тәржемә итәм, тинем, әммә тотоноп ҡарағайным, тәржемә­ләнмәй ҙә ҡуя, тәүге хрестоматияға мин атаҡлы шағирҙың әкиәтен шулай­тып индерә алманым. А.С. Пушкин бит әкиәттәрен ололар өсөн яҙған, ә миңә балаларға тәғәйенләп тәржемә­ләргә кәрәк. Сәмләнеп киттем, бөйөк яҙыусы хаҡындағы яҙмаларҙы өйрәнә башланым. Бер ваҡыт Мәскәүҙә А.С. Пушкин менән П.П. Ершов осраша. “Конек-горбунок”ты уҡыным, шул тиклем матур, халыҡсан яҙғанһың, ти ул Ершовҡа. Шунан һуң, Рәсәйҙә ҙур әкиәтсе тыуҙы, мин бүтән әкиәт яҙмаясаҡмын, ти һәм яҙмай ҙа. П.П. Ершов та башҡа әкиәт яҙмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ошо мәғлүмәтте тапҡас, туҡта әле, Ершовты уҡып ҡарайым, тинем. Уҡый башланым, “За лесами, за гора­ми” тип... 8-7 үлсәме, үҙенән-үҙе уҡы­ла, А.С.Пушкиндың да шул үлсәмдәге шиғырҙары бар, башҡорт эпостары, ҡобайырҙарында ла бындай юлдар йыш осрай, беҙҙеңсә булһын, тип мин дә шул үлсәмдә тәржемәләргә булдым һәм отолманым. А.С.Пушкиндың әҫәрҙәрен төп нөхсәһендәгесє аҙым менән тәржемә итеп ҡарауым уңыш­һыҙлыҡҡа осраһа, был үлсәмдә ул үҙе­нән-үҙе башҡортсаға әйләнеп китә ине. Ун йыл эсендә барлыҡ әкиәттәрен дә башҡортсаға ауҙарып бөттөм һәм уны шунда уҡ нәшриәт баҫып сығарып, мәктәптәргә таратты”, – тип үҙе лә балалай шатлана Айһылыу апай.

– Ауыл ерендә эшләп, йәшәп тә ижадҡа гел нисек ваҡыт һәм дарман таба алдығыҙ һуң, – тип һораным яҙыусынан.
“Мин һәр ваҡыт эштең тәүҙә ауыр өлөшөнә тотонам. Оҙаҡлап та ултырмайым, улайтып та булмай ауылда, һыйырҙы ваҡытында һауыр кәрәк, ашарға бешерергә, баҡсаны ҡарарға. Көнөнә ғәҙәттә ике сәғәт эшләйем, әле бына кисен биштән етегә саҡлым ултырам. Ә шулай ҙа төп эш йыл һайын ҡышҡыһын эшләнеп ҡала, декабрь – февраль – ул минең ижад осоро, йәйге­һен күберәк яҙылғандарҙы рәткә килтерәм, компьютерҙа йыям. Яңы роман яҙҙым, нәшриәттә повестарым һәм шиғырҙарым да сират көтөп ята. Яҙған булһа, мәле етһә, сығыр, уны­һына артыҡ ҡайғырмайым. Быйыл беҙҙең тө­бәк оло афәт үткәрҙе – йәй уртаһында ауылдарҙы уйламаған ерҙән һыу баҫты. Бик күп зыян килтерҙе ул. Беләһегеҙ­ме, ошо һыу ба­ҫыуҙың да сәбәбен мин шул тәбиғәт­кә булған мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәттә күрәм. Халыҡ аҡылы ауыҙ-тел ижадына йәшерелгән бит.

Бер япон әкиәте иҫемә төштө. Унда бер ауылды яҙ һайын аждаһа һыу аҫ­тында ҡалдыра. Өйҙәр аға, кешеләр бата. Бер егет һыу-аждаһаға ҡаршы ысул эҙләп сығып китә һәм бер бейек тау башында тау эйәһен осрата. Бар аждаһанан ҡотолоу ысулы, мин һиңә бер тоҡ орлоҡ бирәм, шуны күмәкләп ауылығыҙ тирәләй сәсеп сығығыҙ, ти. Шулай итәләр ҙә, үҫентеләр бер йыл эсендә арыу үҫеп, ағасҡа әйләнеп өл­гөрә. Баяғы аждаһа туфанын яңынан ҡалҡытып-ҡалҡытып ҡарай, әммә ағастар һыуҙы эсеп бөтөп тора. Шулайтып улар аждаһаны еңә. Аңлағанға ишара, башҡа өҫтәп әйтер һүҙем юҡ”, – тип әңгәмәне тамамланы әкиәтсе ағинәй, әсәй, өләсәй, РСФСР Яҙыусылар союзы ағзаһы, драматург һәм яҙыу­сы Айһылыу Йәғәфәрова.

Ысынбарлыҡ менән әкиәт арауығы күңел күҙе күргәндәр өсөн үр­мәксе ауынан да нескә, тиҙәр. Ай­һылыу апай ҙа – бүтәндәр өсөн ғәҙәти булған күренештәрҙә мөғжизә сырамытып, хыял илен һәм фани донъяларҙы тоташтырып йәшәүсе әүлиә заттарыбыҙҙың береһе. Именлек, һаулыҡ, ижади илһам һәм дарман теләйек уға!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook