Башҡортостан Ҡыҙы

Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә...

Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә...50-се йылдарҙа Силәбе өлкәһенең данлыҡлы Магнит ҡалаһында йәшәүсе ҡорос ҡойоусы Исмәғил менән уның ҡатыны Нәфисә ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә – Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә. Өйҙә уларҙы башҡортса исемдәре менән атаһалар, урамда, мәктәптә тик урыҫса – Зина, Зоя, Галя тип йөрөтәләр. Апалы-һеңлеле өс ҡыҙ яҙмышында тотош бер нәҫелдең генә түгел, халҡыбыҙҙың ифрат ҡатмарлы, борма-борма яҙмышы, уның, быуаттың утлы һынауҙарына ырғытылып, көлдән ҡалҡыныуы, дәүер шаңдауы сағыла. Был яҙмабыҙ – тыуған ергә, туған моңға, телебеҙ аһәңенә һөйөүҙең донъялағы бар тойғоларҙан бөйөк булыуы, бер ниндәй шарттарға ҡарамайынса, ҡандан ҡанға күсеүе һәм уның тартыу көсө әҙәм балаһын ата-бабалары тупрағына әйҙәүе хаҡында.

1931 йыл. Әбйәлил районы Амангилде ауылының дин әһелдәре Тайсиндар тоҡомон тап ошо йылда, кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә оҙаталар. Әлбиттә, тирә-яҡҡа билдәле Муллабай мулла менән уның ғаиләһе һөр­гөнгә беренсе сиратта ебәрелә.

...Йылдар үтер. Алыҫ Кемерово өлкәһе Прокопьевск ҡалаһы эргә­һендә тотош башҡорттарҙан торған бер ауыл барлыҡҡа килер, Тайсиндар ҙа шунда йәшәр, шахтала күмер сыға­рыр. Егәрле, уҡымышлы был нәҫел һөргөндә лә юғалып ҡалмаҫ, яҡшы йәшәү юлдарын табыр. Ләкин тыуған яғын һағынып ғүмер итер, уны төш­тәрендә күрер, өндәрендә йырға һалыр. Тик хөкөм мөҙҙәте үткәндән һуң да уларға Амангилдегә ҡайтырға рөхсәт булмаҫ. Ҡайһы берҙәре, сара­һыҙҙан шунда тороп ҡалып, яйланған тормоштарын дауам итер, уњѓан кү­мер сығарыусылар булып танылыр.

Ә Муллабай мулланың ҡатыны Ка­милә балаларын берәм-һәрәм булһа ла Башҡортостан яғына ебәреү яғын хәстәрләй. Амангилдегә булмаһа, баш­ҡа ергә – тик тыуған яҡҡа яҡын бул­һындар, ти ул. Ћигеҙ балаћыныњ алтыћын кемгәлер эйәртеп, Башҡорто­станѓа алдан оҙатһа, үҙе бер аҙҙан ҡыҙ­ҙары Мөхтәримә һәм Нәфисә менән яңы төҙөлә башлаған ҡорос ҡойоусы­лар ҡалаһы Магнитогорскиға ҡайтып төшә. Әммә хәләл ефетенең һөйәктә­ре мәңгелеккә ят тупраҡты төйәк итеүе ғүмерлек яра булып ҡаласаҡ.

Быуат төҙөлөшө тип аталған ме­таллургия заводына бөтә тирә-яҡтан, шул иҫәптән яҡындағы Башҡортостан райондарынан да мәжбүри рә­үештә эшсе көс йыялар. Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылынан төҙөлөшкә алынѓан егеттєр араћында Исламов Исмєѓил дє була.

Исмәғил менән Нәфисә Магниткала таныша ла инде. “Сөм-ҡара бөҙ­рә сәстәре биленә тиклем төшөп торған, һинд ҡыҙҙарына тартым са­ғыу һылыу әсәйемә артынан урамда баштарын бороп ҡарап ҡалырҙар ине. Ә атайым, мыҡты кәүҙәле, битен­дәге шаҙралары кескенә ҡояштай балҡыған уҙаман, ғүмер буйы әсәйемә һоҡланды ла, үлә яҙып көнләште лә”, – тип хәтерләй бөгөн Зифа Исмәғил ҡыҙы Юлсурина.

Атайҙары ҡулына ҡурай алып уйнап ебәреүе була, бөтөнләй башҡа кешегә әүерелә: ауыр эштән төшкән яурындары ҡайҡайып, һыны турайып киткән атаһын Зифа мөһабәт ҡаяға оҡшата ундай минуттарҙа: “Ҡарашындағы бөркөт ғорурлығы, баш бирмәҫлек саялыҡ, әйтеп бөткөһөҙ һағыш һәм һыҙланыу күңелемә уйылып ҡалған. Сал далаһында ҡыл ҡурайын уйнап үҫкән тәбиғәт балаһы атама был таш ҡалала, ят мөхиттә йәшәү үтә лә ауыр ине”.

Исмәғил алдынғы ҡорос ҡойоусы була, ә ҡатыны Нәфисә һатыусы булып эшләй. Заманына күрә етеш йәшәйҙәр, өс бүлмәле фатирҙа ғүмер итәләр. Ҡулдарынан гөл ҡойолған әсәйҙәре ҡыҙҙарына күлдәктәрҙе үҙе тегеп, ҡурсаҡтай кейендереп йөрөтә.

“Ләкин атайымдың иркен далаһы­на тартылыуы, мәжбүри килтерелгән ҡалала үҙен таш зиндандағылай тойоп, ғазапланыуы беҙҙең күңелдәргә лә һағыш булып күсте. Ауыр эш аҙнаһынан һуң ял көндәрендә ул “төшөрөп” ала торғайны. Бабалары ҡымыҙҙан ҡатыны эсмәгән атам ят эсемлек – хәмер шауҡымына тиҙ бирешә ине. Эсендәге һағышты ул моң­ға һалды. Тик ул моң бында беҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй, тан­һыҡ та, таныш та түгел! Ул моң... ул моң минең төштәремә инә... – Зифа апай был турала һөйләгәндә күҙ йәш­тәрен тыя алмай. – Атайым йөрәк­һенеп һуҙған “Уйыл”, “Азамат”, “Зөлхизә”, “Урал”, “Сәлимәкәй”ҙең иң нескә бөгөлөшө лә һәр күҙәнәгемә һеңеп ҡалған”.

Атаһы менән әсәһе көндәр буйы эштә булғас, ҡыҙҙар күберәк өләсәлә­рендә үҫә. Аҡыллы инәй, Зифа арала­рында иң өлкәне булғанғалырмы, әйтер һүҙен уға әйтеп ҡалырға тырыша: “Һин әле бәләкәй. Ләкин тыңла һәм иҫеңдә ҡалдыр, бөгөн онотһаң да, һүҙҙәрем, ваҡыты еткәс – кәрәк саҡта хәтереңдә ҡалҡып сығыр. Улар­ҙы аманатым итеп Зөлхизә һәм Ғәли­мә һеңлеләреңә еткер. Һеҙ – љол затынан түгел, уҡымышлы, бай тоҡомдан. Уҡырға, матур йәшәргә тырышығыҙ”.
Өләсәһе ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ тормош ҡағиҙәһе булғанын Зифа үҫә төшкәс төшөнә. Улар шул тиклем ябай һәм мөһим. Мәҫәлән: “Берәйһе өйгә инеп килһә, ашатығыҙ, эсерегеҙ, шунан ғына хәбәр башлағыҙ”. Кеҫә­һендә гел ҡорот киҫәге йөрөтөр өлә­сәһенең “Һәр өйҙә көл болғаусы бар бит” тигәне “Һәр йортта бала бар (көл болғап уйнаусы), күстәнәсһеҙ инеү килешмәй” тигән һүҙ булған икән. Былары инде кейәүгә сыҡҡас биргән кәңәштәре: “Ирең менән нисек асыуланышһағыҙ ҙа, түшәк һыуытма. Асыуланһын, айырым ятһын. Ә һин шым ғына мендәреңде ал да янына барып ят – тик арҡаңды ҡуйып ят”.

Ысынлап та, ҡайһы бер әйткәне, онотолған кеүек булһа ла, тап кәрәк мәлдә хәтеренә төшә: “Йәш саҡта мәшәҡәт менән бер-береңдең ҡәҙе­рен белмәйһең. Ҡартайғас кәрәк иш­ле булыу. Бабайың менән бер-береңә арҡа ҡуйып ултыраһың да аяҡтарың­ды ергә ныҡ итеп терәйһең. Оборон тотор өсөн. Кемдән тип әйтәһегеҙме – үҙ балаларыңдан. Сөнки үҙ балаң­дан ишеткән ауыр һүҙ дошман хәнйә­ренән үткерерәк ҡаҙала”.

“Ғаиләбеҙҙә хис-тойғолар бик тыйнаҡ белдерелә ине. Атайым менән әсәйемдең башҡорттарға ғына хас булғанса мәрәкәләп – йомшаҡ шаяртып һөйләшеүе, бер-береһенә “атаһы”, “әсәһе” тип өндәшеүе хәтерҙә ҡалған. Еткән ҡыҙ булғас, мөғжизәүи көс – мөхәббәт тураһында белергә теләп, өләсәйебеҙҙән: “Өләсәй, олатай һине яраттымы?” – тип һорайбыҙ. “Ул мине йәлләй тор­ғайны. Йәлләгәс, яратҡандыр инде. Љышын тышта ғөсөл ҡойонғанда боҙ суҡтары булып туңған сәстәремде тыны менән өрөп йылыта ине”, – өләсәйебеҙҙең һөйөү хаҡындағы тә­рән һәм ипле төшөнсәһе бөгөн бигерәк тә илаһи яңғырай”, – тип хєтер ебен ћ∆тє Зифа апай. Ҡыҙҙар өләсә­ләренең йомшаҡ, наҙлы телен, зирәк аҡылын күңелдәренә һеңдереп үҫә. Ләкин йөрәктә иң ныҡ уйылып ҡал­ған һүҙе шул була: “Башҡортостанға ҡайтып йәшәгеҙ!”

18 йәшлек Зифаның беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе бөгөнгөләй хәтерендә. Ике туған ағаһы уны үҙенең туйына саҡыра. Милли йолалар буйынса уҙғарылған ысын башҡорт туйын күреп, ҡыҙ үҙен матур әкиәттә йөрө­гәндәй хис итә. Йәштәр һылыуҙарын гел үҙҙәре менєн йөрөтә. Бына ҡайҙа талпынған икән уның күңеле! Бында бөтәһе лә башҡортса һөйләшә. Ул үҙе­нең айҙай түңәрәк йөҙөнән дә, ҡыҫыҡ күҙҙәренән дә, дегеттәй сәстәренән дә оялмай – бөтәһе лә уға оҡшаған. “Мин бик матур икән дә!” – быны тойоу үҙе өсөн дә көтөлмәгән асыш була. Театр, концерттарға йөрөй, ағаһының студент дуҫтары менән аралаша. Сүл­лектән сарсап килеп, ниһайәт, саф шишмәлә һыуһынын ҡандырған юлсы һымаҡ һиҙә ул үҙен: “Мин бында ҡалам һәм туғандарымды ла алып киләм!”

Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға ингәс, башта янына Зөлхизәне, унан Ғәлимәне күсерә. “Беҙ үҙебеҙҙе туған мөхитебеҙҙә һыуҙағы балыҡ һы­маҡ тойҙоҡ”, – тип хәтерләй улар студент йылдарын. Ҡала ихатаһында күп милләтле мөхиттә уйнап үҫеүҙәре, баҡһаң, уларҙы үткер, ҡыйыу иткән. Ауылдан килгән үтә тыйнаҡ тиҫтерҙәре араһында был сифаттары менән айырылып торған ҡыҙҙар тиҙҙән комсомол, профсоюз башлыҡтары булып китә.

... Ҡыҙҙарҙың мәғрифәтселек юлын һайлауына ғәжәпләнергә түгел: быуаттар дауамында дин үә ғилем ярҙамында халыҡ рухын яҡтыртыуға хеҙмәт иткән нәҫелдән бит улар. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире, профес­сор Зөлхизә Исламова республикала абруйлы ғалим булараҡ билдәле булһа, кесе һеңлеләре Ғәлимә Йәнсуринаны баш ҡалала иң һөҙөмтәле алымдар буйынса эшләүсе көслө инглиз теле уҡытыусыһы итеп беләләр. Ул – “Мәғариф” милли проекты сик­тәрендә Рәсәйҙең иң яҡшы мөғәл­лимдәре конкурсы еңеүсеһе, “Йыл уҡытыусыһы-2007” республика бәй­геһе лауреаты. Хеҙмәт юлын мәктәп­тә башлаған Зифа апайҙары ла алдынғы уҡытыусы һәм ойоштороусы булып таныла. Бынан тыш, Зифа Исмәғил ҡыҙы оҙаҡ йылдар Белорет район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынба­ҫары вазифаһында эшләп, уны үҫтереүгә ҙур көс һалыусы шәхес булараҡ ихтирам яулаған. Ауыр тормош хә­лендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйындырыусы үҙәкте, инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәген, башҡорт лицей-интернатын, башҡорт гимназияһын, башҡорт балалар баҡсаһын асыу һәм башҡа тарихта ҡалырлыҡ бихисап күркәм эштәрҙе атҡарыу өсөн йөрәк көсөн биргән кеше ул. Зифа Юлсурина бөгөн, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Республика дистанцион белем биреү үҙәгендә инвалид балаларҙың телмәрен үҫтереүсе уҡытыусы-дефектолог булып эшләүен дауам итә. Өс бер туғандың мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн юғары исемдәрен һанап сығыу ғына ла әллә күпме урынды алыр ине... Әле иһә Зифа ханым күптән йµрєгендә йөрөткән уйын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй: күңелдәргә иман нуры һиберҙәй белем эстәп, Рәсәй ислам университетына имтихандарға әҙерләнә. “Тоҡомобоҙҙоң бер ҡыҙы – Магнитогорскиҙа йәшәүсе ике ту­ған апайым Нәғимә Кинйәбаеваның Өфөгә килеп, дини ғилем биреүсе ошо уҡыу йортона инеүе лә хаҡ динебеҙгә тоғролоҡтары өсөн золомға дусар ителгән ата-бабаларыбыҙҙың эшен бергәләшеп дауам итәсәгебеҙгә, өҙөлгән сылбырҙың ялғанасағына ышанысты нығыта”, – ти ул.

...Апалы-һеңлеле өсәү ғүмерлек мөхәббәттәрен дә ошонда, тыуған ерҙәрендә, таба. Зифа Исмәғил ҡы­ҙының тормош юлдашы полковник Ирек Азат улы – Бөрйән егете. Үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған балалары өсөн ғорурланалар ҙа, шатланалар ҙа. Улдары Айрат – Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында дәүләт тер­кәүсеһе, Илфат – тєжрибєле энергетик, ҡыҙҙары Айгөл – Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бүлек етәксеһе. Зөлхизә Исмәғил ҡыҙы менән уның хәләле, Башљортостандыњ атљаҙанѓан трене­ры Федор Васильевичтың улы Руслан – нефтсе, “Урал” быраулау компанияһының производство-техник бү­легендә баш инженер. Ә төпсөктәре Ғәлимәнең яҙмышын балҡытҡан оло йөрәкле, ғәжәйеп талантлы уҙаман Рәшит Йәнсурин, үкенескә күрә, бик иртә яҡты донъяларҙан китеп бара – ғүмере ни бары 30 йәшендә өҙөлә. Һөйөклөһөнөң төҫө булып үҫкән ҡыҙы Лира – педагогия фәндәре кандидаты, йәш ғалимдар өсөн тәғәйен­ләнгән бер нисә грантҡа лайыҡ өмөт­лө фән эшмәкәре.

Өләсәһе аманатын тотоп һәм атаһының, әсәһенең ғәмәлгә ашыра алмаған мөҡәддәс теләктәрен ат­ҡарып, тыуған тупраҡтарында ғүмер итеүҙәре, балаларының, ейән-ейән­сәрҙәренең ошонда тәпәй китеүе менән бәхетле улар – Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә. Был бәхеттең сик­һеҙ оло һәм ни тиклем татлы икәнлеген сит ерҙәрҙә йәшәп, йәнтөйәкте өҙөлөп һағыныу быуындан быуынға күсеү­се, һәр күҙәнәкте биләүсе тойғо булыуын белгән кеше генә әйтә алалыр...

Альмира КИРӘЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook