Башҡортостан Ҡыҙы

Мөхәббәттән яҙған һәләкәт

Был ҡатынды сираттағы суд ултырышында осратыуыма әллә ни ғәжәпләнмәнем. Йылдармы, әллә яҙмышмы, ҡасандыр сағыу, янып торған ҡара күҙҙәрҙе тоноҡлатҡан, уларға ниндәйҙер шәүлә һалған, аҡ, сибәр йөҙ ҙә ныҡ ҡына таушалған. Тик үҙен башҡаларҙан өҫтөн күреү ғәҙәтен ташламаған. Ул һаман да эргә-тирәһендәге ир-егеттәргә бәхетһеҙлек, ҡаза килтерә, өмөтһөҙлөк упҡынына этәрә. Ә бит был ҡыҙҙың да балљып торған йәш, уйындарҙа бер нисә егеттең башын әйләндерерҙәй гүзәл сағы булғандыр. Тиҫтерҙәре белем алғанда ул урам ҡыҙырыуҙы, 13 йәшенән оло тормошто өҫтөн күрә.

Бынан ун ике йыл элек Йәмиләне суд залында осраттым. Унда ул зыян күреүсе булараҡ үтә ине. Тәүҙә йәш ҡыҙҙы бик йәлләнем. Нисек йәлләмәйһең, шундай ғына йәшендә көсләү ҡорбаны булған бит. Миңә, ул саҡта яңы ғына суд ултырышсылыѓына йәлеп ителә башлаған йәш хәбәрсегә, ауыр ваҡиға менән танышырға тура килде. Әлеге эш буйынса үткән ике егеттең ата-әсәләренең ут йотоп ҡайғырыуынан тетрәнеп, тәнәфес ваҡытында тышҡа сыҡтым. Йәмилә әхирәте менән ағастар араһында тәмәке тартып тора ине. Миңә иғтибар итмәйҙәр. Шул саҡ әхирәте Йәмиләнән: “Быларҙан күпме аҡса ћауып булыр икән?” – тип һораны. Теге иҫе китмәй генә: “Улдарын ултыртырға теләмәһәләр, мин уларға бышылдаған хаҡты бөгөн үк алып килеп еткерәсәктәр”, – тине. Эштең нимәлә булыуын аңлаһам да, зиһенем был хәшәрәтте ҡабул итә алманы. Йәмилә аҡса эшләү өсөн егеттәр өҫтөнә ҡара яҡҡан булып сыға ла баһа! Баҡтиһәң, ул әхирәте менән егеттәрҙе аулаҡ йортҡа саҡыра, өҫтәлгә менеп яланғас бейей, ә һуңынан... улар өҫтөнән милицияға ғариза яҙа.

Эштең тәжрибәле судья ҡулына эләгеүе генә йәш егеттәрҙе ҡаты хөкөмдән ҡотҡарып ҡалды.

“Ә һин ни өсөн таңға ҡарай аулаҡ өйгә барҙың? Улар ме­нән ниңә араҡы эстең?” – тигән һорауға Йәмилә: “Был минең шәхси эшем, нимә теләйем, шуны эшләйем!” – тип эре генә яуап бирҙе. Ә бит ул саҡта уға ни бары ун туғыҙ йәш ине.

Көсләүҙә ғәйепләнгән ике егет тә шартлы рәүештә хөкөм ителде. Әлбиттә, бының өсөн уларҙың ата-әсәләренә Йәмилә артынан оҙаҡ ҡына йүгерергә, аҡса ла түләргә тура килгәндер. Судтан һуң Йәмиләнең әхирәтен ҡултыҡлап, кафеға күңел асырға инеп китеүен бөгөнгөләй хәтерләйем.

Бынан һуң да Йәмиләне суд залында осратырға тура килде. Ҡайҙалыр кәйеф-сафа ҡорған мәлдә ҡылынған енә­йәттәр буйынса ул шаһит булып үтте. Эйе, көмөшкә йылға булып аҡҡан ерҙә иң ҡурҡыныс фажиғәләр була ла инде.

Танышыу


Йәмилә С. ҡалаһының яҙыҡханаларында (притон) оҙаҡ ҡына көн итә. Ул әле бер, әле икенсе ир менән “бәхетен” һынап ҡарай. Хәҙер инде ҡырҡҡа яҡынлашҡан ҡатын ата йортон туҙҙырып, асарбаҡҡа әүерелә. Шуға күрә Йәмиләнең бар маҡсаты яңғыҙ ир менән танышыу була. Яҙыҡханаларҙа төрлө кешеләр осрай. Йыш ҡына төрмәлә ултырып сыҡҡан ирҙәрҙән туҡмалырға ла тура килә. Әммә барырға урыны булмағас, түҙә. Шулай бер төн танышы менән икенсе яҙыљханаға китәләр. Унда Йәмилә үҙенә нисектер туған булып сыҡҡан ҡустыһын осрата. Осрашыу хөрмәтенә бер нисә көн байрам итәләр. Ашарға ла, урланған аҡса ла бөтә. Шул саҡ Марат Йәмиләгә: “Әйҙә, киттек ауылға! Бик шәп ир менән таныштырам. Ул яңғыҙы йәшәй. Бер ҡасан да өйлән­мәйем, тигән була, беҙ уны өгөтләп күндерербеҙ”, – ти.

Шулай итеп улар Хәсәндең ауылына барып юлыға. Ир яңғыҙы йәшәһә лә, картуф-йәшелсәһен ултыртҡан, өйө лә йылы, таҙа. Љала яҙыҡханалары менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Хәсән улар барғанда мейескә икмәк һалып йөрөгән була. Йәмилә үҙенең бәхетле минуты һуҡҡанын аңлай. Ә инде Хәсәндең әсәһе сит ҡалала йәшәүен, бында һирәк кенә килеп йөрөүен белгәс, тағы ла ҡыуана. Тимәк, ҡамасауларға кеше юҡ. Бер-ике көндән Хәсән Йәмиләнең күҙҙәренә генә ҡарап тора: ул нимә әйтә – ҡанун. Апаһының уңышлы урынлашыуында үҙ әһәмиәтенең ҙур булыуын аңлаған Марат та хаттин ашып китә. Көн дә Хәсәндең йортона төрлө кешеләрҙе йыя, эскелек ойоштора, ашарға таптыра. Йорт хужаһына был оҡшамай башлай. Ә Йәмилә, ҡустымды ҡыуһаң, мин дә сығып китәм, ти. Хәсән һөйгәнен юғалтыуҙан ҡурҡып, өндәшмәй түҙергә мәжбүр була. Ә инде төн уртаһында йортон баҫып ингән бер нисә ирҙең аш бүлмәһендә рәхәтләнеп йөрөүен, етмәһә, берәүһенең Йәмилә тирәһендә уралыуын күргәс, йәне көйөп, барыһын да ҡыуа башлай. Тик ҡатынға был оҡшамай, Хәсәнде утын менән йыға һуға ла тибеп ебәрә. Ошо хәлдән һуң йорт хужаһы яҙмышына осраҡлы килеп ингән һәм уға ныҡлап урынлашып алған Йәмиләнән йыш туҡмала.

Оҙаҡҡа һуҙылған байрам


Хәсәндең өйөндә Яңы йыл байрамына бик күп кеше йыйыла. Тәүҙә кемдер килтергән араҡыны эсәләр, һуңынан көмөшкә йылға булып аға. Тиҙҙән был йортта ҡунаҡ булыу­сылар көн менән төндө бутай башлай. Һөҙөмтәлә 22 ғинуарҙа ла улар Яңы йыл өсөн эсеүен дауам итә. Бер кис әшнәләр араһында тағы ыҙғыш сыға. Хәсән “ҡунаҡтарының” таралышыуын, Йәмилә менән яңғыҙ ҡалдырыуҙарын талап итә башлай. Ҡатын был ваҡытта өйҙә булмай. Марат: “Ә һиңә Йәмиләне кем алып килеп, ҡулыңа тотторҙо?” – тип ажғыра. Хәсән үҙенекен тылҡығас, уның башына йән көсөнә ултырғыс менән һуға. Ултырғыстың бер тояғы һынып сыға. Хәсән бер аҙ башын тотоп ултырғас, иҙәнгә ауа. Өҫтәл янындағы ирҙәр, уны ултырғысҡа ултыртып, көмөшкә ҡойоп бирә. Хәсән эсә. Шул мәл Йәмилә ҡайтып инә, үҙе юҡта нимә булғанын белгәс, асыулана башлай. Унан Хәсәнгә бер шешә көмөшкә тоттороп: “Мә, улай шәп хужа булғас, үҙең ҡойоп эсер беҙгә!” – тип ҡысҡыра. Хәсән һаҫыҡ шыйыҡсаны стакандарға ҡойған мәлдә берәүһен яңылыш ситкә түгеп ебәрә. Йәмилә, ярһыуына түҙә алмай, сүмес менән Хәсәндең башына елгәрә. Ир ҡолап китеп, янындағы шкафтың мөйөшөнә башы менән төкәлә. Ирҙең ҡыбырҙамай урынында ята биреүе бер кемде лә борсомай. Хәсән аша атлап йөрөйҙәр. Артабан мәжлес ҡороусылар хужаны икенсе бүлмәләге карауатҡа алып сығып быраҡтыра. Шул саҡ йортҡа Марат менән ҡасандыр бергә төрмәлә ултырған әшнәләре килеп инә. Өҫтәлгә шешәләр теҙелә. Йәмилә бер ирҙең алдына уҡ менеп ултыра. Мәжлес дауам итә.

“Ярҙам итегеҙ, зинһар...”


Ә был ваҡытта Хәсәндең хәле насарайғандан-насарая бара. Саҡ тын алған ир “Йәмилә” тип бышылдай. Тик шар­ҡылдап көлөп, рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡорған иҫерек ҡа­тын бер ни ишетмәй. Өсөнсө көнөнә лә уның ҡайғыһы булмай – өй тулы кеше бахмурҙан ыҙалана. Аҡсалары ла, көмөшкәләре лә ҡалмай. Йәмилә өйҙә шешәгә алмаштырыр­ҙай әйбер эҙләй башлай. Баҙҙағы картуф иҫенә төшә. Күмәк­ләшеп картуфты тоҡҡа тултырып, көмөшкәгә алмаштырырға сығып китәләр. Шул мәл йортҡа Йәмиләнең әхирәте килеп инә. Ул ауыр тын алған тауышты ишетеп, бүлмәгә инә. Ба­шы ҡанға буялған Хәсәнде күреп, ҡото оса. Уны уятырға маташа, тик ир күҙҙәрен дә асмай. Шул саҡ ишектән Йәмилә күренә. “Бына бер нисәү итеп бирҙеләр, “картуфығыҙ һәй­бәт, тағы алып килегеҙ” тип әйттеләр”, – ти ул шатланып. Әхирәте Хәсәндең хәле мөшкөл булыуын әйтә. Йортҡа ингән ирҙәр менән бергә Хәсәнде ҡарайҙар. Шул саҡ береһе: “Бының теле тамағын ҡаплаған бит!” – тип ҡалаҡ менән Хәсәндең телен сығара. Ирҙең тын алышы еңеләйгәндәй була. Уны уята алмағас, алкаштар Хәсәндең ауыҙын шаҡарып, көмөшкә ҡоя. Йәмилә: “Ҡуйығыҙсы, юҡ менән булмағыҙ. Йоҡо дарыуы эскән ул – шуға йоҡлай”, – ти.

Мәжлес дауам итә


Барыһы ла өҫтәл янына ыңғайлай һәм мәжлес артабан дауам итә. Төнгә ҡарай Хәсән тағы хырылдап тын ала башлай. Быны ишетеп ҡалған Йәмилә ҡысҡырып уҡ ебәрә. Тыштан ҡар индерәләр. Хәсәндең башына ҡар һалғас, ул тынысланып ҡалғандай була. Йәмиләнең әхирәте “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тәҡдим итә. Тик ҡатын уны тыңларға ла теләмәй. “Юҡ, ул табынды боҙоу өсөн миңә үсләшеп, тиҫкәреләнеп ята, ятһын, әйҙә!” – тип екерә.

Ике көндән Хәсәндең хәле тамам мөшкөлләнә. Йәне күк менән ер араһында тартҡылашҡан ир үҙенең тыуып-үҫкән йортонда барған шайтан туйын күрә, бушҡа үткәргән йылдары, көмөшкәгә әрәм ителгән ғүмере өсөн йәне һыҙлай, тик бер ни ҙә эшләй алмағанын аңлай. Хоҙайҙан был ғазаптарҙан ҡотҡарыуын ялбара. Тик әжәл генә Хәсәнде алып китергә ашыҡмай. Ғүмерендә тәүге тапҡыр мөхәббәт хисе кисергән ир Йәмиләһенең уның йортонда икенсе берәү менән сыуалыуын тойоп ғазаплана.

Хәсәндең үлем менән йәшәү араһында икәнлеген тойған Марат та, әшнәләре лә ҡаушап ҡала. “Берәй нәмә булһа, беҙҙән күрәсәктәр”, – тип ҡурҡа улар. Марат Хәсәнде берәй ергә алып барып ташларға тәҡдим итә. Тик башҡалар ризалашмай. Юҡ, Хәсәнде йәлләгәндән түгел. “Беҙ уны ҡайҙа алып барып ташлаһаҡ та, бар ауыл беҙҙе күрҙе. Шунда уҡ табасаҡтар һәм беҙҙән күрәсәктәр”, – ти Йәмилә.

Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң ауыл фельдшерын саҡыралар. Ул “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Хәсәнде дауаханаѓа килтерәләр. Табиптар ирҙе ҡотҡарыуға бар көсөн һала. Тик үтә һуң була шул. “Исмаһам, бер-ике сәғәт алдан алып килһәләр, ҡотҡарып булыр ине”, – ти оло йәштәге табип. Хәсәндең бер аҙна буйы тыуған йортонда ярҙамға мохтаж булып ятыуын, уның янында шайтан мәжлесе ойоштороу­сыларҙың медицина хеҙмәткәрҙәре саҡыртырға уйламауын да аҡ халатлы белмәй, әлбиттә.

Ҡотһоҙ йорт


Хәсәндең йорто бушап ҡала. Тәүҙә Йәмилә бында ҡа­лырға уйлай, әммә Марат уны бергә алып китә. Ҡатын ҡаршылаша башлағас, ҡустыһы уны йыға һуға. “Һин минең бик шәп дуҫҡа оҡшаның, ул һине һорай. Ул баҡсала ҡарауыл­сы булып эшләй, унда бер йорт йылытыла, шунда күсәбеҙ”, – ти ул. Хәмер ҙә, ашарға ла буласағын аңлаған Йәмилә шатланып ризалаша. Ә инде ҡустыһының үҙенә һуҡҡанын ул: “Минең өсөн тырыша бит”, – тип үҙенсә аңлай.

Улының вафат булыуы хаҡында хәбәр алғас, әсәһе ҡайтып төшә. Ул Хәсәндең үлеменә ышанмай. “Әле яңыраҡ ҡына уның менән телефондан һөйләштек. “Әсәй, мин кәләш алам, туй үткәрәйек. Киленең шул тиклем һәйбәт”, – тигәйне. Шул “яҡшы” ҡатын баламдың башын ашаны инде”, – тип илай ул.

Әсәһе улының үлеме осраҡлы булмауын аңлай. Тикшереү эштәре башлана. Хәсәндең тән яраларын судмедэксперт тикшерә һәм йәш ирҙең үлеменә башына ауыр әйбер менән һуғыу сәбәп булыуын әйтә. Тиҙҙән Марат ҡулға алына. Уларҙы С. ҡалаһының бер яҙыҡханаһынан барып табалар. Ҡарауылсы Йәмилә менән уны оҙаҡ тотмай, ҡыуып сығара. Улар яңынан яҙыҡханаларҙа көн итә башлай. Әйткән­дәй, Мараттың быға тиклем бирелгән хөкөм язаһының 쵴ґєте үтмәгән була. Марат барыһын да инҡар итә. “Ни өсөн һеҙ, Хәсәнде мин үлтергән, тип уйлайһығыҙ?! Уны Йәмилә көн дә туҡмай торғайны, ҡулына нимә килеп эләгә, шуның менән һуҡты. Мин йорттарынан сығып китер инем, Йәмилә: “Был хәҙер минең дә өйөм, ә һин – минең туғаным. Күпме кәрәк – шул тиклем йәшә”, – тип туҡтатып килде. Мин Хәсәнде Йәмиләнән яҡлай торғайным. Сөнки ул уға көн күрһәтмәне. Хәҙер килеп, мин барыһы өсөн ғәйепле булып сығаммы?!” – тип илауланы ул хөкөм залында.

Марат бар ғәйепте Йәмилә өҫтөнә ауҙарһа ла, апаһы ҡустыһына ҡаршы бер күрһәтмә лә бирмәне. “Хәсәнде бер кем дә үлтермәне, ул иҫереп иҙәнгә йығылғанда, башын ныҡ итеп бәргәйне”, – тип тылҡыны.

Тикшереү хеҙмәте, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ғәйепле кеше асыҡланды. Ул Марат булып сыҡты. Суд ирҙе ете йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға ебәреү тураһында хөкөм сығарҙы.

Ҡотһоҙ, ҡот осмалы фажиғәнең ҡара буяуҙарына мансылған йорт хәҙер буш тора. Әсәнең өйҙө һатырға маташыуы ла килеп сыҡмай. Балалар уның янынан хатта көндөҙ ҙә ҡурҡа-ҡурҡа, оло йәштәгеләр уҡына-уҡына үтә...
Л. САБИТОВА.

С. ҡалаһы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook