Башҡортостан Ҡыҙы

Көсһөҙ заттың көслө ҡулдары

Көсһөҙ заттың көслө ҡулдары
Ауыр 90-сы йылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар заводты ташламаны

Ҡатын-ҡыҙ... Шундай нәзәкәтле, серле зат. Кем һәм ҡасан беҙҙең затты көсһөҙҙәр рәтенә индерҙе икән? Ә бит ҡатын-ҡыҙ ҡулында – тотош Ер шарының яҙмышы. Ошо яғымлы, шул уҡ ваҡытта бик тә көслө ҡулдарҙың башҡарған эштәренә, ауыр хеҙмәтте лә уфтанмай урын-еренә еткерә алыуына хайран ҡалырһың.

Быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ ҡойоу-механика заводының тарихында ла гүзәл зат вәкилдәре айырым урын алып тора. Уларҙың эше менән танышыу өсөн заманында бар СССР-ҙа билдәлелек алған предприятиеға юлландым. Заводтың коллективы күп милләтле булыуы менән айырыла. Бында Баймаҡ ҡалаһына Рәсәйҙең алыҫ өлкәләренән килеп, башҡорт егеттәренә тормошҡа сығып, төпләнеп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар күп.

Завод лабораторияһында 13 кеше эшләй. Уларға Елена Сәғәҙиева етәк­селек итә. Уның әсәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Наталья Алексеевна Ғәлина ла оҙаҡ йылдар заводта эшләй. Елена Сәғәҙиева әйтеүенсә, лабораторияла төрлө иретмәләргә химик анализ яһайҙар. Завод етештергән әйбер­ҙәрҙең сифаты нәҡ ошо лаборатория ҡыҙҙарының үҙ эшен нисек башҡарыуына бәйле. Шуға күрәлер инде, бында хеҙмәтен яратып, күңел һалып эшлә­гәндәр генә берегеп китә.

Ҡойоу цехында стержендәр формовкалаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялға туҡтаған мәленә тап килдем. Улар кө­лә-шаяра ғаилә хәлдәрен, балаларының мәҙәктәрен һөйләй ине. Цехта эш ауыр. Тәүге килгәндә, өҙлөкһөҙ тауышҡа, мейестәрҙең эҫе ялҡынына түҙә алмай, саф һауа һулау өсөн йүгереп тышҡа сыҡҡайным. Бында сыны­ғыуһыҙ, сабырлыҡһыҙ эшләүе мөмкин түгел. 1982 йылдан алып заводта тир түккән Әлфиә Ҡарағолова: “Эшебеҙ ауыр, тип зарланмайбыҙ. Бригадабыҙ бик татыу, берҙәм, шуға күрә эшләүе лә еңел”, – тине, йылмайып.

Әгәр ҡойоу цехы элек-электән заводтың йөрәге тип һаналһа, стержен­дәр формовкалаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, һис шикһеҙ, ҡойоу цехына йән өрөү­селәр тип атарға була.

Техник тикшереү бүлеген Дилә Бай­ғотлина етәкләй. Юғары белемле йәш белгес заводтағы хеҙмәт юлын 1983 йылда башлай. “Эшемде бик яратам. Әлбиттә, хеҙмәтебеҙ еңелдән түгел. Шулай ҙа тормошобоҙҙо заводһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай”, – тине ул.

Заводтың иҫәп-хисап бүлеген етәк­ләгән Миңзәлә Шырмаева Баймаҡ ҡа­лаһына Туймазы районының Имәнкү­пер ауылынан килеп төпләнгән. Заманалар, етәкселәр үҙгәреүгә ҡарамаҫ­тан, ул һәр саҡ баш бухгалтер йөгөн тарта. Был осраҡта етәксенең уңыуы ла, туңыуы ла уның финанс мәсьәлә­ләрен хәл итеүсе белгесенә бәйле булыуын хәтергә төшөрөргә кәрәктер.

Әлиә Ибәтуллина, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡеүәтле заводтың юридик бүлегенә етәкселек итә. Эш башлауы­на күп ваҡыт үтмәһә лә, ул тәрән белемле юрист булараҡ танылыу алған. Әлиә закондарға бәйле ауыр эштәрҙе лә еңел атҡарып сыға алыуы менән һоҡландыра.

Баймаҡ ҡойоу-механика заводында хәҙерге ваҡытта 401 ветеран бар. Уларҙың 216-һы – ҡатын-ҡыҙ.
Көсһөҙ заттың көслө ҡулдары
Сания Исмәғилева – юғары наградаларға лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың береһе. 1971 йылда уға “Почет Билдәһе”, ә 1974 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Күп йылдар механика цехының инженер-технологы булып эшләгән Венера Абдул­линаға хаҡлы ялға сыҡҡас оҙаҡ ял итер­гә тура килмәй. Бер нисә айҙан уны яңынан эшкә саҡыралар. Венера Ғәлим ҡыҙы заводҡа килгән йәш эшселәрҙең яратҡан остазына әүерелә. 1983 йылда заводҡа тәү аяҡ баҫҡан Любовь Сими­рякова тәүҙә комсомол ойошмаһы рә­йесе була. Артабан көнкүреш хеҙмәте белгесе итеп тәғәйенләнә. Һәр саҡ кешеләр менән эшләгән, уларға ярҙам күрһәткән Любовь Анатольевна бөгөн профсоюз ойошмаһын етәкләй. Ҙур заводта һәр эшсене, уның ғаилә хәлен белгән ханымға төрлө һорау менән мөрәжәғәт итәләр һәм ул бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Заводта эш “ирҙәрҙеке” йәки “ҡатындарҙыҡы” тип бүленмәй. Хеҙмәт юлыңды ауыр сәнәғәт предприятиеһы­на бағышлағас, ниндәй эшкә ҡушалар, шуға тотонорға тура килә. Хәлиҙә Мортазина 27 йыл крансы була. Был бик ауыр һәм үтә яуаплы эш, сөнки крандың аҫтында эшселәр мыжғып йөрөй, бер миллиметрға ла яңылышырға хаҡың юҡ. Үҙе иҫ китмәле мөләйем, шат күңелле кеше ул Хәлиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы.

Быйыл 80 йәшен билдәләгән Заһи­ҙә Саринаның яҙмышы ла заводтан айырылғыһыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ул ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн баҡыр иретеү заводына эш­кә урынлаша. Атаһы ла һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да ошо заводта эшлә­гән. Заһиҙә инәйгә күпте кисерергә тура килә. 1957 йылда баҡыр иретеү заводы ябыла. Бер нисә йылдан һуң ул ҡойоу-механика заводына стержен­дәр формовкалаусылар сафына баҫа. Ул “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” ти­гән билдәләргә эйә.

Башҡаларға өлгө булған Гөлйемеш Ишбаева – III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Башҡортостан Республика­һында хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе, Мария Власова – ”Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн”, Юлия Шәйхетди­нова “Рәсәй Федерацияһы металлургияһының почетлы мастеры” тигән маҡтаулы наградалар менән бүләклән­гән. Екатерина Денисенко, Йәмилә Исҡужина, Хәмдиә Мәүлетова, Анна Образцова, Лилиә Илсенбаева, Клавдия Могильницкая, Кәримә Сыртланова БАССР һәм РСФСР Юғары Советтары Президиумдарының Почет грамоталарына лайыҡ булѓан.

Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың эшенә иң ҙур баһаны уның етәксеһе, һәр хеҙ­мәткәрен яҡшы белгән, оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡойоу-механика заводының директоры булып эшләгән Александр Степанович Манылов бирҙе:
– Миңә оҙаҡ йылдар хеҙмәт коллек­тивының һиҙелерлек өлөшө ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан торған заводҡа етәкселек итергә тура килде. Ошо арауыҡта бер нисә быуын завод ҡатындарының яҙмышы күҙ алдымдан үтте. Хатта заводтың балалар баҡсаһында тәрбиәләнеп, унан беҙгә эшкә килгән ҡыҙҙар ҙа хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан инде. Эйе, улар завод ҡеүәт­ле саҡта – 1950 – 1960 йылдарҙа эшләне.
Көсһөҙ заттың көслө ҡулдары

Заводыбыҙ тарихында ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың йондоҙ ямғыры 80-се йылдарҙа башланды. Нәҡ ошо мәлдә финанс-иҡ­тисади, кадрҙар бүлектєренє һәм башҡа мөһим вазифаларға тәүге етәксе ҡатын-ҡыҙҙар килде. Улар был урындарҙа 15—20 йыл эшләп, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш тәрбиәләй алды. Шуға күрәлер инде элек “ир-егеттәр урыны” булып һанал­ған вазифалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡына әүерелде. Шулай, тәүҙә хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлеге етәксеһе булып йәш белгес Т.И. Полетаева, артабан – В.М. Брусенцова, хәҙерге көндә Е.С. Әминева эшләй. Иҡтисад бүлегендә И.Г. Журавлева, кадрҙар бүлегендә Р.В. Фролова, әлеге ваҡытта О.В. Пустыльниковаларҙы билдәләп үтергә мөмкин. 1987 йылда заводтың баш бухгалтеры итеп М.Б. Шырмаева тәғәйенләнде. Социализм осоронда эш башлаған бух­галтерыбыҙ, капитализмға ла яраҡлашып, оло ҡаҙаныштарға өлгәшә. Баймаҡ ҡойоу-механика заводының бүлектәрен уңышлы етәк­ләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында китап яҙырлыҡ, сөнки ауыр 90-сы йылдарҙа ла улар заводты ташлап китмәне. Ул ваҡытты һәр кем яҡшы хәтерләйҙер. Эш хаҡы түләнмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ заводтың йөҙөн һаҡлап ҡала алды, сөнки уларҙың күңе­лендә, ғаиләһе, балалар өсөн аҡса эш­ләү теләгенән тыш, тыуған заводының киләсәге өсөн сикһеҙ борсолоу ҙа яры­лып ята ине. Быны оло ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә мөмкин. Эшсе ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙҙың заводҡа булған йоғонтоһон мин һәр саҡ йылы Гольфстрим ағымы менән сағыштырам. Мурманск ҡала­һының климатына ыңғай тәьҫир иткән, Рәсәй­ҙең төньяҡ портының туңыуына юл ҡуймаған Гольфстрим кеүек, завод­тың ҡыҙҙары ла коллективтың йәшәйешенә йылы һулыш өрә.

Һуңғы йылдарҙа заводҡа яңы быуын – ошоға тиклем эшләгән эшсе ҡатындарҙың ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре, бүләсәрҙәре килә. Улар хеҙмәт традицияларын ғына түгел, ә күп милләтле заводыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен дә һаҡлап ҡалыр, тип ышанам.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Баймаҡ районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook