Башҡортостан Ҡыҙы

Яратҡан эш – ярты бәхет

Яратҡан эш – ярты бәхетЯратҡан әкиәттәрен ҡосаҡлап, карауатта мөғжи­зәле донъя хаҡында хыялланып ултырған бәләкәй ҡыҙ, үҫкәс, ниндәй китаптарҙы донъяға күрһәтергә икәнлеген хәл итер көскә эйә булырын күҙ алдына ла килтермә­гәндер, моғайын. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһының баш мөхәррире Зөлфиә Шәриф­йән ҡыҙы Ҡарабаеваны, баҡтиһәң, китап донъяһы бәләкәйҙән ылыҡтырған, улар һәр саҡ бер-береһенең ҡоршауында булған.

–Телселәр ғаиләһендә тәрбиәләнгәнгәме, бә­ләкәйҙән китап яраттым. Кистә­рен әсәй менән атай уҡытыусылар йыйылышына йә сәйәси уҡыуҙарға тип сығып китһә, йыуанысым да, тынысландырыусым да ҡатырға тышлы йыйынтыҡ­тар була торғайны. Беренсе класта уҡ А. Фадеевтың “Йєш гвардия” романын тулыһынса уҡып сыҡҡайным инде. “Роман-гәзит” алды-ра инек, унда сыҡҡан һәр яңы әҫәр менән танышып барҙым. Ғаиләлә берҙән-бер бала булдым. Ғә­ҙәттә, яңғыҙ баланы иркә була тиҙәр. Ыснында иһә, киреһенсә, эш күберәк эләгә әле ул. Башҡалар баҫыуҙа сөгөлдөр өлөшөн күмәкләп утағанда һин бер үҙең йөрөй­һөң, йорт эштәре лә бер елкәгә төшә. Етмәһә, атай йәйге лагерь етәксеһе, әсәй ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа бөтөнләй йортҡа йоҡ­манылар. Тырышып, донъя көтәм, әсәй ҡайтыуға, өйрәктәрҙе һигеҙ тапҡыр ашаттым, иҙәнде йыуҙым, ашарға бешерҙем, тип яуап тота торғайным.

Мәктәп йылдары күңелле осор булып хәтерҙә ҡалған. Тәүге уҡытыусым Фәрҙиә Абдулла ҡыҙын ҙур рәхмәт ме­нән иҫкә алам. Ә рус теле һәм әҙәбиә­тенән уҡытҡан Зариф Харис улы үҙе бер һәләт эйәһе ине. Дәрестәренә иң соҡор елкәле уҡыусылар ҙа дәртләнеп, әҙерләнеп килә торғайны. Ул өйгә эшкә әҫәрҙе уҡып килергә тип түгел, ә шунан үҙебеҙгә оҡшаған биш-алты цитатаны айырып алырға һәм ни өсөн шуларҙы һайлағаныңды, нимәһе менән оҡшай йә оҡшамай икәнен дәлилләп һөйләргә ҡуша торғайны. Теләйһеңме-юҡмы, әҫәрҙе уҡып килергә мәжбүрһең, уҡы­майынса цитата һайлап булмай бит. Иҫ киткес яҡшы ысул, әле лә уҡытыусы­лар шуны ҡулланһа, отолмаҫтар ине, моғайын. Мин шул ғәмәл арҡаһында әҙәбиәт менән ныҡ­лы дуҫлашып, туғыҙынсыла уҡығанда рус теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренселек яуланым. Ул еңеүем тулыһынса һөнәренә мөкиббән киткән уҡытыусымдың эш һөҙөмтәһе­лер, тием. Шуға ла минең алда ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау булманы, рус филологияһын һайларға ҡарар иттем. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, ҡапыл уйымды үҙгәртеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса киттем. Диплом алғас, әсәйем янына, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылына, ҡайтып, бер йыл башланғыс кластарҙы уҡыттым. Белемем буйынса ауылда эш булһа, шунда ҡалыр ҙа инем, бәлки, булмағас, тағы үҙенә тартып торған Өфөгә юлландым. Нәш­риәттә эшләп йөрөгән курсташым Венера Сафина үҙ янына ҡоҙаланы. Шулай итеп, корректор булып урынлаштым. Хәҙер инде мин күңелем яратҡан шөғөлгә – китап уҡыуҙан торған эшкә килеп эләктем һәм үҙемде һыуҙағы балыҡтай хис иттем. Бер аҙ эшләгәс, календарҙар бүлегенә мөхәррир итеп, шунан мөдир иттеләр. Артабан нәфис әҙәбиәт бүлеге етәксеһенең урынба­ҫары итеп ҡуйҙылар. Ризаитдин Фәх­ретдиновтың, Әбүстең китаптарын башлап мөхәррирләнем. Шунан Мос­тай Кәримдең йыйынтығын ышанып тапшырҙылар. Уның өсөн бигерәк тә бәхетле булдым, сөнки Мостай ағай беҙҙең ғаилә тормошонда ҙур урын би­ләгән, уға тәрән йоғонто яһаған шәхес булды. Мәктәптә уҡып йөрөгән сағымда атайһыҙ ҡалдым, илле генә йәшендә ул яҡты донъянан китеп барҙы. Ғүмере буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан әсәйем, йәшләй ғәзиз кешеһен юғалтып яңғыҙ ҡалғас, терәк-таянысты абруйлы яҙыусыла, замандаш аҡыл эйә­һе, фәйләсүф Мостай Кәримдә күргән­дер инде. Ҡыйыулығы етеп, һеҙҙең ме­нән бер күрешергә, кәңәшләшергә ине, артабан нисек йәшәргә, нимә эшләргә, тип хат яҙып һалған. Иң мөһиме, бөйөк яҙыусы уның хатын иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, йортона ҡунаҡҡа саҡырған. Әсәйемде ҙур ҡунаҡ һымаҡ әҙерләнеп ҡаршы алған Роза апай менән Мостай ағай. Аҙаҡ үҙҙәре лә бер нисә тапҡыр беҙгә, Күгәрсен районы Ҡалдар ауылына, килеп ҡайтты. Студент булып киткәс, улар мине лә үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырҙы. Ялдарҙа барып йөрөй торғайным. Мостай бабай һәр ваҡыт минең өлгәшеүем, кемдәр уҡытыуын, хәлдәремде ентекләп һораша ине. Һәр нәмәгә лә ныҡ иғтибарлы булды ул. Бер мәл театрға барышлай дауаханаға хәлен белешергә индем. Ҡыҙыл ғына күлдәк кейеп алғанмын. Шул саҡ Мос­тай, ҡыҙым, гел ҡаранан кейенәһең дә йөрөйһөң, бына бит сағыу төҫтәр һиңә ҡалай килешә, улайтма, гел ошолай матур, ҡупшы итеп йөрө, тине. Ә Рауза апайҙың миңә булған иҫ киткес мөнәсә­бәте һуң… Хәйер, ул барыһына ла шулай ине, үҙенә күрә бер аристократтар­ға ғына хас холоҡло булды. Мин бар­һам, бәрәмәс ҡыҙҙыра, алдан бешереп ҡуйыу юҡ, тәрилкәгә эҫе генә көйө һалып бирә. Үҙе ултырмай, ҡунаҡты гел шулай өлтөрәп, баҫып тороп һыйлай ине. Бына бит ул ябайлыҡтың бө­йөклөгө, һис кеше айырманылар. Мин кем булғанмын инде улар өсөн, осраҡ­лы таныштың балаһы, бер уйлап ҡара­һаң. Ҡыҙҙары Әлфиә апай – иҫ киткес көслө рухлы шәхес. Мин күп ваљыт унан өлгө алам. Әле улдары Илгиз ағай атаһының томлыҡтарын әҙерләй, мин – мөхәррире. Тормошомдоң бер өлө­шөнөң Мостайлы, Роза апайлы булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен.

Әлеге эшемә килгәндә, алдағы баш мөхәрриребеҙ Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова электән, һине үҙемә алмашҡа әҙер­ләйем, кил, өйрәнә тор, тип гел яны­на саҡырып ала торғайны. Ул саҡтағы директорыбыҙ Зөфәр Мөхтәр улы Тимер­булатов та ышаныс менән ҡараны, улар­ға сикһеҙ рәхмәтлемен. Шул арала Баш­ҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһында уҡып, юридик белем алдым. Әммә юрист булырға яҙманы, нәшриәткә килеп эләкһәң, үҙенән еңел генә ысҡындырмай ул, китап ене бер ҡағылһа, дауалана торған сир түгелдер инде. Үкенмәйем, унда уҡыуым аралашыу даирәмде киңәйтте, юридик белем эшемдә лә ярап ҡала.

– Ҡатын-ҡыҙға етәкселек эше еңел түгелдер инде?

– Директорыбыҙ Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов һәм етәкселек звено­һындағы тағы бер нисә көслө затты иҫәпкә алмағанда, беҙҙә эшләгәндәрҙең күбеһе ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл заттар коллек­тивы ярайһы уҡ ҡатмарлы ла була әле. Улар бит күңелсәгерәк, хислерәк. Һәр береһенең күңеленә юл табырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡыт ихлас аралашыуға ваҡыт аҙ ҡалғанын тоям. Яуаплылыҡ артты, бүтән саҡта етәксем яуап бирер әле тип уйларға ла ярай, ә бында һылтаныр кеше юҡ. Тағы ла, бөгөн сәсем насар ҡуйылған йә ауырып торам бит әле, тип әйтеп булмай, һин һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булырға бурыслыһың. Урынбаҫарым Әлиә Әнәс ҡыҙы менән бергәләшеп күп проекттар эшләнек. Бер үк шөғөл булғас, уртаҡ тел табып, мәсьәләләрҙе бергә хәл итер­гә тырышабыҙ.

– Шулай ҙа ваҡыт барҙа нимәләр эшләргә яратаһығыҙ?

– Минең йөрәгемде елкеткән нәмә ул – театр. Премьераларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Спектакль йә тамаша ҡарағандан һуң әллә ниндәй мәҡәләләр яҙырлыҡ фекер тыуа. Их, бына ошо урынын теге­неһе менән алмаштырып, анау шағирә­нең шиғырын өҫтәп ебәргәндә, бөтөн­ләй икенсе яңғыраш алыр ине йә ниңә халҡыбыҙға хас булмаған ҡыланыштар менән тамашаның йәмен ебәрҙеләр инде тип, йә янып, йә көйөп ҡайтам.

– Һеҙҙә һуңғы ваҡыт “аһ” итерлек ниндәй баҫмалар донъя күрҙе?

– Төрлө халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә беҙҙәге нәшер эшен лайыҡлы күрһәтер­лек баҫмаларыбыҙ етерлек. Сентябрь айында ғына Төркмәнстанда, Ашхабад ҡалаһында, йыл да үткәрелеп килгән халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә ҡатна­шып, «Перәник йорт” китабы өсөн диплом алып ҡайттыҡ. Үткән йылдарҙа ла ҡатнашып торҙоҡ, йөҙҙән ашыу ил ҡатнашҡан был сарала тапшырылған бүләктәр һаны һанаулы ғына булһа ла, әлегәсә буш ҡул менән ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Төркмәндәр бигерәк тә беҙҙең балалар өсөн сығарған китаптарыбыҙға ҡыҙыға. Китап, нәшер эшенә уларҙа иғтибар бик ҙур. Китап күрһәҙмәһе унда йыл һайын ойошторола һәм бөтөн донъяның китапҡа бәйле иң алдынғы мәғлүмәте Төркмәнстанда тороп ҡала бара. Президенттары Гурбангулы Бердымухамедовтың донъя күләмендә тап китапҡа бәйле яҡшы абруй яулауы күп нәмә хаҡында һөйләй, тип уйлайым.

Беҙҙең ғорурланырлыҡ баҫмаларыбыҙ байтаҡ. Атаҡлы “Урал батыр” эпосыбыҙҙы быйыл беренсе тапҡыр француз телендә баҫтырҙыҡ. Назар Нәжми хаҡында юғары сифатлы альбом донъя күрҙе. “Хәҙерге заман башҡорт аш-һыуы”, “Перәник йорт” һәм “Башҡортостандың йөҙ иң матур мөйөшө” ти­гән баҫмаларыбыҙ “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” исеменә лайыҡ булды.

– Ниндәй хыялдарығыҙ бар?

– Эшкә килгәндә, проекттарыбыҙ бик күп, минән генә торһа, берәй йыл нәшриәтебеҙҙә тик яңы, йәш авторҙар­ҙың китаптарын сығартыр инем. Баҫма­ға тәғәйен­ләп ултырған ерҙә эшләгәс, миңә үпкә­ләүселәр ҙә йыш булалыр инде. Уларҙы ла аңлайым, һәр әҫәрен ғәзиз балаһылай күргән әҙиптәргә уны донъяға күрһәтә алмауҙың нисек икә­нен беләм. Әммә, Мостай Кәрим һүҙҙә­ре менән әйткәндә, бүлеүсе ожмахҡа кермәй. Донъя камил булғанда ла, беҙ кешеләр араһындағы барса мөнәсәбәт­тәр камил була алмай. Ҡыйын саҡтарҙа мин әсәйемде хәтеремә төшөрәм. Ысын ҡатын-ҡыҙ асылының өлгөһө ул. Исеме лә уның есеменә тулыһынса тап килә – Гәүһәр. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, ти­рә-яҡта ни булыуға ҡарамаҫтан, донъяһы һәр саҡ үҙе үҫтергән сәскәләр­гә күмелеп ултыра. Унан сабырлыҡҡа өйрәнгем килә. Тормош иптәше Булат ағайға ла рәхмәтем ҙур. Ул әсәйем менән яҙмышын бәйләгәндә ике балаһы ла, мин дә бәлә­кәйерәк инек әле. Гел туғаным булһа ине, тип хыялланғайным, Хоҙай Тәғәлә мине туғанлы-те­рәкле яһаны. Булат ағай мине һәр саҡ үҙ балаһылай күрҙе.

Бөтә булмышын китап донъяһы биләгән, йөрәк көсөн уҡыусы мәнфәғә­тенә арнаған ихлас күңелле, эшлекле һәм булдыҡлы Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙының үҙ тормошо ла һайлап сы­ғарған әҫәрҙәреләй ҡыҙыҡлы һәм яҡ­ты, матур һәм ҡотло булһын! Уның тойомлауы, уның фатихаһы менән донъя күргән затлы һәм һиммәтле баҫмалар әлегеләй китап һөйөүсене һәр саҡ һөйөндөрөп торһон, үҙенә лә, кендек инәһе булған китаптарына ла оҙон һәм яҡты ғүмер теләйек.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook