Башҡортостан Ҡыҙы

­­­­Күңелендә – йәйғор нурҙары

­­­­Күңелендә – йәйғор нурҙары

Ирада Фазлаеваның исеме, яғымлы йөҙө сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. 2011 йылдың миҙгеле ябылғанда, ул театрҙың “Сәхнәгә сәмле ҡараш” Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Зөһрә Бураҡаеваның “Февраль. Буран...” спектаклендә Надя (Фирғәт Ғарипов менән бергә) һәм Әнисә Дилмөхәмәтованың “Артур­+Нэнси” музыкаль драмаһында Нэнси (“Мәңгелек мөхәббәт” йыры) ролдәрен башҡарып, “Мөхәббәт дуэты” (2012) номинацияларында еңеүсе исемен алды. Ә инде 2013 йылда Софоклдың “Эдип батша” трагедияһында Сфинкс роле өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» премияһы менән билдәләнде. Ниндәй генә спектаклде алма, бәләкәй генә роль булһынмы, ҙурымы, Ирада һәр сығышына мәғәнә һала, ул сәхнәлә шәйләнмәй, күңелде «ҡытыҡламай», тетрәтмәй ҡалмай.

Ирада Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. 5-се синыфтан һуң уларҙың ғаиләһе Мәләүез ҡалаһына күсә. Бишектә ятҡанда уҡ үҙ тауышын ҡысҡырып ҡарап тыңлап ятҡан ҡыҙы­ҡайҙың сәнғәткә ынтылышы көслө була. Бейеү менән мауыға, йыр ҙа ылыҡтыра уны. Бер йылдан һуң ҡыҙыҡай Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатының фортепиано класында уҡый башлай. Әсәһе, ҡыҙына яҡыныраҡ булыр өсөн, ҡустыһы Артур менән баш ҡалаға күсеп килә. “Гимназия-интернатта ҙур бер ғаилә кеүек йәшәнек, башта өлкәндәрҙең хәстәрен тойһаҡ, аҙаҡ үҙебеҙ бәләкәстәрҙе ҡарап йөрөттөк. Һәр уҡытыусы үҙ фәне буйынса китеүемде теләне. Фортепианола уйнап йырлайым, көйҙәремә шиғырҙар яҙам. Бер ваҡыт яңылыштан бармаҡтарымды ҡырҡып яраланым, оҙағыраҡ уйнаһам, улар һыҙлап яфалай ине. Шуға ла был юлдан тайпылғанмындыр. Ул ваҡытта Рәшиҙә Туйсинаның бейеү түңәрәктәренә йөрөйөм, хореография оҡшай. Опера, романстар йырларға яратам, Ҡаҙан консерваторияһының вокал бүлегенә инер өсөн әҙерлек курстарына барам, тип йыйынып та бөткәйнем. Бер ваҡыт әсәйем, М.С.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына (институтына) Башҡортостандан бер төркөм аласаҡтар икән, тип ҡайтып әйтте. Актриса булыу хаҡында уйламай ҙа инем, ҡәҙерле кешемдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә үҙемде һынап ҡарарға булдым”, – тип хәтерләй хәҙер ул.
Имтиханда буласаҡ актриса Рәми Ғариповтың “Мөғжизә бар” шиғырын һөйләй, рус халыҡ йырын башҡарып, Мәскәүҙән килгән уҡытыусыларҙың һушын ала. Икенсе көндө, тышҡы ҡиәфәтте тикшергәндә, оҙонса йөҙлө, ҙур күҙле, ҡараҡай ғына башҡорт ҡыҙын шул уҡ уҡытыусылар танымай ҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙың сере лә шундалыр: белдем, таныным, ул шундай, тигәндә, икенсе бер төрлө балҡып, таң ҡалдыра белеүендә. Ирада ла ошо ғәжәйеп сифатын уҡытыусыларына асҡандыр. Шулай итеп, Ирада Фазлаеваның яҙмыш елкәндәре баш ҡалаға, Мәскәүгә, табан борола. Белем алырға юлланыусы 26 егет һәм ҡыҙ араһында ул да була.

Студент йылдарында тырышлығы менән айырылып тора, тик “бишле”гә генә өлгәшә. “Тотош курсыбыҙҙы әле булһын һағынып иҫкә алалар”, – ти Ирада. Баш ҡала мөхитендә башҡорт балалары тыйнаҡлыҡ, ололарҙы ололау кеүек милли сифаттары менән үҙҙәренә күрә бер һөйкөмлө һөйәк булыуы аңлашылалыр ҙа.
Ирада йәнә лә шағирә, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсинаны йылылыҡ менән иҫкә ала. “Ул беҙгә башҡорт телен, әҙәбиәтен тәрәндәнерәк өйрәтте, Башҡортостан мәҙәниәте яңылыҡтары менән таныштырып барҙы, нисек интервью бирергә, телмәр мәҙәниәте хаҡында төплө, онотолмаҫ һабаҡтар бирҙе”, – ти ул.

2007 йылда республикабыҙ мәҙәниәтенә, театрҙарына, үҙе бер яңы тулҡын булып, Мәскәүҙән 26 дипломлы белгес – йәш актер, актрисалар ҡайтып төшә. Шуларҙың 12-һе Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.
“Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй”, – тигәндәй, яңғыҙың нимә теләгәнеңде аңлатыуы ла ауырыраҡтыр. Ә бында беҙ”,– күпбеҙ, берберебеҙҙе бер һүҙҙән аңлап, уйнап, күрһәтеп тә бирә алабыҙ–ти актриса. Юҡҡа ғына “күмәк­ләгән яу ҡайтарған” тип әйтмәйҙәрҙер. Театр улар килеү менән, ысынлап та, яңырыу кисерҙе, йәшлек дәрте тамашасыларҙы ылыҡтырҙы, оло быуын актерҙары ла уларҙы ихлас ҡабул итте. “Роль алғас та режиссер нимә әйтергә теләгәнен, минән нимә көткәнен аңларға тырышам. Әгәр ошо аңлау булмаһа, эшләүе лә ҡыйынға тура килер ине. Театрҙа барған спектаклдәрҙең күбеһендә ҡатнаша башланым”, – ти Ирада.
Уның таланты сәхнәлә һәр яҡ­лап асыла. Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй”ендә Шәүрә ролендә йыры менән балҡыһа, Айрат Абушаһмановтың “Руди – never off” спектаклендә бейеүгә маһирлығы, һомғоллоғо һоҡландыртты. Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” музыкаль драмаһында башҡорт ҡыҙҙарының саялыҡ, сәсәнлек кеүек гүзәл сифаттарын бик оҫта һынландырҙы. Ә Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” спектаклендә шәфҡәт туташы ролендә ул башҡарған пантомима бейеүе һуң! Тамашасылар тарафынан үҙе бер ғәжәп күренеш кеүек ҡабул ителде. Алда телгә алынған Сфинкс ролендә япон стилендәге “буто” бейеүе лә Ираданы көтөлмәгәнсә асты.

Ирада Нәжиб Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” драмаһында Лале, Зәйнәб Биишеваның “Серле көршәк” әкиәтендәге Шаңгөл, Туфан Миңнуллиндың “Мулла” спектаклендәге Гөлназ, Нәлимә, Н.Носовтың З. Бураҡаева инсценировкаһындағы “Белмәҫйән мажаралары” әкиәтендәге Тейенкәй ролдәрен дә күңел йылыһын һалып башҡарҙы.

Артист хыял донъяһында йәшәй. Тормоштан айырылмаһа ла, күңеле сабый кеүек. Шул уҡ ҡырыҫ ысынбарлыҡта ул бер аҙ юғалып ҡала. Театр донъяһын күҙәтеп барған кешеләр уларҙы урамда таный. Ҡайһы берәүҙәр хатта тотоп, һыйпап ҡарарға ла ынтыла, бәлки, улар тыуҙырған образ шулай ныҡ хәтерҙәренә уйылып ҡалалыр ҙа, улар ҙа ысынбарлыҡ менән сәхнәлә тыуҙырылған образды бутайҙыр. Ә, бәлки, актрисаны шулай илаһилаштырып ҡабул итәлер. Ни тиһәң дә, улар бит тамашасының иң нескә күңел ҡылдары менән уйнай, йәштәр аша таҙарынып, рухи үҫеп, ниндәйҙер мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә этәреүсе, һоро ысынбарлыҡҡа йәйғор нурҙары һибеүсе лә.

“Ирада” исеме – ғәрәпсәнән алынған, изге теләк, тигәнде аңлата. Оҙаҡ йылдар Гөлсәсәк булып йөрөп, аңлы рәүештә исемен үҙгәртеүендә лә ҙур мәғәнә ята кеүек. Рухи үҫешкә ынтылышы. Үҙ-үҙен эҙләүе, тынғыһыҙ рухы... Донъяла тотҡан урыны, йәшәү маҡсаты хаҡында уйланыуҙары...
Актриса әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – ир ҡатыны булыу, бала бағыу. Әммә бының өсөн дә өлгөрөү кәрәк. “Башты юғалтыр һөйөү хистәре кисергәнем юҡ. Ундай хистәр тик тормош иптәшем буласаҡ кешегә ҡарата ғына мөмкиндер, сөнки мөхәббәт – ул бер-береңә ҡарата хөрмәт, кешене нисек бар, шулай ҡабул итеү, сабыр була белеү кеүек мөнәсәбәттәр менән нығына. Оҙаҡ итеп дуҫлашып йөрөп түгел, ә бер күреп “ул – минеке” тип кейәүгә сығыу яғындамын ”, – ти актриса.

“Мосолман ҡыҙҙары менән аралашыу тормошома йәм, тәм өҫтәй. Уҡыған китаптарым да дини юҫыҡта. Иман кешенең күңелен нығыта, көс, дәрт, киләсәккә ышаныс бирә”, – был да Ираданың ихлас инаныуы, йәшәү рәүеше.

Әсәһе Сайма Дамир ҡыҙы Хәсәнова ҡыҙының кәңәшсеһе, яҡлаусыһы ғына түгел, уға матур-матур кейемдәр тегеүсе лә. Ул үҙе Өфөләге “El*Atelier” эксклюзив, йәғни ҡабатланмаҫ кейемдәр ательеһында бесеүсе-конструктор булып эшләй.

Ҡустыһы Артур ғаиләле булып, тормош иптәше Рәмзиә менән матур ҡыҙ үҫтерәләр. Ял көндәрендә улар күмәкләшеп бер өҫтәл артына йыйыла.
...Ираданың йондоҙло сәғәттәре, илһамланып башҡарыр ролдәре алда әле. Тырыш ҡыҙыҡай сәнғәт аша күңелдәрҙе үҫтереп, кешеләргә ҡанат ҡуйып булыуына ихлас ышана. Тормошто, кешеләрҙе аңлауын ул тамашасыларына үҙе тыуҙырған ролдәре, йырлаған, үҙе ижад иткән йырҙары, бейеүе аша еткерә.
Ысынбарлыҡта ла ул йәйғор кеүек сағыу, кешеләргә мөнәсәбәте йылы, ихлас.
“Мәҙәниәт йылы театр сәнғәтендә яңы мөмкинлектәргә юл асыр. Тамашасыларҙы
яңынан-яңы спектаклдәр менән ҡыуандырырбыҙ”, – ти актриса.
Ираданың өмөттәре аҡланыр, уның менән театр тыуҙырған ғәжәйеп донъяла ҡабат-ҡабат осрашып, талантының балҡышына һоҡланырбыҙ әле.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook