Башҡортостан Ҡыҙы

“Ҡатындар”ҙың биттәрен асҡанда…

“Ҡатындар”ҙың  биттәрен асҡанда…

Иғтибар итегеҙ: һеҙҙең ҡарамаҡҡа яңы рубрика! Йәмғиәттә, ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы юғала барған кеүек. Әммә шундай атайҙар бар – улар хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә, күптәргә өлгө итеп ҡуйырға була. Атайлы бала, нисек кенә булмаһын, арҡалы инде ул. Уларҙың баһаһын, кешелеклелеген, атайлыҡ бурысына ни ҡәҙәрем яуаплы ҡарауҙарын көндәлектә, ваҡ мәшәҡәттәр, ығы-зығы менән үҙебеҙ ҙә баһалап еткермәйбеҙҙер.
Һүҙҙе күренекле әҙибәбеҙ Гөлнур Яҡупованың яңыраҡ ҡына донъя күргән трилогияһынан башларға булдыҡ. Беҙҙең баҫма “Ҡатындар”ға иғтибарлап баҡмаһа, сәйер булыр ине: баҡтыҡ! Өс китаптан (романдан) торған күләмле ижадта күтәрелгән бихисап тема-проблемалар араһынан һеҙгә айырыуса ҡыҙыҡлы, фәһемле булырлыҡтары тапҡырында бәйнә-бәйнә фекер алышмаҡ булдыҡ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, тоғро дуҫтарыбыҙ.

Төп героиняһы Нурияға автор ғәжәйеп сифаттар биргән: ул үҙен кесе йыһанда (әсә ҡарынында) уҡ аңғара, Оло йыһанға, донъяға бар ителгәс, үҙен төпсөр аҡыллы, хәтерле, уйлы, хыялсан асыллы ҡыҙ бала итеп таныта. Тормошто танып белгән ыңғайҙа, һәр күренештән, ваҡиғанан мәғәнә эҙләй, шәхсән кисерештәрен, ҡылыҡтарын да барларға, баһа бирергә өйрәнә. Кескәй генә йәшенән күңелендә ҡиссалар, бәйәндәр “яҙа” башлай. Уның, дүрт ҡатын тәрбиәһендә үҫкән баланың, тәүге шатлығы – атаһының хәрби хеҙмәттән ҡайтыуы.

Ә инде ғәзиз кешеһе менән осрашыу минуттарын ғүмерлеккә йөрәк хәтерендә һаҡлай: «Йүгереп тупһаға мендем, ишектәге аҫтараҡ, минең өсөн махсус ҡағылған бәләкәй тотҡаға үрелдем. Уңарсы ишек асылды, һәм күҙ алдымда ул, атай кеше, пәйҙә булды. Ирекһеҙҙән эске яҡҡа, теге кәртеш­кәгә, ҡарай һалып алдым — урынында, тәҙрә ҡашағаһында. Эйе, был оҙон буйлы, киң яурынлы баhадир – минең атайым! Баhадир шул, ана нисек мине, ҡурсаҡтай итеп, еңел генә күтәреп алды. Әллә нимәгә илағым килде шул минутта, ә күҙемдән йәш сыҡманы. Биш йылға яҡын бөтә өй эсе менән көткән, мин иhә әле ғүмеремдә тәү тапҡыр күргән атайыма уны шаҡ ҡатырырлыҡ һүҙҙәр әйткем, телдәрлегем, үҫкәнлегем менән һоҡландырғым килде, әммә телем тирбәлмәне. Әйтерһең, был дәү, көслө кеше ҡапыл мине ташҡурсаҡҡа әйләндерҙе, бына-бына ул аңһыҙҙан төшөрөп ебәрер ҙә, селпәрәмә килермен. Ҡурҡыуым телемә ҡеүә бирҙе:
— Ныҡ тот, атай, ысҡындырма, иҙәнгә төшөп ватылам, әтеү, — тинем дә, әҙерәк тынысланғас, өҫтәп ҡуйҙым: — Әй, мин ташҡурсаҡ түгел дәһә!

Барыбер шаҡ ҡатырҙым, күрәһең, атайымды. Башын артҡа ташлап, ҡыс­ҡырып көлөп ебәрҙе лә, кәүҙәмде ҡымтып тотҡан ҡулдарын алға һуҙып, оҙаҡ итеп миңә ҡарап торҙо. Мин дә, аяҡтарымды һауала һәлендергән килеш, шымтайҙым да уның күҙҙә­ренә баҡ­тым. Оҙаҡ, бик оҙаҡ бағыштыҡ һымаҡ. Сәмләнеп китеп, керпегемде лә ҡаҡ­май ҡараным атайымдың күҙҙәренә, уларҙың төҫөн күкшел-йәшел күрән ҡыяғына оҡшаттым. Атайым ахырҙа биреште, ҡарашын ситкә алды. Шунан мине һикегә алып барып баҫтырҙы ла тағы күкрә­генә ҡыҫты, сәнскеле яңағын битемә терәне, көрһөндө...

Моғайын, бығаса бәләкәйерәк булғандыр шатлыҡ-ҡыуаныстарым, ә быныһы — ҙур, бик ҙур! Был шатлыҡтың еҫе лә бар, ҡулдарымды һелккеләһәм, нығыраҡ һиҙелә: бит hабыны менән тәмәке ыҫы бергә ҡушылып аңҡый. Күҙгә-күҙ бағышҡанда, атайымдың шырт йөн баҫҡан сикәләрен, үҙем дә аңғармаҫтан, һыйпап алғайным, шунда һеңә hалғандыр ҡулыма был әлегәсә ят еҫ.
Атай еҫе...»
Юҡ, ташҡурсаҡ түгел әҙәм балаһы, әммә уның күңеленең селпәрәмә килеп ватылыуы ихтимал. Кескәй Нурияныҡы кеүек. Уның тәүге ҡайғыһы ла атаһы менән бәйле. Ир кешенең ҡы­ҙын күкрәгенә ҡыҫып яратҡанда ауыр көрһөнөүе лә шуны алдан белеүенән икән: тыуған ауылын, ғаилә­һен ҡалдырып, ситкә сығып китергә ниәтлә­неүенән…

Сабыйлыҡтан сығып та етмәгән ҡыҙ бала атаһының был ҡылығын аң­ларға, аҡларға тип йән ата, ғазаплана: «Атайымды шул тиклем һағынам! Ҡартәсәйем һиҙенә, ҡыҙ бала ла атай­ҙы шулай яҡын итер икән, тип аптырап ҡуя берсә. Ҡыҙ бала... Йөрәге бар ҙаhа ҡыҙ баланың да!
Әлдә туғандарым тыуҙы, игеҙәктәр, уларға ҡарап йыуанам. Шул тиклем оҡшашҡандар, айырып та булмай. Мәүлиҙә әхирәтем менән ҡыҙыҡ булып бөтәбеҙ: әсәйем береһен имеҙеп килтереп тотторһа, бәхәсләшә башлайбыҙ, Камилмы был, Камиламы, тип. Икеhенең дә бер иш йүргәктәрен тағатып ҡарайбыҙ, кемебеҙ еңгәнен белер өсөн. «Камил бит, мин дөрөҫ әйткәнмен, — тип ҡыуана Мәүлиҙә, — ана лаһа турғайы!» Икәүләшеп йығылып ятып көләбеҙ.

Ни генә эшләһәм дә, йығылып ятып көлһәм дә, күңелем китек шул. Кистәрен, йоҡлап китә алмай, өрлөккә ҡарап ятам. Өрлөк... Әллә ниңә ҡартәсәйемдең, атайым сығып киткәс, өйөмдөң өрлөгө ишелде, тигән сәйер һүҙе иҫемдән сыҡмай. Ҡарай торғас, былай ҙа аҡ, шыма өрлөк ай яҡтыһында тағы ла ағарып, нурланып киткәндәй була, гүйә, атайымдың йөҙө. Ана, ике күҙе — күкшел-йәшел булып ялтырай... Шыбырлап ҡына өндәшәм:
— Атай! Атай, ҡайт, Камилды, малайыңды, күргең килмәйме ни? Ул һиңә иш булыр. Әлүктән ҡыр танаулы, һиңә оҡшаған. Камила ла — тас үҙең. Күрһәң, айыра ла алмаҫһың ул матурҡайҙарҙы. Мин йәмһеҙ шул, табаҡ битле, йәмшек танаулы ҡарасман — Зөлхизә өләсәйемә тартҡанмын, әллә шуға яратмайһың!? Ташлап китмәҫ инең... Әсәйем һылыу ҙа инде, уны яратып алғанһың бит, егетенән – Барый ағайҙан һалдырып алып, маңҡа ғына көйөңә. Ултыра хәҙер атайлы етемдәр ҡосаҡлап, берҙе түгел, өсәү­ҙе...»

Күҙҙәрегеҙ йәшләндеме, ошо юлдарҙы уҡығас? Йәшләнде, беләм…
Бала алдындағы ғәйептәрен, үҫкәс аңлар әле, онотор, тип уйлаусылар нисек хаталана! Аңларға ынтылыр, әммә бер ҡасан да онотмаҫ шул. Аҡы­лы, ҡасан да бер, ғәфү ҙә итер, ярлыҡар ҙа, ә йөрәгендәге яра эҙе ҡалыр, ул яраны бөтәште тигәндә, асып әрнетергә сәбәптәр табылып торор.
Нурия оҙаҡ, бик оҙаҡ өҙгөләнә, атайым әйләнеп ҡайтыр, тип өмөтлә­нә: ыжғыр бурандарҙа тиҫтерҙәрен мәктәптән атайҙары ҡаршы алғанда, ир-атһыҙ йортҡа утын-бесән килтергән ағайҙарҙың ҡатындары килеп әсәһен битәрләп киткәндәрендә, игеҙәк туғандарының атайлы йәтим рәтендә йөрөүҙәренә йәне көйгәндә… Атаһынан уға бер ҡомартҡы ҡала, ул да булһа, бушаған тәмәке ҡабы- асылмалы «Казбек».

Атайлы бала – арҡалы! Халыҡ мәҡәле. Ошо төшөнсә Нурияның аңына ҡанун булып һеңә. Атаһын ҡайтарыр өсөн ул төрлө сүрәткә керә, бер килке хатта сихыр көсөнә ышанып та ала, бәғзе апайҙарҙың ҡырҙан төшкән һылыу килен Фариза хаҡын­да, үҙенән оло, балалы бисәне шул тиклем яратмаҫ ине беҙҙең Хәйрулла, һөйҙөргөс эсереп әмәлләгәндер, моғайын, тигәне ҡолағына килеп ингәс.

Кескәй бикәсенең шулай ғажиз булыуына тетрәнгән еңгәһе уға ше­шәгә ҡәҙимге һыу һалып бирә…
Атай кеше ҡайтмай. Ә ваҡыт туҡтамай, тормош дауам итә. Игеҙәк­тәр уҡырға төшә. Шатлыҡлы көндә лә Нурияның күңеле китек:
«…Камил күптән әҙер инде, беҙҙе көтөп ултыра, күгелйем-йәшел күҙҙә­рен бәзләтеп. И, туғанымды, яҙа-йоҙа ғына күргеләп ҡалған атаҡайымдың төҫкөнәhе бит ул... Атаhының кәртеш­кәhен күр ҙә улын күр!

Их, hин, атай! “Кәртешкә Баязит” тип ҡушамат тағыр инем дә hиңә, атай хаҡы бар шул... Камил менән Камила­ны беренсе синыфҡа, исмаhам, етәк­ләп алып барhаң ни була? Шунан китер инең әле ҡалаңа, hине кем ирекhеҙләп тота? Посылка ебәреп кенә ҡотолдоң. Былай ҙа, hинән килгән йәшниктәрҙе игеҙәктәр бәләкәй саҡтарында: «Ана, атай», – тип төртөп күр­hәтә торғайны. Уларға hис аптыраманым, сөнки үҙем дә алты йәшемдә «атай» тип өрлөк менән hөйләшеп hаташтым. Һағыныуымдан...

Ә hин унда әллә ниндәй приборҙар уйлап табып, дан яулайhың. Кем белә, бәлки, беҙ – өс балаңдыр донъялағы иң шәп табышың? Әмин абый әйтә ләhә үҙенекеләрҙе: “Бына минең изобретениеларым!”– тип…
Ғәжәп, Камил менән Камила уны әллә һағынмайҙар? Һөйләмәйҙәр ҙә, көтмәйҙәр ҙә. Ә минең ғүмерем, үҙемде белә-белгәнем бирле, «атайым ҡайт­ҡас, атайым киткәс, атайымдан хат кил­гәс» тигән ҡаршылау һәм оҙатыу арауыҡтарынан торған кеүек. Эйе, шу­лай. Әммә бит шул арауыҡ эсендә тағы «иге­ҙәктәр тыуғас, игеҙәктәр атлай башла­ғас, Ыласынды осорғас, Зөлхизә менән Абдрахман ҡиссаһын белгәс...» тигән ыҙандар ҙа бар. Шул ыҙандарҙа атайым­дың эҙҙәре юғала бара, юғала бара».

Бына нисек сыныға бала күңеле, бына ҡайһылай үҫә бала аҡылы.
Трилогияла һүрәтләү төп героиня исеменән, беренсе заттан, бара. Был әҫәрҙең автор өсөн ғәйәт ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта отошло үҙенсәлеге. Ана нисек тоябыҙ Нурияның атай тип зарығыуҙарын, ниндәй теләктәш­лек кисерәбеҙ, хистәр бураны эсендә ҡалабыҙ… Гөлнур апайға, «ирҙәрҙе илатырлыҡ китап яҙғанһығыҙ», тигән хаттар килеүенә үҙем шаһит. Ә бит әлеге мәҡәләлә килтерелгән юлдар киң ҡоласлы ҡалын әҫәрҙең кескәй генә бер һүрентеһе.
Эйе, Нурия атаһын ғәфү итә. Көс­лө шәхес ул. Ә бит атайһыҙ – арҡаһыҙ үҫкән балаларҙың, бигерәк тә ир балаларҙың, яҙмышы нисек барып сығы­рын әйтеүе ауыр…
Ошо хаҡта, “Ҡатындар”ҙың биттә­рен асҡанда алған тәьҫораттарығыҙ хаҡында яҙып ебәрегеҙ, көтәбеҙ!
Заһиҙә СӘЛӘХОВА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook