Башҡортостан Ҡыҙы

Айға үрелгән – нурға күмелгән

Айға үрелгән – нурға күмелгән
Ун бер йыл буйы “Сәләм” тапшы­рыуында беҙгә “Хәйерле иртә!” теләп уятҡан, матур көнгә көйләгән мөлә­йем алып барыусыбыҙ Фаягөл Дәү­ләтйәрова ҡайҙа булды икән, тигән хаттар ҙа килде беҙгә. Баҡтиһәң, Яңы йыл алдынан уның улы тыуған. Баһа­дирҙай ныҡ булһын өсөн, бәпескә Азамат тигән исем һайлағандар. “Малайыбыҙ илаҡ түгел, атаһына оҡ­шап тыныс, күҙ теймәһен. Төрлө китаптар уҡып, әсә булырға етди генә әҙерләнгәйнем, көтөлмәгән эштәр, мәшәҡәттәр ҙә етерлек шулай ҙа. Сабый ғына булһа ла, бәпестең үҙ холҡо, аңлашып йәшәргә тырышабыҙ инде, теләктәрен ҡабул итеп, хөрмәт итеп. Кеше һәр нәмәгә күнә, өйрәнә, тигән­дәре дөрөҫ икән. Мин дә хужабикә ролен ихлас башҡарам. Шамонин ауылында, үҙ йортобоҙҙа тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ. Оҙаҡ йылдар көсөргә­нешле эшләгәндән һуң ошондай ял да – бәхет”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты һылыуҡай.

Айға үрелгән – нурға күмелгән
П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы аспирантураһын уңышлы тамамлап, Е.Ф. Светланов исемендәге дәүләт симфоник оркестрында уйнап йөрө­гән талантлы скрипкасы һылыуыбыҙ Айһылыу Сәйфуллина яҙмышын үҙ­гәртеп ебәрерҙәй һайлау алдында тора. Үткән йәй Испанияла ойошторолған урыҫ-испан йәштәр оркестры менән Андалусияла сығыштар яһап йөрөгәнендә уны Америка Ҡушма Штаттарына уҡырға саҡыр­ғандар икән. Хәҙер һылыуҡай сит ҡитғала уҡыуҙы дауам итергәме, әллә Рәсәйҙә карьера эшләргәме, тигән һайлау алдында тора. Әйткәндәй, яңыраҡ скрипка моңон яратыусылар өсөн ижадташ дуҫы Александр Маломожнов менән бергә Өфөлә бик үҙенсәлекле тамаша ла ойоштороп шатландырҙы һәләтле ҡыҙ.

Айға үрелгән – нурға күмелгән
Стәрлетамаҡ йырсыһы Айгөл Әсәҙуллина март айында буласаҡ концертын әҙерләү менән мәшғүл. Күңеле тыныс уның, сөнки үҙе лә аңғармаҫтан төрлө ваҡиғаларға тарып ҡына торһа ла, изгелектәре ар­ҡаһында фатихаларын да алып йөрөй. «Яңыраҡ киоск эргәһенән үтеп барһам, ерҙә йомарланып аҡсалар ята, һанап ҡараһам, өс мең һум. Аптырап, ни эшләргә белмәй тирә-яғыма ҡарап торам. Бер әбей тирләп-бешеп эргәнән үтеп китте лә аҡса тапҡан ерҙә эй өйөрөлә. Күҙәтеүемде аңғарып, пенсия алғайным, ҡайтышлай төшөп ҡалған, ти. Аҡсаһын ҡулына тотторғас, ҡыуанысынан илап ебәрҙе. Фатихаларын биреп, доғаларын уҡып китеп барҙы. Ә мин ата-әсәйемә биргән тәрбиәләре өсөн эс­тән генә рәхмәт уҡыным. Иң ҡыҙығы: бер-нисә көндән ғүмерҙә булмаған хәл – лотореяға ике мең аҡса оттом”, – тип мажаралары менән бүлеште моңло тауышлы һылыу.

Айға үрелгән – нурға күмелгән
“Яратыуҙан тыуһын һәр бала”, “Күҙ теймәһен үҙеңә”, “Үҙемдең ту­ғандарым” һәм башҡа халыҡ күңеленә хуш килгән йырҙар авторы, йырсы Светлана Насирова – Сөләймәнова яңыраҡ Ишембай ҡалаһынан Өфөгә күсте. Бәләкәй ҡалала үҙ эшеңде алып барыуы уңайлы, тип ризалашмаған ирен ул, һинең өсөн генә йырҙар яҙырмын, эшеңде Өфөлә лә дауам итерлек итеп ҡанатландырырмын, тип саҡ күндергән икән. Ир – баш, ҡатын – муйын, тигәндәре дөрөҫтөр, баш ҡала яғына юлды бора алған. Ирен ҡанатландырам тип, үҙе лә ил­һамланып киткән, элек йырҙарҙың көйөн генә яҙһа, хәҙер һүҙҙәрен дә үҙе ижад итә башлаған. Тормош ип­тәшен Светлана ысынлап та дәртлән­дереп уңышҡа әйҙәй алған, уның машинаһында гел генә ҡатынының үҙенә бағышлаған “Баламдың атаһы­на”, “Күҙ теймәһен үҙеңә”, “Рәхмәт, һиңә, матурым” тигән йырҙары яңғы­рап тора, тиҙәр.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook