Башҡортостан Ҡыҙы

Бар яҙмышы уның – тауға үрләү

Бар яҙмышы уның – тауға үрләү
«Ҡайтыр инем яҙға, ҡалпаҡ үрергә,
Тағын ниҙәр яҙған миңә күрергә?
Менер инем тауға, еләк йыйырға,
Ләкин ҡарҙар яуған минең хыялға», – моңло тауышлы йырсының ошо йыры ни эшләптер гел ҡолаҡ осонда яңғырай.

Халидә Бигичеваның моңоңа, гүзәллегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Хоҙай үҙенең һөйөклө балаларына ғына шулай барыһын да йәлләмәй бирәлер. Барыһын да тигәнгә һәләт тә, дан да, шөһрәт тә, бәхет тә, ҡаты һынауҙар һәм янып-көйөүҙәр ҙә инә торғандыр. Сөнки фани донъяның үҙәгендә әйләнәм тигәндәргә аҡты ла, ҡараны ла берҙәй күтәртә торған шул яҙмыш. Беҙ белгән Халидә – “Изге ай” төркөмө йырсыһы, заманында СССР тип аталған илдең иң билдәле вокаль-инструменталь ансамбле менән оло дәүләтте арҡырыһына-буйына иңләп сығыштар яһап йөрөгән, һәр ҡала-ҡасаба кибеттәрендә йыр кассеталары һатылған билдәле йырсы. Уның сәхнә кейемдәренең матурлығын, зиннәтлеген, зауыҡлығын ҡарар өсөн генә лә тамашаларына барып ултырырлыҡ!

Беҙ студент саҡта Өфөгә Магниторск ҡалаһы аша йө­рөнөк һәм ҡаланың һәр кибетендә “Изге Ай”ҙың кассеталары һатыла торғайны. Урыҫ хал­ҡы нисек Пугачеваны яратһа, Рәсәй киңлеген­дәге төрки телле халыҡтар ҙа Бигичеваны шулай һоҡланып тың­лай ине. 90-сы йылдарҙағы күп йондоҙ­ҙарҙан айырмалы рәүештә, Халидә ханым һәр саҡ тәүфиҡ һәм иман юлын өҫтөн күрә. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, төркөмө менән әллә күпме хәйриә концерттары ойоштороп, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Һамар, тағы ла бик күп Себер ҡалаларында мәсет төҙөү эштәренә булышлыҡ итә. Дин булған ерҙә телдең, милли мәҙә­ниәттең дә яҡлаулы булырын ул яҡшы аңлай, сөнки тап шул динлелектәре арҡаһында нисә быуаттар буйы урыҫ халҡы ҡоршауын­да ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, Новгород өлкәһе мишәрҙәре рухтарын һәм тел­дәрен һаҡлап килә. «Беҙҙең ауылдарҙа совет йылдарында ла уҡытыу үҙебеҙсә булды, мәсеттәр эшләп торҙо, бергә­ләп ураҙа ла тоттоҡ, доғалар ҙа ятланыҡ. Әммә коммунистарҙың теше үт­мәне, сөнки беҙҙеке­ләрҙең бер-бере­һен ошаҡлау, көнлә­шеү йә күрә алмай юлын ҡыйыу тигән холҡо юҡ. Шул берҙәмлек беҙҙе һаҡ­лап алып ҡалғанмы, әллә һаҡланыр өсөн шулай берҙәм булырға мәжбүр булғандармы, уныһын белмәйем, – ти Түбәнге Новгород өл­кәһенең Ҡыҙыл Октябрь районы Чын Вәли ауылы һы­лыуы. –Атайым менән әсәйемдең ун бер балаһы булып, һиге­ҙе үҫеп еткән. Әсәйемдең тауышы матур булһа ла, моңланып ултырырға әллә ни ваҡыты булманы. Һирәкләп йырлап ебәргәнен­дә моңонан арбалып, уйынымды ла онота инем. Беҙҙең яҡтар тағы ла ризыҡты оҫта әҙерләүҙәре менән данлыҡ­лы, бүтән тарафта беҙҙәге ише татлы бәрәмәстәр, ҡаҙы­лыҡтар юҡтыр ул”.

Тағы ла Новгород мишәрҙәре ҡул эштәренә маһир булыуҙары менән бил­дәле. Улар һуҡҡан быймалар, тек­кән итектәр… Халидә лә бәләкәйҙән энә-ҡайсы тота. Өләсәйемдең теген машин­каһының энәһе менән бармағымды нисә үтә тишкәнмендер, Хо­ҙай ғына белә. Мәктәптән һуң тегенсе һөнәре алып, ауылда эш башланым. Мәскәү тартып, заводҡа барып урынлаштым, бригадир булдым. Зарарлы цехта ун ике йыл эш­ләп пенсияға сыҡ­тым. Унда эшләгәндә үк үҙешмә­кәр түңәрәктә йөрөнөм, һуңы­нан «Изге Ай»ға һайлап алыу хаҡында ишеткәс, йырлап ҡарар өсөн генә бар­ғайным, ғүмерлеккә ҡалдым.

Моңло ҡыҙ йәшләй генә яман шеш менән күҙмә-күҙ осраша. Ярай әле бер­ҙән-бер улымды табып өлгөргән инем, ә бит хыялым әсәйем һымаҡ күп бала үҫтереү ине, ти. Бер-бер артлы операциялар, химия терапиялары үт­кәрергә мәжбүр йырсы бер ваҡытта ла тамаша­сыһы алдында бахырланыуға юл ҡуй­май. Сәхнәгә ул һәр саҡ бәхетле йылмайып, төҙ атлап, ҡупшы кейенеп сы­ғып баҫа. Яҙмыш ниндәй сиктәргә килтереп терәһә лә, ул һәр ваҡыт доға­ла­рын уҡып, Хоҙайға һыйына, йөрьәт итеп, хажды ла урап ҡайта.

“Мине дауалаусы ла, нығытыусы ла – йыр. Әхирәттәремә лә, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, йырлағыҙ, тием”,– ти Халидә ханым. Әйткәндәй, күптәрҙең һушын алған сәхнә кейемдәренең барыһын да тиерлек ул үҙ ҡулы менән теккән икән. Хатта итектәргә, ҡалпаҡ­тарға тиклем үҙ ҡулдары менән сигелгән, нағышланған.
Кәртинкәләй һылыу ҡатындың грим бүлмәһенә тамашаларҙан һуң кәрзин-кәрзин сәскәләр ташыйҙар. Баһадирҙай ир-уҙамандар мөхәббәттә­рен белдерә, алтын тауҙар вәғәҙә итә. Әммә ул ғүмер буйы тормош иптәше­нән башҡа берәүҙе лә күрмәй. “Яраты­уым мине һуҡыр иткәндер инде. Уның бер етешһеҙлеген дә күрмәй инем. Инде өләсәй булғас, кисерә алмаҫлыҡ хәлдән һуң иптәшем менән юлдарыбыҙ айырылды. Алтмыш йәшемдә яҙмышымдың ҡырҡа боролош алыуы башта шаңҡытһа ла, шөкөр, үҙемде ҡулға алырға көс таптым. Әле төркөмөм ме­нән өр-яңы программа төҙөп, Рәсәй буйлап турға сыҡтым”, – ти ул.

Бер ҡасан да фонограммаға йырла­май Халидә ханым, тамашасы ла уның көслө энергетикаһына, ихласлығына арбала, шуның өсөн яраталыр, моғайын. Ә йырсы йырлаған һайын шуны нығы­раҡ тоя, көсәйә, күңеле яҡтыра бара. “Менер инем тауға”, – тип йырлаған һылыу, үҙе лә аңғармайынса, бәхет тау­ҙарының түбәләрен айҡай торғандыр.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook