Башҡортостан Ҡыҙы

«Мәңгелектең ҡатын-ҡыҙ ҙа тигән нурға мөлдөрәмә өмөтө һин...»

«Башҡортостан ҡыҙы»ның үҫеш тарихында Йомабикә Ильясова етәкселек иткән осор айырым баһаға лайыҡ. Ул баш мөхәррир булған дәүерҙә журнал йәмғиәттә билдәлелек яулауын дауам итте, бай йөкмәткеле, сағыу, күркәм баҫмаға әүерелде. Республикала һәм унан ситтә шағирә булараҡ танылған етәксе сәйәси яҡтан нығынды, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, тотош йәмғиәттең рухиәтенә йоғонто яһар, кәрәккәндә тос һәм аҡыллы һүҙен әйтер лидер булып өлгөрөп етте. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары булып китеүелә уның тынғыһыҙ рухын, ҡаһарман шәхесен раҫлаусы бер күрһәткес ул. Һөйләменән үк уның ҡулын таныр, күңел йылыһынан ҡанаттары яҙылыр, шиғыр юлдарын тормош саҡырыуы итеп алып, үҙен бәхет уртаһында тойған уҡыусыларыбыҙ уны юҡһына. Әлеге көндә ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, ҡанундар ижад итә торған даирәлә үҙен нисек тоя икән Йомабикә ханым? Әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡтан башланды.

Шиғриәт
Шиғриәт – булмышыма һалынған төп сифатым. Яҙмышыма ла, уңыш-юғалтыуҙарыма ла, кешеләр менән ҡорған мөнәсәбәттәремә лә төп тамғаны ул һала. Сөнки ул – минең күңелем. Шиғыр яҙыр өсөн тәғә­йенләнгән йөрәк икенсерәк тибә, хатта ҡайһы ваҡыт үҙеңде ололар араһында йөрөгән бала һымаҡ тойоп китәһең. Рәсми даирәлә был ҡамасаулай. Шул уҡ ваҡытта халыҡ мине аңлай, йәлләй, һыҙлана алғаным өсөн ярата кеүек. Ижад менән шөғөллән­мәһәм дә, донъяны шағирҙарса тойоп йәшәр инем барыбер.

Әммә һис ҡасан һауала ғына осоп йөрөмәнем. Тырышып уҡыным, сөнки күпте белгем килде. Математика ла, физика ла ҡыҙыҡ ине миңә. Хыялдарымды маҡсат иттем, шуға ла улар тормош талабыма әйләнде. Бөгөнгө донъя ифрат күп яҡлы: ул көн һайын аң, зиһен үҫешенә әйҙәй, замандан артта ҡалмауҙы мин тап шул йүнәлештә күрәм.

Бала сағым бәхетле үтте. Шуға күрә мин яҡшы атай-әсәй булыу, матур ғаилә оло ҡаҙаныш икәнен бәләкәйҙән аңланым. Бәлки шуның өсөндөр, кейәүгә сығып, балаларымды үҫтергән ваҡытта миңә ижад та, карьера ла кәрәкмәне: донъям иҫ китмәле бөтөн, йәнем тыныс ине.
«Мин – ҡатын-ҡыҙ. Хәсрәттәрем ябай:
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Мин донъяға бирәм тик изгелек,
Мин донъяға тик яратып бағам»,
– тигән шиғыр юлдары ла сабый­ҙарыма түгелгән наҙым һымаҡ ябай һәм тәбиғи яралғандыр.
Хоҙай мине барыбер ижадсы итергә теләгәндер, ғазаптары аша шиғриәткә ҡайтһын, тигәндер, һис бер аяуһыҙ тәүге ауыр һынауҙарын бәрҙе. Улар аша мин ҡабат шағирә булып тыуҙым. Ҙур донъяны үҙгәртеп булмауын, бары тик ижад донъяңдың ғына тулыһынса үҙ иркеңдә икәненә төшөндөм. Шиғриәт үҙе үк тормоштоң камиллығына ирешә алмағанға яралған һыҙланыу ул.

Матбуғат
Был һөнәргә лә яҙышырға булған ихтыяж алып килгәндер. Күпселек яҙыусыларҙың хатаһы был. Ниндәй генә оҫталыҡҡа ирешһәң дә, журналистика – ысын мәғәнәһендәге юғары һүҙ сәнғәте түгел, уның үҙенең ҡанундары һәм ҡалыптары бар. Шуға ла ул ҡайһы саҡ ижадҡа ҡамасаулай торған бер шөғөлгә әйләнә. Бигерәк тә гәзит эше күп иғтибар талап итә, көн һайын яҙырға сәбәп табылып тора һәм һин үҙеңдең ошо бурыстарыңды атҡарырға тейешһең.
Һөйләмдәр үҙенән-үҙе, шиғырҙай төҙөк рәүештә тыуып ҡына тора икән, үҙеңде матбуғатҡа бағышлау ҙа бер кинәнес кенә. Хәҙер тормошомдо республика баҫмаларында хеҙмәт иткән йылдарымдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ижад өсөн бирелгән һәләт, һүҙ ҡеүәһен журналистикаға арнағанмындыр.
Һәр тармаҡта ла кеше камиллаша, билдәле бер юғарылыҡҡа өлгәшә. Шул мәлдә яҙмыш матур бүләктәрен дә ебәрә. Гөлфиә Аҙнағол ҡы­ҙы Юнысова депутат булып һайланғас, миңә лә «Башҡортостан ҡыҙы»н етәкләп алып китергә тура килде.

Депутатлыҡ
Журналда эшләй башлағас, бөтә республиканан ҡатын-ҡыҙҙар, депутатҡа килгән кеүек, редакцияға мөрә­жәғәт итә торғайнылар. Баш мөхәр­рир булараҡ тәүге командировкама ла бер ҡатындың хаты буйынса юлланырға тура килде. Уның бер туған һеңлеһе менән кейәүе юл фажиғә­һендә һәләк булған, үҙенең торлаҡ шарттары шәптән түгел яңғыҙ ҡатын­ға уларҙың шыпа етем ҡалған балала­рын тәрбиәгә алырға рөхсәт итмәй­ҙәр, ә сабыйҙарҙың береһе тыумыштан ғәрип. Хәҙер генә ул бындай осраҡта дәүләттән социаль ярҙам ҡарал­ған. Уллыҡҡа алһаң, әсәлек капиталы күләмендә, инвалид бала өсөн тағы ла йөҙ мең һум өҫтәлә. Патронат, баланы ҡарауға алған һәм бүтән төр ғаиләләргә лә байтаҡ льготалар бар.

Бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған барактың стенаһынан урам күренеп тора. Мәҡәлә журналда баҫылғас, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде, ғаиләгә фатир бүленде, иғ­тибар күрһәтелде. Был бер генә осраҡ. Депутаттың ярҙам итеү мөм­кинлектәре киңерәк икәнен аңлағас, 2008 йылда һайлауҙарҙа ҡатнашыр­ға йөрьәт иттем. IV һәм V саҡы­рылыштарҙа халыҡ оло ышанысын белдерҙе. Уны аҡлау – төп маҡса­тым.
Ҡатын-ҡыҙҙар алимент түләтеү мәсьәләләре менән дә мөрәжәғәт итә. Алимент фонды булдырыу ихтыяжы үҙен һиҙҙертә. Совет заманында ул бар ине. Алимент түләүсене эҙләгән осорҙа ғаиләгә бюджеттан күпмелер аҡса күсте. Хәҙер яңғыҙ әсә балаһының туҡланыуына түләй алмай йә бала, тиҫтерҙәренән ҡайтышыраҡ кейенеп, кәмһенеү кисерә. Ауырып китһә, дарыуға аҡса юҡ. Алимент фонды шундайҙарға бер терәккә әйләнер ине.
Мәктәптәрҙә балаларҙың сәләмәт туҡланыуын яйға һалыу өсөн беҙҙең тотош саҡырылышҡа етерлек эш бар. Буласаҡ ил һаҡсыларының, әсәләрҙең һаулығын бөгөн ҡайғыртмаһаҡ, һуң булыуы мөмкин. Аҙаҡ саң ҡағыуҙан ни файҙа?

Көслө булайыҡ!
...Ғаиләлә көс ҡулланыу мәсьәләһе борсой. Ҡатын-ҡыҙ, балалар йәбер­ләнә, ололар яфаланып йәшәй. Йәмғиәттәге ошо күренештәр дауам итә лә итә.
Рәсәй буйынса етемдәрҙең 85%-ының ата-әсәләре иҫән. Мин депутат булып үткән райондарҙың береһендә 149 етем баланың 100-өнөң ата-әсәһе тере. Эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан ҡот осҡос хәлдәр. Был тотош йәмғиәт, милләт фажиғәһе түгелме? Бөгөнгө көндә фәнгә, мәҙәниәткә тотонола торған аҡса бына ошо социаль етемдәрҙе ҡарау өсөн китә. Балалар йортонда бер балаға ике ярым хеҙмәткәр тура килә. Шул уҡ ваҡытта унда тәрбиәләнеүселәрҙән күп осраҡта тормошҡа яраҡһыҙ, эшкә барымһыҙ, күңеле имгәк кешеләр сыға.

Кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары буйынса Рәсәй – донъяла алтынсы урында, Европала беренсе урында, ә Башҡортостандың Урал аръяғы – республикала «алдынғы» урында. Үҙ теләге менән донъянан киткән үҫмерҙәрҙең 13-өнөң 11-е ауыл еренән. Был бәләләргә ғаилә­ләрҙәге күңелһеҙ хәлдәр, көйһөҙ мөнәсәбәттәр ғәйепле. Ҡатын-ҡыҙ әҙәбен, әхлағын һаҡлап ҡалыу өсөн баҫмабыҙға ла, йәмәғәтселек ойошмаларына ла, урындағы етәкселәргә лә ҡулға-ҡул тотоношоп, арымай-талмай эшләү мөһим.

Йыш ҡына эскелекте эшһеҙлеккә бәйләйҙәр. Һис кенә килешмәйем. Көсһөҙ кеше өсөн генә эскегә бирелеү ҡотолоу юлы һымаҡ тойолалыр. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, үҙе­беҙгә көслө булырға кәрәк. Көслө кеше янында көсһөҙ ҙә көслөгә әйләнә.

Мәҙәниәт
Мәҙәниәт, фән бюджеттың сығым ғына талап иткән өлөшө, тип уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта фән, мәҙәнилек иҡтисадты, сәнәғәтте үҫтереүгә һәләтле икәне онотола.
...Төп башҡорт ауылдарында милли әҙәп көслө. Сәләмәт рух ҡаҡшамаған. Һайлау алды кампанияһында шу­ға инандым. Сабыр аҡыллы, яҙ­мыштары ниндәй генә булғанда ла, ғүмерен бәхет күреп ҡабул иткән, йыр-моңға һөйөү йөрөткән кешеләр йәшәй ауылдарыбыҙҙа. Ошо мәҙәнилек һаҡланһын. Ябай ғына кешеләр­ҙең бер ниндәй заманға ла бирешмәй торған юғары күңеле, һаман да был донъяла яҡшылыҡты яҡлап ҡалыу өсөн йәшәүҙәре үк – ҡаһарманлыҡ.
Мәҙәнилекте барыбыр мәҙәниәт тотоп тора. Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары һүнмәһен ине ул. Улар булмаһа, рух бөтә. Милли рух сәхнәлә берәү милли кейемдәрҙе кейеп бейеп йөрөгәндә, икенсеһе уны ҡарап һоҡланып ултырғанда ла һаҡлана.

Үҙенең ихатаһын ғына түгел, эргә-тирәһен, урманды, шишмә, ҡоҙоҡ­тарҙы таҙалап, кәртәләп алған кешеләр һоҡландыра. Борондан кешенең көнкүреше, мәҙәниәте бер бөтөн булған. Һауыт-һабаһын эшләгән, һырғаларын, йырын, бейеүен ижад иткән. Һабантуй, шәжәрә, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек байрамдар аша кеше хеҙмәтенең, көнкүрешенең, мәҙәниәтенең бер бөтөн булыуына өлгәшәбеҙ. Хал­ҡыбыҙ, тереһыу кеүек, йәшәйем тип ынтыла. Ә зыялылар араһында үҙҙә­ренә генә һоҡланыу сире тамыр йәйә, минеңсә. Ил тойғоһон биҙәүес һы­маҡ ҡына итеп йөрөткәндәр юҡ түгел беҙҙең заманда.

Ғаилә хаҡында
Тәүратта Әҙәм менән Һауа араһындағы мөнәсәбәттәр мөхәббәт тип билдәләнмәй. Яратыу һүҙе башлап ата-әсә һөйөүенә бәйле телгә алына. Уның ҡарауы бурыстар, ауырыу, ҡайғы, һынауҙар, эш тураһында бик күп бәйән ителә. Уйлап ҡараһаң, тормошта ла шулай бит. Ғөмүмән, диндә ғаилә ҡорғандан һуң тыуған тойғолар данлана. Бер генә сюжетта егеттең ҡыҙға оло мөхәббәте хаҡында телгә алына, ошо хистәре арҡаһында егет атаһын ныҡ рәнйетә, ул, ғәрләнеп, улының түшәгенә туйҙан һуң һөйгәнен түгел, икенсе ҡыҙҙы һала. Минең фаразым: һәр егет үҙенең ғашиғына, илаһилаштырған берәүгә өйләнә, әммә туйҙан һуң бөтөнләй икенсе ҡатын менән уяна, тигән ишара ул. Инде уларға донъя көтөргә, балалар табырға. Сабырлыҡ, бер-береңде аңлап йәшәү кәрәк бының өсөн. Йәштәр, туйҙан һуң ожмах башлана, тип уйлай. Миңә ҡалһа, киреһенсә, туйҙан һуң ожмах ишектәре ябыла. Тормошоңдо ожмах итәһеңме, тамуҡмы, икәүеңдән тора. Шундай матур донъяны тамуҡҡа әйләндереп йә­шәүселәр бар.

Әлеге көндә ғаилә институты көрсөк кисерә, тиҙәр. Минеңсә, ул камиллаша. Бәлки, ғаилә тотҡалары нескәрәккә әйләнәлер, айырылышыуҙар йышаялыр. Ләкин бөгөнгө йәштәр күңел яҡынлығын юғалтмауға, бер-береһенә шәхси үҫеш өсөн мөмкинлектәр табыуға өҫтөн­лөк бирәләр. Киләсәк – бына ошондай ғаиләләрҙә.

Гөлназ ҠОТОЕВА яҙып алды.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook