Башҡортостан Ҡыҙы

Һуңлауҙы кисермәй торған сир

Һуңлауҙы кисермәй  торған сир «Мин уларҙың йәшәү көсөнә, сикһеҙ сабырлығына таң ҡалам. Һәр береһенең яҙмышы – ҡаһарманлыҡ өлгөһө, китап яҙырлыҡ бер тарих», – ти медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире Марат Ғәлиев түш яман сиренә ҡаршы көрәшеүсе ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында. Ул етәкселек иткән бүлексәлә йылына – меңдән ашыу, көн һайын алты-һигеҙ операция эшләнә. Утыҙ ике йыл ошо бүлексәлә эшләү дәүерендә Марат Ғәлиәкбәр улы үҙе ете меңгә яҡын операция яһаған.
Һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙа яман шеш ауырыуҙары араһында түш яман шеше беренсе урында тороуы белгестәрҙә ҙур хәүеф уята. Башҡортостанда был сиргә тарыған 12 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора. Йыл һайын 1400-гә яҡын (алдағыһынан 30-40-ҡа күберәк) ауырыу асыҡлана, унан 400-ҙән ашыу гүзәл зат вафат була. Түш яман шеше нилектән барлыҡҡа килә, унан үҙеңде нисек ҡурсаларға? Республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә иң абруйлы маммологтарҙың береһе тип танылған, бөтә ғүмерен ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлауға арнаған Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиев менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

– Бик күптәр түш яман шешен һағыш сире тип атай. Һеҙҙеңсә, был шулаймы?

– Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләүсе табип булараҡ шуны әйтер инем: был сиргә дусар ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе ҡасандыр тәрән тетрәнеү кисергән. Берәүһенең яҡын кешеһе юл фажиғәһендә үлгән, икенсеһе ире менән айырылышыу ғазабынан оҙаҡ айный алмаған, өсөнсөһө – берҙән-бер балаһы ҡаты сирле яңғыҙ әсә. Яман шеш ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәй бит: был тетрәнеү ете-ун йыл элек булыуы мөмкин. Ҡайғы-хәсрәт, оҙайлы ауыр уйҙар иммунитетты ҡаҡшата, ә был иһә бик йыш ауырыуға, шул иҫәптән яман шештең (ҡатын-ҡыҙҙарҙа күп осраҡта түш яман шешенең) үҫеүенә килтерә. Шуға күрә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, тетрәнеүҙәрҙән мөмкин тиклем һаҡланыбыраҡ сығырға кәрәк. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың ҡайғыла ла, шатлыҡта ла сабырыраҡ булырға, сама белергә, үҙеңде тиҙерәк тигеҙлеккә көйләргә саҡырыуы бик хаҡ.

– Был сиргә килтереүсе сәбәптәр хаҡында әйтеп үтһәгеҙсе.

– Әсәһе, өләсәһе, апаһы ошо мәкерле сиргә дусар булғандар үҙ һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш: нәҫелендә был ауырыу булмаған ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда уларға ике-өс тапҡырға күберәк хәүеф янай. Ләкин был кеше мотлаҡ сир­ләйәсәк тигән һүҙ түгел! Сир түгел, сирләү ихтималлығы күсә.

12 йәштән иртә күрем күрә башлаған, 55-те үткәс кенә ырыуҙан ҡалған, бәпес тапмаған ҡатындарҙың түшендә яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефе юғары. 20 йәшкә тиклем бала тапҡан әсәләр тәүге сабыйын 35-тән һуң донъяға килтереүселәргә ҡарағанда был сиргә өс тапҡырға һирәгерәк тарыусан. Бала төшөү, йөклөлөктө яһалма өҙөү ҙә шулай уҡ кире йоғонто яһай.

Түллек өҫтәмәһе ялҡынһыныуы, түллек биҙе кистаһы, аналыҡ фибромиомаһы, эндометриоз кеүек ауырыуҙар ҙа, гормональ тигеҙлекте боҙоп, түш яман шеше үҫеүенә булышлыҡ итеүе бар.

Олораҡ йәштәгеләрҙә юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, һимереү хәүеф уята. Сөнки был диагнозлы ҡатындар­ҙың кәүҙә ауырлығы артыҡ булғанлыҡ­тан, май туҡымаһында рак тыуҙырыусы гормондар барлыҡҡа килеүсән.

– Олоғая барған ҡатындар араһында һуңғы осорҙа гормондар ярҙамында йәшлектәрен, матурлыҡтарын оҙағыраҡ һаҡларға тырышыусылар бар. Был түш яман шеше барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһамаймы?

– Гормондарҙы алмаштыра торған препараттарҙы теләгән берәүгә эсергә ярамай, улар, күрһәтмәләр булғанда, климакс алды осорон ауыр кисереүсе­ләргә тәҡдим ителә. Был препараттар маммография тикшереүенән һуң тәғә­йенләнергә тейеш. Гормондарҙы, бә­хеткә күрә, беҙҙә оҙайлы ваҡыт (бишәр-етешәр йыл) – һаулыҡҡа ныҡлап зыян килерлек итеп – ҡабул итеүселәр юҡ, тиергә була.

Гормональ препараттар менән бик һаҡ булырға кәрәк. Әле экстракорпораль аталандырыу ярҙамында әсә булыусылар байтаҡ. Уның алдынан көслө гормондар эсеү түш яман шеше барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тыуҙыра. Шунлыҡтан был яңы алым ярҙамында бәпес табырға ниәтләүселәргә маммологҡа күренеү зарур.

– Һәр ҡатын-ҡыҙға матурлыҡҡа ынтылыу хас. Түштәрен матурлау өсөн пластик хирургтарға мөрәжәғәт итеүселәргә нисек ҡарайһығыҙ?

– Гүзәл заттың күркәмерәк булыу теләге аңлашыла. Ләкин беҙ был осраҡта хирургия ҡыҫылышын хупламайбыҙ, сөнки унан һуң ҡалған йөй үҙе үк хәүеф тыуҙыра, ә ят есем булараҡ, импланттың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын күҙаллауы ла ауыр.

– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһендә булған мастопатияны түш яман шеше алдындағы ауырыу тип атайҙар...

– Мастопатия – ул гормондар тигеҙлеге боҙолоу арҡаһында тыуған сир. Диффуз мастопатия улай хәүеф уятма­һа, төйөрлөһөнөң ракка әйләнеү ҡур­ҡынысы ҙур. Шуға күрә мастопатияны булдырмау, уны иртә асыҡлау – асылда түш яман шешен булдырмау, тигән һүҙ.

Гормональ препараттар, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар, йөклөлөктө өҙөү – былар барыһы ла мастопатияның үҫешенә этәргес булыуы бар. Һәр ҡатын-ҡыҙ контрацептивтарҙы тәжрибәле белгес ярҙамында, йәшен, енси гормондар нисбәтен, яра­ған-ярамағанлығын билдәләп һайларға тейеш. Ғөмүмән, мастопатияны булдырмау өсөн иң элек сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу кәрәк, тиер инем. Сәләмәт туҡланыу (ауыр майлы, ҡыҙ­ҙы­рылған, консерваланған ризыҡтар­ҙан баш тартыу, шәрбәт менән мауыҡмау, экологик саф ашамлыҡтарға өҫтөнлөк биреү һ.б.), спорт менән шөғөлләнеү мөһим. Ваҡытында кейәү­гә сығыу, бәпес табыу, уны имеҙеп үҫтереүҙең һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауын оноторға ярамай.

Ғөмүмән, ракты беренсел иҫкєртеү дәүләт кимәленә ҡуйылған илдәрҙә түш яман шеше бермә-бер кәмей бара. Ә беренсел иҫкєртеү ул сәләмәт йәшәү рәүеше мөһимлеген аңлатыу, ғаиләне планлаштырыу эшен юғары кимәлгә ҡуйыуҙан, тирә-яҡ мөхиттең таҙалы­ғын булдырыуҙан һәм башҡаларҙан ғибәрәт.

– Шеште асыҡлауҙа ҡулланылыусы алымдар тураһында һөйләһәгеҙ ине.

– Бөгөн ҡулланылған төп ысулдар – клиник тикшереү (маммолог махсус алым буйынса бармаҡтар менән баҫып ҡарап тикшерә), маммография, ультра­тауыш тикшереүе, биопсия (нәҙек энә менән туҡыма өлөшөн алып, сирле күҙәнәктәрҙе асыҡлау), компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы – 95 процент осраҡта дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөмкинлеген бирә.

Гүзәл зат, тулыһынса сәләмәт булып, нәҫелендә берәү ҙә яман шештән яфаланмағанда ла, йылына бер тапҡыр маммологҡа күренеп торорға тейеш. 40-50 йәшлек ҡатындарға – өс йылға бер, 50 йәштән уҙғандарға ике йылға бер мәртәбә маммография яһау мотлаҡ. Йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙарға бер-ике йыл һайын ультратауыш тикшереүе үтеү етә.

– Ләкин, мәҫәлән, төпкөл ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙға донъяһын ташлап, поликлиникаға барыуы, махсус белгескә эләгеүе бик ҡатмарлы, уларға ни эшләргә?

– Шулайҙыр, сөнки ҡайһы бер район поликлиникаларында маммологтар юҡ. Әммә ул поликлиникаларҙа гинекологтар ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул иткәндә түштәрен дә тикшерә.

Ҡатын-ҡыҙ үҙе лә күрем үткәндең беренсе аҙнаһында ай һайын түштәрен тикшереүҙе ғәҙәт итеп алырға тейеш. Даими ҡарап торғанда, ул хатта бер сантиметрҙан бәләкәйерәк төйөрҙәрҙе асыҡлай ала. Гүзәл зат көнөнә йөҙ тап­ҡыр көҙгөгә күҙ һалып, һыланып-һыйпанып ала, ә һаулығын һаҡлау өсөн биш минут ваҡыты йәлме ни? Түш биҙ­ҙәрен тикшереү бик ябай, башта көҙгө алдында, унан ятҡан килеш башҡарыла. Ауыртмай торған төйөр­ҙәр, тығыҙ урындар барлыҡҡа килеүен, күкрәк формаһы, төҫө үҙгәреүен, тиренең бөрөшөп, ҡыҙарыбыраҡ тороуын күрһә, имсәк башы шешеп, тығыҙ­ланып йәки эскә батып китеүен, унан ҡан ҡатыш бүлендек сығыуын, ҡултыҡ аҫтындағы лимфа биҙҙәре ҙурайыуын тойһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡайһы бе­рәүҙәр күкрәгендә биҙ, төйөр булыуын тойоп та, айҙар, йылдар буйы табипҡа бармай йөрөй. Яман шеш оҙаҡ ваҡыт һиҙҙермәйенсә үҫешә, шуға күрә ҡатын-ҡыҙ ауыртынмай. Һыҙланмағас, үтер, тип хаталана. Ауыртыу иһә шеш аҙғас ҡына барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табипҡа һуң мөрәжәғәт итеү арҡаһында шештәрҙең 30 проценты III-IV стадияла асыҡлана. Ә был сир һуңлауҙы кисермәй.

Түш яман шешенә тарыуҙы гүзәл зат ҙур фажиғә тип ҡабул итә. Ләкин ул иртә асыҡланған осраҡта, зарарланған туҡымалар ғына алып ташланып, түштәрҙе һаҡлап ҡалабыҙ. Шеш ҙурайып киткән икән, заманса дарыуҙар ярҙамында уның күләмен кәметеп, мөмкин тиклем аҙыраҡ туҡымаларҙы киҫәбеҙ. Хатта түштең байтаҡ өлөшөн алған осраҡта ла, ауырыуҙың үҙ тән туҡымаларынан уны тергеҙәбеҙ. Былар бөтәһе бушлай, йәғни медицина страховкалауы иҫәбенә башҡарыла.

Ғөмүмән, республикала яман сиргә ҡаршы көрәш буйынса күп эшләнә. Мәҫәлән, һәр ҡалала милли проект буйынса маммографтар ҡуйылған, ике күсмә маммографыбыҙ бар. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһы буйынса махсус ҡорамалдар ҡайтартыла. Быларҙың барыһы ла сирҙе иртә асыҡлау мөмкинлеген киңәйтә.

– Район ерендә йәшәүсе ҡатындар йүнәлтмәһеҙ туп-тура һеҙҙең диспансерға мөрәжәғәт итә аламы?

– Әлбиттә. Йүнәлтмә менән килгән осраҡта, табипҡа күренеү бушлай бул­һа, йүнәлтмәһеҙ – түләүле. Ләкин диагноз раҫлана ҡалһа, артабанғы тикшерелеү һәм дауаланыу бушлай.

– Марат Ғәлиәкбәрович, журналыбыҙҙы уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй теләктәрегеҙ бар икән?

– Үҙегеҙҙе яратығыҙ, һаулығығыҙға нығыраҡ иғтибар итегеҙ, тиер инем. Был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлаһаң да, зыян булмаҫ, сөнки донъя мәшәҡәтенә күмелеп, балаларын, ирен хәстәрләп, гүзәл зат үҙе хаҡында ҡайғыртырға онота. Сәләмәтлегенә битарафлыҡ – ҡатын-ҡыҙ ебәргән иң ҙур хаталарҙың береһе. Үҙенең генә түгел, ғаиләһенең именлеге уның һау-сәләмәт булыуына бәйле икєнен онотмаһын ине.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook