Башҡортостан Ҡыҙы

«Мәҙхиәләр һиптем үләнгә...»

«Мәҙхиәләр һиптем үләнгә...» «Шиғриәт – минең һөнәрем генә түгел, ә яҙмышым», – тип әйтергә ярата Тамара Ғәниева. Быға ышанмау мөмкин түгелдер, сөнки өс тиҫтә йылға яҡын башҡорт шиғриәтендә Тамара Ғәниева тигән исемде йә шиғырҙары, йә публицистик мәҡәләләре һәм телевидениелағы сығыштары аша танырға мөмкин. «Мин даһилыҡҡа дәғүә итмәйем, – тип тә яуап биргәйне ул Мостай Кәримдең унан алған интервьюһында. – Ләкин үҙем йәшәгән осорҙа башҡорт халҡының рухи бейеклеге өсөн мин дә
яуаплы тип уйлайым».
Журнал уҡыусыларға шағирәнең бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Боҙ аға
Ҡағылырмы ярға?
Даръяларға
Һарҡылыр ҙа тамсы булырмы?
Яңғыҙ боҙ киҫәге бара ағып...
Тулҡын ҡыуа уны,
Гүйә бауын
Ысҡындырған ваҡыт сығыры.

Ауыҙлыҡлы йүгән булмағандан,
Матҡып алып ағым ялдарын,
Аралыҡтар көҫәп тулғанамы,
Тарлауыҡтан ҡасып ҡыуанамы?
Мөрхәтһенмәй ғәзиз ярҙарын.

Сәмләнгәнем булды үҙемдең дә
Олағайҙым, тиеп, бер ары.
Сығырыңдан сығып талпындың ни,
Үҙ-үҙеңдән ашып атылдың ни...
...Рәнйешеңдән ил-ғәм юғары.

Йәй таңы
Елбер-елбер томан
Ысыҡ-ысыҡ
Бал тәмләтә сәскәгә.
Һырттан шарлап нур аҡты ла
Бейеп китте сәхрәлә.

Йәй елдәрен ҡосаҡлайым
Йәйәм дә ҡосағымды.
Йәтеш килдегеҙ,
Бергәләп
Терелтербеҙ томан япҡан
Кисәге усағымды.

Таңдарға таң ҡалып бағам,
Ҡанған танһыҡ өҫтөнә.
Етте,
Елдәр, буятмағыҙ
Сәсте ҡылған төҫөнә.

Көнләшеп бер булғандар бар,
Һеҙ арбап һынатмағыҙ.
...Йәнә...
Тәҡәттән арманһыҙ
(Йөҙөн күрегеҙ,
Эй ғорур!)
Йәремде уятмағыҙ.

Михайловка*
Инәлеүле текләй тәҙрәләре,
Йәтим зары аңҡый өйҙәрҙән.
Маңлайына, гүйә, приговорһыҙ
Атырға тип көбәк төбәлгән.

Шул көйөнсә арба юлдары ла,
Буралары серек ҡойолар.
Лизаларҙың өйө,
Толиктарҙың...
Ҡапҡаларын ҡаҡмай тыйылам.

«Аваннар и!» тиһәм,
Үсеккәндәй
Һыртын бора.
Бынау кем өйө?
Алмағасы, муйылы ҡарайышҡан,
Ҡышлау һуғандары шул көйө.

Ҡайҙаһығыҙ, белеш сыуаштарым,
Япраҡ байрам, пасха байрамлы?
Мәжүси ҙә, христиан да төрки,
Ят инеме миңә, туғанмы?

Бер ҡапҡаға яулыҡ бәйләгәндәр,
Таҫмаланған һуғылып елдәргә.
Эте лә юҡ ауыл, өнһөҙ илап,
Йәшен һөртә минең иңдәргә.

Шоу
Һырпалана, ана, йылан һымаҡ,
Йә һайғауға һыбай атлана.
Порнографик шау-шоу...
Кәре шашҡан
Ир-ат ҡарашында тантана.

Йәнен, бәлки, тәне ҡамағандыр,
Аңы теүәл микән?
Ҡыҙ-ҡатын
Оят ерен мир алдында асҡас,
Кемдәр имләр ғәмдең хаятын?

Порнографик шау-шоу...
Имештер ҙә,
Урлашырға ярай,
Ә беҙгә?
Нишләп әле сисенеп күрһәтмәҫкә
Услап доллар тотҡан һөмһөҙгә.

Ҡыҙа бара шау-шоу...
Ҡыҙҙар – шәрә,
Ир-егеттәр итә тантана.
...Яланғас рух, оят йыуылһын, тип,
Батҡаҡ тулы күлдә сайҡана...

Атың юшай
Ғүмерем етмәҫ инде...
Күңелеңдең
Сер-тылсымын айҡар,
Аңларға.
Даръя холҡон төшөнмәксе булып,
Үрһәләнәм һаман ярҙарҙа.

Көн менән төн яғалашҡан саҡта,
Йәй битендә,
Яҙ
Йә көҙҙәрҙә,
Ишетмәнем кемдән ниндәй битәр,
Ҡалманым мин ниндәй һүҙҙәргә.

Имештер ҙә, уйлап тапҡанмын да
Ҡыҫыр хәсрәт,
Юҡтан һыҙылып,
Үҙһүҙле бер сәмдән язаланам.
Ҡыҫылышһыҙ, имеш, тоғролоҡ.

Үҙемә шулай дошман микән ни мин,
Ҡатил микән әллә?
Йәнемдең
Һулҡыуына баш булыуҙан уҙып,
Аҙҙырыусы тәҡәт, кәремде.

Үкенмәйем,
Ҡыҫҡа ғүмеремде
Сарыф иттем һине һөйөүгә.
Ундай хәлдәр булған,
Буласаҡ ул...
Ҡалған,
Ҡаласаҡ ул минән дә.

...Һыртты буйлап
(Таныным)
Атың юшай...
Эҙләп килерһең бер биләнгә.
Мин булмамын...
Әммә ысыҡ-ысыҡ
Мәҙхиәләр һиптем үләнгә.

Ысынмы?..
Аяҙ көндә йәшен,
Ҡышын ләйсән,
Ҡая ҡырлап елгән күк юртаҡ
Тертләткәндәй,
Тетрәндерер өсөн
Яуланыңмы мине ҡороҡлап?

Йәшәүенең ҡото китте, тиеп,
Күңел төшкәс икәс,
Ҡояштың
Артынан да ҡалмай,
Тағылып йөрөп,
Нур теләнгән Айға мин үҙемдең
Фиғелемде шул саҡ оҡшаттым.

Яуҙы сыуаҡ,
Иңде нәзәкәтлек
Үрәпсеүҙән арыған иңемә.
Донъя йәнә минең яҡлы ине,
Ғүмер тәме балдан татлы ине,
Һорғолтлана яҙған күҙемә
Яғылдымы йәйғор буяуҙары?
(Илап ирей күңелем ҡырауҙары.)
Ҡарашыңдан илһам осондо.
Әле һаман ышанмайымсы мин...
Һин әйткәндәр...
Ысын-ысынмы?

Төнгө уйҙар
Утты һүндерһәм дә,
Бүлмә яҡты...
Стенаның һорғолт экранын
Сәхнә тине микән?
Сәйер ҡоштар
Ҡанат ҡаға...
Сырамытмаҡ булып
Шул киноны оҙаҡ ҡараным.

Күҙҙе йомдом.
Йыһан киңлегенең
Миңә генә таныш сөңгөлөн
Саҡырырға
Үҙемә барырғамы?
Ҡайырып асып тәҙрә өлгөһөн.

Былай унда минең булғаным бар...
Ҡағылғаным да бар ул сергә.
Төбәп кенә әйтмәнеләр, әммә
Иҫкәрттеләр:
Әлегә күр ҙә – борол,
Эш етерлек һин торған ерҙә.

...Шундай рәхәт.
Эңер һиллегенең
Хакимәһе лә мин, ҡоло ла.
Гонаһлы уй уйлаһам да була,
Иман һораһам да улыма.

Гонаһ тигәнемдән...
Гонаһ микән,
Бер-берәүҙең төнгө һиллектә
Яратҡанын хәтерләйем әле...
Ҡараңғылыҡ серле.
Бығау ҙа ул.
Арбаусы ла сикһеҙ киңлеккә.

... Ҡараңғыла уйҙар шундай ҡыйыу,
Теләниһәң – ярат,
Күрә алма!
Ҡош ҡанатын әйтәм экрандағы...
Үртәү, үсәү микән?
Саҡырыумы?
Бәндәләрҙән йәшерен
Үҙаңға?..


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook