Башҡортостан Ҡыҙы

Йондоҙнамә нимә юрай?

Ҡуҙы
(21 март – 20 апрель)
Сәләмәтлек. Йылдың тәүге яртыһында һаулыҡҡа иғтибарлы булығыҙ: яман ҡылыҡтарығыҙҙы ташлағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ. Юғиһә, йыл һуңында ауырға тура килер.
Эш. Аждаһа карьера өлкәһендә алға китеш вәғәҙә итә. Хеҙмәт һәм тәртип – уңышҡа юл ярыу өсөн иң яҡшы ҡоралығыҙ. Һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙған яңы таныштар хаҡына ла элекке дуҫтарығыҙҙан баш тартмағыҙ.
Шәхси тормош. Һөйгәнегеҙгә йәки тормош юлдашығыҙға һеҙҙең иғтибарығыҙ, наҙығыҙ етмәүе ихтимал. Сәскә гөлләмәһенә лә, ҡыйбатлы бү­ләккә лә түгел, ә бары һеҙҙең аңлауығыҙға мохтаж булырҙар. Икенсе яртығыҙҙың уйҙары, тойғолары, маҡ­саттары менән йышыраҡ ҡыҙыҡһы­нығыҙ.
Романтик осрашыуҙар өсөн ҡыштың аҙағы, яҙ, йәй һәм көҙ ҡулай. Әммә танышыуҙарҙың киләсәге булыу-булмауы һеҙҙең үҙегеҙгә, баш­ҡаларға яраҡлаша алыуығыҙға бәйле. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, никах хаҡында хәстәрлек күрә башлаһағыҙ ҙа була. Бының өсөн сентябрь һәм октябрҙең тәүге яртыһы уңышлы.

Буға
(21 апрель – 20 май)
Сәләмәтлек. Һаулығығыҙ ныҡлы, табип хаҡында онотоп торһағыҙ ҙа була. Әммә был сәләмәт тормоштан баш тартырға кәрәклекте аңлатмай. Тәнегеҙҙе күнегеүҙәр ярҙамында сыныҡтырығыҙ. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ.
Эш. Февраль айында ҡыуаныслы яңылыҡ көтөлә. Шулай ҙа карьера баҫҡысынан үрләүгә әллә ни ҙур өмөт бағлай алмайһығыҙ. Яңы эшкә күсер­гә йәки яңы һөнәр үҙләштерергә тура килер, моғайын. Быға ҡайғырмағыҙ. Бөтә үҙгәрештәр бары киләсәктә уңыш яулауға этәргес булыр.
Шәхси тормош. Буға ғаиләһенә һәм туғандарына күп ваҡыт бүлергә мәжбүр. Сөнки туғандар араһында ҡупҡан низағты, бәхәсте хәл итеү мәсьәләһе килеп тыуыр. Әммә бошонорға ярамай, барыһы ла яйланыр. Яңғыҙаҡтарға апрель йәки ноябрь айында ишен осратыу мөмкинлеге көтөлә. Декабрҙәге танышыуҙарға ҙур өмөт бағламағыҙ, был осорҙа кешеләргә ҡарата һағыраҡ булыуығыҙ яҡшы.
Өйөгөҙгә ҙур әйбер һатып алыуҙы кисектереп тороғоҙ – аҡсағыҙҙы туҙ­ҙырмағыҙ.

Игеҙәктәр
(21 май – 21 июнь)
Сәләмәтлек. Игеҙәктәр үрҙәр яулауға әҙер, сөнки Яңы йылға улар ныҡлы һаулыҡ менән аяҡ баҫа. Әммә көстәрен юҡҡа тәләфләһәләр, тиҙ үк хәлдән таясаҡтар. Яҙ етеү менән, кү­негеүҙәргә тотоноғоҙ. Спорт кәйефте күтәрер, көсөргәнештән һаҡ­лар, йә­шәү көсө менән һуғарыр.
Эш. Әллә ни ҙур алға китеш һи­ҙелмәҫ. Әммә бәләкәс кенә булһа ла уңышҡа ирешерһегеҙ. Һөйөнөслө яңылыҡтар апрель-май айҙарында көтөлә. Хис-тойғоларығыҙҙы ҡулда тотоғоҙ. Тиҙ ҡыҙып барыуығыҙ арҡа­һында уңайһыҙ хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Айырыуса августың икенсе яртыһында һаҡ булығыҙ.
Шәхси тормош. Былтырғы менән сағыштырғанда, хәлдәр яҡшыраҡ. Һеҙҙе уратып алған йылылыҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ыңғай тәьҫир итер. Һөйгәнегеҙгә йәки тормош юлдашығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ: ваҡ-төйәккә бәйләнмәгеҙ, аңларға, ғәфү итергә тырышығыҙ. Хистәргә бай йыл. Ошоғаса бер генә лә шиғыр яҙ­маған булһағыҙ, был йәһәттән һә­ләтегеҙ асылғанын тойорһоғоҙ. Әле­гәсә тормош ҡормағандар мөхәб­бәтен осратыуға, никах ҡороуға өмөт итә ала.

Ҡыҫала
(22 июнь – 22 июль)
Сәләмәтлек. Иғтибар үҙәгендә – ҡалҡан биҙе менән бауыр, иң берен­се уларҙы тикшертегеҙ. Алама ҡылыҡ­тарҙан баш тартыу, дөрөҫ туҡ­ланыу талап ителер. Ял итеүгә, тә­биғәткә сығыуға ваҡытығыҙҙы йәл­ләмәгеҙ. Теш табибына ла күренеп алығыҙ. Ҡояш аҫтында артыҡ ҡыҙыныуҙың һәм тәнгә, сәскә күпләп химия ҡулла­ныуҙың сәләмәтлеккә кире йоғонто яһауын онотмағыҙ.
Эш. Яңы эш башлау, карьера ҡо­роу өсөн бик уңышлы осор. Матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Әммә һаҡсыл Ҡыҫала аҡсаһын елгә осора торғандарҙан түгел, ҙур ғына мөлкәт туплап та өлгөрөр.
Шәхси тормош. Яңы вазифаға өлгәшеүҙән тыш, шәхси тормошта киҫкен үҙгәреш көтөлмәй. Был кәйефегеҙгә лә тәьҫир итеп алыр. Әммә борсолмағыҙ, көтөгөҙ – бәхет үҙе өсөн көрәшкәндәрҙе ярата. Аждаһа үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырырға мөм­кинлек бирмәҫ. Тик яҡындары­ғыҙға ҡаты бә­релмәгеҙ.

Арыҫлан
(23 июль – 22 август)
Сәләмәтлек. Үҙегеҙҙе яҡшы тоя­һығыҙ. Шулай ҙа йәй ял итергә, көс тупларға тырышығыҙ. Туҡланыуға иғ­тибар итегеҙ – ашҡаҙанығыҙҙы һаҡ­лағыҙ. Дауаханала тикшерелеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Эш. Тиҙ һәм еңел аҡса артынан ҡыумағыҙ – был хәүефле аҙым һеҙҙең өсөн түгел. Ҡатмарлыҡтар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Ә һеҙ, оло маҡсат ҡуйып, шуға табан яйлап юл ярығыҙ.
Шәхси тормош. Арыҫлан тирә­ләй тормош ҡайнай ғына. Ваҡиғалар күп һәм һәр береһе оло әһәмиәткә эйә. Бигерәк тә балалар күңелһеҙ­ләнергә ирек бирмәй. Борсолмағыҙ, барыһын да йырып сығырһығыҙ. Яңғыҙаҡтар мөхәббәтен осратыр.

Ҡыҙ
(23 август – 22 сентябрь)
Сәләмәтлек. Аждаһа йылында төп дошманығыҙ – тымау, йүтәл тыуҙырысы вирустар. Шуға тәнде сыныҡтырыуға бөгөндән тотонһағыҙ ҙа була. Халыҡ медицинаһы, махсус күнегеү­ҙәр ярҙам итер.
Эш. Йыл башында күрһәткән сабырлығығыҙ, тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр. Инде март урта­һында уҡ хәлегеҙ яҡшыра башлар. Иңегеҙгә алған йөкләмәне шартына килтереп үтәү, хеҙмәттәштәрегеҙгә өлгө күрһәтеү талап ителер.
Шәхси тормош. Аждаһаның хәс­тәрлекле ҡанаты аҫтында һеҙҙең өсөн яңы осор башлана. Тимәк, мөғжизәгә өмөт итә алаһығыҙ. Яңы осрашыуҙар, танышыуҙар көтөлә. Күптән ҡулығыҙ етмәгән эшкә – йортоғоҙҙо төҙөклән­дереүгә күңел һалып тотона ала­һығыҙ.

Үлсәү
(23 сентябрь – 22 октябрь)
Сәләмәтлек. Бөйөр, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һаҡланығыҙ. Ябығыу менән артыҡ мауығып, һаулығығыҙҙы ҡаҡшатыуығыҙ ихтимал. Тәнегеҙгә бөтә иғтибарҙы йү­нәлтеп, күңел торошоғоҙ хаҡында онотмағыҙ.
Эш. Зарланырға урын юҡ – эш етерлек. Аҡса ла табылып тора. Карьера үҫеше өсөн дә уңышлы мәл. Баш­ҡаларға ҡарата миһырбанлы, итә­ғәтле, ярҙамсыл булһағыҙ, улар ҙа һеҙгә ошо матур сифаттар менән яуап бирер.
Шәхси тормош. Ҡапма-ҡаршылыҡлы ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килер. Үҙҙәрен ғаилә ептәре ме­нән бәйләргә теләмәгән тотороҡло яңғыҙаҡтар ҙа, мөхәббәт ҡоршауына ҡаршы тора алмай, никахҡа инергә хәл итер. Күптәр йорт һалыу, фати­рын йыһазландырыу менән мәшғүл булыр.

Саян
(23 октябрь – 21 ноябрь)
Сәләмәтлек. Әгәр тымау йонсотһа, иң яҡшыһы – бәрәңгенең эҫе боҫон һулау һәм шифалы үләндәр ярҙамында дауаланыу. Дөйөм алғанда, әлеге мәлдә һаулыҡ мәсьәләһе әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Шулай ҙа тән йәрәхәте алыу хәүефе бар.
Эш. Йылдың тәүге яртыһы һеҙҙән ныҡышмал эш талап итә. Артабан еңелерәк булмаҡсы, ҡулығыҙға аҡса төшөр. Сентябрь аҙағында йәки октябрь башында яңы хужа икеләтә көс менән, тырышып эшләргә мәжбүр итәсәк. Был һеҙҙең карьераға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Шәхси тормош. Бала саҡтағы хыялдарығыҙ иҫегеҙҙәме? Әгәр хәтерегеҙҙә булмаһа, Аждаһаның үпкәлә­үе лә ихтимал. Тулы бәхеткә ирешер өсөн тап ошо хыял етмәйҙер, бәлки? Әсәлеккә, балалыҡҡа бәйле йыл. Ғаи­ләгеҙҙең ишәйеүе күҙ уңында тотола. Төп кәңәш – талашмаҫҡа тырышығыҙ: аҙаҡ мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу ауырға тура килер.

Уҡсы
(22 ноябрь – 21 декабрь)
Сәләмәтлек. Һаулыҡ хаҡында борсолорға сәбәп юҡ. Әммә спиртлы эсемлек – бауырҙы, майлы аш – аш­ҡаҙан аҫты биҙен, ҡыҙыусанлыҡ ҡал­ҡан биҙен эштән сығарырға мөмкин икәнен онотмағыҙ.
Эш. Уңышҡа өмөт итә алаһығыҙ, әммә бик тырышып эшләгән хәлдә генә. Һеҙҙең ҡулда – Ер күсәре, әйҙә, әйләндерегеҙ!
Шәхси тормош. Аждаһа, һынау­ҙар ебәреп, һеҙҙең ныҡлыҡты бер аҙ тикшереп ҡарар. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡҡа тарымаҫ өсөн ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеүҙән дә яҡшы сара юҡ. Йәштәргә тормош ҡороу, үҙ мөйөшөн булдырыу, ғаилә­һен ишәйтеү өсөн уңышлы осор.

Ылаҡ
(22 декабрь – 19 ғинуар)
Сәләмәтлек. Бөйөр, аш һеңдереү ағзалары хәүеф аҫтында. Дөрөҫ туҡ­ланыу, үҙегеҙгә иғтибарлыраҡ булыу ауырыуҙарҙан һаҡлар. Спорт менән шөғөлләнеүҙән дә баш тартмағыҙ.
Эш. Эштәгеләр ҡанығыҙҙы эсеп, хәлегеҙҙе алыр. Әммә был һеҙҙе ны­ғытыр һәм сыныҡтырыр ғына. Аҡса­ғыҙҙы һаҡлап тотоноғоҙ – матди хәлегеҙ тотороҡло түгел. Шулай ҙа тырыш хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Тағы ла дәртләнеп эшләү өсөн яңы мөм­кинлектәр асылыр.
Шәхси тормош. Йәш ғаиләме йәки бер нисә йыл бергә донъя көткән пар булһынмы, һәммәһе үҙҙәренең икенсе яртыһының мөхәббәте нурына ҡойоноп йәшәр. Әлбиттә, ҡатмарлыҡ­тар ҙа булып алыр. Ғәҙел һәм аҡыл эйәһе булараҡ, Ылаҡ ғаиләлә килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү бурысын үтәргә тейеш буласаҡ.

Һыуғояр
(20 ғинуар – 18 февраль)
Сәләмәтлек. Насар ҡылыҡтары­ғыҙҙы ташлағыҙ. Нервыларығыҙ ҡаҡ­шаған, шуға үҙегеҙҙе көсөргәнеш сигенә тиклем еткерергә тырышмағыҙ. Ял итегеҙ, диеталар менән һаҡ булы­ғыҙ. Тәнегеҙҙе сыныҡтырығыҙ, күбе­рәк йәйәү йөрөгөҙ, матур хис-тойғо­лар менән күңелегеҙҙе байытығыҙ.
Эш. Үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Ҡыйыу рәүештә үҙ фекерегеҙҙе яҡлап сығыш яһай алаһығыҙ. Яуаплылыҡтан ҡурҡ­мағыҙ. Йылдың тәүге яртыһында маҡ­саттарығыҙҙы үтәргә бөтә мөмкинлектәр бар. Ете тапҡыр үлсә – бер тапҡыр киҫ, тиҙәрме әле? Икенсе яр­ты йыллыҡта ошо аҡыллы кәңәште иҫтә тотоғоҙ.
Шәхси тормош. Аждаһа йылын үҙ асылығыҙҙы өйрәнеүгә бағышлай алаһығыҙ. Тәүге ярты йыллыҡ танышыуҙар, осрашыуҙар өсөн ҡулай. Ә ғаиләһе, балаһы булған Һыуғоярҙарға яҡындары өсөн ышаныслы терәк булырға тура килер. Уларҙы тәмле итеп ашатыуға ғына түгел, ялдарын дөрөҫ, файҙалы итеп ойоштороуға ла иғтибар бүлегеҙ.

Балыҡ
(19 февраль – 20 март)
Сәләмәтлек. Шикләнеүҙән туҡ­тағыҙ. Бөтә сирҙәр ҙә – нервынан! Иң яҡшы дауалау ысулы – хис-той­ғолар менән дөрөҫ идара итергә өйрәнеү. Кәйефте ыңғайға көйләп, тынысланып ҡына үҙеңдең эске торошоңдо аңларға мөмкин. Күберәк йылмайығыҙ, көлөгөҙ, тормоштан ҡәнәғәт­лек алып йәшәгеҙ.
Эш. Шәхси эшҡыуарҙар менән сағыштырғанда, дәүләт хеҙмәт­кәр­ҙәренә еңелерәк. Әммә барыһына ла аҡсаларын йыйыбыраҡ тоторға кәңәш итә йондоҙнамә. Иҫке бәй­ләнештәрҙе нығытыу, яңыларын булдырыу, эшеңде күрһәтеү өсөн һәй­бәт мәл.
Шәхси тормош. Аждаһа, тормошоғоҙҙоң өр-яңы битен асып, бик мауыҡтырғыс өлөшөн тасуирлар. Әммә үҙгәрештәр һиҙҙермәй генә килер. Матур киләсәк төҙөр өсөн байтаҡ бил бөгөргә кәрәгер шул. Яҙ, йөрәктәрҙә һөйөү уты ҡабыҙып, хыялдар донъяһына әйҙәр. Ғаиләле Балыҡтар балалары хаҡында хәстәрлек күреү, донъяларын бөтәйтеү мәшә­ҡәте менән мәшғүл булыр.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook