Башҡортостан Ҡыҙы

Сабырлыҡ

Сабырлыҡ
– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә. 
– Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. 
– Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға. 
– Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү. 

Мостай Кәримдең ошо дүрт юллығында ир менән ҡатындың был донъялағы тәғәйенләнеше, бурыстары аныҡ итеп әйтеп бирелгән кеүек. Ҡатын тип йәнен фиҙа итер ирҙәребеҙ әҙәйә, был сифаттарҙы йөрөткән көслө зат­тарҙы табыуы ҡыйын, тиерһегеҙ. Ә ниңә улар ваҡлана, кем ваҡлай уларҙы? Әлбиттә, үҙебеҙ. Уларға ышанмауыбыҙ, сабырһыҙланып, көйһөҙләнеп, үҙһүҙләнеүебеҙ арҡаһында күпме бәләләр үҙебеҙҙең сибек, нескә яурындарыбыҙға ишелә. Ә беҙ һаман көслө булырға ныҡышабыҙ. Эй тырышбыҙ үҙебеҙ, ул ихтыяр көсө, ул ныҡлыҡ! Ошо ныҡышмаллыҡ сабырлыҡта ла һыналһа икән ул! Сәскәгә лә асылырға ваҡыт кәрәк бит. Шуның кеүек, бер-беребеҙгә ваҡыт бирәйек. Хатта сабыр булырға өйрәнергә лә...

Юҡҡа ғына «сабырлыҡтың төбө – һары алтын», «сабыр иткән – мораҙына еткән» тимәгәндәрҙер боронғолар.

Үҙ яҙмышын хис менән түгел, аҡыл менән, тормошҡа, заманға ҡарап, үҙҙәре төҙөгән, балаларын кешелекле итеп үҫтергән сабыр инәйҙәр өлгө була ала бит. Уларҙың яҙмыштарына сәхифә, улар хаҡында уйланыу, хәленә инеп ҡарау ҙа ошо сабырлыҡты күндермәҫ, тәрбиәләмәҫ инеме икән бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙа?

Сабыр булыу, тимәк, һөйөүгә өлгәшеү, маҡсатҡа, беҙҙең төп тәғәйенләнешкә яҡынлау түгелме?

Сабырлыҡ – ул шулай уҡ сама белеү. Сәбәләнмәй генә маҡсатҡа барыу. Үҙеңде бәхеттән ситтә түгел, уның уртаһында тойоу. Ә үҙен ышаныслы тойған ҡатын өсөн ир-ат утты-һыуҙы кисергә лә әҙер ул. Ир-атты ла беҙ тәрбиәләйбеҙ, улар беҙҙең көҙгөләребеҙ булып сыға түгелме? Үҙебеҙгә ҡарап, көҙгөгә үпкәләмәйбеҙ бит. Шуның өсөн иң тәүҙә үҙебеҙгә күҙ һалайыҡ. Сабырмы беҙ?

Әйтеүе генә анһат, нисек сабыр итергә һуң? Түҙ, түҙгәнгә – түш, тиҙәр. Түҙеү, тимәк, кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы, әлеге хәлеңде нисек бар, шулай ҡабул итеү. Шулар менән килешеү, риза булыу.

Беҙгә ҙур ҡаршылыҡ йә иһә уңайһыҙлыҡ булып тойолған нәмәләр ваҡыт үтеү менән, иғтибар бирмәһәң, әһәмиәтен юғалта, шуның менән ул бәләкәсәйеп ҡала. Ваҡыт – иң ҙур дауа, ваҡыт күрһәтер, урынына ҡуйыр, тигән һүҙҙәр – алтын. Әммә ваҡыт шулай уҡ мөмкинлек икәнен дә онотмайыҡ.

...Үҙебеҙгә ҡайтарып әйткәндә, матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай торған ваҡыт. Баҫмабыҙға яҙылыу хаҡы бер аҙ артыуға ҡарамаҫтан, дуҫлыҡты яңыртып, киләһе ярты йылға яҙылып ҡуйыуҙы онотмаһағыҙ, бергә булыу мөмкинлеген оҙайтыу ваҡытын күҙ уңынан ысҡындырмаһағыҙ ине, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Шуға ышанабыҙ һәм сабыр ғына көтәбеҙ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook