Башҡортостан Ҡыҙы

«Башҡортостанымдың визит карточкаһын эшләргә теләйем...»

«Башҡортостанымдың  визит карточкаһын  эшләргә теләйем...» Уның менән юлдарыбыҙ һирәк кенә киҫешә. Әммә осрашҡан һайын яңылыҡтары шаҡ ҡатыра: йә ул әле генә Ҡазандан ҡайтып төшкән, йә Белоретта, йә Һамарҙа булған, йә Әбйәлилгә китергә йыйына, йә Мәскәүҙә, йә Миланда, йә... Һанай башлаһаң, осона ла сығырлыҡ түгел. Ләкин был сәфәрҙәр ябай ғына түгел, уларҙың һәр ҡайһыһынан һуң уның күңелендә яңы фекер ярала, яңы фильм тыуа. «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтованы эш урынында, моғайын, сираттағы фильмын монтажлағанда ғына тоторға мөмкиндер. Башҡа ваҡытта инде ул үҙ идеялары артынан ҡыуып саҡрымдар, үҙ донъяһына сумып, унда яңы тормош, яңы образдар тыуғанын көтөп, сәғәттәр-минуттар һанай, һәр эшенең һуңында, ауыр тулғаҡ ғазабынан ҡотолған әсәләй, күҙҙәренән бәхет осҡоно сәсеп, тамашасыһына өр-яңы әҫәрен тәҡдим итә.

...Баймаҡ районының Аҡтау ауылы ҡыҙы Вилүрә мәктәптә уҡып йөрөгәнендә үк бик әүҙем була. Гелән үҙешмәкәрлек түңәрәгендә ҡатнаша, үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта. Сираттағы концертҡа әҙерләнеп йөрөгәндәрендә мәктәптең уҡытыу буйынса директор урынбаҫары инеп, репетиция үткәргәндәрен ҡарап ултыра ла Вилүрәгә: «Һин мотлаҡ сәнғәт кешеһе, әммә артист түгел, ә етәксе буласаҡһың», – ти. Уҡытыусыһының әйткәндәре Аллаһы Тәғәләнең «Амин!» тигән сағына тура килгән, күрәһең: Вилүрә Иҫәндәүләтова, ысынлап та, сәнғәт донъяһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп инә. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға керә. Диплом спектаклен тапшырғанда, беҙгә ҡыҙҙар етмәй, ҡыҙҙар кәрәк, тип Салауат драма театрынан килеп, һайлап алалар. «Һомғол буйлы, нәҙек кенәмен, сәстәрем һап-һары. Шунда уҡ Кәбир Аҡбашевтың «Йәшлегем тирәктәре» спектаклендә украин ҡыҙы Марьяна ролен бирҙеләр. Гөлдәр Ильясованың Алматынан уҡыуын тамамлап ҡына ҡайтҡан сағы. Шулай ике йыл театрҙа эшләгәс, күңелемде: «Гел генә шулай училище белеме менән йөрөмәҫмен бит инде, сәнғәт институтына барып ҡарағанда инде?» – тигән ҡорт кимерә башланы. Гөлдәр апайға әйткәйнем, ул, ниңә актерлыҡ бүлегенә бараһың, былай ҙа уйнай алаһың, режиссерлыҡҡа бар, тип кәңәш бирҙе», – тип иҫләй хәҙер ул сәнғәт донъяһындағы тәүге аҙымдарын.

Сираттағы йәй етеү менән Аҡтау һылыуы баш ҡалаға – режиссерлыҡҡа уҡырға юллана. Имтихандарын уңышлы тапшырып, белем тауының икенсе баҫҡысын яуларға ынтыла ул. «Төркөмдә тик рустар, үҙемде нисектер уңайһыҙ тоям, дәрескә йөрөү теләгем көндән-көн һүрелә бара. Уҡытыусыларҙан үҙемә кәрәкле белем ала алмаясағымды күңелем менән ћиҙєм, төпкө аңым менән аңлайым. 8 Мартҡа апайымдың туйына ҡайтҡайным. Кире килмәнем дә ҡуйҙым. Бер ай үтте. Аяҡ тартмай. Кире Салауат драма театрына барырға оялам. Ни булһа ла булыр тип, кире киттем Өфөгә. «Үҙ теләгем менән уҡыуҙан азат итеүегеҙҙе һорайым» тигән йөкмәткеле ғариза яҙҙым да Ғабдулла Ғиләжевҡа ҡалдырып киттем. Икенсе көн бер туҙып мине эҙләтәләр икән. Тиҙ генә Ғиләжевҡа ин, тиҙәр. Барып инһәм, Ғабдулла Ғабдрахман улы: «Һин нимә эшләйһең, мин үҙебеҙҙең ауыл балалары уҡыһын тип тырышам. Башҡалар араһында үҙеңде күрһәтергә, кәм түгеллегеңде раҫларға кәрәк. Уҡымаҫ булғас, ниңә килдең, һинең урынға башҡа берәү инер ине», – ти. Мин һаман да аяҡ терәп, уҡығым килмәй, тием. Ғабдулла Ғиләжев ғаризалағы мин яҙған сәбәптәрҙе уҡыны ла: «Ҡыйыу ҙа икәнһең, ҡаты итеп яҙылған. Былайтып яҙа алғас, һине һындырыу мөмкин түгел», – тип ҡул ҡуйҙы. Бөгөн уйлап ҡарағанда, ошо курсташтарымдың береһе лә режиссер булып эшләмәй».
Исем өсөн, ваҡыт уҙғарып, кейем туҙҙырып йөрөүҙе мөрхәтһенмәйенсә, уҡыуын ташлап, ауылына ҡайтып китә Вилүрә. Ә атаһы (хәҙер инде мәрхүм), көн һайын район гәзитендәге, ҡарауылсы талап ителә, вахтер кәрәк, тигән йөкмәткеле иғландарҙы алдына килтереп һалып, әллә бараһыңмы, ҡыҙым, тип сәменә тейә. «Мин, уға ярарға тырышып, ҡар ҙа көрәйем, башҡа эштәрҙе лә эшләйем, атайым уның һайын, ана, һөнәре булмағандар йә урам һеперә, йә хат ташыусы, йә ҡарауылсы булып эшләй инде ул, тип тылҡып, зитыма тейә. Эй шул саҡтағы ғәрләнеүҙәрем!» – ти ул.

Шул мәл район мәҙәниәт йортона белгес талап ителә һәм Вилүрәне художество етәксеһе итеп эшкә алалар. Тырыш һәм рухлы ҡыҙ бығаса бөтә сараларҙың русса алып барылыуына ҡарамаҫтан, тота ла башҡортсаларҙы уҙғара башлай. Уның иң тәүгеһе автотранспортсылар көнөнә арнала. Бүләкләнеү­селәр исемлеге менән танышҡан ваҡытта тик мосолман фамилиялары булыуына иғтибар итә лә тантананы тик башҡортса итеп әҙерләй ул. Һуңынан барыһы ла, сараларҙы башҡортса ла бына тигән итеп үткәрергә була икән, ҡалай матур үтте, тип, рәхмәт әйтеп китәләр. Шулай яйлап «Һылыуҡай», «Бөрйән ырыуы ҡыҙы» бәйгеләренә башланғыс һалына.

Дәртләнеп, матур ғына эшләп йөрөгәнендә гәзиттә ВГИК-ља уҡырға ҡабул итеү тураһында иғлан сыға. Элек киоскыларҙа һатылған киноактерҙар төшөрөлгән открыткаларҙың һәр береһен йыйып, 5-се синыфта уҡығанда уҡ әсәһенән илап «Советский экран» журналын яҙҙырттырып, уның һәр һанын йотлоғоп уҡып барған ҡыҙ бары тик ВГИК-та уҡып ҡына киноактриса, кинорежиссер булырға мөмкин икәнен күптән аңлаған була инде. Шуға күрә ҡалын хәрефтәр менән егеттәргә өҫтөнлөк бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алһалар ҙа, Вилүрә лә үҙенең көсөн һынап ҡарарға уйлай. Бәхетенә күрә, сираттағы отпуск ваҡыты ла еткән. Әммә уны ебәрергә теләмәйҙәр, сит милләттән булған баш бухгалтер ҙа, аҡса юҡ, тип тик ултыра. Өҫтәүенә ғаризалағы, «в связи с поступлением во ВГИК», тигән юлдарҙы уҡығас: «Куда? В истории такого не было, чтоб какой-нибудь башкир поступал во ВГИК!» – тип мыҫҡыллы йылмая. Бәлки, тап ошо һүҙҙәр милли рухлы Вилүрәнең сәменә тейгәндер ҙә инде, мин беренсе буласаҡмын, тип яуаплай ҙа, туп-тура район советы башҡарма комитеты рәйесе Әкрәм Ниғмәтуллинға инеп, хәлде аңлатып бирә. Бер сәғәт эсендә аҡса ла табыла, отпуск һорап яҙылған ғаризаға ҡултамға ла һалына. Әкрәм Әғзәм улы ҡыҙға: «Мин үҙемә һинең өсөн шундай ҙур яуаплылыҡ алдым, мотлаҡ уҡырға инеп ҡайтырға тейешһең!» – тип фатихаһын бирә.

Тәүҙә Өфөлә, телеүҙәк бинаһында, һайлап алыу туры ойошторола. «Кеше шул тиклем күп, иртәнге туғыҙҙан төнгө бергә тиклем дауам итте әңгәмәләшеү. Егеттәргә өҫтөнлөк бирелә тигәндәре күңелде өйкәп тик тора, шуға иң һуңғы булып инергә булдым, – тип хәтерләй хәҙер Вилүрә. – Икенсе көнөнә һөҙөмтәләрҙе белергә килһәм, исемлек эленеп тора. Ун биш кеше араһында ике генә ҡыҙ һәм шуларҙың береһе – мин. Өс көндән Мәскәүҙә булырға тейешһегеҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр».

Әммә бөгөнгө ҡаҙаныштарына илткән юл башы тигеҙ, һикәлтәһеҙ генә булмай Баймаҡ һылыуының. Аллаһы Тәғәлә үҙе уның ныҡлығын һынап ҡарарға булғанмы, әллә, киреһенсә, үҙе ярҙам ҡулын һуҙғанмы – Юғары көс үҙе генә белә. Ләкин Вилүрә өсөн проблемалар Өфө аэропортына килгәс тә башлана. Самолетҡа ултырырға бер нисә сәғәт ҡалғас, төркөм етәксеһе Рәйес Исмәғилев тағы бер тапҡыр егет-ҡыҙҙарҙың документтарының теүәллеген тикшереп сығырға була. Вилүрә сумкаһын күпме генә аҡтармаһын, документтарын таба алмай – улар Баймаҡта ятып ҡалған... Уға егет-ҡыҙҙар ултырып осҡан самолеттың артынан ҡул болғап тороп ҡалырға тура килә. Ә ҡолағында Рәйес Исмәғилевтың: «Документтарың булмаһа, Мәскәүгә килеп тә йөрөмә», – тигән һүҙҙәре яңғырап тик тора. Шул саҡ ҡапыл ҡыҙҙың мейеһен ҡыйыу уй телеп үтә: һуңғы самолет баш ҡалаға төнгө берҙә оса, ни булһа ла булыр, барырға кәрәк, тип, бер паспортын тотоп, Мәскәүгә оса. Ярай әле Рәйес Абдрахман улы уға адресты яҙып ҡалдырған була, ләкин беренсе тапҡыр Мәскәүҙә, төн уртаһында ҡайҙа бараһың инде?

Домодедовоға барып төшкәс, кешеләрҙән нисек барырға һорашып ҡарай, тик берәү ҙә бер ни аңлатмай. Әллә үҙҙәре белмәй, әллә ярҙам иткеләре килмәй... Шулай ҙа миһырбанлы кешеләр ҙә юҡ түгел был донъяла. Тәүләп күргән өлкән йәштәге йәһүд ҡатыны, уны үҙ ғаиләһенә алып ҡайтып, икенсе көнөнә ВГИК-ла оҙатып ҡуя.

«ВГИК-ља килеп инһәм, Исмәғилев аптырап китте, – тип көлөп иҫкә ала ул осорҙо Вилүрә Иҫәндәүләтова. – Ә мин Өфөлә беҙгә һайлау туры уҙғарған ҡатынды табып, уға хәлемде һөйләп биреү хаҡында уйлайым. Аңдып тороп, барыбер осраттым. Ә ул: «Юҡҡа баш ватма, әле һеҙ бары тик имтихан ғына тапшыраһығыҙ. Әгәр уҡырға инеп китһәң, ректорат исеменә аңлатма яҙырбыҙ ҙа, һин документтарыңды тиҙ арала килтереп еткерерһең», – тине. Эй рәхәт булып китте, хатта күҙемдән йәштәр атылып сыҡты». Ун биш кешенең бары берәүһе генә имтихандарҙы тапшыра алмай. Шулай итеп, ун өс егет араһында Вилүрә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булып уҡырға инеп китә.
«Башҡортостанымдың  визит карточкаһын  эшләргә теләйем...»
«ВГИК-та уҡыу дәүерендә бер генә тапҡыр ҙа, дәрескә барғым йәки уҡығым килмәй, тигән уй башыма ла инеп сыҡ­маны. Ниһайәт, үҙемдең тәғәйен урынымды таптым. Йырлап йөрөп уҡыным, – ти Вилүрә ханым. – Кем генә булмаһын, Мәскәүҙә уҡый башлаһа, шул гламур тормошҡа инеп китергә тырыша. Үҙ эшебеҙҙе күрһәтеү өсөн тема һайлау ирекле булғас, мәҫәлән, «Кеше портреты», егеттәр театр артисымы, рәссаммы – гламурға иҫтәре китә ине. Мин һәр саҡ үҙебеҙҙең ерлектәге кешеләрҙе эҙләнем. Азат Абдуллинды эҙләп таптым. Вахтангов исемендәге театрға барып, «13-сө председатель»де ҡарап, музейҙан афишаларын табып, унда уйнаған артистар менән һөйлә­шеп, Ейәнсураға ҡайтып, апаһын төшө­рөп, «И чужой, и родной» тигән фильм эшләнем. Уның ни өсөн Башҡортостандан китеү мәсьәләһен күтәрҙем. Беҙҙең мастер һәр ваҡыт: «Вилүрә бер ваҡытта ла гламур донъя тип иҫе китмә­не. Ул үҙенең ерлегенә тоғро. Һәр ва­ҡыт тыуған яғына тартыла», – тип билдәләй ине. Был уҡыуҙы тамамлағандан һуң асыҡ күренде: егеттәрҙең барыһы ла тиерлек Мәскәүҙә тороп ҡалды. Ҡыҙҙар кейәүгә сыға ла тороп ҡала, егеттәр кире ҡайта, тигәй­неләр, киреһенсә килеп сыҡты».
Вилүрә Иҫәндәүләтованың фильм­дарын ҡарағанда, ысынлап та, уның тыуған ере, Башҡортостаны, милләте өсөн йәне һыҙлауын асыҡ күрергә, күңелең менән тойорға мөмкин. Уның һәр фильмы үҙәгендә кеше тора, һәр фильмы ниндәйҙер проблема күтәрә. Диплом эше булған «Йәшәгән, ти, егеттәр...» фильмы буйҙаҡ егеттәр мәсьәләһен сағылдыра. Фильм бик күп халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, һәр ерҙән наградалар алып ҡайта.

Бөгөн уның унға яҡын фильмы бар. Һәр ҡайһыһы һыҙланыуҙар аша тыуған. Һуғыш тураһында «Война нас не считала за детей» (2010 йыл) фильмы Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙап та, Советтар Союзы Геройы исемен алмаған Бишбүләк егете Ғәзи Заһитов күҙлегенән эшләнгән. Уның монологы аша һуғыш йылдарындағы Башҡортостан күҙ алдына баҫа. Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Башҡортостан юлдаш каналы аша күрһәтелгән үҙенсәлекле роликтар ҙа – уның ижад емеше. Тап ошо хеҙмєте өсөн ул «ТЭФИ-төбєк – 2007» премияћына лайыљ була. Телевидениела эшләгәндә Мәүлетбай Ғәйнетдинов тураһында «Һағынам һине, сәхнә!» тигән фильм эшләнелә. «Ауылым минең, ауылҡайым» фильмы – айыҡ ауыл тураһында. Әбйәлил районында ике сәсәниәнең ауылдың эскелеккә ҡаршы булыуы тураһындағы шиғри теҙмәһенә нигеҙләнеп эшләнелә. Үҙенә күрә ул да ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы үҙ эсенә ала, эсмәйенсә, башҡа шөғөл табып, нисек итеп күңелле йәшәү өлгөһөн сағылдыра.

«Ике килгән ғүмер» («Рожденный дважды») фильмы – дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһында. Өфөлә «Родина» кинотеатрындағы премьеранан һуң Ирек тә, әсәһе лә: «Ҡайҙан ғына килеп, нимә генә төшөрмәнеләр, ниһайәт, кешелекле фильм күрҙек», – ти. Шунан да ҙур баһа булыуы мөмкинме? Фильмда авторлыҡ тексы юҡ, ул бары тик Иректең, ғаиләһенең монологына ҡоролған. Ошо фильм Ҡазанда – Бөтөн донъя мосолман, Һамарҙа V Халыҡ-ара спорт кинолары фестивалдәрендә ҡатнаша. Сараны ябыу тантанаһы 13 сентябрҙә үтә, һәм фильм «Еңеп сығыу» («Преодоление») призына лайыҡ була. Осраҡлыҡмы, әллә Аллаһы Тәғәләнең ихтыярымы: тап ошо көн – Ирек Зариповтың аварияға эләккән һәм яҙмышы­ның «уға тиклем» һәм «унан һуң» ти­гән өлөштәргә бүленгән көнө. Тап ошо фильмды жюри составында эшләүсе Халыҡ-ара спорт киноһы һәм телевидениеһы федерацияһы президенты Франко Аскани Италияға алып китеп, уны Халыҡ-ара спорт киноһы фестиваленең биш ҡитғаның 113 иле ҡатнашҡан конкурс программаһына индерә. «Унда бик күп продюсерҙар үҙҙә­ренә фильмдар һайлап алыу өсөн килә. Рио-де-Жанейро, Үзбәкстан вәкилдәре килеп фильмымды һоранылар. Ҡайһы бер илдәрҙә гламурға күберәк иғтибар йүнәлтеп, кеше яҙмышын, уның эске тормошон һүрәтләүсе фильмдар күҙ уңынан ситтә ҡала. Беҙҙең Рәсәй фильмдарында күберәк кеше яҙмышына иғтибар бирелә. Шул уларҙың күҙҙәре­нә салына ла инде, – ти Вилүрә. – Режиссер өсөн тәү сиратта психолог булырға кәрәк, сөнки кеше яҙмышын баш­ҡаларҙың күңеленә еткерерлек фильм төшөрөр өсөн геройың һиңә ышанырға тейеш. Ул һиңә ышана, үҙенең серен, күңелен аса. Икенсенән, геройҙарыңды яратырға кәрәк. Мин уларҙың барыһын да яратып, улар менән туғанлашып бөтөп, илашып хушлашам. Һуңынан оҙаҡ ваҡыт шул кеше менән йәшәйем, шылтыратып хәлдәрен белешеп торам, йәғни ул минең биографиямдың бер өлөшөнә әйләнә». Ғөмүмән, уҙған йыл кинорежиссер өсөн бик емешле була – фильмдары донъя кимәленә сыға, тәҡдим иткән проекты Президент грантын ала.

Рәсәй Кинематографистар берлеге, Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһы аѓзаһы, Рәсәй, халыҡ-ара кинофестивалдєр лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова менән һөйләшкәндә уның яңынан-яңы һыҙаттары, яңынан-яңы сифаттары, тормошондағы ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә биттәре асыла бара. Әммә ниндәй генә тема булмаһын, уның осо барыбер ҙә тыуған еренә, тыуған Башҡортостанына барып тоташа. Милан тәьҫораттары хаҡында биргән һорауға ул нәҡ Вилүрәсә яуапланы: «Фестиваль барышында һәр вәкил үҙенең иле тураһында ике минутлыҡ презентацион фильм тәҡдим итте. Шунда, эх, Башҡортостан тураһында ла шундай фильм төшөрөргә ине, тип хыялланып ултырҙым. Алла бойорһа, киләсәктә быны мотлаҡ эшләйәсәкмен! Уны килгән ҡунаҡтарға ла күрһәтергә, дискыға яҙҙырып, бүләк итеп бирергә лә, ҡайҙа ғына сәфәр ҡылма, шунда алып барып күрһәтергә лә мөмкин буласаҡ!»

Даяна АТАНОВА.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook