Башҡортостан Ҡыҙы

Трактор йөрөткән Файза

Трактор йөрөткән Файза 1923 йыл Баймаҡ районы Һәмән ауылында ғаилә ҡорған Фәүзиә менән Мостафа Сабитовтар өсөн уңышлы ғына башланып китә. Йәш ҡатын менән ирҙе ҡыуандырып, 23 ғинуарҙа уларҙың тәүге ҡыҙ балалары тыуа. Уға Файза тип исем ҡушалар. Атаҡлы Абдулла мулла ғаиләһендә тыуған Мостафа үҙе лә яҡшы донъя көтә: мал-тыуары ишле була, үҙе ғаиләһендә бөтмөр һәм тырыш ир, ҡатыны Фәүзиәгә терәк һәм иптәш, балаларына өлгөлө атай. Артабан Файзаның тағы ике һеңлеһе тыуа.

Илдә 1936 йылдың көҙө хөкөм һөрә. Ергә ап-аҡ ҡар яуып, ауылдарҙа көтөп алынған һуғым мәле етә. Ауыл халҡы, хәленән килгәнсә ҡышҡылыҡҡа һи­мерткән малын һуйып, һум иттәрҙән боҫрап торған аштар һала башлай. Күп кенә ҡош-ҡорто, эре һәм ваҡ баш малы булған Мостафа ла, бау-арҡандарын әҙерләп, һуғымлыҡ малын ергә йыға. Һимеҙ ит ҡаҙанға төшөрөлә, өйгә йәш иттең тәмле һурпа еҫе тарала. Әммә ғаилә башлығына был иттән дә, аштан да ауыҙ итергә насип булмай. 33 йәшлек ирҙе ҡулға алалар, уның менән бергә яңы һуйылған ит тә, булған малдар ҙа тейәп оҙатыла. Һәүетемсә генә йәшәп, матур ғына донъя көтөп ятҡан Сабитовтарҙың өйөнә оло ҡайғы килә. Бер кем бер нәмә аңлатмай, ғаилә башлығының ҡулға алыныуының сәбәптәре лә әйтелмәй. Был ваҡытта 31 йәшлек ҡатыны Фәүзиә өс ҡыҙы менән тороп ҡала: өлкәне 4-се класта уҡый, икенсе ҡыҙына алты йәш, иң кесеһенә алты ай ғына. Төрмәгә оҙатыласаҡ Мостафа унда йәш ғүмеренең теүәл ун йылын үткәрәсәген белмәй әле…

Ғәҙелһеҙлек Фәүзиә һәм уның ҡыҙ­ҙарының тормошон, оло мискә балға бер ҡалаҡ дегет ҡойған кеүек, ҡараға буяй. Хәл юҡ, төшөнкөлөккә бирелеп ултырып булмай, балаларҙы кеше итер­гә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Насип булһа, бер ниндәй ғәйепһеҙ Мостафа­һы ҡайтып та килер. Әммә өмөттәр көндән-көн һүнә бара. Билал ауылында 4-се класта уҡып йөрөгән Файзаны бер көн мәктәптән ҡыуып ҡайтарып ебәрәләр. «Төрөмщик балаһын уҡытмайбыҙ», – тип аңлата мәктәп директоры. Аптырағас, хәҙер беҙҙе ауылдан да ҡыуырҙармы икән, тип хафаланып, әсә кеше документ юлларға Асҡарға юллана. Унда мәктәп директорының һүҙен дөрөҫләп ҡайтаралар һәм ҡыҙҙы башҡа уҡырға алмайҙар. «Төрөмщик ҡатыны»ның бер ҡайҙа ла һүҙе үтмәй: уға тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға, ниндәй ҡара эш ҡушалар, шунда йөрөргә тура килә. Фермала һыйырын да һауа, көтөүсе лә була, игенен дә таҙартырға йөрөй. Әсәһенә ярҙамлашып, Файза ла уның менән һәр ваҡыт бергә ҡараңғы төндәрҙә икәүләп эштән ҡайталар. Әҙме-күпме ҙурайып ҡалған Файза тиҙҙән үҙе лә фермала ең һыҙ­ғанып эшләй башлай. Бригадир, уға ҡәләм-дәфтәр тоттороп, келәткә килгән һәр бөртөк игенде үлсәп, яҙып барырға ҡуша. Бер ус иген өсөн баштар төрмәгә оҙатылған заман, халыҡ аслыҡтан интегә. Бригадир ҙа ошо хаҡта Файзаға туҡып тора, игенгә тейә күрмәһендәр, тип киҫәтә.

Нахаҡтан төрөмщик балаһы тип рәнйетелгән Файзаның тырышып эш­ләп йөрөгәнен, ирҙәрсә ер һелкетә баҫып, көслө ҡулдар менән бер эште айырмай башҡарғанын бригадир күреп йөрөй. Шул көндәрҙә Фрунзе исемен­дәге колхозға МТС-тан бер ир кеше килеп, йәш ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе комбайн, трактор курсына уҡырға барырға саҡыра. Бригадир ҙа Файзаны трактор йөрөтөргє уҡып сығырға өн­дәй. Файза өйҙә әсәһе менән кәңәшлә­шә. Әсәй кеше ҡыҙының тракторҙан тапалыуы­нан ҡурҡа, ебәргеһе килмәй. «Трактор­ҙан тапалырҙан алда уны иң беренсе йөрөтөргә өйрәнергә кәрәк әле», – тип, 1940 йылдың ғинуар айында Файза хәҙерге Әбйәлил районындағы Әлмөхә­мәт ауылына уҡырға китә. Уның менән бергә Өмөтбай ауылынан да бер ҡыҙ бара. Тракторсылар курсы өс ай дауам итә. Төшкә тиклем – дәрес, төштән һуң – практика: уҡыусылар клапан та­ҙартып-һөртә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡурҡы­ныс ҡына күренгән уҫлаптай тимер атты ла йүгәнләргә өйрәнеп ала Файза. Яҙ башланып, Әлмөхәмәттә сәсеү мәле етә. Ҡыҙҙарға ла берәр трактор биреп, ауылдарына оҙаталар. Уларға ярҙамсы итеп, МТС-ҡа эшкә ебәрелгән дүрт механик немец егетен бирәләр. Был егеттәрҙең берәүһе Файза менән әхирәтенең тракторын оҙатышып бара, ҡыҙҙар йөрөтә, ул ерҙән йәйәү атлай.
МТС-тан сәғәт 11-ҙәр тирәһендә сыҡҡан тракторсылар ҡараңғы төшөүгә генә Һәмәнгә ҡайтып етә. «Тимер ат» өй эргәһенә туҡтауы була, башта күрше-тирәләге әбейҙәр ҡайһыныһы сынаяҡ, ҡайһыныһы сеүәтә тотоп, майшәмдәренә ҡойорға тип, кәрәсин һорарға килә. Артабан бөтә ауыл халҡы тракторҙы күрергә ағыла.

Колхозда бөтәһе бер трактор ҙа бер комбайн. Тракторҙы Файза йөрөтә, ә комбайнда Билалдан Юламанов Шәһитулла атлы егет эшләй. Шулай итеп, 1942 йылда Файза менән Шәһитулла өйләнешә. Был ваҡытта илебеҙҙә ҡәһәрле һуғыш бара, халыҡтың көнитмеше ауырлаша, ауылдарҙа ҡарт-ҡоро, сулаҡ-сатан ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-саға ғына ҡала. Шәһитулланың аяғы зәғиф булғанлыҡтан, ул һуғышҡа алынмай.

Үҙе йөрөткән «тимер аты»ның тын алышынан уҡ уға нимә булғанын һиҙеп-белеп тора ҡыҙ. «Ҡайһы саҡ майын яулыҡ аша һөҙөп, киренән ҡойоп йөрөп китә инек», – тип хәтерләй ул хәҙер. Тракторҙа эшләгәс, Файзаның абруйы арта, хәҙер инде уны берәү ҙә «төрөмщик балаһы» тип рәнйетмәй.
1944 йылда Юламановтар ғаилә­һендә Рәйсә ҡыҙҙары тыуа. Файзанан башҡа трактор йөрөтөүсе юҡ, ә яланда ер һөрөргә, башҡа эштәрҙе башҡа­рырға кәрәк. Ҡәйнәһенең дә ҡыҙҙы алып ҡарашҡыһы килмәй, директор ҙа эшкә сығыуын һорай. Хеҙмәт һөй­гән, эште алға ҡуйған Файза, ике айлыҡ Рәйсәһен трактор кабинаһына һалып алып ең һыҙғанып эшкә тотона.

Һуғыш ваҡыты булһа ла, халыҡ әллә ни төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша. Шулай ҙа ара-тирә, был һуғыш беҙҙе ҡолатмайынса туҡтамаҫ инде, тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Халыҡ ас-яланғас, бихисап ҡатын-ҡыҙ йәш кенә көйө тол ҡала, балалар атайһыҙ үҫә. Яфа сикмәһендәр тип, Файзаның әсә­һе Фәүзиә инәй йәш ҡатындарҙы өй­ҙәш итеп индерә, уларға хәленсә яр­ҙам итә.

1945 йылдың яҙы. Май башына сәсеү тамамланған. Файза сәскес артында тора. Ауыл яғынан: «Һуғыш бөттө. Беҙ еңдек!» – тигән ауаздар яңғырай, бар халыҡ ҡыуанып, эшләгән урындарынан ҡуҙғала. Игенде урлап ҡуйырҙар, тип Файза сәскестән бер аҙым китмәй.
1946 йылда, ниһайәт, әллә күпме ыҙалар күреп, Мостафа Сабитов ҡайтып төшә. Уның ун йыл ғүмере төрмә рәшәткәһе артында үтә. Ошо уҡ йылда Файза менән Шәһитулланың улдары Дамир донъяға килә. Бәпескә бер ай тигәндә, ул тағы тракторына ултыра, балаһын үҙе менән алып, эшкә сыға. Шулай итеп, 1950 йылға тиклем Файза ун йыл ғүмерен трактор йөрөтөүгә бағышлай. Артабан инде еңелерәк эш­кә – магазинға иҙән йыуыусы булып күсә.

Көндәре лә, төндәре лә тигәндәй эш менән үткән Юламановтар ғаиләһе бик татыу йәшәй. Ғаиләлә балалар ҙа ишәйә. 1963 йылда инде ете балалы ғаилә Билал ауылында өй һалып сыға. Бура күтәргән ваҡытта колхоздан Шәһитуллаға ссуда алырға тәҡдим итәләр. Улар шул замандың аҡсаһы менән өс мең һум ссуда алып, йорт төҙөй. Быға тиклем биш ҡыҙы һәм ике малайы булған Файза хәҙер һигеҙенсе балаһын ҡарынында йөрөтә.
1963 йылдың йәйе – бесән мәле етә. Был ваҡытта инде Юламановтар ҡыҙ­ҙары Рәйсәне кейәүгә биргән, үҙҙәре ең һыҙғанып бесән эшләй. Шәһитулла бер көндө Файзаны өйҙә ҡалдыра ла үҙе туғандары менән сабынлыҡҡа юллана. Төш ауыуға уны ат арбаһына һалып алып ҡайталар. Бәлә аңғармаҫтан килә: бесән сабып йөрөгәндә, Шәһи­тулланы һағыҙаҡ (беҙҙеңсә – драж) са­ға. Был сағыу уның өсөн үлемесле булып, ирҙе мәңгелек донъяға алып китә. Ете бала, өҫтәүенә, ҡарынындағы һиге­ҙенсеһе менән Файза тол ҡала. 1964 йылда уның кесе ҡыҙы Әлфиә тыуа.

Өй һалып сыҡҡандарына яңы ғына, бәләкәй балалар ҙа бар. Етмәһә, бура күтәреп инеү өсөн бурысҡа аҡса ла алынған. Уны түләргә лә, йәшәргә лә кәрәк. Өлкән улы Дамир Йәнгелдә электрик булып эшләп йөрөй. Ярҙамына өмөтләнеп, Файза уны яндарына ҡайтарып ала. Атаһының ссудаһын да түләргә кәрәк бит инде. Ғаилә башлығының һәләкәтенә бер йыл тигәндә, Юламановтар ғаиләһенә тағы бер ҡайғы килә. Биленән бағанаға бәйлә­неп, электр бағаналарын йүнәтеп йөрө­гән­дә, бер бағана икенсеһенә ҡолап, бер-бер артлы дүрт бағана ауа. Шуларҙың береһендә Файзаның улы ла була. Көслө тән йә­рәхәттәре алған Дамир тиҙҙән яҡты донъя менән хушлаша. Меҫкен әсәгә инде үҙ көсөнә генә ышаныуҙан башҡа сара ҡалмай.

Ҡыҙҙарын һыйыр һауырға ебәргеһе килмәй. Ҙурайған береһенє, уҡырға барығыҙ, кеше булырһығыҙ, тип өйрәтә. Әсәләренең һүҙен йыҡмай, һәр береһе йәне теләгән һөнәрен һайлай. Бөгөн уларҙың күбеһе хаҡлы ялда, шулай булмай ни, Файза инәйгә лә хәҙер 91 йәш тулды, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлап, йөҙҙө ҡыуыуын белә. Ҡыҙҙары – уҡытыусы, бухгалтер, төҙөүсе, урмансы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Үҙегеҙ уҡып йөрөгәс, уҡыған, итәғәтле егеттәрҙе һайлап кейәүгә сығығыҙ, тип тә өйрәтә Файза инәй. Бик булмаһа, ана, ауылда йөрөгән механик немецтарға булһа ла барырһығыҙ, тип шаярта. Әмәлгә ярағандай, уның кейәүҙәре лә, үҙе әйтмешләй, «заказной» тура килә: улар тәртипле, араҡы менән мауыҡмай, яҡшы ғына һөнәрҙәре лә бар.
Файза инәй төп йортта улы Мөнир һәм килене менән 18 йыл бергә донъя көтә, ошонда Мөнирҙең дүрт балаһы тыуа. Һуңынан Мөнир, әсәһе янына йорт һалып, башҡа сыға. Файза инәйҙең янында бер ҡыҙы – Фариза ҡала.

Бөгөн Файза инәй бик бәхетле. Уның ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре, хатта тыуа-тыуасарҙары ла бар. Файза инәйҙең дә оҙон ғүмерле булыуының серен һорашам. «Мин бер ҡасан да оҙаҡ ауырыманым, – ти ул, – тракторҙа эшләгән ваҡытта уның свечаһы ырғып китеп, күкрәгемде яндырғанда ла табиптарға күренмәнем. Тәрән яра эҙе ҡалды, әлбиттә. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булдым, бер көн дә эшһеҙ торманым. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп тә ултырманым. Бар хәлемсә донъя көтөргә тырыштым, етеш йәшәргә ынтылдым. Әле булһа хәтеремдә, ирем үлгәс, күмәк бала менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Көндөҙ эш менән булышҡанда һиҙелмәй ҙә, кис етһә, күңелем тула. Йәшереп кенә илап йоҡлап китәм дә, иртән тороп, мин һыр бирергә тейеш түгел, тип тағы донъя мәшәҡәттәренә сумам. Оҙон ғүмерле булыуым нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Минең олатайым – йөҙ йәшендә, өләсәйем йөҙҙө үтеп донъя ҡуйҙы. Атайым да оҙон ғүмерле булды, төрмәгә эләгеүенә ҡарамаҫтан, 87 йәшкә тиклем ғүмер итте. Әсәйем генә йәл, уны нужа баҫты», – тип күҙ йәштәрен һөртә Файза инәй.
Ғәҙәттә, башта ауырлыҡтарҙы күп күрһәң, аҙаҡтан еңелерәк була, тиҙәр бит. Хатта ямғырлы-йәшенле көндән һуң да ҡояш ҡалҡып, йәйғор күтәрелеп, ерҙәр сафланып ҡалыусан.

Ваҡытында трактор йөрөтөү генә түгел, бағана ултыртып, калун балтаһы менән утын ярған Файза инәйҙең тормошона ҡарап, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Яныбыҙҙа уның кеүек инәйҙәр барында, донъябыҙҙың тотҡаһы ныҡ булырына иманым камил. Файза инәйҙең алдағы көндәре лә тыныслыҡта, ныҡлы һаулыҡта, балаларының һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә үтһен!

Земфира ТАҺИРОВА.
Баймаҡ районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook