Башҡортостан Ҡыҙы

Йәшәү ҡото - камиллыҡҡа ынтылыуҙа

Йәшәү ҡото - камиллыҡҡа ынтылыуҙаӘсә дүрт улында ла сәнғәткә, тормошҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған булһа, дин юлын һайлаған аталары уландарына иман нуры, изгелек ҡөҙрәте, рух ныҡлығы һалырға тырыша. Егеттәрҙең дүртәүһе лә бәләкәстән бейей. Район, республика кимәлендәге сәхнәләрҙә сығыш яһап, бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булғандар.
Мәләүез районы Арыҫлан ауылында йәшәүсе Нәсимә менән Рәйес Суҡбаевтарҙың татыу ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Төрлө яҡлап һәләтле лә, тырыш та, тәртипле лә үҙҙәре. Сәмләнеп, дәртләнеп донъя көткәндәрҙең генә тормоштары шулай теүәл, бәхеттәре түңәрәк булалыр.


Уңған килен ул табыр, бәхетлеһе ҡыҙ табыр, тиһәләр ҙә, һөйгәненә бер-бер артлы дүрт ул бүләк иткән Нәсимә ханым үҙен иҫ китмәле бәхетле тоя. Ғүмер юлында, ҡояшлы сағыу көндәрҙән тыш, әсе ыжғыр елдәр иҫкән саҡтар ҙа була. Ауыр саҡтарҙа яҡын кеше­ләреңә таянаһың. Суҡбаевтар өйҙә­геһен ғәмгә сығармай, һәммәһен үҙ-ара тыныс ҡына хәл итергә күнек­кән. Уларҙың араһын нығытыусы, тормош­тарын күркәмләндереүсе төп көс – мөхәббәт менән берҙәмлектәлер, моғайын.
Йәштәр, өйләнешкәс, аҡса эшләү ниәте менән Себер тарафтарына юллана. Әммә унда оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, өлкән улдарына Себер һауа­һы килешмәгәнлектән, кире тыуған яҡҡа ҡайтырға хәл итәләр. Атаһы гүр эйәһе булып ҡалғас, яңғыҙ йәшәгән әсәһен дә йәлләй Нәсимә. Сәриә апай яратҡан ҡыҙы менән кейәүенә бергәләп йәшәргә тәҡдим итә. Йәш ғаилә атай йорто янына төкәтмә кү­тәртә. Ни тиһәң дә, ғаиләлә бөркөттәй сая дүрт ул үҫә. Һәр береһенең иркен үҙ мөйөшө булһын, тип тә тырыша ата менән әсә. Малайҙар үҙҙәре өсөн өҙөлөп торған, татлы һүҙе, изге телә­ге менән күңелдәрен күтәргән, тәмле аштары менән һөйөндөргән өләсәһен сикһеҙ ярата. “Әсәйем янымда бул­ғас, күңелем тыныс: беҙ эштә саҡта донъяны ул ҡараша, ейәндәренә лә иғтибар бүлеп өлгөрә. Уның хәстәрен, йылылығын тойоуҙан бөтәбеҙгә лә рәхәт”, – ти, әсәһенә рәхмәтен белде­реп, Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙы.
Береһенән-береһе һәләтле егет­тәр, бәләкәстән сәхнәнең албырғат­ҡыс көсөн татып, үҙҙәрен артист итеп то­йоп өйрәнһә лә, ҡәҙимге тормошта һа­уаланып йөрөргә ғәҙәтлән­мәгән. Йорт-ҡура эштәрендә ярҙамлашыу ме­нән бер рәттән, иҙән менән һауыт-һабаны ялтыратып йыуып ҡуйыу ма­лайҙар өсөн бер ни тормай. Иҫәплә­шеү, ваҡсыллыҡ егетлек түгел шул. Унан бигерәк, аталарының тормошҡа сәләмәт, итәғәтле мөнәсә­бәтен күреп үҫкәнгә лә, ғаиләлә­ге ихлас мөғәмәлә – малай­ҙар өсөн тәбиғи күренеш. Ғаи­ләлә, мәктәптә, йәмғиәттә тәрбиә, әх­лаҡ мәсьәләһе ҡыр­ҡыу тор­ған заманда өләсәй һөйө­үе, ата аб­руйы, әсә тәр­биәһе мөҡәддәс һаналған был татыу ғаилә­не ысын мәғәнә­һендә башҡалар­ға өлгө итеп ҡуйырға була.
Әлеге көндә өлкән улдары Айҙар төҙөлөш ойошмаһында мастер булып эшләй. Арыҫлан Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетында белем ала. Салауаттары Өфө поли­техник техникумында уҡый. Төп­сөктәре Азамат башланғыс мәк­тәптә генә әле. Шуға ҡарамаҫ­тан, бейеү ене ҡағылған малайҙың һәләтенә бөтәһе лә таң ҡала. Биш йәшендә үк районда үткәрелгән “Йәш һәләттәр” бәйгеһендә “Йыл кешеһе” исеменә лә лайыҡ булып өлгөрә. 2011 йылда Башҡортостан телевидениеһы үткәргән “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, III дәрәжә­ле диплом менән бүләк­ләнеү бәхетенә өлгәшә.
“Бейеүҙе төп һөнәр итеп һайлама­һалар ҙа, күңелдәренә моң, дәрт, милли рух һеңеп ҡалһа, унда насар уйҙар­ға, ҡылыҡтарға бер ҡасан да урын булмаясаҡ, тип уйланым. Бейеү сәнғә­те халыҡ тарихын, көнкүрешен, милли холоҡто сағылдыра, шуға уның аша үҙ асылыңды табыуы, аңлауы еңеле­рәк. Быға мин үҙем, бейеү менән ныҡ­лап шөғөлләнә башлағас, төшөндөм. Бейеүсенең ижади хыялы уны яңы асыштарға, эҙләнеүҙәргә этәрә. Бер генә хәрәкәт тә, ым-ишара ла, өн дә юҡҡа ғы­на тыумай, илһам нуры, йөрәк көсө, аҡыл менән һу­ғарылған була ул. Ошо нескә һәм бай донъяны аң­лаған, үҙ йө­рәге аша үт­кәргән бала тормош ауыр­лыҡтары алдында ҡаушап ҡалмай. Бейеү тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра. Балала үҙ кө­сөнә ышаныс, яуаплы­лыҡ тойғо­һо барлыҡ­ҡа килә”, – ти Нәси­мә ханым, бейеү­ҙең серен асып.
Йәшәү ҡото - камиллыҡҡа ынтылыуҙа
Йыр-моңға ға­шиҡ ғаилә районда үткәрелгән мәҙә­ни сараларҙа гөрләп ҡатнаша. Нәсимә, тирә-яҡ ауыл­дар­ҙағы һәләтле йәш­тәрҙе, балалар­ҙы йыйып, “Сулпылар” бейеү ансамблен ойошторған. Егет-ҡыҙҙарға үҙе бейеү һала. Әйткәндәй, талантлы ҡа­тын улдары өсөн дә байтаҡ бейеүҙе үҙе уйлап тапҡан.
Һәр ауылдың мәртәбәһен уның шөһрәтле кешеләре күтәрә. Был боронғо ауылдан бихисап арҙаҡлы шә­хестәр сыҡҡан. Шуларҙың береһе – танылған яҙыусы Динис Бүләков. Ауыл­да әҙиптең музейы бар. Нәсимә­гә му­зейҙың мөдире вазифаһын ышанып тапшырғандар. Арыҫлан ауылы билә­мәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та, уға яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сы­ғырға тура килә. Тормош иптәше Рә­йес – ауылдың имам-хатибы. Яҡташтарына иман нуры, йәшәүгә ышаныс өләшеүҙе, һәм­мәһен дә тәрбиәлелек­кә өндәүҙе үҙе­нең изге бурысы итеп алған ул. Арыҫ­л­андың үҙендә мәсеттең юҡлығы ғына яҡты ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуға бер аҙ ҡамасау­лай. Шулай ҙа бошонорға урын юҡ: буласаҡ мәсеттең урыны билдәлән­гән, тәүге ташы һа­лынған. Хоҙай ярҙа­мы менән ул маҡ­сат та бойомға ашыр.
Арыҫлан ауылы халҡын ҡыуанырға ла, ғорурланырға ла мәжбүр иткән тағы бер һөйөнөс: уларҙың республи­кала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашыуы. Эскелек һаҙлы­ғына батып барған ауылдар артҡанда, күмәкләшеп эсеүҙән баш тартҡан, сә­лә­мәт тормош алып барыуға дәррәү ҡушылған ауыл кеше­ләренә ысын кү­ңелдән уңыш теләй­беҙ.
Йәмғиәттең сәскә атыуы айырым ғаиләләрҙең уңышына бәйле. Әммә тырышмаһаң, камиллыҡҡа ынтылма­һаң, ғаилә ҡото ла юғала. Һәр беребеҙ ошо матур донъяның бөтөнлө­гөн хасил иткән изге сығанаҡ икәнебеҙҙе оноторға ярамайҙыр.

Альбина ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәләүез районы.



Смысл жизни – в стремлении к совершенству

В деревне Арсланово Мелеузовского района проживает дружная семья Сукбаевых. У матери и отца растут четверо сыновей. Мать старается привить им любовь к прекрасному, оптимизм, жизнелюбие, а отец, как человек верующий, воспитывает в них доброту, духовность, уважительное отношение к религии. Все сыновья с малых лет хорошо танцуют. Они выступают на районных и республиканских сценах. Младшенький, Азамат, еще пятилетним ребенком был удостоен звания “Человек года”, выиграв в районном конкурсе “Юные дарования”. Был награжден дипломом III степени в телевизионном конкурсе «Баик» в 2011 году. Пока он учится в начальной школе. Старший Айдар стал уже взрослым – он работает мастером в строительной организации. Арслан учится в Московском государственном университете технологии и управления, а Салават – в Уфимском политехническом техникуме. Заведующая музеем известного башкирского писателя Диниса Булякова, председатель женсовета Арслановского сельского поселения Насима Сукбаева и ее муж, имам-хатиб села Раис Сукбаев вносят свою лепту в культурное и духовное развитие родной деревни.
Материал подготовили журналистка Альбина Губайдуллина и фотокорреспондент Александр Данилов.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook