Башҡортостан Ҡыҙы

Тыуған ерҙең тартыу көсө

Тыуған ерҙең тартыу көсөҠыштың иң ҡырыҫы, йәйҙең иң эҫеһе – беҙҙә, ти Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүселәр. Ҡоро килгән йылдарҙа июнь башында уҡ үлән көйөп, яландар сүл-далаларҙы хәтерләтә башлай. Ер сарсап ярыла. Һыу юғала, әйтерһең, яндырғыс ҡояштан ер аҫтының иң тәрән урынына төшөп ҡаса. “Йылға-күле, урманы булмаған ошо ауылдан китәм дә бында йәшәргә ҡайтмайым”, – Рәйес Йәрмөхәмәтов, мәктәпте тамамлап, Йылайырҙағы училищеға шоферлыҡҡа уҡырға юлланғанда шулай ти.
Йәшлек ҡайнарлығы менән был һүҙҙәрҙе әйткән егет, йылдар үткәс, ауылына ҡайта. Ҡайта ла уға бөтөнләй башҡа ҡараш – донъя гиҙеп, ир ҡорона ингән бәһлеүән күҙе менән баға һәм тыйнаҡ матурлыҡ менән балҡыған йәнтөйәгенең йөрәгенә ни тиклем ғәзиз, ҡәҙерле булыуын төшөнә. ”Был ерҙәрҙән бүтән китмәйем мин”, – ти ул шул саҡ. Иренең күҙенә генә ҡарап, һәр һүҙен ҡеүәтләп торған ҡатыны Сәкинә уны ҡосаҡлап уҡ ала, үҙе лә ошо яҡтарҙан – күрше Йылайыр ҡыҙы бит.
Сорғот ҡалаһында мул аҡсалы эшен, иркен тормошон ташлап, өр-яңынан донъя ҡорорға нимә мәжбүр итә егетте? Ул быны бары бер нәмә – тыуған ерҙең тартыу көсө менән аңлата. Донъялағы иң ҡөҙрәтле көс икән ул кендек ҡаның тамған ерҙең тартыуы. Уға ҡаршы тороп, күңелдәре икегә бүленеп ғүмер итеүселәрҙе лә белә Рәйес. Шулар кеүек булғыһы килмәй.

Бөгөн Йәрмөхәмәтовтар Хәй­буллала аяҡтарында ныҡ ба­ҫып торған эшҡы­уарҙарҙан һанала. Маҡанда һәм күр­ше Мәмбәт ауылында ике кибеттәре бар. Әлбит­тә, таш кибеттәр ҙә, етешлек тә әки­әттәгеләй суртан әмере буйынса күк­тән төшмәгән. Эшҡыуар­лыҡҡа улар урау-урау юлдар аша килгән. Дөрөҫө­рәге, үҙ эшен асырға заман мәжбүр иткән.
… Атаһы һәм әсәһе менән бергә сүгә барған тыуған нигеҙгә ҡайтып төшкәс, Себер аҡсаһына алған машиналарын һатып, сәмсел Рәйес йорттарын яңырта. Ғүмер биргән кешеләрем алдында бурысымдың бәлә­кәсен булһа ла үтәйем, тип тырыша белекле ул. Артабан үҙҙәренә яландай иркен өй һалып инәләр. Был осорҙа ғаилә башлығы төҙөлөш цехында ағас эше оҫтаһы, бер килке гаражда моторсы, унан “Маҡан” сау­­ҙа йорто етәксеһе булып эшләһә, Сәкинә ҡулланыусылар йәмғиәтенең ауылдағы кибетендә һатыу итә.
Эш хаҡы аҡса урынына тауарлата бирелгән мәл – ауыр туҡһанынсы йылдар. Уларҙың хужалыҡтары – данлыҡлы сиҙәм совхозы ла тарҡала. Шул осорҙа тотона ла инде улар алыпһатарлыҡ эшенә. Тик ул саҡта мотоциклға ултырып, ауылдар буйлап өйҙән-өйгә тауар тәҡдим итеп йө­рөүсе Йәрмөхәмәтовтар сауҙа­гәр­ҙәргә түгел, ҡырлайсыларға тартым булғандыр, моғайын. Ҙур сумкаларҙа – Силәбенән, Мәскәүҙән алып ҡайт­ҡан осһоҙло ҡытай әйбере. Кәштәләр буш заман, халыҡ һайланып тормай, ала.
Тыуған ерҙең тартыу көсө
Кибеттәрен төҙөп ҡуйғас, аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүгә күсәләр. Эште бер тартма кәнфит менән бер йәшник печеньенан башлайҙар. Аҡ­рынлап тауар әйләнешен арттыралар. Бөгөн эшләүе – йән рәхәте. Тауар артынан элекке кеүек үҙҙәре йөрө­мәй. Сауҙа компаниялары вәкилдәре аҙнаһына ике-өс һуғылып, ни кәрәген белешеп тора, барыһын да үҙ машиналарында килтереп китәләр. Ә башта һис кенә лә еңел булмай. Тауар алырға барғанда, бар аҡсаларын урлатып ҡайтҡан саҡтары һаман иҫ­тәрендә.
– Ләкин иң бәкәлгә һуҡҡаны хоҡу­ҡи, иҡтисади белемем булмауы ине, – тип һөйләй Рәйес. – Етмәһә, закондар камил түгел, улары әленән-әле үҙгәреп тора. Бер-бер артлы тикшереүҙәр, ҡат-ҡат һалынған штрафтар ҡаҡшата. Тәүге йылдарҙы хәтер­ләйем дә, һуҡыр бесәй балалары кеүек булғанбыҙ, тием.
Ауыл халҡын ун биш йыл аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ менән тәь­мин итеүсе Йәрмөхәмәтовтар ҡутарып табыш алыуҙы төп маҡсат итеп ҡуймай. Кешеләргә файҙа килтереүҙән ҙур ҡәнәғәтлек кисереп эшләйҙәр. Мәҫәлән, һораусыларға аҙыҡты күмәртәләп ҡайтарып бирә­ләр, тауарҙы бурысҡа таратыу ҡа­ғиҙәгә әйләнгән. Көтәсәккә алыусыларҙың исемлеге төҙөлә, был яҙмаларҙан ай эсендә ҡалын бер дәфтәр тула.
Бөгөн кибет тотоу менән генә сик­ләнеү дөрөҫ булмаҫ, тип, эшмә­кәр-лек төрөн киңәйтергә булып киткән­дәр. Элекке совхоздың буш тор­ған, емерелеп бөтә яҙған ашхана µйµн арендаға алғандар. 300 квадрат метрлы бинаны уртаға бүлеп, иркенләп хыялдарын тормошҡа ашырмаҡсылар: бер яғында икмәк бешере∆, тәм-том, билмән яһау цехтары асып, икенсе яғын туй-юбилейҙар үткәреү өсөн залы булған заманса, бик күр­кәм кафе итергә ниәтләйҙәр. Әле бөтә ғаилә менән көнө-төнө тиерлек ташландыҡ хәлдәге йортто ремонтлау ме­нән мәшғүлдәр.
– Ни эшләп беҙ халыҡҡа әл­лә ҡай­ҙан – Ырымбурҙан килгән икмәк­те һатырға тейеш? Тиҙерәк мейестәрҙе көйләп, кешеләргә ҡомалаҡ сүпрәһен­дә ҡабартылған шифалы икмәк ашат­ҡыбыҙ килә. – Сәкинә шулай ти.
Тыуған ерҙең тартыу көсө
Күмәк хужалыҡтан ҡалған, һерә­йеп буш ултырған ҙур-ҙур биналарға ҡарап, Рәйестең эсе боша. Көсө ташып торған йәштәрҙең шуларҙы ипкә килтереп, үҙ эшен асыуға дәрте булмауға бошона: “Бөгөн ауыл хужалы­ғын үҫтереүгә дәүләт “мә” тип яр­ҙам һуҙып торғанда, уларға тормоштарын алға ебәреү өсөн йәбешеп ятырға кә­рәк. Ауылдағы эшҡыуарҙар – ишек-тәҙрә етештереүсе Марат Татлыбаев та, мал үрсетеүсе Данил Дәминев та, беҙ ҙә – урта быуын кешеләре. Ә ир­тәгәһе көн йәштәр ҡу­лында бит. Улар бөгөнгө менән генә йәшәһә, ни булыр? Еребеҙҙең ырыҫын беҙ, ошонда ты­уып үҫкән кешеләр һаҡламаһа, бын­да ғүмер ите­үебеҙҙән ни фәтеүә?”
“Байһың, ә кибет алдын үҙең йыйыштыраһың, бесән сабаһың, мал ҡарайһың. Кеше яллаһаң, ярамаймы?”– тиеүселәр бар һиммәтле иргә. Ундайҙарға яуабы бер: ”Һаранлыҡтан түгел, эштең ағын, ҡараһын айырмай тир түккәнгә баймын”. Алға ҡарап йәшәүсе булараҡ, ул яҡын арала ил иҡтисады йөҙөн шәхси эшҡыуарлыҡ билдәләйәсәген яҡшы белә: “Иртәме, һуңмы, барыбер шуға киләсәкбеҙ. Бөгөн йоҡоһонан уяна алмай яфаланған халҡыбыҙ быны бик төшөнөп етмәй. Аяҡҡа баҫыр ваҡытты юғалтмаһындар ине”.
“Беҙҙең башланғысты балаларыбыҙ дауам итһә, бик бәхетле буласаҡ­быҙ. Тапҡан-туплағаныбыҙ ҙа, эшебеҙҙе ки­ңәйтеү ҙә улар ха­ҡына”, – ти хәс­тәр­ле ата менән таҫ­тар­лы әсә. Тик сыға­рылыш синыфын­да уҡыусы улдары Искәндәрҙең яңы донъялар күрге­һе, үҙен бөтөнләй таныш булмаған өл­кәләрҙә һынап ҡа­рағыһы килә. Йәш­лектең офоҡ артындағы ҡояшҡа ынтылыуы тәбиғи. Рәйес үҙе лә, ҡояштың баш осонда икәнен күр­гәнсе, ул офоҡҡа күпме талпынған.
“Ярай, ағайҙары урап ҡайтҡансы, эшебеҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ алып бара торор”, – ти Йәрмө­хәмәтовтар, шаяр­тып. Атаһының итә­генән төшмәгән, ҡойоп ҡуйғандай уға оҡшаған иркә­бикә Әлфирәгә – ун бер йәш. Әсәһенә тартым Рәзиләгә – ун ете. Ошо ике ҡыҙҙы тәрбиәгә алынған балалар тип кем әйтер? Матур ғүмер кисергән ир менән ҡатын бер-береһенә оҡшай барған кеүек, яратып баҡҡанда, тәр­биәгә алған балаларға ла уларҙың йөҙ һыҙаттары күсә икән.
… 2003 йылдың яҙында Сәкинә ме­нән Рәйес Сибайҙағы дуҫтарына бара. Ҡала балалар йортонда эшләү­се дуҫы­ның кабинетында ултырған саҡтарында өс йәшлек ҡыҙсыҡ килеп инә. Ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле сабый ҡунаҡтарға ғә­жәпһенеп ҡарап то­ра. Өн­дәшкәс, һис ятһынмай яндарына ки­лә. “Шул гөнаһһыҙ баланы күк­рәгемә ҡыҫып, ҡо­са­ғымдан ысҡындырмайынса бар ел-ям­ғырҙан яҡла­ғым кил­де”, – тиә­сәк һу­ңынан Сәкинә.
Ҡыҙҙы балалар йортона яңы ғына килтергән булғандар. Күрәһең, име­үен дә саҡ ташлағандыр. Төндәрен әсәһен таптырып илаған сабыйға ҡу­шылып Сәкинә үҙе лә илай. Буш им­сәк ҡаптырғас ҡына тына бәләкәс …
Тыуған ерҙең тартыу көсө
Өс таған таймаҫ, тип, Искәндәр ме­нән Әлфирәгә иптәшкә тағы бер ҡыҙ алырға булалар. Рәзиләне күрер­гә бөтә ғаилә менән бара­лар. ”Башта бер уй, – тип хәтерләй Сәкинә: – Беҙ­ҙән бигерәк, балалар бер-береһен оҡ­шатырмы? Хафа­ланыуыбыҙ бушҡа булды. Бөгөн Искәндәр, Рәзи­лә һәм Әлфирәне бер туғандар тиерһең. Рә­зилә мине башта “апай” тип йөрөттө. Тәү тапҡыр “әсәй” ти­гәнендә күҙ йә­шемде тыя алманым”.
Кешеләрҙе яҙмыш йөрөтәме, әллә улар яҙ­мышты үҙҙәре яҙа­мы? Нисек кенә булма­һын, тыу­ған ерҙең тартыу көсөн тың­лап ҡайт­ҡан Сәкинә менән Рә­йестең йөрәк ҡайнарлығы уның ҡо­тон арт­ты­рыу өсөн дә, улдарын, йәнә ике са­бый­ҙы бә­хет­ле итеү өсөн дә етерлек. Был матур пар әле бай­рам алды ҡыуаныс­тары менән йә­шәй: Яңы йыл алдынан ике яҡтың да туғандарын йыйып, өй­ләнешеүҙә­ренә егерме биш йыл тулыуын билдә­ләргә йы­йына. Ҡотлау­ҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ: көмөш туйы­ғыҙ ҡотло булһын, тибеҙ.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Хәйбулла районы.


Сила притяжения родной земли

Зимы здесь суровые, летом солнце палит нещадно. Жители села Маканово Хайбуллинского района не только привыкли к таким климатическим условиям, но и влюблены в свою малую родину. Семья Ярмухаметовых крепкая, трудолюбивая, муж и жена стали успешными предпринимателями. Сложный путь прошла семья, но не сдалась перед трудностями. Сакина и Раис Ярмухаметовы вырастили сына, на этом не успокоились, конечно. Они взяли на воспитание двух малюток из детского дома и стали для них родными, самыми близкими людьми.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook