Башҡортостан Ҡыҙы

Киләсәк – әсәләр ҡулында

Киләсәк – әсәләр ҡулында“Донъя – бишек тирбәткән әсә ҡулында” – Өфөлә үткән V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы башынан аҙағына тиклем ошо фекер менән һуғарылғайны. “Әсәй” хәйриә фондтары халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте етәкселегендә ойошторолған был йыйында илдең 44 төбәгенән, шулай уҡ ҡала-райондарыбыҙҙан 550-ләп вәкил – сәйәсмәндәр, ғаилә мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм, әлбиттә, абруйлы гүзәл заттар ҡатнашты.
Тантананы асып, Президенты­быҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов ғәйәт ҙур илебеҙҙең төр­лө төбәктәренән килгән һоҡланғыс әсә­ләрҙе сәләмләүе уңайынан шат булыуын белдерҙе. Ул, Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡ­ты, ғаиләне яҡлау буйынса өлгәшел­гән ҡаҙаныштар ха­ҡында бәйән итеп, күп балалы ғаилә­ләрҙең беҙҙә иғтибар үҙәгендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала 34 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Йыл һайын уларға тәғәйенләп 600 мил­лион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Рә­сәй Федерацияһы кимәлендә күрһә­телгән дәүләт ҡурсалауы­на өҫ­тәп, бындай ғаиләләр йәнә ундан артыҡ төр пособиеға, башҡа яр­ҙамға иҫәп тота ала. Күптән түгел ҙур ғаилә­ләргә, шулай уҡ инвалид бала тәрбиә­ләүселәргә йорт һалыу өсөн бушлай ер алыу хо­ҡуғын биргән закон ҡабул ителде.
Саҡ ҡына алғараҡ китеп, тантана аҙағында Иглин районынан ете балалы Максимовтарҙың Президент ҡулынан өс миллион һумдан ҡиммә­терәк суммаға торлаҡ сертификатын алыуын әйтеп үтәйек. Улар – бындай бәхеткә эйә етмеш беренсе ғаилә. Ә Ейәнсура районында йәшәүсе Тимербулатовтар (улар ун бер бала үҫтерә, етәүһе тәр­биәгә алынған) микроавтобус асҡысы алып ҡыуанды. Бөгөнгө көндә туғыҙ һәм унан күберәк бала үҫтереүсе 64 ғаиләгә ГАЗель машиналары тапшырылған.
Проблемаларҙың да етерлек булыуын белдереп, Республика башлы­ғы уларға айырым-айырым туҡталды: “Бөгөн республикала илле меңдән ашыу сабый, урын юҡлыҡтан, баҡсаға йөрөмәй. Тимәк, шунса әсә эшкә сы­ға алмай. Беҙ алдағы өс йылда баҡсаларҙа егерме биш мең урын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан программа ҡабул иттек”, – тине Рөстәм Зәки улы. Ул шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу, уларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙың үтә мөһим булыуын билдә­ләне.
Республика етәксеһе әсәләр сә­ләмәтлеге хаҡында ла борсолоп һөй­ләне: “23 мең ҡатын-ҡыҙ санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән шарттарҙа эшләй. Был әсәләрҙең ге­нә түгел, тыуасаҡ балаларҙың һаулы­ғына ла кире йоғонто яһай. Эшләп йөрөүсе һәр етенсе ҡатын ҡарынындағы бәпесен юғалта, йөҙ әсәнең ун бише ауыр сирле бала таба. Был мәсьәләләр кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә”, – тине ул.
Гүзәл заттарҙың 20 процентының әсә булыу бәхетенән мәхрүмлеге лә бик хафаландыра. Ике мең пар бала һөйөү шатлығын татыу өсөн экстракорпораль аталандырыу процедура­һына сиратта тора. Быйыл уларға яр­ҙам йөҙөнән был ҡиммәтле процедураны үткәреүгә республика бюджеты­нан ун ике миллион һумдан ашыу аҡ­са бүленгән, киләһе йылда был сумма икеләтә артасаҡ тип көтөлә.
Шулай уҡ яҡлауға бөтәһенән дә нығыраҡ мохтаж инвалид балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм социаль етемдәргә лә иғтибарҙы арттырыу талап ителә. Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуҙы дәртләндереү маҡсатында республикала бындай ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә бер тап­ҡыр бирелә торған пособие түләүҙе күҙҙә тотҡан закон ҡабул ителде. Быйыл ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 300 баланы торлаҡ менән тәьмин итеү ҡаралғайны, өҫтә­мә мөмкинлек­тәр табып, 300 түгел, 600 етемде фатирлы итеү республика етәк­селегенә үҙе бер мәр­тәбә түгелме ни?!
Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡты, ғаилә­не яҡлау дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булып тора.
Форумда иҫ киткес йылы, шул уҡ ваҡытта ифрат эшлекле мөхит танта­на итте. Уның эшендә ҡайһы бер өл­кәләр башлыҡтарының ҡатындары ҡатнашыуы – Рәсәйҙә ғаилә институ­тын нығытыуға ысын-ысындан иғтибар бирелә башлауына дәлил. Баш­ҡортостан Республикаһы Прези­ден­тының тормош юлдашы Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитова, йыйындың төп йүнә­лештәрен билдәләп, уның фай­ҙалы һәм юғары кимәлдә үтеүенә ҙур булышлыҡ күрһәтте. Ул “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондының попечителдәр советын етәкләүе менән дә рес­публикала балалыҡты яҡлаусы, күп изге башланғыстарға нигеҙ һалыусы шә­хес булараҡ танылыу яулай бара.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Йыйындағы сығыштар статистика мәғлүмәттәренә, рәсми һандарға ғы­на ҡоролмайынса, күңел кисереш­тәре менән дә һуғарылғайны. Сөнки күтәрелгән бөтә проблемалар уларҙы йөрәге аша үткәргән ҡатын-ҡыҙ ҡарашынан сығып баһаланды. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының социаль мәсьәләләр һәм демография сәйәсәте комиссияһы рәйесе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы өҫтөн­лөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм демография сәйәсәте буйынса комиссия ағзаһы Елена Николаеваның телмәрендәге фекерҙәр һәр әсәнең уйҙарына ауаздаш булып яңғырағандыр.
– Ғаилә менән дәүләт милли бурыстарҙы хәл итеүҙә партнерҙар бул­ғанда ғына демография сәйәсәте алға китәсәк, – тине ул. Елена Леонидов­наның ялҡынлы сығышында, үҙе белдереүенсә, РФ Йәмәғәт палатаһы­ның, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының, ҙур йәмәғәт ойошмаларының, ғаилә мәсьәләләренә битараф булмаған күп кешеләрҙең берҙәм хеҙ­мәте сағылыш тапҡан.
Ул килтергән һандар һәммәһен дә һиҫкәнергә мәжбүр итте: бөгөн бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө, йән башына йәшәү мини­му­мынан түбән табыш алып, осон осҡа ялғап ғүмер итергә мәжбүр. Ике балалы ғаиләләрҙең яртыһы, өс балалыларҙың өстән ике өлөшө ярлылыҡта йәшәй. Ә һәр бишенсе бала насар торлаҡ шарттарында көн итә. Күп ата-әсәләр, тулы көн эшләп тә, ғаиләһенә лайыҡлы тормош тәьмин итә алмай. Һуңғы осорҙа фәҡирерәк йәшәүсе ата-әсәнән баланы тартып алыу хә­л­дәре осрай башланы. Ундай мәғ­лү­мәттәрҙән һуң эҙмә-эҙлекле, төплө ғаилә сәйәсәтенең ни тиклем кәрәк булыуын иҫбатлап тороу артыҡ.
Ул шулай уҡ әсәлек капиталын файҙаланыуҙың мөмкинлектәрен ки­ңәйтеү мөһимлегенә лә туҡталды. Бәлки, ғаиләләргә ул аҡсаны һаҡлар­ға ғына түгел, арттырырға ла булышлыҡ итергә кәрәктер? Игеҙәктәр тыу­ғанда, аҡсаның бер бала өсөн генә бирелеүе лә күптәрҙе аптырашта ҡалдыра. Ҡыҫҡаһы, әсәлек капиталын түләүҙе ныҡлы камиллаштырыу талап ителә.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Күп балалы ғаиләләр хаҡында федераль закон ҡабул итеү зарурлығына баҫым яһап, ул, ишле ғаилә – фәҡирлеккә илтеүсе юл түгел, ә урта синыф нигеҙе булырға тейеш, тине. Был иһә бөгөн күмәк бала табырға йөрьәт итеүҙең фиҙакәрлек булыуын дәүләт танығанда ғына мөмкин. Өйҙә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәнең береһенә социаль хеҙмәткәр булараҡ эш хаҡы түләү, юғары, махсус урта уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә уларҙың балаларына бюджет урындары бүлеү, мәктәпкә әҙерләгәндә, һәр уҡыусыны күҙҙә тотоп, аҡсалата ярҙам күрһәтеү мотлаҡ, тине ул.
Елена Леонидовна балаларҙың 30 проценты тулы булмаған ғаи­ләләрҙә үҫеүен һәм илдә уларға алимент буйынса бурыстың ун миллиард һумға етеүен билдәләне. “Шул балаларҙы яҡлау өсөн бөгөн дәүләт алимент фонды булдырыу зарур”, – тигән тәҡ­диме ҙур хуплау менән ҡаршы алынды. Эйе, сабыйы менән аҡсаһыҙ ултырыусы йәш әсәне дәү­ләт яҡламай, кем яҡлаһын? Фонд эше, алимент күсереүҙән ситләшеүсе атайҙың бурысын түләп, аҙаҡ был аҡсаны унан ҡайтарып алыуҙан торорға тейеш. Ундай фондтар бала мәнфәғәте ҡай­ғыртылған байтаҡ ил­дәрҙә уңышлы эшләп килә.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Артабан йыйын эше “Йәш ғаилә – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе”, “Тәр­биәгә алған ғаилә – йылы йорт”, “Эш­ләүсе әсәләрҙе социаль яҡлау”, “Әсә һәм бала һаулығын нығытыуҙа яңы технологиялар”, “Ауыр тормош хәлен­дәге ғаиләләр менән эшләүҙә ведомство-ара бәйләнеш” тигән түңә­рәк өҫтәлдәр артында дауам итте.
“Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡ­ты һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу” тип аталған түңәрәк өҫтәлде Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. Йәнле фекер алышыу барышында һуңғы йылдарҙа ғаиләне ҡурсалау буйынса федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә ҙур эштәр башҡа­ры­лыуы билдәләнде. Әммә был тәң­гәл­дәге закондарҙы камиллаштырыу, тә­рәнәйтеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Түңәрәк өҫтәлдә бөтә Рәсәй Федерацияһы территорияһында ғаиләне яҡлауҙың берҙәм социаль стандарттарын индереү тураһында етди һүҙ булды. Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр алған ярҙам төбәктең иҡтисади мөм­кинлегенә генә бәйле булырға тейеш түгел, был үҙе үк ғәҙелһеҙлек тыуҙы­ра, балалар, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡара­маҫтан, барыһы ла тиң, тип белдерелде.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Хеҙмәт пенсиялары тураһындағы Федераль Законды яңынан ҡарап, өс һәм унан күберәк бала үҫтергән әсә­ләргә, ун биш йыл дөйөм стажы бул­ғанда, илле йәштән пенсияға сы­ғыу хо­ҡуғын биреү, ә биш балалы әсәләр­ҙең бала бағыу осорон эш стажы тип таныу зарур, тине әңгәмәлә ҡатнашыу­сылар. Илдең Ғаилә кодексына өҫтә­мәләр индереп, күп балалы ғаилә ста­тусын билдәләргә лә кә­рәк. Юғиһә бер төбәктә өс балалы ғаилә ишле тип һаналһа, икенсеһендә – биш бала үҫтереүселәр. Сабыйын ҡарау буйын­са әсәгә айлыҡ пособие түләү осорон йәш ярымдан өс йәшкә тиклем артты­рыу, шулай уҡ бала пособиеһын йә­шәү минимумынан кәм булмаған ки­мәлдә бил­дәләү мотлаҡ. Ата-әсә айырылышҡан хәлдә бала мәнфәғәтен яҡлау ҙа хоҡуҡи яҡтан нығытылырға тейеш. Телгә алынған мөһим тәҡдим­дәр тормошҡа ашыр, киләсәктә әсә­лекте яҡлар, тип ышан­ғы килә.
Уртаға һалып тикшерелгән бөтә был фекерҙәр форум ҡарарҙары нигеҙенә ятты, улар закондар итеп сыға­рыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Феде­раль Йыйылышы Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.
… Форум тамам. Ҡунаҡтар респуб­ликабыҙ ҡунаҡсыллығына хайран булып таралышты. Йыйын барыһынан бигерәк уларҙың иҫендә ойоштороу кимәленең юғарылығы менән ҡалғандыр. Ошо рәүешле сараларҙа ҡат-ҡат тикшерелеп килгән мәсьәлә­ләр тап беҙҙә, Башҡортостанда, ҡәт­ғи, аныҡ төҫ алып, ил киләсәген ҡай­ғыртыусы әсәләр талабы булып яңғы­раны. Сы­ғыштарҙы тыңлағанда, күп­тәр­ҙең кү­ҙендә йәш тамсыһы күренде – улар, берҙән, тәрән ихласлыҡтан тәь­ҫир­ләнһә, икенсе яҡтан, проблемаларҙың ҡайһыһын алһаң да, туранан-тура әсә­ләргә ҡағыла бит.
Киләсәк – әсәләр ҡулында
Ҡорҙа ҡатнашыусылар Башҡортостандың ғаиләне яҡлау буйынса тотороҡло сәйәсәтен юғары баһаланы, күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса ҡабатланмаҫ тәжрибәне, шулай уҡ бәпес көткән әсәләрҙең һаулы­ғын алдынғы технология – интернет-система ярҙамында күҙәтеүҙе бөтә илдә таратыу кәрәклегенә ба­ҫым яһаны. Ҡунаҡтарҙа ауыр хәлдә ҡалған ғаилә­ләргә ярҙам күрһәтеү, барыр ере булмаған, яҙмыштарының иң ҡатмарлы осорон кисереүсе әсә­ләрҙе һыйындырған “Изгелек” үҙәге эше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йыйын йом­ғаҡ­тары буйынса илдә ғаилә сәйәсә­тен бойомға ашырыу өсөн яуаплы федераль орган – Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ эштәре буйынса хеҙмәт ойоштороу бурысы ҡуйылды.
“Әсәһе яратҡан баланың ғына хыялдары тормошҡа аша. Ғаиләнең, әсәнең абруйын күтәрмәй тороп, әллә күпме миллиард һумдар һалыу ҙа һө­ҙөмтә бирмәйәсәк” – ул көндә яң­ғы­раған ошо һүҙҙәр шаңдау булып юғары тарафҡа барып етер һәм бишек тир­бәтеүсе әсә өмөттәре аҡланыр, тип ышанабыҙ. Сөнки ул тирбәт­кән бишек­тә – илебеҙ киләсәге.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ,
Альберт ЗАЋИРОВ фотолары.




Судьба страны – в руках матерей

«Миром правит рука, качающая колыбель», – V Всероссийский форум матерей, проведенный в Уфе, от первой минуты до самого конца был пронизан этой крылатой мыслью. Он был организован Президентом и Правительством Республики Башкортостан по инициативе Международной общественной ассоциации благотворительных фондов “Мама”. В работе форума приняли участие около 550 делегатов из 44 регионов страны, городов и районов нашей республики – известные политики, государственные и общественные деятели, ученые, непосредственно занимающиеся вопросами семьи, и, конечно же, мамы.
Президент республики Рустэм Закиевич Хамитов, открывая торжество, сказал, что очень рад приветствовать замечательных мам, которые приехали со всех уголков нашей огромной страны. Рассказывая о достижениях Башкортостана по защите семьи, детства и материнства, он, в частности, отметил, что в республике многодетные семьи – в центре особого внимания. Их более 34 тысяч. Ежегодно на их поддержку направляется более 600 миллионов рублей. Не так давно в республике был принят закон о выделении семьям, воспитывающим трех и более детей, также семьям, имеющим ребенка-инвалида, бесплатных земельных участков для строительства дома. Забегая чуть вперед, скажем: в этот день семья Максимовых из Иглинского района, где подрастает семеро детей, получила из рук Президента жилищный сертификат на сумму более трех миллионов рублей. На сегодняшний день жилищные сертификаты вручены 71 семье. А Тимербулатовы из Зианчуринского района, воспитывающие одиннадцать детей, семь из которых приемные, стали счастливыми обладателями ключа от микроавтобуса. Они стали 64-й семьей, получившей заветные ключи от новенькой ГАЗель.
Однако Президент признался, что достаточно проблем, над которыми нужно работать, и подробно остановился на каждой из них. Первой он обозначил нехватку мест в детских садах:
– Сегодня около пятидесяти тысяч ребятишек не могут попасть в детские сады. Это значит, что пятьдесят тысяч мам не могут выйти на работу. Мы приняли программу, которая позволит в ближайшие три года сделать рывок в этом направлении.
Глава республики отметил также важность организации досуга детей, вовлечения их в занятия спортом.
Рустэм Закиевич с большим беспокойством говорил и о здоровье мам:
– Сегодня около 23 тысяч женщин трудятся в условиях, не отвечающих санитарно-гигиеническим нормам. Это негативно влияет на здоровье не только работающих женщин, но и их будущих детей. Каждая седьмая работающая беременная женщина теряет ребенка, 15 мам из 100 рожают детей с тяжелыми пороками развития. Вот задача, которую нужно решать немедленно.
Сегодня около 20 процентов женщин лишены счастья материнства. Две тысячи пар состоят на учете для проведения процедуры экстракорпорального оплодотворения. В этом году из бюджета республики выделено более 12 миллионов рублей для проведения этой дорогостоящей процедуры. В следующем году эта сумма будет удвоена.
Президент вел речь также о самых уязвимых слоях – детях-инвалидах и детях, оставшихся без попечения родителей, которые нуждаются в поддержке больше всех. В целях поощрения усыновления в республике принят закон о выплате усыновителям единовременного пособия в размере материнского капитала. В этом году было запланировано обеспечить жильем около 300 сирот. Но благодаря тому, что нашли дополнительную возможность финансирования, квартиры получат не 300, а 600 детей.
Отрадно отметить, что в республике отношение к женщине-матери является частью государственной политики.
В форуме царила удивительно теплая, в то же время очень деловая атмосфера. Участие в его работе супруг глав некоторых областей является свидетельством того, что в стране стало уделяться реальное внимание укреплению института семьи. Супруга Президент Республики Башкортостан Гульшат Гафуровна Хамитова, определив основные направления работы форума, вложила много сил для проведения его на высоком уровне и с пользой для дела . Она, будучи председателем попечительского совета благотворительно-образовательного фонда “Мархамат”, стоит во главе многих добрых начинаний и становится все более известной как защитница материнства и детства.
Выступления, прозвучавшие в этот день, впечатляли не только статистическими данными, разносторонним анализом, но и были пронизаны глубоким душевным порывом. Ибо каждая проблема оценивалась через призму женщины, не понаслышке знакомой ею. А речь председателя комиссии Общественной палаты Российской Федерации по социальным вопросам и демографической политике, члена комиссии при Президенте России по приоритетным национальным проектам и демографической политике Елены Николаевой была созвучна мыслям и чаяниям каждой матери:
– Демографическая политика может быть эффективной только в том случае, если семья и государство станут партнерами в решении общенациональных задач.
Данные, приведенные ею, заставили многих задуматься: тридцать два процента семей с детьми имеют среднедушевой доход ниже прожиточного минимума. В бедности живут примерно половина семей с двумя, и две трети семей с тремя детьми. Каждый пятый ребенок проживает в плохих жилищных условиях. Многие родители при полной занятости не могут обеспечить достойную жизнь своей семье. В последнее время сталкиваемся с случаями, когда детей отбирают по причине бедности семьи. После этого кажется излишним доказывать необходимость последовательной, тщательно продуманной семейной политики в стране.
Елена Леонидовна коснулась разработки новых механизмов использования материнского капитала. Нужно не только помочь сохранить эти деньги, но, может быть, и приумножить. Многие в недоумении от того, что при рождении близнецов материнский капитал выплачивается лишь за одного ребенка. Систему выплаты материнского капитала нужно серьезно развивать.
Она также говорила о необходимости принятия базового федерального закона о многодетных семьях. Многодетная семья – это не путь к бедности, она должна стать основой среднего класса страны. Это возможно лишь в том случае, если государство признает, что сегодня решение быть многодетным – самоотверженность. Трудоустройство одного из родителей, воспитывающих детей на дому, социальным работником, выделение бюджетных мест для их детей, поступающих в вузы, ссузы, оказание денежной помощи при подготовке к школе с учетом каждого школьника – меры, которые улучшили бы положение этих семей.
С большим одобрением встретили ее предложение о создании государственного фонда выплаты алиментов. Сегодня 30 процентов детей проживает в неполных семьях. И долг по алиментам в стране превышает 10 миллиардов рублей. Задача фонда будет заключаться в осуществлении выплат долгов неплательщиков за содержание детей и дальнейшем взыскании с них этой суммы. Деятельность подобных фондов в странах, где по-настоящему заботяться о маленьких гражданах, очень оправдывает себя.
Далее работа форума продолжилась за круглыми столами “Крепкая молодая семья – залог процветания России”, “Приемная семья – теплый дом”, “Межведомственное взаимодействие по работе с семьями, находящимися в трудной жизненной ситуации”, “Инновационные технологии в охране здоровья материнства и детства”, “Социальная защита работающих мам”.
Круглый стол на тему “Совершенствование законодательства в области охраны семьи, материнства и детства” вела заместитель Председателя Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Лилия Гумерова. В ходе живого обмена мнениями было отмечено, что и на федеральном уровне, и в регионах делается многое для защиты семьи. Но также ясно, что необходимо совершенствовать, углубить законодательство в этой области.
За круглым столом состоялся серьезный разговор о внедрении единых на всей территории страны социальных стандартов государственной поддержки семей. Объем помощи, получаемой семьями, не должен зависеть от экономической мощи региона. Это является социальной несправедливостью, ведь дети, несмотря на место их проживания, все равны.
Участники подчеркнули необходимость пересмотрения Федерального Закона о трудовых пенсиях, предоставив право на досрочное назначение трудовой пенсии с 50 лет женщинам, родившим и воспитавшим трех и более детей, при наличии общего трудового стажа не менее 15 лет, признания трудовым стажем деятельность женщин по воспитанию пятерых и более детей. Также нужно внести изменения в Семейный кодекс РФ, определив статус (понятие) многодетной семьи в России. Иначе получается, что в одном регионе многодетным считается семья, воспитывающая трех детей, в другом – пятерых. Делегаты горячо дискутировали об увеличении срока выплаты ежемесячного пособия по уходу за ребенком с полутора до трех лет и определении размера ежемесячного пособия на ребенка не менее прожиточного минимума. Правовой поддержкой должны быть закреплены и права ребенка в случае развода родителей.
Все вопросы, получившие широкое обсуждение, вошли в резолюцию форума, и будут рекомендованы в Государственную Думу Федерального Собрания Российской Федерации для принятия законов.
.… Форум завершен. Гости разъехались, очарованные гостеприимством нашей республики. Но больше всего, наверное, форум запомнился высоким уровнем организации. Вопросы, которые раз за разом поднимались, разрабатывались в подобных мероприятих, именно в Башкортостане получили ясную, четкую формулировку и прозвучали как требование матерей, всерьез заботящихся о будущем страны. В зале у многих на глаза набегала слеза – их открытые сердца были впечатлены глубокой искренностью, и во-вторых, все озвученные проблемы затрагивают, в первую очередь, именно матерей.
Делегаты высоко оценили стабильную политику Башкортостана по поддержке семьи. Пришли к выводу, что уникальный опыт по всесторонней защите многодетных семей, также эффективная практика по мониторингу беременных при помощи Интернет-системы должны получить распространение во всей стране. У гостей вызвали большой интерес организация межведомственной помощи семьям, оказавшимся в трудной жизненной ситуации, деятельность социального центра “Изгелек”, ставшего приютом для женщин, переживающих критический период жизни.
По итогам форума поставлена задача создания федерального органа, ответственного за реализацию семейной политики в стране – службы по вопросам семьи, отцовства, материнства.
“Мечты сбываются у тех детей, которых любит мама. Никакие миллиарды рублей не дадут результата, если мы не будем повышать статус матери, семьи” – хочется верить, что слова, которые так часто повторялись в эти дни, словно громкое эхо, долетят до самых верхов. И все надежды мамы, рука которой качает колыбель, оправдаются.

Альмира Киреева.
Фото Александра Данилова и Альберта Загирова.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook