Башҡортостан Ҡыҙы

Зөлфиә ХАННАНОВА: “Кисергәнем өсөн ғәфү ит...”

Зөлфиә ХАННАНОВА:  “Кисергәнем өсөн ғәфү ит...”
* * *
Һинең күҙҙәреңдең төҫө инде
Өҫтәлемдә торған был йәшмә.
Зинһар өсөн, һин асыла күрмә –
Барыр кешем дә юҡ кәңәшкә.

Һинең йәнгә шундай ауаздаш ул,
Сер һаҡларын беләм йәшмәнең.
Мин дә йәшмә ише: нисә йылдар
Йөрәгемә һыйып йәшәнең!

Бер кемгә лә сисмәҫ серем булып
Шул йәшмәгә күпме йәш һеңгән...
Күҙҙәреңдән генә уҡып белгән
Уй-хистәрең унда йәшенгән.

Беҙ икебеҙ әйтеп аңлашмаған
Күпме серҙе һаҡлай ул йәшмә!
Зинһар өсөн, һин асыла күрмә,
Барыһын да беләм... Өндәшмә!

Мең һорау

Төңөлөрҙәй сағым була –
Сабыр итәм.
Сабырлыҡтан әллә ниҙәр
Табыр итәм.
Янам, бешәм, ҡабат өрөп
Ҡабыр итәм.
Боҙ өҫтөндә ҡайнар усаҡ
Яғыр итәм.
Күңелдәге боҙҙар иреп
Ағыр микән?
Йөрәк һәр саҡ шулай әрнеп
Ҡағыр микән?
Китеп барһам, күҙемде ул
Ябыр микән?
Минең кеүек тоғро йәнде
Табыр микән?!
Сабыр итәм…

***
Күптән һинең менән һөйләшкән юҡ,
Ултыр әле, ултыр ҡаршыма.
Һуңғы араларҙа йәнем өшөй,
Төрлө уйҙар килә башыма.

Бергә-бергә күпме юлдар үттек,
Улдар бүләк иттем, ҡыҙ таптым.
Ғәфү итә-итә арып бөткән
Яраларҙы бөгөн ҡуҙғаттың.

Бер-беребеҙгә терәк булдыҡ микән
Икәүләшеп донъя көткәндә?!
Бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә мәлдәр
Барыһы ла ҡалыр үткәндә…

Хәл итергә һиңә. Мин бит – бисә!
Башың эймә! Әйт һин ир һүҙен!
Өндәшмәйһең… Эстән уйлайһыңдыр:
“Һин һәр ваҡыт түҙҙең! Түҙерһең!”

Мин һәр ваҡыт түҙҙем. Инде хәҙер
Бисә һүҙен тыңла, булмаһа:
Ғәфү ит һин мине наҙ күрмәһәң,
Ғәфү ит һин ашым һуңлаһа…

Ғәфү ит һин сабырлығым менән
Бәхетеңә әгәр ҡуйһам бик.
Кисермәһәм, бәлки китер инең,
Кисергәнем өсөн ғәфү ит!..
8.08.11 й.

***
Уян, уян, уян
(Балҡып торһон ояң):
Бөгөн таңдан тороп,
Тәмле ҡоймаҡ ҡоям,
Ҡайтырыңды тоям!..

Ялтлап торһон иҙән,
Ашҡа ҡорот иҙәм,
Тик һорама, зинһар,
Бойоҡһоң тип, ниҙән?
Китереңде һиҙәм…
26.08.11й.

* * *
Һеҙҙең Яҙмыш дәфтәрендә
Әйтегеҙсе, мин кем һуң:
Онотолоп ҡалған әйбер,
Йә өҙөлөп ҡалған моң?
Осраҡлы бер юлаусымы
Һеҙгә килеп юлыҡҡан,
Яҡты шәмме ҡыйын саҡта
Йәнегеҙҙе йылытҡан
Һәм дә иреп юҡҡа сыҡҡан
(Әрнеүем дә шуғалыр!)…
Бәлки Һеҙҙең тарафтан мин
Онотолған доғалыр?
Доға?! Бәлки дағалыр мин,
Дағалыр мин тутыҡҡан!
Тутыҡ даға… Кемдер уны
Юл өҫтөндә онотҡан?!
Ни булһа ла онотолған,
Ни булһа ла ҡәҙерһеҙ.
Йәндәй яҡын күргән Кешем,
Ҡайҙаһығыҙ хәҙер Һеҙ?!
2010.

***
Әйтте микән Хоҙай:
Күр ҙә берҙе, ғүмер һуңынаса
Һин уфтан.
Рухың азатлығы – Салауаттан,
Күңел матурлығы – Йософтан!

Минең өсөн шундай юғары һин,
Ә мин ерҙә инде, түбәндә.
Бер күрергә зар-интизар булып,
Тәҡәтенән яҙған бер бәндә.

Әминә лә, Зөләйха ла түгел…
***
Йәй аҙағы. Әрһеҙ һалҡын елдәр
Шаярыша бала-сағалай,
Һуңғы хыял, һуңғы өмөтөмдө
Өшөтөргә әллә самалай?

Елдәр һыуыҡ. Мин дә хафаланам:
Етеп булыр микән ҡышҡа, тип
(Зинһар өсөн, алдан киҫәтмәгеҙ,
Ымһыныуың бары бушҡа, тип!)?

Хоҙай биргән әжер-сауаптарға
Ирешербеҙ микән түҙһәк тә;
Йән иретер яҙҙар ҡайҙа икән,
Өшөүҙәрем үтте үҙәккә!?

Һин эргәмдә булһаң, беләм инде,
Уҫал ҡыш та хатта еңелер
(Яҙ көҫәүең көҙгә инер саҡта
Сәйерлектең, бәлки, сигелер?!)...

Йәй аҙағы. Яҙҙар артта ҡалған.
Алда – көҙҙәр, ҡыштар һағалай!
Туңдырмағыҙ һуңғы хыялымды,
Ғашиҡ булдым бала-сағалай...

Мин бында!

Юлдарыңа ҡаршы сыҡҡаным юҡ,
Әйткәнем юҡ һиңә: “Мин бында!”,
Беҙҙең хаҡта әкиәттәр тыуа,
Беҙҙең хаҡта тыуа легенда.
Риүәйәттәр тыуа. Үҙем хатта
Ҡайһы ваҡыт китәм ышанып,
Ни еребеҙ менән оҡшаманыҡ,
Ни еребеҙ менән оҡшаныҡ?!
Барыһы ла селпәрәмә килһен,
Ҡысҡырайым микән: “Мин бында!”,
Бигерәк серле ине был әкиәт,
Бигерәк матур ине легенда…

* * *
Уйҙарымда гелән бергәбеҙ беҙ,
Уйҙарымда гелән беҙ йәнәш,
Тик хыялда кейәү егете һин,
Ә мин яныңдағы йәш кәләш.
Хыялымда беҙ һис ҡартаймайбыҙ,
Һаҡланабыҙ гел йәш көйө беҙ:
Һөйөү менән тулы йөрәгебеҙ,

Бәхет менән тулы өйөбөҙ.
Хыялымда мин бик затлы ҡатын:
Улым үҫә һиңә оҡшаған!
Ә асылда йылы һүҙең етә,
Шылтыратыр инең бушаһаң!?
2010.

***
Бик баҙнатһыҙ, ҡыймай ғына хатта
Һеҙҙең хаҡта хыял йөрөттөм,
Күрекһеҙ ҙә миләш сәкәләрен
Хәтерләтә ине өмөтөм.
Барыһын да алдан күрһәң икән:
Килмәйерәк торһа был көҙө!
Абайламай ҡалдым, ни арала
Миләштәрем бешеп өлгөрҙө…
Хыялымдың утлы тәлгәштәре
Йөрәгемде тойҙом өткәнен
(Ниҙәр генә булып бөтәр ине
Алдарыма килһә көткәнем!)…
Хистәремде төпкә йәшерҙем мин,
Тормаһындар берүк һиҙелеп:
Ап-аҡ ҡарҙа ҡыҙыл миләш кеүек
Хыялдарым ята иҙелеп…

***
Яҙмышыңа үҙең хужа:
Үҙең – башлыҡ.
Уйһыҙ ҡылған ҡарар түгел –
Беҙ хушлаштыҡ…
Үҫеп килгән сибәрҙәр күп:
Ашыҡ, Ашыҡ!
Миңә бәйле түгелһең бит –
Беҙ хушлаштыҡ.
Һинең тулҡындарҙы тотмай
Минең йышлыҡ:
Аңлай алмай, алдай алмай…
Беҙ хушлаштыҡ.
Һөйөү тулы күңелемдә
Хәҙер бушлыҡ,
Инде һиңә һис дәғүәм юҡ –
Беҙ хушлаштыҡ!


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook