Башҡортостан Ҡыҙы

Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр

Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәрБилдәле АҠШ психологы Барбара де Анджелис (1951 йылдың 4 мартында тыуған) – ҡатын-ҡыҙ психологияһы буйынса уҡымлы әҫәрҙәр авторы. Биш тапҡыр кейәүҙә булған. Барбара үҙенең китаптарында ҡатын-ҡыҙға ғаилә бәхете һәм йән тыныслығы табырға, төшөнкөлөктө һәм күңел ҡайтыуҙарҙы еңергә өйрәтә. Уҡыусыларыбыҙға авторҙың “Ирҙәр тураһында һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр” тигән китабынан, бер аҙ ҡыҫҡарта биреп, өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Баҡһаң, “ирен яратҡан ҡатын” ошолай булырға тейеш тигән ҡалыптар йыш ҡына кире эҙемтәләргә илтә икән. Был хаталарҙы беҙ аңлы рәүештә эшләмәйбеҙ, әлбиттә. Улар беҙгә әсә тәрбиәһе менән быуындан быуынға күсеп килеп эләккән. Тик бына ғәжәп: ирҙәр менән мөнәсәбәттәрҙә ошо ҡылыҡтарҙан һәм ҡалыптарҙан баш тартҡан осраҡта үҙебеҙҙе бәхетһеҙ бисә тип тойоуҙан туҡтайбыҙ, ирҙәребеҙ ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрә.

Беренсе хата. Ҡатындар үҙҙәрен – әсәй, ирҙәрен бала урынына ҡуя

Моғайын, ирегеҙгә ошолай тип әйткәнегеҙ барҙыр:
“Йәнем, аҡса янсығыңды һалып алдыңмы?” “Ҡайтышлай икмәккә инергә онотма”. “Билетҡа заказ бирҙеңме? Ярай, үҙем шылтыратырмын”. “Еүеш таҫтамалды иҙәндә ҡалдырма, тип күпме әйтергә була һиңә?” “Был пинжәгең йоҡараҡ, өшөмәҫһеңме?”
Ирегеҙҙе былай әпәүләй торған булһағыҙ, тимәк, ғәйебегеҙҙе танырға тура киләсәк. Беренсе хата ирҙәребеҙ менән аралашҡанда айырыуса йыш осрай һәм хистәрҙе бигерәк тә тиҙ һыуыта торғандарҙан һанала. Ирҙәребеҙҙе үҙен үҙе ҡарай алмаған бала урынына ҡуйып, улар һәр ваҡыт беҙҙең күрһәтмәләргә, өйрәтеүгә мохтаж тип уйлайбыҙ. Һөҙөмтәлә ир үҙен бәләкәй малай кеүек тота башлай. Һеҙ уны ҡу­лынан бер эш килмәгән мәшәү итеп күрәһегеҙ һәм ул тап шундайға әйләнә. Һеҙҙең кеүектәр бик күп.
Ни өсөн үҙебеҙҙе ир әсәһе урынына ҡуябыҙ һуң?
Борон замандарҙан уҡ әсә булыу – ҡатындар араһында иң абруйлы һәм киң таралған “һөнәр”, унан ҡала тәр­биә­се һәм уҡытыусы һөнәрҙәре килә. Беҙ әсәйҙәребеҙҙе бөтәһен дә тәрбиә­ләп торғаны, хәстәрләгәне өсөн маҡта­ғандарын күреп үҫтек бит, үҙебеҙ ҙә маҡтала торғайныҡ: “Бәләкәй ҡустың­ды бигерәк оҫта ҡарайһың, маладис!” “Атайыңа ҡатаһын илтеп бир әле, аҡыллым, үҫкәнем минең, ярҙамсым!” Ир­ҙәрҙең һөйөүен яуларға йыйынғанда, үҙебеҙҙе нәҡ маҡтаулы әсәйҙәр кеүек тота башлағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Әсәләрен алмаштырып, улар өсөн иң кәрәкле кешегә әүерелергә тырышабыҙ. Ирҙең бөтә ихтыяждарын үтәп торғас, ул, ысынлап та, беҙһеҙ йәшәй алмай башлай. Киноларҙа ла ҡатынһыҙ ҡалған ирҙең тамағына әҙерләргә маташҡанын күргәнегеҙ барҙыр – ҡулынан бер эш килмәй. Ташлап китеүенән ҡурҡып, иребеҙҙе ошондай хәстәрлек менән солғайбыҙ ҙа инде.
Ирҙәр иһә әсә бағыуына күнеккән һәм һеҙҙең хәстәрлек уларға бик тә оҡшай.
Өлкәнәйгәс, улар әсәләренә алмаш табылыуына шатланып риза була. Бигерәк тә әсәһенең атаһын бала урыны­на әпәүләгәнен күреп үҫкән ир шулай. Ул, ғөмүмән, “ҡатын” тигән төшөнсә менән “әсәй” тигән төшөнсә араһына тигеҙлек билдәһе ҡуя. Уның өсөн ҡатыны һөйәркә, дуҫ, иш түгел, ә ҡәҙер-тәрбиә күрһәтеүсе. Ә инде ир кеше бала сағында үҙ әсәһенән етерлек хәстәрлек алып өлгөрмәгән булһа, ул бик күндәм рәүештә һеҙгә был эште дауам итергә юл ҡуя.
Бындай мөнәсәбәт ниңә арағыҙҙы һыуыта һуң?
Бер заман ирегеҙ был хәстәрлектән биҙә, ул һеҙгә ҡаршы баш күтәрә, сөн­ки бөтә малайҙар ҙа көндәрҙең бере­һендә әсәһе менән бәйләнеште өҙә.
Ирегеҙ үҙен эшлекһеҙ итеп тойоу­ҙан үҙе үк ялҡыуы ла ихтимал. Уны бе­рәү эшлекһеҙ тип һанағас, ул үҙен шулай тип тоя башлай ҙабаһа. Шуның һа­йын ул үҙен түбәнерәк баһалай. Баһа­һы түбәнәйгән һайын, ул, ысынлап та, эшлекһеҙерәк була бара. Ир кеше үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булмағас, һеҙгә ҡарата мөхәббәте лә һүреләсәк. Ирҙәрҙең үҙ-үҙен баһалауы үҙен шәп тип тойоуға ҡо­ролған. Тормоштоң ниндәй ҙә булһа өлкәһендә үҙен ышанысһыҙ тойғас, уға үҙен дә, һеҙҙе лә яратыу ҡатмарлаша­саҡ. Уны ҡулынан эш килмәгән бала урынына ҡуйыу – уның һеҙҙе яратыу хисен үлтереүгә илткән юл ул.
Икенсе яҡтан, ирегеҙ ни тиклем йүн­һеҙерәк булып күренһә, шул тиклем үк уны теләүегеҙ ҙә кәмейәсәк. Ҡатын-ҡыҙға булдыҡлы ирҙәр оҡшай. Эшлек­һеҙҙе артабан нисек яратаһың?
Ошо рәүешле бер-берегеҙгә ылы­ғыуығыҙ кәмей барасаҡ, ир кеше лә үҙенең әсәһе менән йоҡларға те­ләмәй бит.
Беренсе хата күп ғаиләләрҙә енси ҡәнәғәтһеҙлектең сәбәбенә әйләнә. Эйе, ике тиҫтә йыл буйы бергә йәшәү, аҡса етмәү – былар ҙа хистәр өсөн ҙур һынау. Ләкин ҡатын менән ирҙе бер сәбәп тә әсә менән улға әйләнеү­ҙән дә тиҙерәк һыуындыра алмайҙыр.
Ирегеҙгә ярҙам итергә атлыҡма­ғыҙ. Хаталарҙы үҙе эшләһен, үҙе тө­ҙәтһен. Уның ҡарауы, артабан яңы­лышмаҫ.
Нисек итеп мин ирҙең үҙемде сы­ғырҙан сығармауына өлгәштем? Ир­ҙәр менән мөнәсәбәттәрҙә ун биш йыл буйы үҙемде әсәй кеүек тотҡан һәм был ҡылыҡтан ҡотолған кеше булараҡ, тәжрибәм менән уртаҡлаша алам.
Миңә ифрат тарҡау зиһенле бер ир менән мөнәсәбәт ҡорорға тура килгәйне. Ул осрашыуҙар, шылтыратыуҙар, түләнмәгән квитанциялар тураһында онота; ҡайҙа китеп барғанын иҫенән сығара һәм юлда кәрәкле боролманы үтеп китә. Ике йыл буйы мин уның хәтере вазифаһын башҡарҙым, бөтәһен иҫенә төшөрөп торҙом. Берәй ергә барырға сыҡһаҡ, бөтә иғтибарым юлда – унда борол, бында борол, тип киҫәтеп барам. Был мине тамам ял­ҡытты. Ҡотолоу сараһы – уның бурыстарын башҡарыуҙан туҡтау, тип хәл иттем мин. Бер ялда Көньяҡ Калифор­ниялағы курортлы төбәккә барырға сыҡтыҡ. Беҙгә кәрәк булған боролошто иҫкәрткән билдәләр осрай башланы. Юлдашым уларға иғтибар ҙа ит­мәне. Бына боролошҡа еттек. Ә ул тура барыуын дауам итте. Мин тешем­де ҡыҫтым. Ун, егерме, утыҙ миль үт­тек. Эңер төшә башланы. Шул саҡ ул миңә боролоп:
– Һиңә был ерҙәр танышмы? – тип һораны.
– Юҡ, – тинем, бик яғымлы итеп.
– Миңә лә, – тине ул. – Бәлки, мин боролошто үтеп киткәнмендер?
Ул, яғыулыҡ ҡойоу станцияһында туҡтап, кәрәкле боролоштан ҡырҡ миль ары киткәнен асыҡланы. Пансионатҡа һуңлағаныбыҙ аңлашыла ине. Өндәшмәй түҙеү миңә иҫ киткес ауыр булды, әлбиттә. Кире боролғас, юлдашым ҡурҡып ҡына минән һорай ҡуйҙы:
– Ә һин минең боролошто үтеп киткәнемде белдең, эйеме?
Мин уға ҡарап йылмайҙым, ул – миңә. Ҡырҡ миль бушҡа үтелгән юл минең ҡыҫтырылып барыуыма ҡара­ғанда яҡшыраҡ һөҙөмтә бирҙе.
Эҙмә-эҙлекле булығыҙ. Уның бысраҡ нәскиҙәре, таҫтамалдары ванна бүлмәһенең иҙәнен тултырып ятыуы ихтимал, йыйыштырмағыҙ. Таҙаһын һораһа, уларҙың, кер һауытына һа­лынмайынса, шунлыҡтан йыуылмайынса һаман иҙәндә ятыуын иҫенә төшөрөгөҙ.
Ир әсәһе булып йәшәү ғәҙәтенән ҡотолоу бик ауыр, ә ҡулығыҙҙан килһә инде, үҙегеҙҙе ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тойорһоғоҙ.
Икенсе хата
Ҡатындар һәр ваҡыт үҙенең ихтыяждарын, теләктәрен яратҡан ирҙәре хаҡына ҡорбан итә. Бына һеҙ бер нисә сәғәт буйы ҡатмарлы рецепт буйынса бик тәмле балыҡ бешерҙегеҙ, ти. Икегеҙгә тип һалған тәрилкәне өҫтәлгә илткәндә, береһенә күберәк эләккәнен абайланығыҙ. Мулыраҡ өлөштө уға ҡуйырһығыҙмы, үҙегеҙгәме?
Ҡатындарҙың күпселеге был осраҡта хатта ундай һорауҙың тыуыу ихтималлығын башына ла индермәҫ ине: әлбиттә, иргә, сөнки ирҙе беренсе, үҙҙәрен икенсе урынға ҡуйырға кү­неккәндәр. Ул ғына ла түгел, күпселек ҙурын алһа, үҙен бик ғәйепле итеп һиҙер ине.
Шулай итеп, икенсе хата – беҙ ҡа­тындарҙың үҙебеҙҙе ирҙәрҙән ҡала икенсе урынға ҡуйыуыбыҙҙа. Был нисек эшләнә?
Ирҙәр әһәмиәтһеҙ тип һанағанға ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙҙан, яратҡан шөғөлдәребеҙҙән баш тартабыҙ. Ҡайһы берҙә быны үҙебеҙ ҙә аңлап етмәйбеҙ. Быларҙан баш тарттырған ир менән бәйләнеш өҙөлгәс кенә яратҡан шөғөлдәребеҙгә әйләнеп ҡайтабыҙ. Шул саҡта беҙ бейеү, баҡса йә сәскә үҫтереү, велосипедта йөрөү һәм башҡа эштәрҙең беҙгә ни тиклем ҙур кинәнес килтергәнен аңлайбыҙ. Уларҙан иргә ярайым тип кенә баш тартҡайныҡ табаһа.
Иргә оҡшамаған әхирәттәребеҙ, туғандарыбыҙ менән араны өҙәбеҙ. Яратҡан ирҙән ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн эшләйбеҙ быны. Ә ирҙәр ни өсөн беҙ­ҙе ҡәҙерле кешеләребеҙҙән айыра һуң? Үҙ-үҙенә ышанмаған ирҙәр һеҙҙе баш­ҡа таяныстарҙан мәхрүм итергә ынты­ла. Ҡайһы бер ирҙәр ҡатыны өҫ­төнән тулы контроль урынлаштырырға тыры­ша. Бының һөҙөмтәһендә һеҙ яңғыҙ ҡалаһығыҙ һәм ирегеҙҙең хис­тәренә мохтажлығығыҙ арта, сөнки тойғолары менән йылытып торған кешеләрегеҙ эргәгеҙҙән юҡҡа сыға; яҡындарығыҙ алыҫлашҡас, үҙ-ара мө­нәсәбәттәре­геҙҙең шаһиттары ла ҡалмай, шулай итеп, ирегеҙ уның һеҙгә булған мөнә­сәбәтен тәнҡитләр­лек мө­хитте юҡ итә.
“Эмоциональ хамелеон”ға әүереләбеҙ. Ир кеше беҙҙе үҙенә нисек кәрәк, шул рәүешкә индереп ала. Икенсел зат икәненә ризалашып, ҡатындар үҙен, ҡараштарын, тәртибен, хатта инаныуҙарын үҙгәртә – бары тик ирҙең талаптарына ғына яуап бирелһен. Уның хыялындағы ҡатынға әйләнәм тип, мөхәббәт тураһындағы уның ҡарашына яраҡлашабыҙ.
Ирҙең хыялы тормошҡа ашһын өсөн үҙ хыялыбыҙҙан баш тартабыҙ. Ирем табиплыҡҡа уҡып сыҡһын тип колледжды ташлаған ҡатын ун-ун биш йылдан үҙенең балалар уҡытырға ти­гән хыялын бөтөнләй онотҡанлығын аңлай.
Мөхәббәт хаҡына үҙеңде ҡорбан итеүҙең эҙемтәләре ниндәй?
Үҙебеҙҙе ҡорбан иткәндә, беҙ эс­тән генә иребеҙҙең беҙҙе нығыраҡ яратырына, баһаларына иҫәп тотабыҙ. Шулай булыуы ла ихтимал, булмауы ла. Әммә түбәндәгеһе ҡотол­ғоһоҙ: кемдеңдер һөйөүен яулау өсөн үҙе­геҙҙе ҡорбан иткәндә, үҙегеҙҙе кәме­рәк ярата башлайһығыҙ. Ни тиклем күберәк ҡорбан килтерһәгеҙ, шул тиклем тиҙерәк күңел бушлығын тойор­һоғоҙ. Бөтәһен дә бирҙегеҙ, биреп бөттөгөҙ, бер нәмәгеҙ ҙә ҡалманы, асылығыҙ юғалды. Был юғалтыу йәнегеҙҙе көй­ҙөрәсәк, төшөн­көлөккә баты­расаҡ, үҙ-үҙегеҙгә хөрмәтте юясаҡ. Ошондай ҡорбандарҙы талап иткән иргә асыуығыҙ киләсәк, күңелегеҙҙе үпкә һәм рәнйеү биләйәсәк, сөнки уның талаптарына барыбер тап килә алманығыҙ.
Һығымта: үҙегеҙҙе ҡорбан итеүҙән туҡтағыҙ.

Барбара де АНДЖЕЛИС.

(Дауамы бар).


Тайны, которые знать каждая женщина
Психолог Барбара де Анджелис (США) – автор многочисленных бестселлеров по женской психологии. Барбара учит женщин быть счасливыми женами, не поддаваться депрессии и душевному упадку. В книге “Секреты о мужчинах, которые должна знать каждая женщина” она анализирует шесть ошибок, часто наблюдающиеся в отношениях между мужем и женой, и дает советы, как их избежать. Журнал публикует сокращенные отрывки из этой книги в переводе на башкирский язык.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook