Башҡортостан Ҡыҙы

“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”

“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”“Миңә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Төнгө урам буйлап өләсәйем менән етәкләшеп мунсаға китеп барабыҙ. Өләсәйем оҙон елән кейгән. Шул мәл ҡапыл, ҡараңғылыҡ сигенеп, донъя
нурға сумды.
– Эй Хоҙайҙың ҡөҙрәте, күк ҡабағы асылды бит, балам! – Өләсәй, таң ҡалып күккә ҡарап торҙо ла, доғаларын уҡый башланы. – Теләктәреңде телә, күк ҡабағы асылыуын иң бәхетлеләр генә күрә, бәхетле булырһың, иншалла, – тип башымдан һыйпаны. Шул мәлдә энә лә күренер, тигәндәре хаҡтыр. Сөнки бар ғәләм илаһи яҡтылыҡҡа күмелгәйне”. Бала сағының иң серле хәтирәһе Стәрлебаш районы Аллағыуат ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Зифа Ҡолһаринаны ғүмер буйы оҙатып килә. Бәғзе берәү был ваҡиғаны мөғжизәгә ышаныусы бала күңеленә
һеңгән хыял тип баһалар. Ләкин “Мөғжизәләр тәбиғәт күренештәренә ҡаршы килмәй, бары тик беҙҙең улар хаҡында күҙаллауҙарға ҡаршы килә”, – тигән бит бер аҡыл эйәһе лә. Нисек кенә булмаһын, күк ҡабағы асылыуға шаһит Зифа Хөсәйен ҡыҙы үҙен, ысынлап та, бәхетлеләрҙән-
бәхетле тип һанай.


“Әсәйем ҡапыл ҡаты сырхап китте. Барып ҡына ҡара әле”. – Ауылдың беренсе егете Ғәлинур Ҡолһарин шулай тип ингәс, Зифа йәһәт кенә йыйына ла ауырыу янына ашыға. Салауат медицина училищеһын тамамлап, Аллағыуат фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып ҡайтҡан ҡыҙ тиҙ арала халыҡ абруйын яулап өлгөргән була. Тәү­лектең теләһә ниндәй ваҡытында са­ҡырыу буйынса барырға әҙер фельдшер был юлы ла үҙен ауырыу көтә тип уйлай. Ләкин барып инһә, ни күрә: табын ҡоролған, килен төшө­рөргә йөрөйҙәр. Күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы Ғәлинур ана шулай боронғо­нан килгән йола буйынса урлап алып ҡайта. Ләкин сая Зифаны, был егәрле лә, буй-һыны ла күркәм егетте оҡ­шатмаһа, ихтыярынан тыш берәү ҙә ҡалдыра алмаҫ ине. Шулай итеп, ти­рә-яҡта уңғанлығы, мәғрифәтселеге менән дан тотҡан ике көслө нәҫел – Асҡаровтар һәм Ҡолһариндар туғанлаша. Яңы тыуған ғаиләнең, барыһын һоҡландырып, матур итеп йәшәп китеүе тәбиғи.
…Сикә сәстәренә һиҙелер-һи­ҙелмәҫ көмөш төшһә лә, йәшлек һылыулығын юғалтмаған ханым әк­рен генә үткәндәрен барлай. Улар, кино таҫмаһындағылай, бер-бер артлы күҙ алдынан уҙа. Ире менән йәшәлгән егерме өс йыл ғүмер, әй­терһең, бәхетле өс көн, күҙ асып йомғансы үткән дә киткән. Һағы­ныуҙы йылдар баҫмай, көсәйтә икән. Тик һа­ғыныуы сабыр: иплелеге менән кү­ңелен яулаған ире Зифаның йөрәге өҙөлөп юҡһыныуын өнәмәҫ ине. Ғәлинур, Ғәлинур. Исеме бер минут­ҡа ла күңелендә сыңлауҙан туҡтамағанғалыр, теленән дә төшмәй. Хатта, онотолоп китеп, ишек алдында­ғы бар йән эйәһенә шулай тип өн­дәшә.
Икеһе лә эш өсөн, кешеләр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер быуындан улар. Ғәлинур Хөснулла улы “Ашҡа­ҙар” колхозында автомеханик, унан оҙаҡ йылдар баш инженер булып эш­ләй. Аллағыуат ауыл советының беренсе рәйесе итеп һайлана. Яңы магазин, балалар баҡсаһы, ашхана, йәш­тәр урамында йорттар ул етәкселек иткән йылдарҙа төҙөлә – ире мәғәнә­ле йәшәп, эшләп ҡалырға ашыға.
Ә Зифа өс ауыл халҡының һау­лығы өсөн яуаплы. Район үҙәге ҡырҡ саҡырым алыҫлыҡта. Машина булма­ғанда дарыуҙы йә трактор арбаһында, йә ат менән алып ҡайта. Ул заманда бәпес көтөүсе әсәләрҙе алдан һаҡлау­ға һалыу юҡ, дауаханаға алып барып өлгөрмәйенсә, күпме сабыйға кендек инәһе булған икән? Һуңғы тапҡыр юлда ҡабул иткән баланы шоферҙың күлдәгенә төрөп, әсәһе ҡуйынына һалыуы хәтерендә.
“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”
Берәйһе ҡапыл сырхап китһә, дауаханаға үҙен генә ебәреү юҡ – мотлаҡ оҙата бара. “Ҡышҡы сатнама һалҡын көн ине. Мостафа ауылынан бер ҡатынды күрше Нордовкалағы участка дауаханаћына илттем дә ҡайтышлай, юлды ҡыҫҡартам тип, Аш­ҡаҙар аша сығырға булдым. Йүгерә-атлай китеп барғанда, көҙгөләй ялты­рап ятҡан боҙ ҡапыл убылды ла төш­тө. Нисек боҙ аҫтында ҡалғанымды белмәй ҙә ҡалдым. Өшөүҙе лә һиҙмә­йем, боҙ аҫтындағы һыуҙың зәңгәрлегенә хайранмын. Һушыма килһәм, ярҙа ҡар өҫтөндә ятам. Нин­дәй көс тартып сығарған мине – һа­ман башы­ма һыймай. Ауыл осонда йәшәүсе Фәйрүзәләргә көс-хәл менән барып еттем. Улар боҙланып ҡатҡан кейем­дәрҙе саҡ сисеп алып, юрғанға төрөп ҡуйҙы...“ – тип, ул үҙе менән булған тағы бер ваҡиғаны бәйән итте. Дүрт бала әсәһен, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауырыуҙар хаҡында хәстәрләргә нимә мәжбүр итә? Был фиҙакәрлекте бөгөнгө йәштәргә аң­лауы ауыр. Ә улар быуыны башҡа ҡиммәттәрҙе һанлап йәшәй.
Ҡырҡҡа етәрәк, 1990 йылда, һөнәрен үҙгәртеп, ауылда асылған балалар баҡсаһына мөдир булып китеүе, юғары белем алырға ҡарар итеүе лә – сая, тынғыһыҙ холҡонан. Баҡсаға мөдир кәрәк булғас, ике уйлап тормай, ризалаша. Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика ћєм психология факультетын тамамлау менән генә сикләнмәй, Мәскәүҙә профессиональ әҙерлек университетында ла ситтән тороп белем ала.
2010 йылдыњ июнендє ҙур ышаныс күрһәтеп, Зифа Хөсәйен ҡыҙын Алла­ғыуат ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы итеп һайлап ҡуялар. Биләмәгә ҡараған Үрге Аллағыуат, Түбәнге Алла­ғыуат, Ҡараяр, Мостафа, Октябревка ауылдарында меңгә яҡын кеше йәшәй. Егерме йыл дауамында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарыу­сы ханымға был ауылдарҙың һәр тын алышы, һәр ғаиләнең көнитмеше яҡшы таныш. Шуға күрә, һис ауырһынмай, ике эште бер ың­ғайҙан тартып китә.
“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”
Халыҡ менән шунса ғүмер эшлә­гән тәжрибәле йәмәғәтсе булараҡ, ул матди хәлдән бигерәк, кешеләрҙең рухын һаҡлау, нығытыу барыһынан мөһим икәнен белә. Ул йәһәттән һәр ауылда киң тантана итеп үткәрелгән шәжәрә байрамдарының йоғонтоһо ифрат ҙур була. Был байрамды ойоштороу идараһы рәйесе булараҡ, күп эштәр башҡарған Зифа Хөсәйен ҡы­ҙы халыҡтың үҙаңы уяныуына, тарихын байҡап, бөгөн­гөһөн матурларға, киләсәген билдә­ләргә ынтылыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Зифа ханым “Өндәшмәү – алтын”, “Сабырлыҡ – алтын” тигән әйтем менән килешә алмай. Яҡташтары ғүмер буйы тураһын әйтеп өйрәнгән ҡатындың талаптарына һис үпкәлә­мәй: ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе яҡшы ниәттән икәнен белеп торалар.
Борон-борондан ғаилә ҡәҙерен белгән тоҡомдан сыҡҡан Ҡолһарина үҙ ҡарамағындағы биләмәлә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы сараларға ғәйәт ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙе бар ғәм алдында ололау матур ғәҙәткә әйләнгән. Уларға, шулай уҡ яңғыҙ йәшәүсе әсә­ләргә, тыл ветерандарына, инвалид балалар тәр­биәләүселәргә социаль яҡлау идаралығы аша матди ярҙам хәстәрләп, тор­моштарын еңеләйтергә тырышалар – йылы һүҙгә, те­рәккә мохтаж бер кем күҙ уңынан ысҡынмай.
Зифа Хөсәйен ҡыҙы Аллағыуат­тың “Айыҡ ауыл” республика акция­һына ҡушылып, хәмерҙән баш тартыусылар сафына баҫыуына ғорурлана. Ғөмүмән, ул халыҡ тормошонда яҡтылыҡты күреп, һәммәһен дә шуға көйләүсе етәкселәрҙән:
– Ашҡаҙар буйында ултырыуҙан файҙаланып, кешеләр йөҙәрләгән ҡаҙ, өйрәк үҫтерә, күптәр бишәр һыйыр, шунса башмаҡ, быҙау аҫырай. Быйыл иген, картуф, бар йәшелсә ишелеп уңды. Пенсиялар, пособиелар ваҡы­тында бирелеп килә. Заман ауырлы­ғына зарланыу гөнаһ, – ти ул.
Әлбиттә, биш ауылдың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса мәсьәлә­ләр ҙә бихисап. Зифа апай, биләмә етәксеһе булараҡ, тәүге осорґа баш­ҡарған ҙур эштәре хаҡында һөйөнөп һөйләй:
“Күк ҡабағы иң бәхетлеләргә асыла”
– Ашҡаҙар яҙын ташып, туғай­ҙарҙы ғына түгел, ҡайһы бер йылдарҙа ауылдарҙы ла баҫып китә ине. Быйыл, Мостафа ауылында уның ярҙарын нығытып, дамба төҙөнөк. Республика бюд­жетынан бүленгән аҡсаға урамдарҙы яҡтыртыу эштәре башҡарҙыҡ.
Бына шулай туған халҡы хәстәре менән янып йәшәй Ашҡаҙар һылыуы.
Ә иң ҙур шатлығы – балалары. Ирена, Гөлнур ҡыҙҙарына, Илнур, Нур улдарына, ейәндәренә ҡарап һоҡлана ла, ѓорурлана ла. Илнуры аграр университетты тамамлаған, атаһы һымаҡ, техниканы биш бармағылай белеүе менән абруйлы, ҡыҙҙары тел һәм әҙә­биәт өлкәһен һайлап, ғилми дәрәжәгә эйә булғандар – икеһе лә фән канди­даты. Апалы-һеңлеле Ҡолһариналар баш ҡалала уңған йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре булараҡ та билдәле. Төпсөктәре Нур апайҙары юлынан киткән, Баш­ҡорт дәүләт университетында аспирантурала белем ала. “Балаң һинән дә даланлы, ғилемле, уңышлы икән, әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ”, – Зифа апай шулай ти. Һәм олпат әсәй генә түгел, өләсәй, халҡын әйҙәр, уны ҡайғыртыр башлыҡ булып та, күк ҡабығы асылыуын күргәндәге кеүек, мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамай. Сөнки тормоштоң һәр миҙгеле, уныңса – үҙе мөғжизә.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Стәрлебаш районы.


«Небо открывается перед самыми счастливыми»

«Мне было, наверное, лет пять. По ночной улице шли мы с бабушкой в баню. Неожиданно темнота отступила, и стало светло как днем.
– Вот чудо, сотворенное Аллахом! – Бабушка остановилась и, как завороженная, смотрела в небо. Затем она помолилась, погладила меня по головке и велела загадать желания. – Небо открывается лишь счастливым. Значит, будешь счастливой, доченька!
В этот миг, пожалуй, можно было бы заметить даже иголку на земле – так было светло». Чудесным воспоминанием из детства делится со мной Зифа Кулсарина, глава администрации Аллагуватовского сельского поселения Стерлибашевского района. Кому-то, возможно, покажется этот рассказ детской мечтой о чуде. Но кто-то из великих сказал: «Чудеса не противоречат законам природы, они лишь противоречат нашим представлениям о законах природы». Как бы там ни было, свидетельница необычного природного явления Зифа Хусаиновна считает себя самой счастливой».
Так начинается очерк журналистки Альмиры Киреевой о своей героине из Стерлибашевского района.
В деревню Аллагуват привела Зифу судьба после окончания Салаватского медицинского училища. Она стала здесь заведующей медпунктом. Здесь же встретила свою любовь – вышла замуж за стройного, делового парня Галинура Кулсарина. Очерк знакомит читателей с этой образцовой семьей, их прекрасными и успешными детьми.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook