Башҡортостан Ҡыҙы

Әсәй, атай һәм бала

Әсәй, атай һәм балаКөн дә тиерлек генетика өлкәһендә яһалған яңынан-яңы асыштар тураһында ишетеп торабыҙ. Беҙ, ниһайәт, үҙебеҙ тураһында һәммәһен белә башларбыҙ төҫлө тойола. Ғалимдар яңы гендар таба, яңы тәғлимәттәр һәм ҡанундар аса. Был фән әле генә донъяға килгән сабыйҙың да бөтә яҙмышын һүрәтләп бирер кеүек. Балабыҙҙың һау-сәләмәт булыуы ла һәр беребеҙ өсөн мөһим бит. Уға ниндәй ауырыу янай,
дауаһы ниҙә?.. Киләсәктә кем булыр, холҡо, тәртибе тураһында мәғлүмәт эҙләйбеҙ.

Холоҡ ҡына түгел, ғәҙәт тә күсә
Гендар менән беҙгә, быуындан-быуынға күсеп, боронғо ата-бабаларҙан төрлө билдәләр килеп еткән. Ләкин ата-әсәнең ҡай­һы бер яңы ғәҙәттәре лә артабанғы быуындарға тапшырыла икән. Был күренеште өйрәнә торған фәнгә йәшәү рәүеше генети­каһы (эпигенетика) тигән исем бирелгән. Ниндәй тормош алып бары­уыбыҙ, насар ғәҙәттәребеҙ, туҡланыуыбыҙ артабанғы быуындар­ҙың сифатына йоғонто яһай. Мәҫәлән, буласаҡ әсәнең ауырға ҡалғансы, шулай уҡ йөклө сағында ла самаһыҙ күп ашауы бала­һындағы үҙгәрешкә нигеҙ һала, һөҙөмтәлә донъя һимереү хәүе­фенә дусар булды. Был күҙаллауҙы сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибә лә иҫбатлаған. Һимеҙ инәнән һимеҙ балалар тыуған, был билдә геномда нығынған. Швейцария генетиктары үҙе ыҡ­сым кәүҙәле, ләкин туған-тыумасаһы араһында һимеҙҙәр булған 16 мең кешенең ДНК-һын тикшергән. Уларҙың бөтәһенең дә 16-сы хромосомаһының боҙоҡ булыуы асыҡланған. Ә был ыҡсымдарҙың да үтә һимереү ихтималлығын 50 тапҡырға арттыра.
Икенсе бер институттың ғалимдары тартыуҙы ташлағандарҙың һәм бер ваҡытта ла тартмағандарҙың үпкәһен тикшергән. Һуңғыларында дөрөҫ эшләмәгән 600-ләп боҙоҡ ген булыуы асыҡланған. Баҡһаң, был кешеләр үҙ ғүмерендә тәмә­кене ауыҙына алып та ҡарамаһа ла, һәр береһенең ата-әсә­һе араһында берәйһе 11 йәшкә тиклем үк тарта башлаған булған.
Гендарға айырыуса алкоголь ҙур зыян килтерә. Әйтәйек, Техас университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр барышын­да эскесе ата-әсәнән тыуған балаларҙа баш мейеһенең маң­лай өлөшсәһенең алғы яғында ла 163 гендың дөрөҫ эшләмәүе асыҡланған. Иң ҡурҡынысы – хәмерҙәге ацетальдегид “йоҡ­лап ятҡан” яман шеш һәм башҡа ауыр сирҙәрҙең гендарын уята. Билдәләр артабанғы быуындарға ла тапшырыла. Ләкин был хәүефкә ҡаршы көрәшергә һәм уны еңергә мөмкин. Юлы ябай ғына – сәләмәт тормош менән йәшәү.
Бала кемгә оҡшар? Билдәләр тупланмаһының гендар аша нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылыу һәләте уларҙың быуындан-быуынға күсеүен һәм һаҡланыуын тәьмин итә. Бала ата-әсәһенең күҙәнәктәре берләшеүе һөҙөмтәһендә үҙенең шәхси генетик булмышына эйә була. Биология һәм генетика фәне асыҡлауынса, атай менән әсәйҙәге гендарҙың йә бөтә балалары аша; йә тик ҡыҙҙары йәиһә тик малайҙары аша; бер быуын аша; бер нисә быуын аша тапшырылыуы мөмкин. Был теге йәки был билдә өсөн яуап биргән гендың ҡайһы хромосомала (нәҫел сифаттарын йөрөткән матдәлә) урынлашыуына бәйле. Нәҫелдәшлектең сере шулай уҡ һәр гендың бер йәки бер нисә төрө булыуына ла бәйле. Ошо арҡала баланың төҫ-башы ата-әсәһенекенә оҡшамауы ихтимал, әммә улар тураһындағы мәғлүмәт нәҫелдә барыбер һаҡлана. Мә­ҫәлән, зәңгәр күҙле ҡатын менән йәшкелт күҙле ирҙән һоро күҙле бала тыуһа, тимәк, атайҙа йә әсәйҙә күҙҙең һоро тө­ҫөн билдәләүсе йоҡомһорап ятҡан ген бар.
Барлыҡ тере организмдар “үҙгәреүсәнлек” тип аталған сифатҡа ла эйә. Ул организмдың яңы билдәләр алыу һәләтен билдәләй. Үҙгәрмәүсәнлек – гендарҙың мөһим һәм көслө һыҙа­ты. Ләкин ДНК сынйырында барлыҡҡа килгән боҙоҡтар организмда насар нәҫел үҙгәрештәренә сәбәпсе була. Нәҫел асылы­ның боҙолоуы, ғәҙәттә, гендар кимәлендә бара. Хромосомалар һанының һәм төҙөлөшөнөң үҙгәреүенә бәйлеләре лә йыш ос­рай. Бындай мутацияға килтергән сәбәп мутаген тип атала. Ионлаштырыусы, ультракөрән, рентген нурланышы, ауыр метал­дарҙың тоҙҙары, полимерҙар, вирус­тар һәм башҡалар тышҡы сәбәптәр булып тора. Күҙгә күрен­мәҫ эске сәбәптәр ҙә була, йәғни, ҡарап тороуға һау-сәлә­мәт кешеләрҙә лә боҙоҡ генлы енси күҙәнәктәр булыуы ихтимал. Генетик үҙгәрештәр билдәле булырға ла, беленмәйенсә генә барып, йәшерен рәүештә килә­сәк быуындарға тапшырылырға ла мөмкин.
Нәҫел ауырыуҙарына дусар булыусы ғаиләләр аҙ түгел. Улар генетик хәүеф төркөмөнә инә, һәм ҡатын кеше балаға уҙғансы уҡ уға ла, иренә лә өҫтәмә тикшереү үтергә ҡушыла.
Медик-генетик консультацияға ике яҡ та килергә тейеш. Табип сабый өсөн хәүеф тыуҙырырҙай бөтөн шарттарҙы – буласаҡ атай менән әсәйҙең ауырыуҙарын, ниндәй дарыуҙар ҡулланыуын, йәшәү шарттарын, ниндәй эштә эшләүҙәрен һәм башҡаларҙы өйрәнә. Уны туған-тыумасаның ниндәй сирҙәрҙән яфаланыуы, түлһеҙлек, ауыр төшөү, баланың үле йә ғәрип булып тыуыуы, нәҫелдә аҡыл еңеләйеп ауырыусы­лар, яҡын туғандарҙың никахлашыуы кеүек осраҡтарҙың булыу-булмауы ла ҡыҙыҡһындыра. 1865 йылда инглиз ғалимы Ф. Гальтон шә­жәрә тикшереү ысулын тәҡдим итә. Асылы, ирҙең дә, ҡатындың да шәжәрәһен төҙөп, уны анализлауға ҡоролған. Һорау алыу, ғәҙәттә, ҡатын яҡлап өләсәй менән олатайҙан башлана.
Оҙаҡ йылдар бала күрмәгән ғаиләләр күп хәҙер. Түлһеҙ­лектән йә һәр ауырҙың төшөп тороуынан йылдар буйы һө­ҙөмтәһеҙ дауаланырға була. Ғилләһе иһә йыш ҡына нәҫелгә бәйле булып сыға. Генетик кәмселектәр орлоҡто йә түл кү­ҙәнәген аталаныуға бөтөнләй һәләтһеҙ итә. Был осраҡта донор орлоғо файҙаланырға була.

Ҡыҙ тыуырмы, малаймы?
Ҡайһы бер ғаиләлә тик ҡыҙҙар тыуа, ҡайһы берҙәрендә – тик малайҙар. Шундай ғаиләләр ҙә була: уларҙың тик ҡыҙҙары ғына сәләмәт булып донъяға килә, ә ир бала ауыр нәҫел сир­ле булыр ине, шунлыҡтан унан баш тартырға мәжбүрҙәр.
Йә ҡыҙ, йә малай тыуһын тигән теләкте нисек тормошҡа ашырырға? Был йәһәттән төрлө халыҡта төрлө билдәләр, ырым-юрауҙар бар. Мәҫәлән, борон ҡытайҙар, малай тыуһын өсөн, ире менән йоҡлағанда, ҡатын башын төньяҡҡа, ҡыҙ тыу­һын тиһә, көньяҡҡа һалып ятырға тейеш, тип уйлаған. Германия­ла иһә, ямғыр ваҡытында яралған сабый – ҡыҙ, ҡорола малай була, тип юрағандар.
Һанлы ысул киң танылыу алған. Ул, донъялағы барлыҡ күренештәр, ваҡиғалар һандарға буйһона, тигән ҡарашҡа ҡоролған. Ҡатындың йәшен өскә, ирҙең йәшен дүрткә бүлеп, ҡалдыҡтарҙы сағыштырһаң, ниәтләнгән сабыйҙың енесен белеп була, тип иҫәпләй был ысулды ҡулланыусылар. Ни өсөн тап ошо һандармы? Билдәле бер ваҡыт арауығы үткән һайын, организм үҙгәреш кисереп тора: туҡымалар, лайлалы тиресәләр, ҡан алмашына. Ҡатындарҙа был арауыҡ – өс йыл, ирҙәрҙә дүрт йыл тәшкил итә. Алмашыныуҙы һуңғы булып кисереүсенең енесе көслөрәк була. Мәҫәлән, атай кешегә 31, әсәйгә 22 йәш, ти. Беренсеһенең йәшен дүрткә бүлгәс, 7,75, икенсеһенекен өскә бүлеп, 7,34 һанын сығарабыҙ. Буласаҡ әсәнең ҡалдыҡ һаны кәмерәк, тимәк, был мәл­дә ҡыҙ тыуыу ихтималлығы ҙур. Ҡалдыҡ һандар бер төрлө йәки 0 булһа, игеҙәк балалар тыуыу мөмкинлеге арта икән.
Баланың енесен һайлағанда түллектән инә күҙәнәктең сығыу ваҡытына йүнәлеш тотоуҙы фәнни нигеҙләнгән ысул тип баһаларға була. Уны Гарвард университеты (АҠШ) ға­лимдары Лендран Шеттлз менән Дэвид Рорвик ярты быуат самаһы тикшереп иҫбатлаған. Уға ярашлы, ир менән ҡатын инә күҙәнәк сығыуға өс көн ҡалғансы ҡушылһа, ҡыҙ тыуыу ихтималлығы арта, ә көнөндә йә уның алдынан енси бәйлә­нешкә инһә, малай була. Был көндө нисек белергә һуң? Ҡатын-ҡыҙҙың күреме үҙ ваҡытында булып торһа, ул циклдың 14-15-се көнөнә тура килә. Циклдар әҙ-мәҙ тайпылыштар менән барһа, инә күҙәнәк сығыу көнөн махсус тест файҙаланып билдәләйҙәр.
Кеше – тәбиғәттең бер өлөшө, шуға беҙгә уның төрлө көстәре йоғонто яһай: ерҙең магнит әүҙемлеге тирбәлештә­ре, Ай менән Ҡояш тәьҫире, электромагнит нурланыш һәм башҡалар. Шуларға бәйле булған миҙгел ысулы ла күп дә­лилдәр менән иҫбатланған. Ҡыҙҙар яҙ уртаһында, йәй башында, көҙҙөң иң башында йә иң аҙағында һәм ҡыш башында тыуыусан (айҙарға күсерһәң – апрель, июнь, июль, сентябрь, ноябрь, декабрь). Малайҙар йышыраҡ ғинуар, февраль, март, май, август, октябрь айҙарында донъяға килә. Тимәк, буласаҡ ҡыҙ баланың яралыуы – июль, сентябрь, октябрь, декабрь, ғинуар, февраль, ә малай март, апрель, май, июнь, август, ноябрь айҙарына тура килә. Ҡыҫҡаһы, балаға уҙыу осорон да иҫәпкә алырға кәрәк икән.
Ерҙең магнит әүҙемлеген дә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Яҙ башы, йәй башы һәм аҙағы, көҙ аҙағы – энергия бү­ленеүҙең айырыуса көсәйгән осорҙары, улар малай енесенә нигеҙ һалдыра. Ә ҡыш, йәй уртаһы, көҙ башы һәм уртаһына, Ҡояш менән Ерҙең магнит әүҙемлеге тынысланып, даими төҫ ала. Был мәлдәр ҡыҙ бала яралыу өсөн уңайлы. Тик тәбиғәттең көтөлмәгәнлектәргә бай булыуын, ифрат көйәҙлеген дә оноторға ярамаҫ. Уларҙы хатта барометрҙар ҙа хәбәр итеп өлгөртә алмай.

Ҡәҙерле Долли...
Клонлау генетика фәненең шаҡ ҡатырғыс асыштарының береһе булғандыр, моғайын. Кеше аҡылы тағы бер тапҡыр тейелгеһеҙ тәбиғәт ҡанундарына үтеп инде. Ғалимдар орга­низмдың генетик яҡтан тулыһынса бер иш күсермәһен хасил итте. Клонлау буйынса тәүге уңышлы тәжрибә 70-се йылдарҙа яһала. Тәлмәрйен менән тәжрибә уңышлы үтә – сүмесбаш ярала.
Һөтимәрҙәрҙең күсермәһен алыу өҫтөндә лә эш бара. 1997 йылда Ян Вильмут етәкселегендәге төркөм Долли исемле һарыҡты донъяға килтерә.
Хайуандарҙы клонлап, уларҙың һәр яҡтан бер-береһенә ту­лыһынса оҡшаш игеҙәктәре алына. Был ысул биомедицина һәм ауыл хужалығы алдында торған байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итә.
Хайуандарҙың күсермәһен яһау кешене дауалау өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, һәр йәһәттән бер төрлө йәнлектәр өҫтөндә һынау дарыуҙарҙың тәьҫир көсөн, дауалау ҡеүәһен бил­дәләргә йәтеш. Медицинала күсермәләнгән күҙәнәктәр ҡулланыу байтаҡ сирҙән ҡотолоу юлдарын асыр тип өмөт ителә. Айырым ағзаларҙы ла клонланған яңы ағзаларға алмаштырыу мөмкин буласаҡ. Төрлө илдәрҙә кешенең күсермәһен яһауҙы тыйған закондар сыҡты, ләкин был айырым ағзаларға ҡағылмай.
Әлфиә АҠБУТИНА әҙерләне.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Официальный сайт женского журнала "Башкортостан кызы" на башкирском языке
Copyright © БАШКОРТОСТАНКЫЗЫ.РФ 2012-2017