Башҡортостан Ҡыҙы

Атай ҡарашында сағыла ышаныс

Атай ҡарашында сағыла ышанысБөгөн илен, ғаиләһен һаҡларҙай, көслө рухлы ир уҙаманын тәрбиәләү мөһим заман талабына әйләнде. Шуға ла хәстәрлекле атай-әсәй, улына ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөл табып, тәү нәүбәттә, ихтыяр көсө, яуаплылыҡ, тәртип, үҙенә ышаныс тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ауырғазы районы Талбазы ауылында ғүмер итеүсе Рәйфә менән Салауат Исламғоловтарҙың тырыш, татыу ғаиләһе – тап шундайҙарҙың береһе. Уларҙың өс улы һәм Алһыу исемле ҡыҙҙары бар. 6-сы синыфта уҡыған Алмаз яңыраҡ ҡына каратэ-кекусинкай буйынса Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ булған. Был спорт төрө менән 8 йәштән шөғөлләнгән малай, ике тиҫтәгә яҡын алышта ҡатнашып, бер тапҡыр ғына икенсе урын ала, ҡалғандарында тулы еңеү яулауға өлгәшә. Ошондай тырыш улдар үҫтереүҙә атай абруйы ниндәй әһәмиәткә эйә? Әллә әсәнең тәрбиәһе, һөйөүе мөһимерәкме? Салауат Әнүәр улы менән Рәйфә Хәжиәхмәт ҡыҙы ғаиләһенең бәхет сере менән уртаҡлашты.
“Бәхет – ул холоҡ”, – тип әй­тәләрме әле. Ә холоҡто хеҙмәт йәки спорт ярҙамында ғына сыныҡтырыу мөмкин. Беҙҙе ауылда атай-әсәйебеҙ нисек эшкә өйрәтеп тәрбиәләгән, үҙебеҙ ҙә уларҙы ҡабатлап, балаларҙы эшкә, ниндәйҙер шө­ғөлгә ҡыҙыҡтырыуҙы мөһим күрәбеҙ. Әлбиттә, баланың холоҡ үҙенсәлеген, уның фекерен дә иҫәпкә алып эш итеү зарур. Мәҫәлән, өлкән улыбыҙ Илнур өн­дәшмәҫерәк, тынысыраҡ холоҡло. Ул йорт-ҡура, хужалыҡ эшенә оҫта, әлеге ваҡытта Өфө райо­нының “Алексеевка” совхозында эшләй. Киләсәк­тә Башҡорт дәүләт аграр университе­тына уҡырға инеү хаҡында хыяллана. Ир-аттың тәбиғәте шулай ҡоролған: уға киләсәккә маҡсат ҡуйыу, ҡарар ҡабул итеү, яуаплылыҡ алыу, еңеү яу­лау мөмкинлеге биреү кәрәк. Ә еңеүгә өлгәшеү юлында хаталанаһың да, хә­үефле аҙымдар ҙа яһайһың. Шунһыҙ мөмкин түгел. Кешене көтөлмәгән­лектән ҡурсалайым, тип өҙгөләү шә­хес булараҡ юҡҡа сығарыуға тиң.
Балаға ышаныу мөһим. Улдарым бәләкәстән һыбай йөрөй, машина йө­рөтә. “Атай, машинаңды биреп тор әле”, – тип һора­һалар, баш тартмайым. Әлеге ауыр заманда, берәү булһа, йәлләр ине. Атайҙың ышаныуын тойоу ир балаға көс бирә. Икенсенән, яуаплылыҡ тәрбиәләй.
Элмир улыбыҙ әле армияла хеҙмәт итә. Уның ҡайтыуын һағынып көтәбеҙ. Үҫмер сағында һуғышҡан мәлдәре лә булғыланы. Дөрөҫөн әйт­кәндә, малайҙар көс һынашып үҫә инде ул. Бынан ҙур ғәйеп яһарға ярамай. Әлбиттә, хәл­дең сәбәбен асыҡларға тыры­шабыҙ, һуғышыуҙың насар эҙемтәләргә килтереүе ха­ҡында аңлатабыҙ. Улдарым тәртипле, намыҫлы һәм тәү башлап бер ҡасан да кешегә ҡул күтәрмәйәсәген яҡшы бе­ләм. Тимәк, үҙ намыҫын яҡла­ған, уның менән улай ярамай икәнен күрһәткән. Донъяла төрлө кеше бар: кемгәлер аҡыл, ә кемгәлер көс менән тәьҫир итергә тура килә.
Игеҙәктәр – Алһыу менән Алмаз – икеһе лә спорт ярата. Мәктәптә саңғыла уҙышыу, йүгереү, баскетбол ярышы булһынмы – улар оло теләк менән ҡатнаша. Алмаз бигерәк шуҡ, шаян инде – тик кенә ултырғанын күрмәҫһең. Көсөн ыңғай юҫыҡҡа йү­нәлтеү маҡсаты менән башланғыс синыфта уҡ каратэ-кекусинкай түңә­рәгенә яҙҙырҙыҡ. Ҡыҙыҡ күреп, туға­ны менән Алһыу ҙа йөрөй башланы. Тәүҙә Алмаз быға илке-һалҡы ғына ҡарай ине – йә бара, йә бармай ҡала. Ярай, үҙ яйына йөрөһөн, артабан күҙ күрер әле, тип әллә ни талап ҡуймай­быҙ. Үҙебеҙ спорт кәрәк-яраҡтарын да хәстәрләгәнбеҙ. Саңғы­ла шыуыу, кө­рәш менән дә мауыға – ҡайһыһы еңер икән, тип шым ғына күҙәтәбеҙ. Каратэ менән ныҡлап шөғөлләнә башламаһынмы! Бер аҙ бармай торһа, һағына. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме еңеүҙәргә өлгәште. Спорт­тың файҙаһы ҙур – улыбыҙҙы йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә, үҙенә ышанырға өйрәтте. Әлбиттә, тренерѓа ла күп нәмә бєйле. Фәһим Салауат улы Ѓайсин балаларҙы ярата һәм дәртләнде­рә, йөрәк­тәрендә еңеү уты ҡабыҙа белә. Уның уҡыусылары гел призлы урындар яулай. Рухлы, көслө кешене балалар ҙа ихтирам итә.
Атай ҡарашында сағыла ышаныс
Алһыуҙы, үҙен яҡларлыҡ күнекмә­ләрҙе үҙләштергәс, каратэнан алдыҡ. Киләсәктә әсә булырға тейеш ҡыҙ ба­ланы ныҡ һуғып имгәтеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтыҡ. Һәр хәлдә гүзәл затҡа нәфис булыу нығыраҡ килешә. Ҡы­ҙыбыҙ хәҙер ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөй. Тәүге шәлен бәйләп ҡыуан­дырҙы ла инде. Әсәһенә аш-һыу ти­рәһендә ярҙамлаша. Эш белеп үҫһә, үҙенә еңел булыр. Улдарыбыҙ ҙа эш­кә әрһеҙ. Олаталары менән өләсәлә­ренә көтөү көтөшәләр, мал ҡарашалар. Уҙған йыл фатирҙы һатып, ихаталы йорт алдыҡ. Балалар менән бер­гәләшеп өйҙө төҙөкләндерҙек, бүл­мәләр ҡорҙоҡ, һыланыҡ, буяныҡ. Ғөмүмән, ситтән кеше ялларға тура килмәне. Эш араһында балалар ме­нән еләккә, миндек бәйләргә, дарыу үләндәре йыйырға, бәшмәккә лә сы­ғып килергә ваҡыт табабыҙ. Күлдә бергәләшеп һыу инеү – яратҡан шө­ғөлөбөҙ. Тәбиғәттә тәмләп үлән сәйе эсәбеҙ, игеҙәктәр менән уйнап та ала­быҙ. Тормошта файҙалы ла, күңелле лә итеп йәшәү өсөн артыҡ аҡыл кә­рәкмәй. Бары тик ялҡау, бошмаҫ булыу ярамай. Егәрле, тырыш, эсмәгән кеше яйлап бар нәмәгә лә өлгәшә ала”, – тип, тормошҡа, тәрбиәгә ҡа­ғылышлы уй-фекерҙәрен бәйән итте өлгөлө ғаилә башлығы.
Салауат Әнүәр улы Башҡортостан “Мобиль телесистемалары (МТС)” үҙәгенең Ауырғазы бүлегендә әйҙәүсе менеджер булып эшләй. Ғаиләһе уңыш­лы, татыу, берҙәм булған атайҙы тырышлығы, эш һөйөүсәнлеге, кешеләр­гә ҡарата миһырбанлығы, ярҙамсыллығы өсөн эштә лә хөрмәт итәләр.
“Атайҙан уңған бала һәр хәлдә юғалып ҡалмай инде ул, – тип һүҙгә ҡушыла Рәйфә Хәжиәхмәт ҡыҙы. – Үҙемдең тәүге никахым килеп сыҡманы. Ул насар кеше түгел ине, тик бына бергә йәшәү көндән-көн ауырлашты. Юҡҡа ғына әрләшә башлай, минең һәм балалар менән ҡәнәғәт түгел. Түҙ­ҙем, сабыр иттем. Илнур менән Элмир үҫмер йәшкә етте. Үҙемдән биге­рәк, уларҙы ҡотҡарыу кәрәк ине. Тү­ҙер әмәлем ҡалмағандыр инде – бер көн килеп, балаларҙың әйберен йый­ҙым да, донъяны ташлап, сығып киттем. Илдә сыпсыҡ үлмәй, тигән мәҡәл бар. Ярҙам итергә әҙер кешеләр юлыма осрап торҙо. Уйламағанда ғына бер апай менән таныштым – ул көтәсәккә фатирын һатып китте. Шулай яйлап аяҡҡа баҫтыҡ. Тормош юлымда Сала­уатты осратыуыма, уның менән бә­хетле булыуыма ҡыуанам. Улдарыма ул яҡшы атай, ысын терәк була алды.
Атай ҡарашында сағыла ышаныс
Алмаз менән Алһыуҙың тыуыуы бәхетебеҙҙе тағы ла ишәйтте, бөтәйт­те. Хәҙер инде бергә йәшәүебеҙгә – 14 йыл. Итәғәтле, һүҙгә ипле, ҡатынын һәм балаларын яратҡан кеше ме­нән йәшәүе еңел. Һүҙ күтәрмәй, хәлде ҡатмарлаштырмай ғына балаларҙы тыңлата, ҡарар ҡабул итә белеүенә һоҡланам. Ә малайҙар атай тәрбиә­һенә нығыраҡ мохтаждыр, тип уйлайым. Салауат, уларҙың һәр эшен телгә алып, маҡтап ҡына тора. Ир баланы атаһының ышанысы һәм йылы һүҙе ҡанатландыра. Ә әсәй былай ҙа иркә­ләй. Ауырлыҡтан ҡурсалайым, тип күп кенә әсәләр ата менән улы араһына ҡыҫыла, баланы ҡыҙға­на. Минеңсә, был – әсәнең хатаһы. Уға, ғаиләлә абруй юғалтыуҙан ҡурҡ­май, бер аҙ ситкәрәк китеп, ир балаға атай менән аралашыуға, рухи бәй­ләнеш булдырыуға ярҙам итеү зарур. Малайҙы мәңге итәккә тағып йө­рө­төп булмай. Ул – ирекле шәхес һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итеп өйрәнергә хаҡлы. Атай йоғонтоһо ярҙамында көс туплаясаҡ, нығынасаҡ бит ул.
Илнур менән Элмирға, Салауат ағайығыҙ атай урынында, уны тың­лағыҙ, хөрмәт итегеҙ, тип әйтеп кенә торам. Үҙҙәренең дә уға тартылыуын, ихтирамын яуларға тырышыуын һи­ҙәм. Егеттәрҙе үҙ балаһындай яҡын күреүенә, кесе туғандары алдында уларҙың абруйын һаҡлауына, төрлө яҡлап терәк булыуына тормош иптә­шемә рәхмәтлемен. Ғаиләбеҙҙең татыулығы ҡаҡшамаһын, бәхетебеҙгә күҙ теймәһен, тип теләйем. Үҙәгемә үткән үткәндәрем күҙ алдына баҫа – әгәр шул ваҡытта тормошомдо ҡырҡа үҙгәртмәһәм, әлеге бәхетемде татый алмаҫ инем. Рәхмәт яҙмышыма, рәх­мәт, Рәйфә, һиңә, тип ҡабатлайым”.
“Каратэ-кекусинкай нимәһе ме­нән ҡыҙыҡтырҙы, арытмаймы?” – тип һорайым Алмаздан һүҙ аҙағында.
Боронғо көнсығыш спорт төрө­нөң, көрәш алымдарынан тыш, фәл­сәфәүи яғы ла ҡыҙыҡтыра икән уны. Күнекмәләр башлар алдынан йәш кө­рәшселәр кире уйҙарҙан арынып, таҙа­рына. Йәғни, кеше тәнен генә түгел, йә­нен дә сыныҡтырырға өйрәнә. Улар фекеренсә, тулы тыныслыҡҡа ирешеп кенә үҙеңде көрәшкә, яҡты маҡсатҡа, еңеүгә көйләй алаһың. Ҡытайҙарҙың тормош са­ҡырыуында мосолмандар­ға хас боронғо тәрбиә алымдары ла төҫмөрләнә. Кеселәргә һәм өлкәндәр­гә ихтирамлы булыу, күңелеңде ағыу­лаған, сәләмәтлегеңде ҡаҡшатҡан алама ғәҙәттәрҙән арыныу, аҡыл тупларға ынтылыу, юғары үрҙәргә күтәрелгән­дә итәғәтле, изгелекле булыу. Иң мө­һиме – йөрәк көсөңә ышаныу, бөтә яҡлап камиллыҡҡа ирешеү.
“Мин каратэ хаҡында фильмдар ҡарарға яратам. Бигерәк тә каратэ оҫтаһы Джет Ли уйнаған фильмдар оҡшай. Уның кеүек мин дә көслө булырға, донъя кимәлендә үткән көрәш­тәрҙә ҡатнашырға, билдәлелек яулар­ға теләйем”, – ти Алмаз, үҙе тыйнаҡ ҡына атаһының күҙҙәренә ҡарап ҡуя. Ата ҡарашында таяныс та, ышаныс та, ғорурлыҡ та сағыла.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ауырғазы районы.


В глазах отца отражается доверие

Корреспонденция журналистки Альбины Губайдуллиной и фотокорреспондента Александра Данилова знакомит читателей с дружной семьей Исламгуловых, проживающей в селе Толбазы Аургазинского района. Прочитав ее, можно найти ответ на вопрос о том, что важнее при воспитании детей – авторитет отца или любовь матери? Райфа и Салават Исламгуловы растят трех сыновей и дочь. У них есть свои секреты воспитания детей. Их сыновья смелые, сильные, в то же время заботливые, добрые. В них развито чувство ответственности, справедливости.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook