Башҡортостан Ҡыҙы

«Һәр күңелдә яҡты бер нур бар»

«Һәр күңелдә яҡты бер нур бар»“Уҡытыусы булырға хыял­ланған ерҙән ҡапыл ғына китапханасы һөнәрен һайлауыма яҙмыш үҙе сәбәпсе”, – ти ул, ниндәйҙер дәрәжәлә тәҡдир ҡөҙрәте барлығына инаныуын белдереп. Ысындан да, йыш ҡына тормош үҙе беҙҙе ҡайҙа­лыр әйҙәй, йә илтеп үк ҡуя. Шул уҡ ваҡытта өлөшөңә төш­кән юлды нисек үтеүең – яҡтылыҡ һибепме, ҡараңғылыҡ таратыпмы – бары тик үҙеңдән торалыр, моғайын. Ерҙә нур һи­беп йәшәүселәрҙең береһе ул – Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина. Яҡташтарының оло һөйөүен ҡаҙанып ҡына ҡалмайынса, республика кимәлендә лә лайыҡлы абруй яулаған йәмәғәт эшмәкәре – “Башҡортостан ҡыҙы”ның да кәңәш­селәр ҡоро ағзаһы, журналыбыҙҙы таратыуға ҙур көс һалған тоғро дуҫыбыҙ. Башҡорт әҙәбиәтен үҙенең Ватанын һөй­гән кеүек үк яратыу­сы, ҡәҙер­ләүсе шәхес, уның кеүек рухи ҡиммәттәр хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙерҙәр бөгөн күп түгел.
– “Ғүмер – өс көнлөк”, – ти торғайны ололар. Ошо фекерҙең асылын әле саҡ аңланым кеүек. Эшләнәһе эштәр, кешеләргә әйтер һүҙем, өлгөрөп ҡал, тигәндәй, мине етеҙерәк булырға әйҙәй.
Үҙ күңелеңдә лә ҡайһы саҡ бәхәс тыуа. Шағир әйткәнсә: “Сикләнмәгән күңелемде аҡыл менән бикләп ҡуй­ҙым”, – тигән кеүек, беҙ, башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары, үҙебеҙгә биктәр ҡуйып йәшәйбеҙ. Ул, бер яҡтан, әҙәп ныҡлы­ғын тотоусы ҡәлғә булһа, икенсе яҡ­тан, ижади мөмкинлектәрҙе барыбер баҫыңҡырай. Ниәтләгән яҡшы ғына эштәр, тормошҡа ашмайынса, үкенес­кә лә ҡала.
– Күңелегеҙгә ҡанат ҡуйған уй-ни­әттәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙсы.
– Ул уйҙарым мине ҡанатлы ла итә, бошондора ла. Маҡсатыбыҙ – иҫ кит­мәле бай, күләмле башҡорт әҙәбиәтен, шулай уҡ ауыҙ-тел ижадын кешеләргә тулыһынса еткереү.
«Һәр күңелдә яҡты бер нур бар»
Матди байлыҡ өҫтөнлөгө, һалҡын иҫәп көсләп тағылған заманда йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙың бер ҡасан да йөрәк һәм зиһен балҡышынан баш тартма­ғанын, киреһенсә, быуындан-быуынға аманат итеп тапшырғанын онотмайыҡ. Хатта бөтөнләй өмөтһөҙ күренгән бәндәнең дә күңел ҡылын сирткән йы­ры бар һәм һәр кем, әкиәткә ышанған балалай, барыбер изгелеккә ышаныс уятҡан сыға­наҡҡа ынтыла. Уны шул сығанаҡ – әҙә­биәткә йәлеп итеү – бурысыбыҙ.
Әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәренә уҡыу­сыны ылыҡтырыу – көнүҙәк мәсьәлә, был маҡсатта матбуғат, радио, телеви­дение мөмкинлектәрен киң файҙаланырға кәрәк, тип уйлайым.
Үҙебеҙҙең эшмәкәрлеккә ҡағылғанда, китаптағы аҡыл кешеләргә барып етһен, уларҙа камиллыҡҡа ынтылыу теләге уятһын, заман афәтенә ҡаршы торорлоҡ ғәйрәт бирһен тигән ниәт­тән сығып, йыл әйләнәһенә “Аҡъегет менән Аҡйондоҙ”, “Өс таған”, “Ҡәй­нәләр һәм килен­дәр” һымаҡ саралар үткәрәбеҙ. Күҙ йәше лә, ҡыуаныс та, тетрәнеү ҙә йәнәш был кисәләрҙә.
– Көнитмешебеҙгә компьютер технологиялары көндән-көн нығыраҡ ингәндә, китап уҡыу үткәндә ҡалмаҫ­мы икән?
– Әлбиттә, компьютер аралашыу­ҙа, мәғлүмәт-белем алыуҙа ҙур өҫтөн­лөктәргә эйә. Ләкин һәр ваҡиғаны, геройҙарҙың кисерештәрен күңелең аша үткәреп, йән таҙарыныуы алып китап уҡыуҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай. Һәм йыш ҡына бер үк әҫәрҙе, йылдар үт­кәс, күңел торошоңдан, тормош тәжри­бәңдән сығып, һин үҙең өсөн өр-яңынан асаһың. Ун биш-егерме йыл элек нәфис әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу һүрелә төшһә, хәҙер кешеләр яңынан шиғриәт­кә, сәсмә әҫәргә берҙәй тартыла, күңел аҙығы эҙләй. Кешегә нисек кеше булып ҡа­лырға, тигән мәңгелек һәм тәрән һо­рауға яуап та берәү генә: көндө ҡояш яҡтыртһа, йән өсөн һүҙ сәнғәте һәм моң бар.
– Бөгөнгө ауыл тормошон бөтә нес­кәлегендә беләһегеҙ, халыҡ менән даими аралашаһығыҙ. Уның иртәгәһен нисек күҙаллар инегеҙ?
– Ауылда – бөтә башланғыс. Унда йәшәүселәр эскерһеҙерәк. Дәүер үҙгә­рештәрен, ҡоролош алмашыныуын да ауырыраҡ кисерәләр. Заман бөгөн кеше­ләрҙе ныҡлыҡҡа һынай. Рухы, тоҡомо көслөләр бирешмәйәсәк. Беләк көсөнә генә түгел, белем ҡөҙрәтенә, талантҡа, уңғанлыҡҡа эйә булыу ҙа ифрат мөһим.
Бөгөнгө күренештәрҙең иң хафаға һалғаны – бәғзе бер әсәйҙәрҙең бала­ларына битарафлығы. Уларға ҡарап, элекке өләсәй-инәйҙәрҙең ҡаһарманлығы ҡайҙа икән, тиһең. Яңыраҡ бер ҡатын ун беренсе синыфта уҡыусы ҡыҙы менән килеп: “Зинһар, һөйләшеп ҡарағыҙ әле, ҡулдан ысҡынып бара. Егете ташлағайны, тәмәке лә тарта башланы. Минең бер һүҙем үтмәй”, – ти. Баҡһаң, әсә кеше үҙе йәшлек ғәҙәте буйынса юҡ-юҡ та тәмәке һурғылай икән. Шулай булғас, нисек һүҙе үтһен? Әсә – киләсәк менән бөгөндө тотоп торған сылбыр. Ул сылбыр өҙөлә ҡал­һа, фажиғә тыуыуын көт тә тор.
Ауыл кешеһенең тәбиғилеген мин тәбиғәттең үҙе менән сағыштырыр инем. Бер нисә йыл элек районыбыҙҙа шишмә­ләр ҡороп, ныҡ үрсеп киткән ҡуй тапау­ҙан туғайҙар яланғасланып ҡалғайны. Ләкин ҡайҙандыр көс алып, шишмәләр бәреп сыҡты – сылтырап ағып яталар, күгүлән баш ҡалҡытты – донъя йәшеллеккә күмелде. Әйтерһең, ергә тереһыу һиптеләр. Ауыл халҡы ла – тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул да, һис шикһеҙ, яңырыу ҡеүәтенә эйә. Әле ул уйлана, яңырыу өсөн ҡөҙрәт йыя, ниндәйҙер тын әҙерлек бара – тормош дауам итә бит. Ҡыш ҡуйынында яралған яҙ кеүек күрәм әлеге торошто. Шулай булһын инде. Шулай ғына була күрһен!
– Һәм ул тормошта иң мөһиме – …
«Һәр күңелдә яҡты бер нур бар»
– … мөхәббәт. Минең үҙ бәхетемдең башы ла – мөхәббәтле ғаиләлә үҫеүемдә. Әсәйем менән атайымдың бер-береһен нисек яратыуҙары күҙ ҡа­раштарында сағылыуын һаман хәтерлә­йем. Әсәйем атайымдың беренсе ҡатыны өҫтөнә көн­дәш булып килгән. Лә­кин бәләкәй саҡта мин ул апайҙы әсә­йемдең апаһы тип уй­лап үҫтем – улар бик татыу, апалы-һең­леле кеүек йәшә­неләр. “Кешенең битен йыртма”, “Өйө­ңә ингәндең түшенән төртөп сығарма”, “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” – әсәйемдең был һүҙҙәре һаман ҡолағымда сыңлап тор­ғандай. Ябай ғына был әйтемдәрҙә – оло тормош ҡағиҙәләре.
Әле эргәмдә булмаһа ла, “әсәйем ни тип әйтер ине” тип, күп нәмәне уның ҡарашы менән баһалайым. Сабырлығым, ир затын үҙемдән алға ҡу­йып, боронғоса ололауым да – әсәйем тәрбиә­һе. Был аҡылды ғаиләгә ҡағы­лышлы сараларҙа башҡа гүзәл заттарға ла, мөмкин булған тиклем, еткерергә тырышам.
Күп ҡатындарҙың хатаһы – ирҙән өҫтөн булырға ынтылыуында. Көслө заттың дәрәжәһен генә түгел, ғаилә, йәмғиәт алдында яуаплылығын да кә­метеп, уға тәбиғәттән һалынған сифаттарҙы юҡҡа сығарыуҙан кем ота?! Ҡатын-ҡыҙҙың көсө лә – уның нәфис “көсһөҙлөгөндә”, ир, атай абруйын күтәреп, ҙур эштәргә дәртләндерә белеүендә. Аҡыллы гүзәл зат быларҙың бөтәһе лә ғаиләнең матур тормошо булып әйләнеп ҡайтыуын белә.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та, биләгән вазифама бәйле лә яҡташтарымдың ихтирамы, һәр башҡа­рылған эшкә оло теләктәшлек белдереү­ҙәре, ярҙам итергә атлығып тороуҙары минең өсөн бик ҡәҙерле. Татыу һәм уң­ған коллективыма, ауылдарҙағы китапха­насыларға айырыуса рәхмәтлемен. Был донъяла әйләнәңдәге кешеләрҙең күңел йылыһын тойоп йәшәү ҙә ифрат мөһим.
– Һеҙҙеңсә, бөтә бәхетлеләрҙе ниндәй сифат берләштерә икән?
– Улар бөтәһе лә тормошҡа аҡһа­ҡал аҡылы һәм сабый ҡарашы менән баға. Йыш ҡына кешенең бәхетһеҙлек тип ҡабул иткәне артында тауҙай бәхет тора. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрә­те киң, ул берәүҙе лә өлөшһөҙ итмәй. Бары тик быны күрә белергә кәрәк. Кемдеңдер тормошо бар яҡлап түңә­рәк кеүек, ләкин ул ғүмер буйы донъяла үҙен иң бәхетһеҙ бәндә итеп тоя, ти­мәк, йән тыныслығы тапмай. Йән тыныслығын юғалттырырҙай эштәр ҡы­лыуҙан һаҡ булырға кәрәк.
– Тыуған көнөгөҙҙә алған иң ҡәҙерле бүләк…
– … ирем Ғүмәр майлы буяу менән яҙған хозур күренеш. Һөнәре буйынса ул юл төҙөүсе булһа ла, күңеле менән дә, тормошта ла – рәссам. Был картина өҫтөндә ул, юбилейыңа өлгөртәм тип, көн дә таңғы дүрттән тороп, ике ай тирәһе эшләне. Мең сәскәле йәйге аҡланда икәү ҡолас ташлап бесән саба. Усаҡтан күк төтөн күтәрелә, ҡаҙан аҫылған. Ул икәү йәш, көслө, матур. Һәм уларҙан да бәхетле кеше юҡ. Ул икәү – беҙҙең йәш сағыбыҙ. Є бөгөнгө ињ ҙур бєхетебеҙ – ейєнебеҙ Тимур.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Баймаҡ районы.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook