Башҡортостан Ҡыҙы

Илһамлы нәҫел

Илһамлы нәҫел
Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева – башҡорт әҙәбиәтен, матбуғатын, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән мәшһүр әҙибә. Һүнмәҫ ижады менән халыҡ һөйөүен яулаған шәхестең ҡайҙан юл алған һуң уңыш сере? Шағирәнең бала сағы, әсәһе һәм ҡыҙы хаҡындағы мәғлүмәттәр уны бөтөнләй икенсе яҡтан асып, ысын булмышын төҫмөрләргә, бәхет инешен табырға ярҙам итер, моғайын.


...Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Һаҙый Саҙиҡа исемле һылыуҙы һората. Иренең тәүге никахынан булған Зөфәр улын үҙенекеләй ҡабул итә ике бала менән тол ҡалған йәш ҡатын. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында – Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңныла (ул ауыл хәҙер инде юҡ) тырышып донъя көтөп алып китә Нафиҡовтар. Ауыр яу юлы үткән фронтовикҡа һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтәйтеү, тормоштарын яйға һалыу еңелдән булмай. Күңелдәренә нур ҡабыҙып, йәшәүгә дәрт уятып мөхәббәт емеше – Факиһа ҡыҙҙары тыуа. Исламморат улдарының донъяға килеүе һөйөнөстәрен тағы арттыра. Әммә яҙмыш аяуһыҙ шул. 1954 йылда, кесе улдары Исламморатҡа – ике, Факиһаға дүрт йәш тигәндә, Нафиҡовтар йортона ҡайғы ишек шаҡый – һуғыш йәрәхәтенән мандый алмай ғәзиз аталары донъя ҡуя. Ләкин бының менән генә тамамланмай бәхетһеҙлектәр. Төнөн көтмәгәндә йорттарын ялмап алған ялҡын бар мөлкәтте бер нисә сәғәт эсендә көлгә әйләндерә. Биш балалы яңғыҙ әсә урамда бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Ярай, бәләкәстәрен ҡотҡаралар, юғиһә ирен юғалтыу ғазабынан нығынып та өлгөрмәгән ҡатын был хәтлем ҡайғыны нисек күтәрер ине икән?! Ҡыҙыу уттың, ажар дейеүҙәй ҡотороп, донъяларын юҡ итеүе ғүмер буйы хәтерендә һаҡлана шағирәнең. «Йәй уртаһында күҙ алдында дөрләп янды ла бөттө өйөбөҙ. Әсәйемдең ул ваҡыттағы һыҙланыуҙары...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанынды уҡығыҙ.


Теги: Факиһа Туғыҙбаева





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook