Башҡортостан Ҡыҙы

Аҫылдар илендә

Аҫылдар илендә
Ғашиҡтар көнөндә тыуған Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы Хисмәтуллина күркәм юбилейын – 90 йәшен билдәләне. Оло йөрәкле ҡатынға ысынында мөхәббәтле, бәхеткә тулы яҡты ғүмер насип була. Сабыр аҡылы, эшһөйәрлеге, ярата һәм яраттыра белгән саф йөрәге менән яулай ул һәр бәхет үркәсен. Тормош иптәше Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән ҡорған татыу ғаиләләрендә үҫкән балалар ҙа намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәүҙе һәм халҡы өсөн хеҙмәт итеүҙе төп тормош ҡануны итеп ала. Әммә яҙмыш изге бәндәләренә ниңәлер аяуһыҙ шул, бәхеттәрен, ихтыяр көстәрен, ныҡлыҡтарын әсе тетрәнеүҙәр менән һынай. Һөйөклө тормош иптәшен, өлкән улы менән ҡыҙын, өс ейәнен юғалтыу ғазабын кисереү күңеленә ауыр яра һалһа ла, әсә йөрәге таш булып ҡатмай, ә киләсәккә яҡты ышаныс, яҡындарына наҙлы хәстәр, тормошҡа һөйөү менән баға.

Аҫылдар илендә
...Хисмәтуллиндар дүрт бала­һына ла матур тәрбиә, лайыҡлы белем бирә. Өлкән ҡыҙҙары Зәйтүнә БДМУ-ны тамамлап, акушер-гинеколог һөнәрен ала. Өфө, Белорет дауаханаларында тәж­рибә туплап, оҙаҡ йылдар Ишембай бала табыу йортонда эшләй. «Әсәйем кендек инәһе ине, иҫән сағында ейәнсәренә күп кенә кәңәштәрен әйтеп ҡалдырҙы. Баланың һаулығына нисек зыян итмәҫкә, хатта кендеген нисек ҡырҡырға ла өйрәтте. Заман алымдарына ҡушып, боронғоларҙың аҫыл аҡылына ла таянды ҡыҙым, шуға ла уға эләгергә теләүселәр күп булды», – ти Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы. Үҙ-үҙен аямай хеҙмәт иткән һиҙгер йөрәкле, оҫта ҡуллы хирург-гинеколог кешелекле, шәфҡәтле булыуы һәм үҙ эшен белеп, яратып башҡарыуы менән оло ихтирам яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та һөнәрен ҡалдырмай. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме лә – фиҙакәр эшенә оло баһа. Тормош иптәше Вәсил Сәлим улы Хәлимов менән оло мөхәббәттә ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Йәшлектә яралған саф һөйөү хисен йылдар буйы йөрәктәрендә ҡайнар килеш бәпләп һаҡлай улар. Тормошто сикһеҙ яратҡан, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ир менән ҡатын, бар ғашиҡ йәндәр кеүек, яҡты донъянан да бер ваҡытта китә. Ҡыҙының һис зарланмай рак сире менән көрәшеүен күҙәткән, үҙ йәнен бирерҙәй булып һыҙланған әсәнең өҙгөләнеүен һүҙ менән генә әйтеп биреү мөмкин түгел. Шәрифә апай мең үлеп, мең терелә шул минуттарҙа. Иҫән саҡтарында баҡсаларын гөл-сәскәгә сорнап, йөҙөмдөң генә әллә нисә төрөн үҫтергән, тәбиғәтте нескә тоя һәм ҡәҙерләй белгән матур парҙы ерләргә бөтә Ишембай халҡы йыйыла – ҡәберҙәре уттай ҡыҙыл гөлләмәләргә күмелә...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Әсә Юбиляр





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook