Башҡортостан Ҡыҙы

ТЫУҒАН ЙОРТ ҠӨҘРӘТЕ

ТЫУҒАН ЙОРТ  ҠӨҘРӘТЕ Моң – илаһи хазина, уның илерткес ҡөҙрәтенә сорналып, ижади мөхиттә үҫкән ҡыҙ баланың хис-тойғо даирәһе меңәрләгән сағылыштарҙан туҡыла һәм уларҙа бәхетте, тормошто аңлау һәләте лә тәрәнерәк мәғәнә ала, күрәһең.
Тәжрибәле музыка белгесе, билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисованың исеме республика халҡына бихисап телевидение һәм радио тапшырыуҙары, документаль фильмдары аша яҡшы таныш. Мәшһүр сәнғәт әһелдәре Нажиә Аллаярова менән Абрар Ғабдрахмановтың талантлы династияһын дауам итеп, береһенән-береһе сибәр һәм һәләтле өс ҡыҙын бәләкәстән мөғжизәле музыка донъяһында тәрбиәләп, балаларының бәхетенә, уңышына юл асҡан оло йөрәкле әсә лә ул.

ТЫУҒАН ЙОРТ  ҠӨҘРӘТЕ
...Өс ҡыҙымдың да холоҡтары, булмыштары өс төрлө. Тормош башлағанда бер нисә йыл әсәйем менән атайымдарҙа йәшәнек. Өлкән ҡыҙым Айгөл алсаҡ холоҡло, илгәҙәк, өйөбөҙгә ҡояштай йәм биреп, тәүге шатлығыбыҙ булып инде. Атайым ул ваҡытта таяҡ менән йөрөй ине, яңы тыуған ейәнсәрен күтәргеһе килгәндер инде, бәпесте ҡуйынына ҡыҫып тота ла, стенаға таянып, көс-хәл менән атлап китә. Ә мин ҡулдарымды йәйеп, эргәләренән һағалап йөрөйөм... Айгөлгә алданыпмы, атайым ысынлап та шәбәйҙе, ныҡлап атлай башланы. «Айгөл ейәнсәрем мине аяҡҡа баҫтырҙы», – тип һөйөнөп һөйләй торғайны аҙаҡ үҙе... Диляра тыуғас, донъябыҙ тағы ла нурланды, сөнки ул, әле бөтөнләй кескәй сағынан, гел көйләп-йырлап йөрөр булды... Бәләкәсебеҙ Асияның да йыр-моңға ынтылыуы бик иртә беленде...

...Балала үҙ көсөнә ышаныу, тәү сиратта, тыуған йортта, ғаиләлә һалына. Бик сағыу һәләт тә, ышаныс булмаһа, тора-бара һүрелә. Шуға балаларыма ҡеүәтләү һүҙҙәрен аҙым һайын тиерлек ҡабатлайым, маҡтауҙы йәлләмәйем. Күп ғаиләләрҙә баланың ниндәй ҙә булһа етешһеҙлеген, холҡона ҡағылһынмы ул йәки тышҡы ҡиәфәтенәме, йөҙөнә бәреп әйтеү кеүек наҙанлыҡ ҡалыбы һаҡлана әле. Шундайҙарға: «Сабыйығыҙ шәхси милкегеҙ түгел! Уны бөтә кире һәм ыңғай яҡтары менән, Хоҙай Тәғәлә нисек яралтҡан, шулай ҡабул итегеҙ, күңелен аңларға, асылына ярашлы йүнәлеш бирергә тырышығыҙ», – тиер инем. Ата-әсәнең бурысы шул: балаңа үҙ юлын табырға ярҙам итеү, уға терәк-таяныс булыу...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook