Башҡортостан Ҡыҙы

Яратҡан журналыбыҙ – һаман беҙҙең ғаилә дуҫы

Проектыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы - Рафиҡова Нурия, философия фәндәре кандидаты, “Ватандаш” журналы хеҙмәткәре:

– 1994 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының апрель айы (4-се һан) тышлығында ғаиләбеҙҙең фотоһүрәте баҫылып сыҡты. Тәьҫораттар иҫ киткес ҙур булды. Ул мәлдә журналдың тиражы 54000 (!) ине. Республиканың ҡайһы ғына төбәгенә барһаң да (эш буйынсамы, туғандарға ҡунаҡҡа булһынмы), бөтөнләй таныш булмаған кешеләр: “Беҙ һеҙҙе журнал тышында күрҙек. Һеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында ҡат-ҡат уҡыныҡ!” – тип әйтер ине.

Ошо ваҡиғанан һуң улдарыма республиканың төрлө райондарынан хаттар килә башланы, дуҫлашырға тәҡдимдәр яңғыраны. Әллә күпме курсташтарымдан сәләм хаттары килде. Ғүмере буйы башҡорт баҫмаларын алдырған атайым менән әсәйем журналды рамға ҡуйып, стенаға элеп ҡуйҙы, туғандарға барһаң да, беҙ сыҡан журналдың урыны түрҙә ине. Гәзит-журнал биттәренә иң шәп кешеләр тураһында ғына яҙалар тигән фекер ята ине кеше күңелендә. Беҙ – журнал героинялары, беҙҙең турала юҡҡа ғына яҙмағандар бит, тип тырышып эшләнек, матур, өлгө булырҙай итеп донъя көттөк.

Мин үҙем ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетын тамамланым, диссертация яҡланым. I һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, үҙем эшләгән район-ҡалала ҡоролтай башҡарма комитеттары ағзаһы булдым, бөгөнгө көндә лә Өфө районы ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булып торам. Яуаплы урындарҙа эшләргә, гел халыҡ араһында булырға тура килде (мәктәп директоры, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры, Сибай институтында ғилми китапхана мөдире, уҡытыусы). Әле лә, хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, матбуғат баҫмаһында эшләүемде дауам итәм.

Өфө районы Ҡыҙыл Яр ауылындағы йортобоҙҙа башҡорт рухы йәшәй, уны “Башҡорт салоны” тип тә йөрөтәләр, сөнки беҙҙә яҙыусы-шағир, артист, йырсы һәм башҡа мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән әһелдәре йыш була, фекер алыша, ҡурай моңо, йыр яңғырай. Төрлө милләт кешеләре йәшәгән ауыл халҡы өсөн бихисап матур саралар, осрашыуҙар үткәреп, башҡорт рухын булдырырға, халҡымдың бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте менән таныштырып йәшәргә ынтылдым. Әле лә бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнайым. Журналист булараҡ, республика кимәлендә үткәрелгән мөһим ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Ниндәй генә эш башҡарһам да, уны күңел биреп, дәрт, рух менән эшләнем. Әммә иң ҙур ҡыуанысым – аҡыллы, башҡорт рухлы, тырыш, уңған балаларыбыҙ, тип уйлайым. Һәр береһе юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙ һөнәренә тоғро булып тырышып эшләй, ғаилә ҡороп балалар үҫтерә, сәйәхәт итә, сәләмәт тормош алып бара, йорттар һалды. Ейәндәремдең ололары хәҙер студенттар, тотоп һөйөрлөк иркә бәләкәсебеҙ ҙә бар.

Яратҡан журналыбыҙ – һаман беҙҙең ғаилә дуҫы. Уның бөтә рубрикаларын да яратып уҡыйым, һәр бер һанын йыйып барам, сөнки фәһемле мәҡәләләр, матур кәңәштәр, рухиәтебеҙ, динебеҙ, күренекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында һәм башҡа күңелгә ятышлы, уҡымлы материалдар күп. Килендәрем һәм ҡыҙым аш-һыу, ҡул эштәре, мода тураһындағы яҙмаларҙы үҙ итә. Ейәнсәрҙәрем “Тәмлекәсте” уҡып башҡорт милли аштары менән таныша, бешеренергә өйрәнә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы – 1968 йылдан алып беҙҙең көтөп алған айырылмаҫ баҫмабыҙ һәм дуҫыбыҙ. Тәү башлап атайыбыҙ Һаҙый Әхмәтвәли улы Әхмәтшин почтаға барып, был баҫманы яҙҙырып, әсәйебеҙ Шәмсинур Ҡаһарман ҡыҙына бүләк иткән. Әле ошо матур традицияны беҙ – балалары дауам итәбеҙ. Журналдың бер һанында “Үткәнем – хазина, бөгөнгөм – бүләк, киләсәгем – мөғжизә”, – тип яҙғайны “Баш мөхәррир һүҙе”ндә Гөлназ Ҡотоева. Был һүҙҙәр яратҡан журналыбыҙға ла тура киләлер һымаҡ... “Башҡортостан ҡыҙы”на оҙон, бәхетле яҙмыш, тотороҡло тираж, тоғро уҡыусылар теләйем! Тағы ла оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың әхирәте, серҙәше, йәндәше, рухташы булып, яңынан-яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар яулаһын ул!

Яратҡан журналыбыҙ – һаман беҙҙең ғаилә дуҫыЯратҡан журналыбыҙ – һаман беҙҙең ғаилә дуҫы


Теги: Яңы проект Башҡортостан ҡыҙы





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook