Башҡортостан Ҡыҙы

Рәхмәтлемен!

Рәхмәтлемен!
Гөлнур ЯҠУПОВА,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты


«Башҡортостан ҡыҙы» – минең яҙмышымда, ижадымда юйылмаҫ эҙ ҡалдырған баҫма. Хәтеремдә генә: журналдың баш мөхәррире Гөлфиә Юнысованың мине, әлегә бер китабы ла донъя күрмәгән район журналисын, «һин бит шағирә», тип ҡаршылауы, тәжрибәле бүлек мөхәррире Ғәлиә апай Тимербаеваның ихлас ярҙам ҡулы һуҙыуы. Үҙемә күрә мин дә 17 йыл шул уҡ ыҙанда тир түккән кешемен дә, әммә журналдың үҙенсәлектәре байтаҡ бит. Тиҙ ҡулайлаштым яңы мөхиткә, сөнки ысын-ысындан татыу, алсаҡ коллективҡа барып индем. Корректор Рәйсә Ҡыуатованың алтынһыу һары сәстәренән нур бөркөлә; Наилә Саҙрыева хәреф баҫмай, ә машинкаһынан көй сығара; бүлек мөхәррире Динә Арыҫланова өйөндә дүрт ир-егетте, ирен һәм өс улын, тәрбиәләп тә арый белмәй, бейек күтәрмәле туфлиҙарҙа тыҡ баҫып, башын текә тотоп йөрөй; ә иң һоҡландырғаны – улар барыһы ла үҙ һөнәрҙәренең маһирҙары.

Эйе, хеҙмәттәштәрем серҙәш­тәремә әйләнде, шатлыҡтарымды ғына түгел, ҡайғыларымды ла уртаҡлашты һәм бөгөн дә беҙҙе дуҫтанә мөнәсәбәттәр, яҡты хәтирәләр бәйләй. Әйткәндәй, журналда ир-аттар ҙа эшләй ине, уларһыҙ буламы ни? Яуап­лы сәркәтип, әлеге көндә танылған прозаик Факил Мырҙаҡаевҡа булған тәрән ихтирамым һаман да күңелде йылыта, ундайҙар хаҡында халыҡта бер ҙур һүҙ бар – «эш аты».

Ә журналдың бурысы айына бер һан сығарыу менән генә сикләнмәй, ғәмәлдә көн дә көсөргәнешле, яуаплы эш менән мәшғүл ине хеҙмәткәрҙәр. Тотош республиканы арҡыры-буйлы йөрөп сыҡтым мин дә, ауыл хужалығы һәм хаттар бүлеге мөхәррире булараҡ. Хаҡ әйтәм, мәҡәләләр тик маҡтауға ғына ҡоролмай ине. Айырым хужалыҡтарҙы тәнҡитләп, артабан ундағы эштәрҙе күҙәтеүҙә тотоп та торҙоҡ. Ниндәйҙер күрһәткестәр буйынса артта һөйрәлгән райондарға, уларҙың етәкселәренә тел тейҙереү ҙә булды. Әлбиттә, төп йүнәлеш күпселек ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән урындарҙа хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итеү, ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау ине. Район етәкселәренең журналға кадрҙар мәсьәләһен хәл итешергә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәре лә булды. Мәҫәлән, Әлшәй районының ҙур ғына малсылыҡ комплексында, бер нисә йорт төҙөп ҡуйылһа ла, улар буш тора, һауынсылар етешмәй ине. Журнал был көнүҙәк темаға аналитик материал баҫып сығарҙы һәм күп тә үтмәй ҡыҙыҡһыныусыларҙан редакцияға хаттар яуа башланы. Бер йыллап ваҡыт уҙғас, беҙ тағы барып, хужалыҡтан репортаж бирҙек: мәсьәлә хәл ителгәйне. Ҡалаларҙа, сәнәғәт предприятиеларында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа онотолманы, уларҙың хеҙмәт, торлаҡ шарттары күҙәтелде. Өфөләге три­котаж фабрикаһының дөйөм ятағына рейд яһап, уның һөҙөмтәләренең БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтурина кимәлендәге комиссия ултырышында тикшерелеүе иҫтә.

Нигеҙҙә барыбер Ватаныбыҙҙың ғорурлығы булған уңғандар хаҡында яҙҙы «Башҡортостан ҡыҙы» мин эшләгән осорҙа ла. Һәм, шул замандағы концепцияһына ярашлы, төрлө милләт вәкиләләре урын ала ине журнал биттәрендә.

Хаттар бүлегендә эшләгәнгәме, мин үҙемде бәғзе йүндә гүйә ток үткәргес, катализатор итеп тә тойғолай, тетрәнеүҙәргә дусар була торғайным. Гелән шатлыҡ менән генә уртаҡлашмай шул хаттар... Ғаиләләге фажиғәләр, иренән туҡмалып йәшәгән ҡатындар, эш урынындағы кәмһетелеүҙәр – йөрәкте телеп үтә. Гөлфиә Юнысованың ҡайһы бер хаттар ар­тынан ҡапыл ғына ҡуҙғалып юлланыуҙары әле лә күҙ алдында: эш араһында тиҙ генә сәй эскеләп ала инек, етәксебеҙ яһалған сәйен дә эсеп тормай, машина саҡырта ла ярһып сығып та китә. Беләбеҙ, осона сығасаҡ, ярҙам итер өсөн райкомға, кәрәк икән, обкомға ла етәсәк. Унан өлгө алмай буламы тағы?

Юбилей уңайында үткәндәргә күҙ һалыу кәрәктер, тигәндән ҡайырылып алдым хәтирәләргә. Рәхмәтлемен мәркәз Өфөгә ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан көнөмдә ишеген асҡан журналға, күңел түрҙәренә ҡабул иткән хеҙмәттәштәремә. Алты йыл эшләнем, алты көндәй ҙә күренмәне, тиҙ үк елеп үтте ул матур мәлдәр. «Ижадымда юйылмаҫ эҙ» тип яҙғайным башта, тәфсирләп китәйем. Артабан, 1991 – 2008 йылдарҙа, «Ағиҙел» журналында хеҙмәт иттем.

Йәғни «Башҡортостан ҡыҙы» миңә үҙем йәштән хыял иткән ижад оҫтаханаһына баҫма һалды. Ә инде әҫәрҙәремдә, айырыуса халҡым яратып ҡабул иткән «Ҡатындар» трилогияһында, миңә бихисап образдар галереяһын тыуҙырыуҙа уның ниндәй рухи балҡыш, күпме йыйылма материал биреүе әйтеп тә бөтөргөһөҙ.
Юбилейың менән, хөрмәтле баҫмабыҙ! Һинең биттәреңдән нур, гүзәллек бөркөлһөн, сөнки ҡатын-ҡыҙҙары, әсәләре бәхетле илдең генә йөҙө яҡты була!


Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Гөлнур Яҡупова





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook