Башҡортостан Ҡыҙы

Һомай ҡыҙҙары икәнебеҙҙе онотмайыҡ!

Һомай ҡыҙҙары икәнебеҙҙе онотмайыҡ!
Диана КИЛДИНА,
яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре

«Башҡортостан ҡыҙы»ндағы беренсе командировка бөгөнгөләй күҙ алдымда. Белорет районы Инйәр ҡасабаһына ине ул. Сәфәремдең еңел түгеллеген беләм. Ҡағиҙә булараҡ, тимер юл үткән ерҙә ҡатнаш халыҡ йәшәгәнлектән, милли үҙенсәлек юғала, күптәр ни үҙ асылын һаҡламай, ни башҡаларҙың булмышын үҙләштерә алмай ғүмер итә. 1989 йылдың сатнап торған һыуыҡ ҡышҡы көнө. «Эшемдән китергә мәжбүр итәләр!» – тип яҙған хат авторының бәләкәй генә йортон эҙләп таптым. Инеү менән күңелгә йылы йүгерҙе: әлхәмдүллилаһ, өй эсе ялт итеп тора. Сөнки балаһын матур ҡараған әсә өйөн дә таҙа тота. Ҡатын береһенән-береһе бәләкәй өс сабыйын яңғыҙы үҫтерә. Бер бәпесе ауырыу. Ире, ауырлыҡҡа сыҙамайынса, ташлап киткән. «Ни өсөн тап бригадалағы ҡатындар эштән китергә мәжбүр итә?» – тип һорайым. «Балаларым үҙҙәре генә ҡалғас, эштән йә иртәрәк ҡайтырға, йә һуңлабыраҡ килергә тура килә, шуны оҡшатмайҙар», – ти. Тимер юлына киттем. Бригадала тик башҡорт ҡатындары. Ауыр ирҙәр эшен башҡарыусы бисәләр, билдәренә таянып, минән һорау ала башламаһынмы: «Ниңә башта беҙгә килмәнең?!» «Хатты кем яҙҙы? Һеҙ түгел бит!» – тип яуап бирәм. Үҙҙәре уҫал, телдәре зәһәр. Бында ҡалған хәлдә лә, өс балалы әсәгә көн булмаҫын күҙ алдыма килтерәм, сөнки журналда баҫылған мәҡәлә генә шартлап торған ҡатындарҙы үҙгәртмәйәсәк.
Магазиндар буш заман. Менталитеттың да теткеләнгән ваҡыты. Инйәр аша үткән поездарҙан колбаса алып ашап йәшәй халыҡ. Шул уҡ аҡсаға эргәләге ауылдарҙан хәләл ит тә һатып алырға мөмкин. Ләкин колбасаның төрлөһөн ашау яҡшы тормош билдәһе һанала. «Донъя колбасанан, аҡсанан ғына тормағанлығын, мәрхәмәт тигән нәмә лә барлығын онотҡанһығыҙ! – тим ул ҡатындарға. – Колбаса ташыусы поездар елдереп үтә лә китә, беҙ үҙ тормошобоҙ менән ҡалабыҙ». «Инйәр аша елә поездар» тип аталды ошо сәфәрҙән һуң тыуған мәҡәлә. Өс балалы әсәнән бер генә хат алдым: «Барыһы ла әкренләп һәйбәтләнә бара…»

Мин журналға балалар гәзите «Башҡортостан пионеры»нан килдем. Гәзиттә башлыса мәғлүмәти яҙмалар өҫтөнлөк итһә, журналда әҙәби әҫәргә оҡшаш мәҡәләләр урын алыуы минең өсөн бик яҡын булды. Уларҙың тәрән фәлсәфәүи, тәрбиәүи йөкмәтке менән һуғарылыуы баҫманы айҙар, йылдар үткәс тә ҡиммәте кәмемәгән китапҡа тартым итә. Абруйлы журналдың тағы ла уҡымлыраҡ булыуына үҙ өлөшөмдө индереүем, йәнле ваҡиғалар уртаһында, ижад мөхитендә ҡолас ташлап йөҙөп эшләүем өсөн бик бәхетле инем. Хеҙмәттәшлеккә тарих, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе йәлеп итеп, улар менән яҡындан аралашыуым күңел офоҡтарымды киңерәк итте, һөнәри яҡтан үҫтерҙе. «Башҡортостан ҡыҙы»на арнаған ун йылым күҙ асып йомғансы үткән бер мәл булған икән, тием, шул осорҙо һағынып. Бөгөн журналды байытҡан өр-яңы рубрикалар янында беҙҙең замандағыларының да урын алыуына, мәҫәлән, «Әҙибә»нең әле лә халыҡ яратҡан сәхифә булып ҡалыуына ҡыуанам.

Матбуғатта хәҙер эшләмәһәм дә, журналист, ижадсы булып ҡалам. Балалар өсөн әҫәрҙәрем «Сипук» исемле китап булып донъя күрһә, Салауат батырыбыҙ шиғриәте менән рухланыуымдан тыуған шиғырҙар «Салауат васыяты» тигән йыйынтыҡ булып сыҡты. Башҡортостаныбыҙҙа диндең үҫешенә арналған өс китапты нәшер итеүҙә ҡатнаштым. Һуңғы тиҫтәләрсә йылдар арауығында халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы – «Урал батыр» эпосын ҡулдан төшөрмәй тиерлек өйрәнәм һәм унда һәр һөйләмгә әллә нисә йөкмәтке һалыныуына хайран булып, инде йөҙөнсө ҡат бер үк юлдарҙы уҡыйым. Иң ҙур афәттәрҙә лә нисек һаҡланып ҡалып, яманлыҡты еңеү юлдарын табырға, изгелектең тантана итеүенә өлгәшергә? Мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙа былар бөтәһе лә тәфсирләп бәйән ителә. Эпостың әҙәби тәфсирен халҡыбыҙға еткерергә ниәтләнәм.

Журналды уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға, форсаттан файҙаланып, теләктәремде лә әйткем килә. Йән вә тән һаулығын, күркәмлегегеҙҙе һаҡларға ынтылығыҙ, сөнки милләтебеҙ бишеге – беҙҙең ҡулда. Һәр ваҡыт маҡсат менән йәшәгеҙ, был тормошоғоҙҙо мәғәнәле, үҙегеҙҙе матур, булмышығыҙҙы көслө итә, һис шикһеҙ, уңышҡа килтерә. Һәм… Һомай ҡыҙҙары икәнебеҙҙе онотмайыҡ! Һомай әсәбеҙҙәй, ғәжәп ҡоралыбыҙ – тоғролоҡто төп сифатыбыҙ итәйек. Ҡылыс тутыҡҡанда ла тутыҡмай, тимер һынғанда ла һынмай торған ҡорал ул тоғролоҡ. Үҙәгебеҙҙе ныҡ итеүсе сифат. Шул үҙәктән сыҡтымы, кеше бары тик эшсе көскә әйләнә. Еренә, иленә, халҡына, теленә, диненә, асылына тоғролоҡ һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре кеүек тоғро улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерә һәм киләсәкте тап улар билдәләй.


Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook