Башҡортостан Ҡыҙы

Сара Хатун

Сара Хатун
Тарих майҙанында XV–XVI быуаттарҙа ярайһы эҙ ҡалдырған Аҡҡуйлылар (Аҡҡуюнлылар) дәүләте батшаһы Оҙон Хәсәндең әсәһен – Сара хатунды Көнсығыштың беренсе ҡатын-ҡыҙ дипломаты тип йөрөтәләр. Яуҙарҙы туҡтатып, дошмандарҙы яраштырып, дәүләтен нығытып, Урта Азияла ғына түгел, Европала ла оло хөрмәт ҡаҙана ул.


...Аҡҡуйлылар туғандаш Ҡараҡуйлылар (Ҡараҡуюнлылар) менән йәнәш урынлашҡан ханлыҡ була. Төрки халыҡтарҙан булған төркмандар, русса яңғырашы: туркман йә туркоман (төркмәндәр менән бутамаҫҡа), бөгөнгө көндә Иран, Ираҡ һәм Сирия илдәрендә йәшәгән ерле милләт, телдәре Әзербайжан төркиҙәренекенә бик яҡын. Әзербайжандарға ла әлеге исемдәре совет заманында бирелгән, уғаса улар ҙа төрк исеме аҫтында йөрөгәне билгеле. Рус сығанаҡтарында төркмандар шуға ла йыш ҡына Иран йә Ираҡ әзербайжандары тип бирелә. Иранда төркмандар утыҙ миллионға яҡын. Йәғни фарсыларҙан ҡала һан буйынса икенсе урында (был илдең Төркмәнстан менән сиктәш өлкәләрендә шулай уҡ сама менән бер-ике миллион төркмән дә йәшәй). Ираҡта уларҙың һаны төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә, өс йөҙ меңдән өс миллионға тиклем, тип күрһәтелә. Ираҡ төркмандары үҙҙәренең баш ҡалаһы тип был илдең ҙур ҡалаларының береһе Кәркүкте һанай. Ираҡта төрки­ҙәрҙең уғыҙ тармағы вәкилдәре булған төркмандар һан буйынса – ғәрәп һәм ҡурдтарҙан ҡала өсөнсө урында. Сүриә төркмандары (төрлө сығанаҡтар буйынса, ике йөҙ меңдән миллионға тиклем) башлыса Хәлеб (Алеппо) провинцияһында көн күрә. Ҡасандыр көслө ханлыҡтары булған был халыҡтың, күреүебеҙсә, ерҙәре хәҙер өс илгә ҡарай, үҙ дәүләтселеге юҡ...

...Пирали бейҙең ҡыҙы Сара Хатун йәштән хөкүмәт менән етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Оҙон Хәсән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләрендә һәр ваҡыт әсәһе менән кәңәшләшеп эш итә. Сара ханым төрлө илдәрҙең дипломаттары менән генә түгел, хатта тимуридтар солтаны Әбү-Сәйет, ғосманлылар императоры Мәхмәт II кеүек батшалар менән һөйләшеүҙәрҙе шәхсән үҙе алып бара.
Мәхмәт II аҡҡуйлыларға һөжүмгә әҙерләнгәндә Сара Хатун уның хәрби лагерына эш сәфәре менән барып, уның менән дуҫлашып, һөжүм итмәҫкә күндереп ҡайта. Тап ошо һөйләшеүҙең уңышлы үтеүе арҡаһында Төркиәнән күпкә көсһөҙөрәк Аҡҡуйлы дәүләте йәшәүен дауам итә. Был осрашыуҙан һуң төрөк солтаны Сара Хатунды – «әсәй», ә Оҙон Хәсәндең әсәһе Мәхмәт II-не «улым» тип кенә йөрөтөр булған, тиҙәр. Дипломат булараҡ, Сара Хатун Европа илдәрендә лә киң билдәлелек ала, хөрмәт ҡаҙана. Мәҫәлән, Әзербайжанға Венециянан килгән йәшерен илсегә ҡәтғи рәүештә бары тик Сара Хатун менән генә һөйләшеүҙәр алып барып, уның тәьҫире аша ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп ҡайтырға ҡушып ебәрелеүе билдәле. Тәбриздә, Оҙон Хәсәндең һарайында, Венеция илселәре Катерино Дзено, Барбаро, Амброджо Контарини йәшәгән, Венгрия, Польша һәм Мәскәү кенәзлеге вәкиллегенән итальян Марко Россо ла йыш ҡунаҡ булған. 1464 йылда Сара Хатундың тырышлығы менән Венеция, Рим папаһы, Венгрия һәм Аҡҡуйлылар дәүләте Ғосман империяһына ҡаршы лига төҙөй.

Аҡҡуйлылар тарихсыһы Әбүбәкер Техрани яҙып ҡалдырыуынса, бер мәл Сара Хатун күрше Рөстәм хан лагерына бара, һәм дошмандың мөшкөл хәлен аңғарып, улына «кисекмәҫтән яуға күтәрел, еңеү һинең яҡта буласаҡ» тигән хат ебәрә. Ысынлап та, уның ерҙәре тиҙҙән аҡҡуйлылар дәүләтенә ҡушылдырыла. Ғосманлылар менән көрәшергә хәле етмәгән хан 1462 йылда айюбидтарҙың һуңғы терәге булған Хасанкейфты, 1465 йылда Ҡарбоҙло (Карпут)ҡәлғәһен яулай. 1468 йылда хәҙерге Иран Әзербайжанын ҡулға төшөргәс, баш ҡалаһын Тәбризгә (Тебриз) күсерә. Көсәйеп алған Оҙон Хәсән ҡыйыулығы етеп, Төркиәнең Сивас һәм Кайсери ҡалаларын баҫып ала, 1473 йылда Малатья эргәһендә төрөк императоры ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Әммә күп тә тормай, тәбиғи, ғосманлылар уның төмәндәрен тар-мар итә. Көстәр, бәлки, сама менән тигеҙ ҙә булғандыр. Төркмандар бөтә ырыуы менән яуға ла күсмә тормош алып барған ише бара, ә төрөктәр ул саҡта ярайһы заманса ҡоралланған, ойошҡан ғәскәрле була. Оҙон Хәсәнгә Венеция ярҙамға туптар, мылтыҡтар ебәрә, әммә уларҙы юлда ҡурд юлбаҫарҙары эләктерә.

Нисек кенә булмаһын, Иран падишаһы тип йөрөтөлгән Оҙон Хәсән ваҡытында Аҡҡуйлылар дәүләте сәскә ата. Төркмандар батшаһы урындағы ырыуҙар конфедерациялары араһында үҙен тулыһынса бойондороҡһоҙ тип иғлан иткән беренсе солтан була. Был дәүләттә малайҙарҙы өс йәштән һыбай йөрөү һәм уҡ атыу серҙәренә өйрәтәләр. Хәсән батшаның ил менән идара итеү хаҡында, һалым йыйыуҙы тәртипкә һалған «Ҡа­нуннамә» китабын яҙыуы билдәле. Шиғыйсыларҙың (шииты) ҡыҫыуына ҡарамай, ул суфый дәрүиштәр менән дә тығыҙ бәйләнештә була. Бер ҡыҙын ардебиль ордены «Сәфәүийә»нең етәксеһенә – ҡыҙылбаштар ырыуы башлығы Исмәғил Сәфәүидтең атаһы Гейдарға кейәүгә лә бирә. Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң ун хан алмашынғас, был династия йәшәүҙән туҡтай. Власҡа Зәки Вәлиди хеҙмәттәрендә йыш телгә алынған төркиҙәрҙең Ҡыҙылбаш дәүләтен нигеҙләгән сәфәүидтәр (сефевидтар) килә. Сәфәүидтәрҙе ваҡытында Иран тулыһынса шиғый­сылыҡ (шиизм) йүнәлешенә күсә.

Быуаттар үтә, төркман ерҙәре төрлө хакимдар ҡулынан үтә, әммә ҡасандыр көнсығыштың тәүге ҡатын-ҡыҙ дипломаты тигән дан алған ил инәһе Сара Хатундың халҡы өсөн һалған тырышлыҡтары юҡҡа китмәй, был халыҡ, дәүләтселеге булмаһа ла, рухын юғалтмай, милләтенә, тыуған еренә һәм диненә тоғро булып йәшәүен дауам итә.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Сара Хатун Бөйөк





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook