Башҡортостан Ҡыҙы

Мөхәббәтле Рабиға

Мөхәббәтле Рабиға Кәңәш йә ярҙам, йән тыныслығы йә хәҡиҡәт эҙләп килгән кешеләрҙең күбеһенә ул: «Шөкөр ит һәм сабыр бул!» – тип әйтеп ҡайтарған. Иҫән саҡта уҡ тере риүәйәткә әйләнгән был ҡатындың кинәйәле һүҙҙәре һәм шиғыр юлдарына һалынған фекерҙәре быуаттар үткән һайын халыҡ араһында нығыраҡ таралып, донъяла уның шәхесенә һәм тормош юлына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттыра ғына. Шәреҡтең атаҡлы шағирҙары һәм аҡыл эйәләре лә, көнбайыш фәйләсүфтәре лә уның мираҫына берҙәй әйләнә-ҡайта мөрәжәғәт иткән, тора-бара байтаҡ яҙыусыларҙың ижадында «Рабиға хикмәттәренән» тигән әҫәрҙәр урын алып, күп кенә фәһемле һәм ғибрәтле ваҡиғалар ҙа уның исеменә бәйләп һөйләнер булған. Рабиға ниндәйҙер кимәлдә Хужа Насретдин йәки Хызыр Ильяс кеүек ярым мифик образда ла ҡабул ителә башлаған.

Асылда ул тарихи шәхес. Беҙҙең эраның VIII быуатында хәҙерге Ираҡ дәүләтенә ҡараған Басра ҡалаһында тегенсе мосолман Исмәғил ғаиләһендә дүртенсе ҡыҙ бала булып донъяға килгән. Ғаилә шул тиклем етешһеҙ йәшәгән, әсәһе ҡараңғы төндә йөгөнән арынғанда уларҙың лампаларында хатта май бөтөп, ут һүнгән. Ҡыҙға исемде оҙаҡ уйлап тормай, дүртенсе бала булып тыуғас, ғәрәп телендә дүрт һанын аңлатҡан һүҙҙе һайлап, Рабиға тигәндәр.
Рабиға иртә тома етем ҡалып, ҡоллоҡҡа эләгә. Әммә бала сағынан йөрәгендә изгелеккә ышаныс йөрөт­кән һылыу һәр ваҡиғаны сикһеҙ түҙемлелек менән үткәреп ебәрергә өйрәнә. Ни тиклем күпләп эш өймәһендәр, намаҙҙарын, ураҙаны ҡалдырмай, шәриғәттән тайпылмай. Ул сабырлыҡ күрһәткән һайын, хужалары тағы нығыраҡ ыҙалата. Ҡушҡанды ваҡытында үтәп өлгөрмәй, тип зинданға ябып, астан ыҙалаталар, шарап эсмәйенсә һыу бирмәйбеҙ, тигән сәбәп менән бикләп тә ҡуялар. Ҡыҙҙың рухын бер нисек тә һындыра алмағас, «сихырсы» тип иғлан итәләр. Бер көндө сыҙам ҡыҙҙың намаҙ уҡығанда йөҙө яҡтырып, нур бөркөп ултырғанын күреп, ни тиклем һынау­ҙар бирһәң дә, түҙергә әҙермен, иманымдан ғына яҙҙырма, тип ялбарыуын ишетеп, хужаһы хайран ҡала һәм уны азат итә. Рабиға Мәккәгә юллана, сәфәре оҙаҡҡа һуҙыла, аяҡтары тотмағанда шыуышып тигәндәй бара. Хажиә булып ҡайтҡас, тау башындағы аласыҡта көн итә башлай. Дәрүиштәрсә фани донъя рәхәттәренән баш тартып, үҙен Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыуға арнаған һылыуҙың даны алыҫтарға тарала.

Рабиға – заманында үҙ төбәгендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарының ислам дине тәғлимәттәренә ярашлы үтәлеше өсөн көрәшкән, тере сағында уҡ яҡташтары тарафынан әүлиә тип ололанған шәхес. Донъяуи ҡараштары һәм фекерҙәре ислам нигеҙҙәренә таянып үҫешкән, икенсе яҡтан шәреҡ әҙәбиәте, мәҙәниәте, фәлсәфәһенең ҙур бер ҡатламын тәшкил иткән, Урта Азия, Африка, бигерәк тә Һиндостанда ныҡ таралған суфыйсылыҡ тәғлимәтенә лә уның тәьҫире көслө булған. Фәлсәфә һәм дин ғилемен өйрәнеүселәр араһында Рабиға Рабия-аль-Адавия Басри (717–801) тигән исем аҫтында билдәле. Ул өйрәткән ҡиммәттәрҙе ҡыҫҡаса «барына рәхмәтле була белеү һәм бөтәһен дә ғәфү итеү», тип билдәләргә мөмкин. Ул Аллаһы Тәғәләгә йәһәннәмдән ҡурҡып йә ожмахҡа эләгеү хаҡына түгел, ә изгелеккә хеҙмәт итеү менән яҡынайырға тырышығыҙ, тигән. Аҡыллылыҡтың тәүге билдәһе – Хоҙайҙы бар тип белеү, ә изге көскә ышанған әҙәм Хаҡ Тәғәләнең һағы, ҡурсалауы аҫтында ҡала, тип иҫәпләгән. Әүлиәнең тормошо һәм ижады хаҡында иң тулы хеҙмәттәрҙең береһе – XII быуатта йәшәгән фарсы шағиры Фарид-ад-Дин Аттарҙың яҙмалары. Әҙәбиәттә суфыйсылыҡ тәғлимәтен өйрәнеүсе ғалимә Маргарет Смит уны «тәүге ҡатын-ҡыҙ фәйләсүф» тип атай һәм Рабиға Басри тыуырҙан ҡырҡ йыл алда вафат аҙашы – Сирия шағирәһе менән бутамауҙы үтенә.

Уның шиғриәте Хафиз, Руми, Шамс-е-Табрез, Сәғҙи, Ғүмәр Хәйәм, Низами, Джами кеүек бөйөк ижадсыларҙыҡы һымаҡ күләмле һәм киң билдәле булмаһа ла, уларҙың һәр береһендә «Рабиға хикмәттәре» телгә алына. Ул хикмәттәр – изгелеккә, аң-белемгә, ғәҙеллеккә, тормошто яратыуға, кешеләргә ҡарата мөхәббәтле мөнәсәбәткә мәҙхиә.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook