Башҡортостан Ҡыҙы

Йәнекәй

ЙәнекәйТарих майҙаны йыл һайын ере һөрөлөп, тупрағына икенсе үҫентеләр ултыртылған баҡсаны хәтерләтә. Яңы хужалар үҙҙәренсә әйләндерһә лә, алда үҫкән үлән тамырҙарын тулыһынса ҡорота алмай. Халыҡ хәтере булып, улар баҡсаның әле бер, әле икенсе өлөшөндә морон төртә.

…Рәсәй Ҡырымды йәнә үҙенә ҡайтарғас, яҡташтарыбыҙ ҙа йылы төбәккә ял итергә эркелде. Уларҙы урындағы экскурсоводтар мажаралы тарихтар менән ҡыҙыҡтырып, төбәк менән таныштыра. Мотлаҡ Чуфут-Калеға (Ҡырҡ-Ор) алып барып, Ненкеджан мавзолейын да күрһәтәләр. Хәҙерге тарихсылар төрбәләге яҙыуҙы ғалимдарҙың башта яңылыш тәҡрарлауы арҡаһында Йәнекәйҙе Ненкеджанға әйләндереүҙәрен таный.

Алты быуат элек төҙөлгән булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һаҡланған, һырлап эшләнгән яндаулы, нағышлы өрлөклө, сельджуктар архитектураһына ҡараған һигеҙ мөйөшлө монументаль таш төрбәнең эсендә, күтәрмә баҫҡысында яҙыу бар. Унда «Туҡтамыш хандың һижрә буйынса 841-се йылдың (1437–1438 йй.) Рамаҙан айында вафат булған ҡыҙы Йәнекәй ҡәбере» тип яҙылған.
Йәнекәй
Байтаҡ йылдар Ҡырым ханлығында эшмәкәрлек итеп, халыҡта абруй яулаған ханбикә яҡты донъянан илле ете йәшендә киткән.
1416 йылда Йәнекәй бейсә әле Яйыҡ буйҙарында Нуғай урҙаһын етәкләгән Иҙеүкәйҙең ҡатыны булған сағында хажға барған. Мәккәгә ул донъяларҙың бик буталсыҡ осоронда, етмәһә тормош юлдашһыҙ юллана. Был мәғлүмәт Исламды өйрәнеүсе тарихсыларҙы йыш ҡына аптырашҡа ҡалдырған. Мәҫәлән, Эласколани билдәле хажиәнең өс йөҙ һыбайлы оҙатыуында Мәккәгә китеп барыусы Сирия карауаны менән Дамаскка етеүе хаҡында яҙып ҡалдырған. Туҡтамыш хандың ҡаһарман һәм иманлы ҡыҙының был аҙымы уны бар мосолман донъяһына таныта...

…Алтын Урҙа осоронда башҡорт ерҙәрендә, Яйыҡ-Иҙел буйҙарында идара иткән, Мәскәүҙе теҙ сүктергән, торараҡ улдары Ҡазан ханлығына ла нигеҙ һалып, байтаҡ дәүер унда хакимлыҡ иткән бөйөк хандың ҡыҙы ул Йәнекәй. Атаһы Туҡтамыш бик күп башҡорт эпостары, ҡарһүҙҙәре, легендаларында үҙәк урынды биләй. Тимәк, Йәнекәй ханша башҡорт халҡына ла ят шәхес түгел.

…Йәнекәй – Туҡтамыш хандың Туғайбикә исемле ҡатынынан тыуған ҡыҙы. Туғайбикә ҡырым татарҙары ханы Хажибәктең ейәнсәре (бәлки, бүләсәре) булған. Йәнекәйҙе атаһы үҙенең тоғро уң ҡулы Иҙеүкәй мырҙаға кейәүгә бирә. Уларҙың Мораҙым (Нур-ад-дин) һәм Мансур-ад-дин тигән улдары булған тип һанала. Иҙеүкәй Туҡтамышҡа ҡаршы баш күтәреп, Аҡһаҡ Тимер яғына күскәс, кейәүенә булған үсен хан ҡатынына төшөрә, Туғайбикәне үлтерә.
Атаҡлы «Һуңғы Һартай», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» һәм башҡа йән өҙгөс ваҡиғалар һүрәтләнгән дастандарыбыҙҙа телгә алынған. Яйыҡ менән Һаҡмар араһында, һуңғараҡ Ҡармасан, Сәрмәсән, Оло Иҙел йылғалары буйында Аҡһаҡ Тимер менән Туҡтамыш хандың меңәрләгән һалдаттан торған ғәскәрҙәре бәрелешкән. Башҡорт халҡының диңгеҙҙәй ҡанын ҡойҙорған был хәлдәр ваҡытында Йәнекәй, һәр тоғро төрки бисәһе кеүек, Аҡһаҡ Тимерҙең уң ҡулы булған ире Иҙеүкәйҙе яҡлап, атаһына ҡаршы һуғышҡан. Уларҙың улдары Мораҙым иһә башта, тарихтан билдәле булыуынса, олатаһы Туҡтамыш ханға теләктәшлек итә. Был ҡот осҡос һуғышта Туҡтамыш үлтерелә, Алтын Урҙа тарҡала башлай. Сыңғыҙ нәҫеле генә хан була ала, тамырҙарында бөйөк Сыңғыҙ ҡаны аҡҡан Йәнекәйҙең ире булараҡ, Иҙеүкәй мырҙа булып ҡала, Нуғай ханлығын етәкләй. Быға тиклем байтаҡ йылдар алда ул Туҡтамыш урынына дәғүә итә алыр өсөн бер нисә ҡәйнешен юҡ итә. Йәнекәй иң бәләкәй ҡустыһы Ҡәҙербирҙегә теймәүен үтенеп, өс йәшлек малайҙы Ҡырымға, әсәһенең тыуған яғына йәшерә.

Буй еткергәс, Ҡәҙербирҙе Ҡырым ханлығын етәкләй. 1420 йылда Нуғай ханлығы башлығы Иҙеүкәй менән Ҡәҙербирҙе ғәскәре араһындағы бәрелештә ике батыр ҙа һәләк була...

..Йәнекәй Туҡтамыш нәҫеленән булараҡ, ҙур урҙала ханлыҡҡа дәғүә итә алһа ла, ҡанлы бәрелештәрҙән ситтәрәк ҡалыуҙы хуп күрә. 1437 йылғаса, вафатына тиклем, Ҡырҡ-Ор бейлеге менән идара итә. Ул үҙ аллы Ҡырым ханлығы булдырырға теләүсе Хажи-Гәрәйгә (шулай уҡ Сыңғыҙ нәҫеленән булған алыҫ туғанына) ҙур терәк була. Йәнекәйҙең кәңәштәре, аҡсаһы, ғәскәре ярҙамына Гәрәйҙәр династияһы үҙ аллы Ҡырым ханлығы төҙөй. Хажи-Гәрәй һуңғараҡ рәхмәт йөҙөнән бөйөк хан ҡыҙының ҡәбере өҫтөнә кәшәнә һалдыра…
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.


Теги: Туҡтамыш Ҡырым Бөйөк





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook