Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡиммәтле бүләк

Ҡиммәтле бүләкҠатын-ҡыҙҙың иң зауыҡлы күлдәге – ул бәхет күлдәге. Уны сисмәй кейегеҙ! Бәхетле, нурлы кеше бер ҡасан да матур булыуҙан туҡтамаясаҡ.

Беҙҙе бәхетле итер өсөн эшләнә ҡағыҙ сәскәләр, ҡул эштәре, муйынсаҡтар, һырғалар, балдаҡтар, беләҙектәр... Һөйөклө ирҙәребеҙ ошо көн хаҡына сәскәләр эҙләп саба, йылына бер тапҡыр аш-һыу әҙерләргә, һауыт-һаба йыуырға ла риза. Яҡындарыбыҙҙың иғтибарын, яратыуын тойоуҙан ҡанаттар үҫә. Ә ҡатын-ҡыҙ, үҙ сиратында, бурыслы булып ҡалырға теләмәй. Йомартлығы һәм күңел ихласлығы менән, бындай йылылыҡҡа яуап итеп, йыл әйләнәһенә тағы ла тоғролоҡло хеҙмәт итергә тотона. Әммә ҡайһы ваҡыт үҙен ҡәҙерһеҙ тоя. Ниңә 8 Мартта ғына лайыҡмынмы ни һөйөүгә, яғымлы ҡарашҡа, наҙға, иғтибарға, тип уйлай ул күҙ йәштәре аша. Шул минутта туҡта! Әлбиттә, донъя йөҙөндәге барлыҡ сәскәләр һинең алда баш эйергә тейеш, һин бит гүзәл зат, әсә, ә ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында!

Тимәк, үҙеңә үҙгәрергә кәрәк. Нисек итеп? Бер ҡатын, көн дә 8 Март ҡабатланыуын теләр инем, ти. Икенсеһе, ә минең өсөн көн дә 8 Март ул, тип йылмая. Беренсеһе менән икенсеһе араһында айырма нимәлә? Береһе теләй, хатта талап итергә әҙер. Икенсеһе уны үҙе булдыра. Булдыра тигәс тә, шундуҡ тырышлыҡты, әүҙемлекте йә тағы ла нығыраҡ йылы, наҙ бирә башлауҙы аңлатмай. Бөтә көсөгөҙҙө әрәм итеп таратып бөтһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн нимә ҡала? Арыған, ауырыған, хәлһеҙ әсәй, ҡатын кемгә кәрәк? Уның сере ябай ғына икән. Бары тик... һинең рәхмәтең, үпкә йыймауың, үҙеңде яратыуың. Барлыҡ иғтибарға, бүләктәргә лә яуап – ул бәхетле була белеү. Рәхмәтебеҙ ҙә шул бәхеттән балҡыу. Үҙен бәхетһеҙ, ҡыйырһытылған тойған кеше башҡаларҙы ярата аламы? Юҡ, киреһенсә, ул кемделер бәхетле итеүҙән бигерәк үҙенә иғтибар, ярҙам талап итә. Йәлләп тәүге мәлдә өлөш тә сығарырға мөмкиндәр. Әммә был ғүмер буйына дауам итмәйәсәк. Бәхет нуры сәсеп торған икенсе берәүҙең тартыу көсө, әлбиттә, илап, ҡайғырып, үҙ-үҙенә бикләнгәндекенә ҡарағанда нығыраҡ та, уның эргәһендә рәхәтерәк тә, йылыраҡ та. Тел төбөн аңланығыҙ инде.

Ағасына япрағын, ямғырға тамсыһын йәлләмәгән кеүек, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға бүләктәрен мул билдәләй. Шуны күңел күҙе менән күрә белеп, һәр береһенән ҡыуаныс табып, бәхет күлдәктәрен сисмәй кейегеҙ. Һеҙҙән дә һылыу, уңған, йомарт, изгелекле юҡ. Сөнки донъялағы һәр кеше берәү генә булған кеүек, һеҙ ҙә берәү. Ғүмер ҡәҙерен белеп, һәр көнгә, яҡындарыбыҙҙың иҫән-һау булыуына шатланып йәшәүҙәргә ни етә?!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook