Башҡортостан Ҡыҙы

Асыл, сәскә кеүек, көнгә!

Асыл, сәскә кеүек, көнгә!Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, Халиҡ белер, тигәндәр. Халиҡ, тимәк, Хоҙай.

Кешене ҡыуандырғанда уның өсөн рәхмәт йә яуап көтмәҫкә баштан уҡ үҙеңде әҙерләп ҡуйыу яҡшыраҡ. Ул күпселектә шулай эшләнә лә. Кешегә изгелек күрһәтеүҙән үҙеңә рәхәт була. Үҙеңде бәхетле итеп тояһың. Ә аш менән атҡан саҡта таш менән атһалар, изге ниәттән, ысын йөрәктән сыҡҡан ғәмәлдәреңде күрергә теләмәһәләр, йән көйә, асыу ҡабара, ул кешегә ҡарата нәфрәт тә уяныуы бар.

...Бер ҡыҙ гел яҡшылыҡ эшләгән. Ә уның яҡшылығы һәр ваҡыт ергә һалып тапалған. Шуны уйлап ҡарағас, тамам ҡайғыға төшкән был һылыу. Шул мәлдә уға бер аҡыл эйәһе осраған. Ҡыҙ уға үҙен борсоған «ниңә?» тигән һорауын биргән. Аҡыл эйәһе уға шыр яланғас сисенеп, урам буйлап үтергә ҡушҡан. Ҡыҙ был кәңәшкә ныҡ аптыранған. Нисек инде аҡыл эйәһе шулай тип әйтә ала?

– Һин, кешеләр менән аралашҡанда, ҡоласыңды йәйеп киләһең, эсеңдәге – тышыңда. Тимәк, кейемһеҙ һымаҡһың. Урамға һин бит кейенмәйенсә сыға алмайһың, шуның кеүек, кешеләр менән аралашҡанда ла асыҡ-ярыҡ булырға ярамай, – тип аңлатҡан ул.

Асыл, сәскә кеүек, көнгә!Шунан аҡыл эйәһе һылыуҙы баҡсаһына саҡырып сығарған.
– Бына ҡара әле, хатта сәскәләр ҙә көнгә таждарын ҡапыл ғына асмай, яйлап-яйлап ҡына ҡояшҡа үрелә. Һин дә шулай бул. Барлыҡ кешегә эс сереңде һөйләмә, наҙҙарыңды түкмә.

Моғайын да, ошо һабаҡтан һуң ҡыҙ үҙен бәхетлерәк тоя башлағандыр. Донъя уға яҡтыраҡ, кешеләр ҙә миһырбанлыраҡ күренеп ҡалғандыр.
Һеҙ ҡулығыҙға алған журнал да барлыҡ кешеләр өсөн түгел. Йөрәктәре асыҡ, миһырбанлы, тормошҡа, милләтебеҙ яҙмышына, балаларының яҡты киләсәгенә битараф булмағандарҙың ғына ҡулдарына килеп эләгә ул. Заманыбыҙҙың йылъяҙмаһы, гүзәл заттарыбыҙҙың йөрәк тибеше, күңел яраһы, ынтылыштары йыйылмаһын туплаған матур баҫмабыҙ менән бергә ҡалған һайланма кешеләребеҙгә – «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырып уҡыусыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Журнал Подписка





Яңы һан




Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Яндекс.Метрика




Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook